Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Ватан юлдары буйлап.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
484 Кб
Скачать
☆

Кәкүк (16 слайд)

Саҡырма ла, кәкүк, ҡошсоғоңдо,

Яҙмышығыҙ күптән аҙашҡан.

Һиҙҙермәйсә йәш түгәһең микән-

Моңдарың да әрнеү-һағыштан.

Олатайым был шиғырында кеше тормошоноң әсе яҙмышы тураһында яҙа, балаларҙы ташларға ярамай ти ул.

Һаубуллашыу (17 слайд)

Тыйнаҡ әсә кеүек ерем һыҡтай-

Тирә-яҡты ямғыр сылата.

Һағыштарға һабыштырып мине,

Йыраҡтарға ҡоштар юл тота.

Китер ҡош йөрәге ҡысҡырыуға,

Тәбиғәт тә бойоҡ, тын ҡала.

Күҙ йәштәре ҡатыш һаубуллашыу,

Күңелдәргә бөтмәҫ зар һала.

Бошонмағыҙ,ҡоштар, йылы елдәр,

Яҙғы һыуҙар аҡһа, көтөрмөн.

Мамыҡ түшәп, ебәк менән биҙәп,

Һырмап оя эшләп ҡуйырмын.

Ҡоштар миңә үрнәк булып тора,

Ерем өсөн янып, көйөргә.

Илен һатҡан мөртәт өйрәнһәсе,

Тыуған ерҙе нисек һөйөргә.

Олатайым күсер ҡоштарҙы маҡтап яҙа, сөнки улар кире Тыуған илдәренә ҡайта, ташламай, ти. Кешеләрҙе ерен һатмай, Тыуған илен һөйөп йәшәргә өндәй.

Фәрит олатайымдың хайуандар тормошо тураһында ла шиғырҙары бар

Мышы (18 слайд)

Һуйыр тауыштарын ишеткәс тә

Мышы туҡтап ҡалды тын алмай.

Ҡолаҡ япраҡтарын һоноп тыңлай-

Кейектәр ҙә, ахыры, моң аңлай.

7

Хайуандар ҙа тере йәндәр, улар ҙа матурлыҡты күрә, ишетә белә. Һәр тауышҡа һаҡ булып йәшәйҙәр. Мышылар - урман һаҡсылары, уларға тейергә ярамай.

Йәҙрә (19 Слайд)

Борсаҡ тиклем йәҙрә ергә йыҡты

Уйнаҡлаған болан балаһын.

Ҡулы булһа баҫыр ине мәхлүк

Ҡан саптырып торған яраһын.

Ошо дүрт юллыҡ шиғырҙа ғына болан балаһына күпме йәлләү, ә насар кешегә үс - нәфрәт ҡала күңелдә. Хайуандарға теймәҫкә, уларға кәрәк саҡта ярҙам күрһәтергә өндәй был шиғыры Фәрит олатайҙың.

Олатайым үҙ шиғырҙарында ҡоштар, хайуандар, ағастар, сәскәләр тураһында яҙһа ла, улар аша кеше тормошон тасуирлай. Мәҫәлән, "Ағастар" тигән шиғырында кеше ниндәй генә хәлгә төшһә лә, иманына тоғро ҡалып, ауырлыҡҡа бирешмәйенсә йәшәргә тейеш, ти.

Ағастар (20 слайд)

Урман киҫкәнемдә күңелемде

Арбағайны оло ағастар.

Уйламаҫһың нисек – ауғанда ла

Ер һелкетеп тура ауғастар.

Тамырынан киҫелгәс тә улар

Бөгөлмәйҙәр, һынһа һыналар.

Янғын сыға ҡалһа, шул ағастар

Аяҡ өҫтө тороп яналар.

Күпте күргән оло ағастарҙан

Мөмкин икән һабаҡ алырға:

Ниндәй генә хәлгә төшкәндә лә

Иманыңа тоғро ҡалырға.

Ә бөгөнгө көндә тормош ауырлыҡтарына бөгөлөп, эскегә бирелеп, эш юҡлыҡҡа һылтанып йәшәгән кешеләр бар бит. Улар олатайымдың яҙған ”ағастары” һымаҡ ныҡ түгел кешеләр.

Олатайымдың ижадында тыуған яҡтың әҙәби мираҫы ярылып ята.

Уның һәр бер шиғыры кешене йәшәргә өйрәтә, тыуған яҡтың матурлығын күреп танырға һәм һаҡларға өйрәтә. Тик шиғыҙарын

8

күңел биреп аңлап уҡырға ғына кәрәк.

Олатайым Яйыҡ йылғаһының шифалы һыуын да данлап яҙа.

Яйығым (21 слайд)

Һайлап ҡына Яйыҡ яйлап аға

Һандуғастар һайрар урында.

Дуғаланып ҡына иркен аға

Сәскә еҫе аңҡыр болонда.

Шифа һыуы уның мул булһа ла,

Әҙләп, тәмләп кенә йоторлоҡ.

Һәр тамсыһын уның әрәм итмәй

Дауа өсөн генә тоторлоҡ.

Аҫыл таштар йыуып сыҡҡан һыуҙан

Көс- ғәйрәттәр генә йыйырлыҡ.

Баллы тәлгәштәрҙе сайҡағанға

Сабый тәнен генә йыуырлыҡ.

Ҡомлоғонан таштар йыйып алдым

Мәрйен итеп тағып йөрөргә.

Оҙон юлдар ҡыуып сығып китһәм,

Уның төҫө итеп күрергә.

Тыуған яғыбыҙҙың әҙәби мираҫын өйрәнергә теләүселәргә олатайым – Фәрит Билаловтың шиғырҙарын уҡырға тәҡдим итәм. Иптәштәремә әҙәби ижадты үҫтереү өсөн олатайымдың шиғырҙарын ятлап алырға өндәйем.

