Тәбиғәт ҡосағында
Балыҡҡа
ҡайҙа барырға?
Ауылдан
байтаҡ ҡына алыҫ ятҡан Ҡондоҙло күленә
йүнәләбеҙ. Беҙ йәш саҡта өҫтәренә аунаған
ҡырҙар, яландар, тауҙар айырым бер
яҡынлыҡ менән ҡаршы алған кеүек тойолалар.
Уларҙың һәр береһе мине ҡыуандыра.
Бөтә
ер йөҙө яҙҙың гүзәллеге менән солғана,
һәр ерҙә тын ғына, аҡрын ғына бер шатлыҡ
һиҙелә. Алда йәшел туғай башлана. Был
киң һәм тулҡынлы үлән диңгеҙенең тап
уртаһынан борғоланып-борғоланып аҡҡан
йылға үҙенең көмөштәй ялтыраған төҫө
менән бөтә тирә-яҡтың күркен әллә нисә
ҡат арттырып ебәрә.
Беҙ
шул матурлыҡтар уртаһынан барабыҙ. Ана
беҙҙең алдыбыҙҙа, йәшел ялан уртаһында,
ҙур түңәрәк күл ялтырай... Ни тиклем
матурлыҡ!
(Ғ.Ибраһимов)