Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
рп бьаш.лит 5 класс 2015-2016.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
40 Кб
Скачать
☆

Ятлау өсөн әҫәрҙәр

Р.Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә!”, “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”

Б.Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”

Р.Ғарипов “Туған тел”

Р.Ғарипов “Һабантурғай”

М.Кәрим “Билдәһеҙ һалдат”

Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр:

Башҡорт халыҡ әкиәттәре.

Х.Мохтар “Урманда”

Н.Бикмәтов “Генерал бутҡаһы”

Ғ.Туҡай “Шүрәле”

Р.Өмөтбаев “Әмир баҫыуы”

Ш.Янбаев “Үлән өҫтөндәге ысыҡ”

Ә.Гәрәев “Айыу балаһы”

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

5 Класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар

Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен;

өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең ваҡиғаһын (сюжетын) һәм геройҙарын;

-әҫәрҙең художестволы образы, темаһы, идеяһы, сюжеты;

-программа тарафынан ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстары.

Уҡыусылар түбәндәге күнекмәләргә эйә булырға тейеш

1-се төр күнекмәләр

-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу;

-өйрәнелә торған әҫәрҙең сюжет элементтарының урынын билдәләү;

-контекст эсендә һүрәтләү сараларын (эпитет, сағыштырыу, йнләндереү, метафора) айырыу;

-уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға ҡылыҡһырлама биреү;

-авторҙың мөнәсәбәтен билдәләү маҡсатында геройҙарҙы үҙ-ара сағыштырыу;

-эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

2-се төр күнекмәләр

-художестволы,фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы дөрөҫ, етеҙ итеп ҡысҡырып уҡыу;

-художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;

-эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә (телдән) тулы итеп йәки һайлап,ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;

-һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) баһалама биреү;

-эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә план төҙөү;

-телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү

-үҙ аллы уҡыған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау

1.Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар

  • изложениелар һәм иншалар

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү

тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Уҡыусыларҙың яҙма эштәрен тикшергәндә төп иғтибар пландың нисек төҙөлөүе, ундағы логик эҙмә-эҙлелек , план буйынса йөкмәткенең нисек асылыуына бирелә, һүҙҙәрҙең нисек асылыуына бирелә. Һүҙҙәрҙең нисек ҡулланылыуы, шулай уҡ орфографик, пунктуацион, стилистик хаталар иҫәпкә алына. Эште тикшереп бөткәндән һуң, хаталарҙы классификациялап, күпселек уҡыусыларға хас типик хаталар иғтибарға алына һәм хаталар өҫтөндә эш, иншаларҙы анализлау буйынса махсус дәрес үткәрелә.

Әҙәбиәт фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Шәхси һөҙөмтәләр:

    • шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

    • танып белеү.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

    • проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;

    • эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү.

Фән һөҙөмтәләре:

    • башҡорт халыҡ ижадында, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә күтәреләгн проблемаларҙы аңләау;

    • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

    • әҙәби әҫәрҙе анализлай белеү, жанрҙарҙы билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына харктеристика биреү, геройҙарҙы сағыштырып ҡарау,

    • әҫәрҙең сюжетын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.