Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
История_школы с.Кусеево (альбом).docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
70 Мб
Скачать
☆

Юупова Гильмия Шагитовна

Йосопова Ғилмиә Шәһит ҡыҙы 1953 йылдың 17 мартында Баймаҡ районы-ның Билал ауылында тыуған.Тыуған ауылындағы мәктәптә белем ала. 8-се класты тамамлағас Сибай педагогия училищеһенең башланғыс кластар бү-легенә уҡырға инә. 1972-1973 йылдарҙа Һаҡмар мәктәбендә, 1973-1978 йыл-дарҙа Төркмән урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 1978 -1986 йылдарҙа Күсей мәктәбендә башланғыс кластарҙа , башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә. 1978-1983 йылдарҙа Башҡорт Дәүләт Университетында ситтән тороп уҡый. 1986-1990 йылдарҙа Әхмәр мәктәбендә, 1990 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Басай мәктәбендә уҡыта. “Йыл уҡытыусыһы» район конкурсында 2-се урын яулай. Уның уҡыусылары зонала, районда һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Район,ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауыл Советы депутаты.

Юсупов Ильдар Зайнуллович

Йосопов Илдар Зәйнулла улы 1949 йылдың 28 декабрендә Баймаҡ районы-ның Басай ауылында тыуған. Күсей һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас,1965-1969 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында уҡый.1969-1971 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итә. 1972-1978 йылдарҙа Һаҡмар,Төркмән мәктәптәрендә физика,математика уҡытыусыһы булып эшләй. Ситтән тороп Башҡорт Дәүләт институтының физика-математика факультетын тамамлай. 1979 йылда Күсей һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Ул эшләгән осорҙа Күсей мәктәбе районда 1-се урын яулай һәм РОНО-ның күсмә «Ҡыҙыл байрағы»на лайыҡ була. 1982 йылға тиклем ошо мәктәптә эшләй.1 982-1986 йылдарҙа Күсей ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Әхмәр урта мәктәбе директоры, Басай мәктәбендә физика-математика уҡытыусыһы була. 2002-2008 йылдарҙа Төркмән урта мәктәбе директоры, 2008-2009 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһындағы 105-се һөнәрселек училищеһында эшләп хаҡлы ялға сыға. “Ауылдаштарым-ҡанҡәрҙәштәрем”китабы авторы. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Әлеге көндә Басай ауылының старостаһы һәм имам-хатибы.

Абдуллина Райса Маратовна

Абдуллина Рәйсә Марат ҡыҙы 1955 йылдың 20 октябрендә Баймаҡ районының Абҙаҡ ауылында донъяға килгән. 1962 йылда Әхмәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 1-се синыфына уҡырға бара һәм 1970 йылда тамамлай. Артабан Төркмән урта мәктәбендә белем ала һәм 1972 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлын Әхмәрҙә клуб мөдире булып башлай. Уҡытыусы һөнәренә ул бала саҡтан ғашиҡ була. Ата-әсәһенең, ауылдаштарының, үҙенең дә уҡытыусыларға булған ихтирамы ошо һөнәргә һөйөү уята. Әхмәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 1975-1977 йылдарҙа пионервожатый булып эшләй. 1976 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1978 йылда Күсей ауылы егете Вәхит Вәлит улы менән тормош ҡоралар. Шул ваҡыттан алып бөтә көсөн дәртен һалып йәш быуынға башҡорт телен өйрәтә. Рәйсә Марат ҡыҙы талантлы уҡытыусы, үҙ эшенең оҫтаһы, бөтә һөйөүен, энергияһын балаларға бирә. Уның уҡыусылары араһында төрлө һөнәр кешеләре бар бигерәктә уның юлын дауам итеүсе башҡорт теле уҡытыусылары уның ғорурлығы. Ғаиләнән дә уңған ул Вәхит Вәлит улы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр,бөгөн улар ете ейән- ейәнсәргә олатай һәм өләсәй.