Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
расп шпроры б.я.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
90 Кб
Скачать
☆

28. Ҡылымдың йүнәлеш һәм күләм категориялары. Уларҙың яһалышы.

Эш-хәрәкәттең кемгә йәки нимәгә йүнәлеүен аңлата. Төрҙәре: 1)Төп йүнәлеш – процестың субъект тарафынан башҡарылыуын белдерә. Махсус афикстары юҡ. 2)Ҡайтым йүн. – процестың субъекттың үҙенә төбәлеүен, әйләнеп ҡайтыуын аңлата. –н, -ын, -ен, -он, -өн. Һүҙяһалышта ла ҡатнаша: атлан, һоран, уҡын 3)Төшөм йүн. – субъект тарафынан башҡарылған процестың объектҡа йүнәлеүен, төшөүен белдерә; һөҙөмтәлә объект – һөйләмдең грамматик эйәһенә, ә субъект тултырыусыға әйләнә. –л, -ыл, -ол, -н, -ын, -он афф. м-н яһала: һуҙыл, йырлан, эшлән. 4)Уртаҡлыҡ йүн. – процестың бер нисә субъект тарафынан бергәләп башҡарылыуын аңлата. –ш, -ыш, -ош афф. ярҙамында яһала: туғарыш. Һүҙяһалыш функцияһын да үтәй: а)булыш, килеш, яраш б)дуҫлаш, эшләш. 5)Йөкмәтеү йүн. – процесты башҡарыуҙы 2се бер субъектҡа йөкмәтеүҙе, ҡушыуҙы белдерә. –т, -дыр, -дор, -тыр, -төр, -ҙыр, -ҙор, -ҡыр, - ҡар, -ғыҙ, -ыҙ, -ар, -ыр, -ор, -һат ялғауҙары м-н яһала: төҙөттө, алдырҙы. Бер нисә йөкмәтеү йүн. Бер юлы булырға мөмкин: дөрөҫлә-т-тер-ергә. Күсемһеҙ ҡылым күсемлегә әйләнә: йөрөт, сығар.

Күләм категорияһы – пространство һәм ваҡыт эсендә процестың башҡарылыу характерын белдереүсе лексик-грамматик категория. 1)Морфологик юл:а) ҡылым нигеҙе+махсус афф.: бар-ғыла, уҡы-штыр; б)ҡылым формаларын парлау юлы м-н: һөйләй-һөйләй. 2)Синтаксик юл:а) үҙ аллы ҡылым формаларына ярҙамсы ҡылымдар эйәреп килеү ярҙамында; б)үҙ аллы ҡылым формаларының ҡабатланып килеүе м-н. Күләм формалары: 1)Эш-хәрәкәттеү көсәйеүен, артыуын йә кәмеүен белдерә: а)-ңҡыра, -ыңҡыра, -оңҡора: аптыраңҡыраны; б)–мһыра: көлөмһөрәне; в)-ыраҡ, -ораҡ: аптырабыраҡ; г)Хәл ҡылымдың –а,-ә,-й аффикслы формаһына төш ярҙамсы ҡылымы, -п формаһына кил, бар ярҙ.ҡылым ҡушыла: һарғайып бара, яҡтыра төштө. 2)Эш-хәрәкәттең башланыуын белдерә: а)-рға аффикслы инфинитив+тотон, кереш, тор ярҙ.ҡылым-р: китергә тора; б)-а,-ә,-йаффикслы хәл ҡылым+башла, тор ярҙ.ҡылым-р: ял итә торор; в)-п аффикслы хәл ҡылым+ебәр, кит, ҡара ярҙ.ҡылым-р: көлөп ебәрҙе. 3)Эш-хәрәкәттең дауамлығын белдерә: а)-а,-ә,-й аффикслы хәл ҡылым+бир, кил, йөрө, бар, тор ярҙ.ҡыл.:ята бирәһең, б)-п хәл ҡылым+йөрө, тор, ят, ултыр ярҙ.ҡылым-р:барып йөрө, в) –у афф-лы исем ҡылым+бул ярҙ.ҡылымы м-н:яҡлауында булды, г)үҙ аллы ҡылым формаларын парлау юлы м-н:ята-ята, ауырайғандан-аыуырая, д) да,та,ҙа,ла теркәүестәре м-н бәйләнеп килгән үҙ аллы ҡылым формаларын ҡабул итеү юлы м-н: бара ла бара. 4)Эш-хәрәкәттең ҡабатланыуын белдерә: а)-ғыла, -ғола:барғыла; б)-штыр, -штор: эшләштер; в)-ҡысла, -ҡосла:тартҡысла; г)-ҡла,-клә: ятаҡла,һөйрәклә. 5)Эш-хәрәкәттең тиҙ арала башҡарылыуын белдерә: а)-а,-ә,-й хәл ҡылым+һал, ҡуй ярҙ.ҡылым:яуап бирә һал, һорай ҡуй; б) –п хәл ҡылым+ал, бир, ташла, ҡуй, ҡал, һал ярҙ.ҡылым-р: ашап ал, в)да, ҙа, та, ла киҫәксәләре үҙ ара бәйләнеп йөрөгән ҡылым формаларынан: әйләнгән дә ҡуйған, г)-у афф-лы исем ҡылым+бул ярҙ.ҡылым: ебәреүе булды. 6)Эш-хәрәкәттең, хәлдең башҡарылмай ҡалыуын йәки һирәк-һаяҡ эшләнеүен белдерә: а)-а,-ә,-й хәл ҡылым+яҙ ярҙ.ҡылым: ҡолай яҙҙы, б)-п хәл ҡылым+ҡуй, ал ярҙ.ҡылым:көлөп ҡуйҙы, в)-ғандай афф-лы үҙ аллы ҡылым м-н ит, бул ярҙ.ҡыл.:аптырағандай итте. 7)Эш-хәрәкәттең тамамланыуын белдерә: -п хәл ҡылым+бөт, сыҡ, ет, ҡал ярҙ.ҡыл.:уҡып сыҡ, барып ет.