Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Метод. реком. по курсовой и ВКР-баш.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
129 Кб
Скачать
☆

3. Курс һәм сығарылыш квалификация эштәрен оформлять итеүгә техник талаптар

Студенттар өсөн курс эштәрен һәм сығарылыш квалификация эштәрен эшләү буйынса методик күрһәтмәләр һәр специальностең үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп эшләнә, һәм, ҡағиҙә булараҡ, үҙ эсендә курс эштәрен һәм сығарылыш квалификация эштәрен эшләү өсөн дөйөм талаптар туплай:

Курс эшенең күләме стандарт булған А4 форматында аҡ бер сортлы ҡағыҙҙың бер яғында 25-30 бит баҫылған текст булырға тейеш, ғилми етәксе менән һөйләшеп студент курс эшен ҡулъяҙма вариантта ла бирә ала;

СКЭ күләме специальность буйынса Юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф стандарты тарафынан билдәләнә;

Интервал – 1,5;

Шрифт төҫө ҡара булырға тейеш, хәрефтәр, һандар һәм башҡа билдәләр бейеклеге – 14, шрифттың стиле – Times New Roman;

Текст тирәләй полялар: һул поле – 30 мм, уң поле – 10 мм, өҫкө поле – 20 мм, аҫҡы поле – 20 мм;

Эштең бөтә биттәре асыҡтан-асыҡ нумерациялана (титул биттә номер ҡуйылмай). Биттең номеры ғәрәп һандары менән биттең аҫҡы өлөшөнөң уртаһында нөктәһеҙ ҡуйыла;

Эштең структураһы үҙ эсенә ошоларҙы индерә: а) титул бит; б) СКЭ эшләр өсөн график менән биремдәр; в) йөкмәткеһе; г) инеш; д) төп өлөш; е) йомғаҡлау; ж) ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар исемлеге; и) ҡыҫҡартмалар һәм ҡушылмалар исемлеге;

СКЭ эшләү өсөн биремдәр, эш графигы СКЭ титул биттән һуң йөкмәткегә тиклем тегелә, әммә биттәрҙең дөйөм нумерациһына һәм эштең дөйөм биттәр һанына инмәй;

Эштең бөтә структур элементтары йөкмәтке, инеш, бүлектәр, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар исемлеге, ҡушылмалар яңы биттән башланырға тейеш;

Ҡушылмалар эштең аҙағында ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һуң булырға тейеш, улар биттәрҙең дөйөм һанына инмәй. Ҡушымталар документтағы ссылкалар тәртибендә килә. Һәр ҡушылманы яңы биттән, биттең өҫкө өлөшөнөң уртаһында “Ҡушылма” һүҙе менән башларға кәрәк. Ҡушымтаның бәләкәй хәреф менән яҙылған исеме булырға тейеш. Ҡушымталарҙы рус афавитының баш хәрефтәре менән А хәрефенән башлап, Ё, З, Й, О, Ч, Ь, Ы, Ъ хәрефтәренән башҡа, билдәләйҙәр. “Ҡушымта” һүҙенән һуң уның тәртибен белдереүсе хәреф килә. Йөкмәткелә бөтә ҡушымталар ҙа (Ҡушымта А, Ҡушымта Б һ.б.) башланған битте билдәләп күрһәтелә;

Төп өлөш бүлектәргә, бүлексәләргә һәм пункттарға бүленә (пункттар, кәрәк булһа, пункттарға бүленергә мөмкин). Йөкмәткене һәм бүлектәрҙең исемен яҙғанда “бәләкәйерәк бүлек” һ.б. һүҙҙәр яҙылмай;

