- •Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының
- •Аңлатма яҙыу.
- •Маҡсаттар һәм бурыстар:
- •Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
- •Уҡыу планында предметының урыны.
- •Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- •Предмет буйынса тематик план.
- •Контроль диктант.
- •8 Кластар өсөн контроль эштәр. Ижади диктант “Алтын көҙ”
- •Ай, Уралым, Уралым.
8 Кластар өсөн контроль эштәр. Ижади диктант “Алтын көҙ”
Сентябрь етте. Уҡыуҙар башланды. Уҡыусылар килде. Директор ҡотланы. Уҡытыусылар теләне. Ата-әсәләр ярҙам итте.
Һөйләмдәрҙе мөмкин тиклем тулыландырып яҙығыҙ.
Балет.
Балет спектаклдәре тәүге тапҡыр Францияла ҡуйыла. 1581 йылдың 5 октябрендә Париж ҡалаһы сәхнәләренең береһендә сәнғәттең яңы төрө - балет күрһәтелә. Балет – бейеп башҡарылған спектакль ул. Бейеү менән моңло көй аша тамашасы спектаклде һүҙһеҙ генә аңлай. Балет спектаклен ижад иткәндә башта либретто яҙалар. Ошо либреттоға нигеҙләнеп, композитор көй ижад итә. Ә балетмейстр бейеүҙе көйгә һала. Балет артистары уларҙың хеҙмәтен тамашасыға еткерә. Бына шулай балет спектакле тыуа.
Башҡортостанда тәүге балет 1954 йылда ижад ителә. Шунан һуң бер – бер артлы балет спектаклдәре ҡуйыла башлай.
1. Ҡылымдарҙың аҫтына һыҙырға.
2. 3 – 4 һөйләмдәрҙе тәржемә итергә.
3. Һандарҙы һүҙ менән яҙырға.
Яҙ килә.
Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя эҙләп оса, йылы яҡтан ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡын тайга урмандарына күсә.
Марттың икенсе яртыһында ағас ботаҡтарында бөрө тулыша башлай.
Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреләрен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай.
Март аҙағында ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып төшә.
Был айҙы бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк. (73 һүҙ). 8 класс – 87-се бит
Ай, Уралым, Уралым.
Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: «Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда». Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далаларын һәм Ҡаҙағстанға барып сыға.
Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр, ижад иткән.
«Урал» атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала.
Контроль диктант.
“Йәйге көн”.
Июнь – йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.
Йылға, күлдәр өҫтөн ап – аҡ һәм һап – һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.
Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Мәҫәлән, бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп, аҙыҡ килтерә.
Июлдә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра.
Июнь – тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.
22 июнь – йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн. Бер нисә көн шулай тигеҙ тора, шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.
(«Йәншишмә» газетаһынан)