Олатайым, Фәрит Шамил улы Билаловтың, 1991 йылда “Ышаныс” исемле публицистик мәҡәләләре донъя күрә. Ул был мәҡәләләрендә кеше, кешелек һәм мәңгелек тураһында уйланыуҙар яҙа. “Бесән” исемле ҡыҙыҡлы бәләкәй хикәйәһе “Шоңҡар” журналына баҫыла. (22 слайд)

1993 йылда, олатайым Фәрит Шамил улы Билалов, фәжиғәле үлә. Ул үлгәс, 1994 йылда “Серҙәр саҡыра” китабы баҫылып сыға. Олатайым Фәрит Билаловҡа райондың әҙәбиәт өлкәһе буйынса Әҙһәм Ғарипов һәм Хөснә Юлдыбаева премияһы лауреаты исеме бирелә. (23 слайд)

9

Йомғаҡлау (24 слайд)

Мин, Мәҫкәү ауылының берҙән-бер яҙыусыһы Фәрит Шамил улы Билаловтың ейәнсәре булараҡ, тикшеренеү эшемдә олатайым һәм уның ижады тураһында яҙырға алған йөкләмәне үтәнем. Олатайым “Ышаныс” исемле яҙмаһында кеше тураһында оҙаҡ уйланып яҙа. “Бөтә кеше гений була алмай” ти ул, ә шулай ҙа олатайымдың ижадын ныҡлап өйрәнеп, бәлки миндә лә шундай талант асылыр. Олатайым Фәрит Билалов ижадында тыуған яҡтың әҙәби мираҫы сағылған шиғырҙары бик күп, мин уның бер-нисәүһен генә уҡып ишеттерҙем. Уның нимә әйтергә теләгәнен мин яҡшы аңланым. Олатайым кеүек, үҙемде рухи яҡтан бай һәм ижади итеп үҫтерәсәкмен. Олатайым «Рәхмәт һүҙе» шиғырында былай ти: (25 слайд)

Рәхмәт әйтһәм изге кешеләргә,

Туҙандарҙан күңел йыуыла.

Бер тылсымлы һүҙҙең йылыһында

Ике кеше бергә йылына.

Рәхмәт һүҙе ҡай саҡ әйтелмәһә,

Көршәк кеүек, күңел ватыла.

Һүҙҙәр араһында ошо бер һүҙ

Осһоҙ табып, ҡиммәт һатыла.

Олатай, ҙур рәхмәт, һиңә!

10

Ҡулланылған әҙәбиәт (26 слайд)

1. Фәрит Билаловтың «Ышаныс» публицистик мәҡәләләре

2. Яҙыусының «Автобиографияһы»

3. Фәрит Билаловтың «Серҙәр саҡыра» китабы

4. Фәрит Билаловтың шиғырҙар шәлкеме

11

Ҡушымта

Тимер 7а6ы7

К1к кендеге булып, Тимер 7а6ы7

Йы3ан урта3ына 7а4ыл4ан.

Йондо66ар4а т1гел, ерг2 7арай

Б2хет тулы ижау 7а4ыл4ан.

Бер 7ара3а8, 09т2 бишек-сана

Б21елеп сы4а т0н буйына.

Ишаралай, г1й2: 7ылыс т1гел,

Бишек бул3ын кеше уйында.

Бер 7ара3а8, к0сл0 магнитмы ни,

Туплап тора ке1ек к1к 7отон.

Йондо66ар6ан к1с йыйыр4а ос7ан,

Әйтер3е8 д2, ин2 бал 7орто.

Ул булма3а, к0мб26 таралыр 6а

Килеп сы4ыр ке1ек 32л2к2т.

Ер62 ген2 т1гел, йы3анда ла

Т2ртип булыу6ары - б2р2к2т.

Умырзая

Умырзая 7ар6ы тишеп сы77ан

Йондо6со7тар 2лл2 т1гелг2н?

Я6 киле1ен белеп Ер-2с2не8

№ипкелд2ре 2лл2 т1гелг2н?

Шишм2

Ташта-таш7а ыр4ып йырсы-шишм2

Сы4ып кит2 т21ге юлына.

№у8ламайса барып етер 0с0н

Сабый-шишм2л2р6е8 хорына.

?урай

Тик Уралда 19к2н 0с0н мик2н

Алтын т090 к1ск2н 7урай4а.

Баш7ортомдо 2лл2 ошо 1л2н

Б2йл2г2нме м28ге Урал4а?

К06

Байлы7 тей2п килг2н е8г2 ке1ек

К1ст2н2сен йомарт 0л2ш2.

К06 е8г2не8 ба6ы7 к1лд2ген2

Й2й4ор6ар6ы8 т090 к0нл2ш2.

12

Й2й

№алдат ке1ек тимен й2й6е 32р са7

Кейеме й2шел булма3а ла

Анау х2тле эште нисек б0т30н

Й2шенд2ре ялтлап торма3а.

№ыу буйында

№ыу буйында й0р0п 16ем

№ыу3аманым.

Ирм2к 0с0н бер сиб2р62н

№ыу 3ораным.

К1н2кт2ре м0лд0р2м2

№ыу4а тул4ан.

Белм2г2нмен 3ыу эсенд2

?ояш бул4ан.

?ы6 7улынан эск2н 3ыуым

№ыу булманы.

К1кр2гемде, булмышымды

Ут ялманы.

Ми82 к0л0п, 3ылыу яр6а

?улын бол4ай.

Й0р2к т1гел, х26ер минд2

?ояш тулай.

?арап торам был 3ылыу4а

Хайран 7алып.

Б0лд0р60 бит 3ыу эсен2

?ояш 3алып.