Бөтә эш буйлап бүлектәрҙең нумерацияһы булырға тейеш, ул ғәрәп һандары менән билдәләнә (инеш, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар исемлеге номер менән билдәләнмәй), бүлектәрҙең исемдәре бер береһенән һәм текстан юлды төшөрөп ҡалдырыу юлы менән бүленә. Бүлектә йәки бүлексәлә бер генә пункт булһа, йәки пунктта бер генә подпункт булһа, номер ҡуйылмай. Бүлектә бер генә бүлексә булһа уға номер ҡуйылмай һәм ул бүлексәнең юҡ икәнлеге тип иҫәпләнә. Бүлектәр бөтә эш буйлап үтәнән-үтә нумерация менән килә. Бүлексәнең номеры нөктә менән бүленгән бүлек һәм бүлексәнең номерынан тора. Бүлектең, бүлексәнең, пункттың номерынан һуң нөктә ҡуйылмай. Йөкмәтке, инеш, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге ҡыҙыл юлдан яҙыла; бүлектәрҙең исеме ҡыҙыл юлдан баш хәрефтәр менән, ә бүлексәләрҙең исемдәре ҡыҙыл юлдан бәләкәй хәрефтәр менән яҙыла(беренсеһе- баш хәреф). Бүлектәрҙең һәм бүлексәләрҙең исемдәрен ярым ҡуйы шрифт менән яҙылырға мөмкин; һәр һаналып китеү алдынан текста һыҙыҡса ҡуйырға кәрәк, йәки, текста берәй һаналып китеүгә һылтанма кәрәк булһа, бәләкәй хәреф (ё, з, о, г, ь, й, ы, ъ хәрефтәренән башҡа), уларҙан һуң йәйә ҡуйыла. Артабанғы һанап китеүҙе детализациялау өсөн ғәрәп һандарын ҡулланырға кәрәк. Уларҙан һуң нөктә ҡуйыла һәм яҙыу ҡыҙыл юлдан башлана; Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу ГОСТ 7.12 - 93 һәм ГОСТ 7.11 -2004 менән билдәләнә (ҡыҫҡартмалар миҫалдары ҡушылмала килтерелә);

Текста һылтанмалар ошондай булырға мөмкин : а) юл аҫтындағы (библиографик һүрәтләү текстан һуң, һылтанма булған биттә текстан һуң килә). Был осраҡта һылтанма нумерацияһы бөтә эш өсөн үтәнән-үтә йәки һәр бит һайын була ала; б) квадрат йәйәләр эсендә әҙәбиәт исемлегендәге сығанаҡ номерына һәм текста ҡулланылған битте күрһәтеү. Библиографик һылтанмаларҙың яҙылыуы ГОСТ7.1-84 менән билдәләнә (миҫалдар ҡушылмала күрһәтелгән);

Ҡулланылған сығанаҡтар исемлеген яҙыу ҡағиҙәләре ГОСТ7.1-2003 һәм ГОСТ 7.82-2001 менән билдәләнә;

Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар исемлеге үҙ эсенә а) норматив акттар; б) ғилми әҙәбиәт (китаптар, монографиялар, мәҡәләләр, диссертациялар авторефераттары һ.б.); в)практик материалдар (шул иҫәптән баҫтырылмағандар) ала;

Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар исемлеге тематик бүлектәргә бүленә: норматив акттар, махсус әҙәбиәт, архив материалдары, практик материалдар һ.б., бөтә сығанаҡтар алфавит буйынса ҡыҙыл юлдан яҙыла. Бөтә исемлек буйынса үтәнән-үтә нумерация бара. Бер үк авторҙың эштәре - алфавит буйынса эштәр исемлегенән, ә бер фамилиялы авторҙарҙың эштәре инициалдар алфавиты буйынса килә. Бер үк авторҙың эштәрен һанағанда, авторҙың фамилияһын һәм инициалдарын һәр ваҡыт күрһәтергә кәрәк;

Таблицалар матурлыҡ һәм яйлылыҡ өсөн ҡулланыла. Таблицаның исеме таблицаның өҫкө өлөшөнөң һул яғынан ҡыҙыл юлһыҙ уның номеры менән бер юлда һыҙыҡ аша яҙыла. Таблицаның өлөшөн күсергәндә таблицаның исеме беренсе өлөшө өҫтөндө генә яҙыла, аҫта таблицаны бүлеүсе горизонталь линия үткәрелмәй. Таблица әйтелеп үткән текстан һуң йәки икенсе биттә килә. Бөтә таблицаларға һылтанмалар булырға тейеш. Һылтанмала “таблица” һүҙе менән уның номеры күрһәтелергә тейеш. Таблицаның графалары һәм юлдары исемдәрен ҙур хәреф менән берлектә, ә графаларҙың исемдәрен исем менән бер һөйләм тәшкил итһәләр - бәләкәй хәреф менән, үҙ аллы килһәләр - баш хәреф менән яҙалар. Таблицаның исемдәренән һуң нөктә ҡуйылмай. Таблицала текстағынан бәләкәйерәк булған шрифты ҡулланырға мөмкин.

А Ҡушымта