Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Гималова М.Г. Баш орт би тен у ытыу методика ы.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

1919 Йылдың аҙағында Стәрлетамаҡта ойошторолған Бе¬ренсе Башҡорт театры башҡорт драматургияһының тыуыуы өсөн нигеҙ булды.

Был театрҙың репертуарында рус, татар драматургтары¬ның әҫәрҙәре менән бер рәттән башҡорт драматургтарының әҫәрҙәре лә ҡуйылды.

Ғәбделрәүеф Ниязбаевтың «Беренсе тан», «Ҡыҙыл истиҡ¬бал өсөн көрәш» пьесалары драматургияла революцион йү¬нәлештең, яңы кеше образының уңышлы хәл ителеше яғынан ҡиммәтле әҫәрҙәр булдылар.

Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» пьесаһы халыҡтың милли- колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен сағылдырған тәүге тарихи әҫәр булды.

Юғарыла тәҡдим ителгән материал уҡыусыларға алдан бүлеп бирелгән һорауҙар буйынса синыф алдында сығыш яһау өсөн дә файҙаланылырға мөмкин.

«Егерменсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте» темаһын өйрәнеү

Был теманы өйрәнеүҙе ошо осорҙон үҙенсәлектәрен асыу¬ҙан башларға кәрәк.

20-се йылдарҙың башында илебеҙ алдында халыҡ хужа¬лығын аяҡҡа баҫтырыу һәм нығытыу бурысы менән бергә мәҙәниәт өлкәһендәге хәстәрлектәр һыҙыҡ ӨҪТӨНЭ алына.

Был йылдарҙа дөйөм белем биреү мәктәптәре, китапхана, уҡыу өйҙәре, педагогия һәм сәнғәт техникумдары, халыҡ мәғарифы институттары эшләй башлай.

Ҙур Башҡортостан ойошоп, республиканың баш ҡалаһы Өфөгә күскәс, матбуғат селтәре киңәйә. 1919 йылда Стәрле- тамаҡта ТӨҘӨЛГӘН китап нәшриәте 1922 йылда Өфөлә «Баш- книга» нәшриәте итеп үҙгәртелә.

«Шәреҡ ярлылары», «Йәш юҡһыл», «Яңы ауыл», «Башҡор¬тостан йәштәре» тигән яңы гәзиттәр. «Яңы юл» (1923), «Бе¬лем» (1924) тигән әҙәби-сәйәси журналдар сыға башлай. Был гәзит-журналдарҙың эшен юлға һатыуҙа Д. Юлгый, М. Ғафури, Т. Йәнәби, Б. Ишемғол кеүек яҙыусыларҙың роле ҙур булды.

Башҡорт Автономиялы Республикаһы төҙөлөп, башҡорт теле дәүләт теле тин иғлан ителгәс, башҡорт әҙәби телен дәүләт аппаратында, сәнғәт, нәшриәт, матбуғат әлкәһендә файҙаланыу бурысы ҡуйылды. Ш. Хоҙайбирҙин етәкселегендә махсус комиссия төҙөлөп, башҡорт яҙма әҙәби теленең принциптары асыҡланды һәм 1924 йылдан алып тормошҡа ашырыла башланы. Шул йылдан башлап «Башҡортостан» гәзите 1927 йылдан алып «Сәсән» журналы башҡорт те¬лендә донъя күрҙе.

Башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә Д. Юлтый, Т. Йәнәби, Ғ. Дәүләтшин кеүек яҙыусылар ҙур роль уйнаны.

Был йылдарҙа әҙәбиәттең үҫеше киҫкен идеологик көрәш, әҙәби ағымдар ярышы шарттарында барҙы. Коммунистар партияһы етәкселегендә бер яҡлы йүнәлеш алып үҫеүе, тор¬мошто айырым синыфтар күҙлегенән сығып яҡтыртыу, шуның һөҙөмтәһендә уны дөрөҫ, тулы һәм күп яҡлы күрһәтеү мөмкинлегенең сикләнгән булыуы хаҡында бөгөнгө заман күҙлегенән сығып баһа бирелә.

1. Уҡытыусы 20-се йылдар поэзияһында азат хеҙмәт тема¬һына яҙылған: М. Ғафуриҙың «Ураҡ менән Сүкеш», «Гөлдәр баҡсаһында», «Шахтер», Д. Юлтыйҙың «һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә», Б. Ишемғолдоң «һабансы йыры», Т. Йәнә¬биҙең «Әш таңы» кеүек шиғыр һәм поэмаларына туҡталып, улар араһында айырыуса әһәмиәтлеләренә анализ биреп үтә.

