Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кусяпова Гульназ Новосубхангулово.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
23 Мб
Скачать
☆

1.2. Ижад миҙгелендә.

٭٭٭

Берәм – берәм һүтеп хәтер ебен

Барам әле алыҫ йылдарға

Теҙәм әле йәшлек яҙымды ла

Шанлы йылдарҙы ла юлдарға Утыҙ бишенсе йыл-февраль төнө

Һауа ярып сабый илаған

Йәш әсәнең һәм дә йәш атаның

Шатлығының сиге булмаған

Йәш ғаиләнең тәүге ҡарлуғасы

Һөрән һалып исем даулаған

Был баланың исем – аты итеп

Ғәйшә – йәшәү исеме һайлан

ХЕҘМӘТТӘ - ХӨРМӘТ

Барлайым да уҙған ғүмеремде

„Бәхетлемен,” – тиһәм,Хоҙай булыр

Ай- ҡояшлы булды күңелем,

Хеҙмәт тойоп үтте ғүмерем.

Ғүмер бит ул иҫкән елдәр кеүек,

Ҡөҙрәтем юҡ уны тыйырлыҡ .

Уҙған ғүмерем оҙон тойолһа ла

Бер йыр эстәренә һыйырлыҡ

Миҙгелдәр.

Тәбиғәттең миҙгелдәре:

Ҡышы, яҙы ,йәйе ,көҙө-

Ҡабатланыр һәр йыл һайын

Ер шарыбыҙ иҫән булһа әле!

Кешеләрҙең миҙгелдәре:

Бала, ғүмер ,нығынған саҡ һәм дә ҡартлыҡ

ҡабатланмай –тип әйтәләр

Булмай уны һуҙып-тартып.

Төндәр килеп тора кистәр аша

Көндәр килеп тора тау аша

Ағас баштарынан килә ҡаза

Үлемһеҙлек килә дан аша.

* * *

Бала саҡта биргән һорауҙары:

-Йә,ҡыҙыҡай,үҫеп буламы?

Йәш-елкенсәк саҡта һорауҙары:

Ҡайһы егет ҡулың һораны?

Бөгөн килеп бар белгәндәре:

-Нихәл,туған , буламы ҡартайып?

Сәс ағарһын,йөҙҙө һырҙар баҫһын

Тик ,йөрәгем,тойма,ҡартайыу

1.3. Йәш быуынға әйтер һүҙем.

Ҡушымта №5

(Видео яҙма тәкдим ителә)

Һығымта.

Эҙләнеүҙәрем , эмоциональ бай, тирә-йүндәге доньяға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнгән шәхес менән осрашыуҙарым миндә түбәндәге тойғолар уятты :үҙеңдә һәр саҡ ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй ҡатмарлы, сетерекле хәлдәрҙәлә проблеманы хәл итеү ысулдарын таба белеү,хеҙмәткә дөрөҫ ҡараш булдырыу.

Булған мәғлүмәттәрҙе тәртипкә килтереп һәм ижади эшләп , мин Ғәйшә Ниатша ҡыҙы ысынлапта һәр яҡлап өлгө булырлык шәхес : һутлы теле менән уҡыусыларында илһөйәрлек тәрбиәләүсе лә, тырыш, уңған ҡатын да, йәш быуынға өлгө булырҙай күркәм милләт вәкиле лә икәнлегенә инандым.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.”Башҡортостан” гәзите 2008 № 3

2.”Башҡортостан уҡытыусыһы” 2004 № 5

3. “Таң” гәзите 2006 № 24

4. “Башкортостан республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусылары” Л.К. Ғәлинурова.

Ҡушымта.№1

Ҡушымта № 2

Ҡушымта № 4

(Видео яҙма)

Ҡушымта № 5 (Видео яҙма)