2. Был осорҙа прозаның үҫеше. Иҫке тормош картинала¬рын яңыса һүрәтләгән әҫәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләгәндә, М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» (1926), «Тормош баҫҡыстары» (1929), «Шағирҙың алтын приискыһында» (1930) повестары, ,Д. Юлтыйҙың «Тимеркәй фәлсәфәһе» (1924), А. Та- һировтың «Йомэлкә тауы» (1923) хикәйәләренең ҡайһы берҙә- ренә уҡыусыларҙың алдан әҙерләгән сығыштары тыңлана.

Балалар әсен яҙылған әҫәрҙәрҙә иҫке тормоштоң ҡараңғы картиналарын кәүҙәләндереү (М. Ғафуриҙың «Ялсы», «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа», «Элек ҡыйын ине, хәҙер анһат ул» хи¬кәйәләренә шулай уҡ алдан әҙерләнгән уҡыусылар ҡыҫҡа ғына анализ биреп үтәләр).

3. 20-се йылдар әҙәбиәтендә граждандар һуғышы осорон һүрәтләү (А. Таһировтың «Беренсе көндәр», «Ташҡын даръя тармаҡтарында», И. Ыасыриҙың «Гөлдәр», «Вагонда» повеста¬ры, Б. Ишемғоловтың «Ҡан», «Ҡарағош», А. Карнайҙың «Бо¬ролмала» хикәйәләре һ. б.).

Был йылдарҙағы прозала хеҙмәт һәм яңы тормош төҙөү темаһын сағылдырыу (Ғ. Хәйриҙең «Кооператорҙар», «Ҡатын» хикәйәләрен алдан әҙерләнгән уҡыусыларҙың докладын тың¬лау юлы менән өйрәнеү эффектлы).

Х синыфта «Бөйок Ва ган һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте» темаһын өйрәнеү

Бейөк Ватан һуғышы осоро әҙәбиәтен үтеү уҡытыусынан алдан күп төрлө әҙерлек эштәре талап итә. Уҡытыусы дәрес¬тең маҡсатын билдәләп, ошо маҡсат нигеҙендә дәрестең йөкмәткеһен байытыу, тормош менән бәйләү өсөн уҡыусы¬лар йәшәгән ауыл, район, ҡалалағы йәки республикабыҙҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында материалдар йыйыу, һуғыш ҡаһармандары менән осрашыуҙар әҙерләү, һуғыш осоронда яҙылған китаптар, фотоларҙы, гәзит-журнал¬дарҙа базылып сыҡҡан мәҡәләләрҙе, әҫәрҙәрҙе йыйыу, шулай уҡ дәресте йыһазландырыу өсөн техник саралар (магнито¬фон, эпидиаскоп, диафильмдар), картиналарҙың репродукция¬лары, мәҫәлән, Ю. Непринцевтың «һуғыштан һуң ял», Кук- рыниксыларҙың «Ғәйепләү», Р. Ишбулатовтың «Шайморатов генерал», «Башҡорт атлылары 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында». Ә. Лотфуллиндың «Хушлашыу», «Көтөү» карти¬наларын. йыр текстары һәм көйҙәре яҙылған фонояҙмалар («Священная война» - А. Александров көйө, В. Лебедев-Ку¬мач һүҙҙәре, «В землянке» - А. Сурков һүҙҙәре, К. Листов көйө, «Шайморатов генерал». - Ҡ. Даян һүҙҙәре, 3. Исмәғи- лев көйө, «Башҡорт атлылары» - Б. Бикбай һүҙҙәре, Н. Чем- берджи көйө), Ватан һуғышы осорон сағылдырған плакаттар ҡулланыу кеүек төрлө эштәр алып барыла.

Дәресте үткәреү алдынан уҡытыусы уҡыусыларға түбәнге синыфтарҙан таныш булған Ватан һуғышы осорон сағылдыр¬ған әҫәрҙәрҙе ҡабатлау өсөн биремдәр әҙерләй.

Тема буйынса беренсе инеш дәрестә Бөйөк Ватан һуғышы осорона һәм шул осорҙағы әҙәбиәткә ҡылыҡһырлама

биреү, ошо материал нигеҙендә уҡыусыларҙа халыҡтар дуҫ¬лығы, Ватансылыҡ, героик халҡыбыҙ менән ғорурланыу хис¬тәре һәм юғары әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү маҡсаты ҡуйыла.

Бөйөк Ватан һуғышы осорона һәм ошо осор әҙәбиәтенә ҡылыҡһырлама биреү түбәндәге план буйынса бара: