Алтын даға
Тимерсе Сәмиғуллаға
Дағалаттым туратымды Алтын даға-сөй менән, Йыр сығарып киләм әле Шуға көмөш көй менән... Һай, туратым, туратым да, Тып-тып килә дағаһы, Әллә сыҡты ҡанаты ла, Дағалағас ағаһы... «Ул ағайың кем һуң?» — тиһәң, Сәмиғулла — ул оҫта. Бөкһә, дағаны бөгөрлөк Ҡеүәт икән был дуҫта! Күк тимерҙе бешерҙе лә Һалҡын һыуға төшөрҙө, Ҡаҡты-һуҡты, көйҙөрҙө лә — Алтын даға кейҙерҙе... Бейеп китте, һай, турыҡай, Йәне икән дағала! Кисеүҙе лә кисеү тимәй, Таш-тауҙы ла яғалай. Тилбер атлап уҙһа юрғам, Көнләшеп ҡала ҡыҙҙар, Сапһа, саң болото борҡоп, Сәсрәп ҡала йондоҙҙар... Һай, туратым, туратым да, Алтын икән дағаһы, Алтын даға булмаҫ ине — Алтын икән ағаһы!
1963
Туған тауыштар Ҡайын туҙы утлы саҡмамы ни, Дарымы ни шыршы ылыҫы!.. Ләүкеп киткән шул ут ҡына ла бит Ғүмерҙең бер оло ырыҫы... Һары ялҡын ҡаштарымды өтә, Күҙҙе һөртә зәңгәр төтөнө, Йондоҙ-ауын ташлап, ай-балыҡты Тотоп бирә миңә һил төнөм. Таң йәйәһен күккә һуҙыу була, Ҡыштырҙаша уҡлы ҡамыштар. Кереш тартып, йөрәгемә ата Шул уҡтарҙы туған тауыштар...
Һабантурғай Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай... Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Йә атылып күккә менә уҡтай, Йә йомолоп ергә төшә туптай, Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай, Был еҙ шөңгөр ҡасан ялға туктай? Ҡанатынан яҙҙы түгә, буғай, Яҙға ҡойона бар ялан-туғай. Түгелдер был, ахыры, һабантурғай, Был йөрәгем, ахыры, шулай йырлай?!.
Өлгө Күк көмбәҙе күм-күк быяла, Ниндәй оҫта уны ҡыя ала?! Ҡыйып, ҡайҙа өлгө ҡуя ала? Ҡуя алһаң, ҡайҙа алмасың? Ҡуй йондоҙға, әйҙә, юл асып, Тик етерме уға ҡоласың? Талмаҫ ҡанат ҡуйып илһамға, Тәҙрә астыҡ инде йыһанға, Һанамайбыҙ уны беҙ һанға. Уҙа алыр икән кем беҙҙе?.. Күрәһеңме күктә аҡ эҙҙе — Алмас һымак ҡыя көмбәҙҙе!..
1963
Төшкөгә ҡайтҡанда Тамамланды ярты эш көнө. Шундай асыҡтым!.. Ашап килергә тип төшкөнө, ҡайтырға сыҡтым. Һауа — шундай яҡшы! Яуа — яҙ ҡояшы! Тышҡа сыҡһаң, күҙҙең яуын ала, Өйгә инһәң, күҙең тышта ҡала... Сут-сут һайрап тамсы тама, Һәр тамсыла ҡояш яна! Сылтыр-сылтыр көлә ҡар һыуы, Сеү, уяна йөрәк ярһыуы!.. Күгәрсендәр... Хатта улар ҙа Яҙ иркенә буйһоналар. Ни өсөндөр Ҡарлы һыуҙарҙа Дулап-дулап ҡойоналар. Һалҡын ҡар-бурандар аяктарын Ҡыҙартҡан да ҡыштың буйына, яҙып-йыйып улар ҡанаттарын, Хәҙер шулай яҙға ҡойона... Хатта бөтә халыҡ алдында Үбешәләр, яҙып аҡылдан!.. Ә ете ят төрлө кешеләр — Гүйә, шул саҡ татыу күршеләр! Юлдан, тейәп кирбес, шофер елә, шофер ашыға. Тик был хәлде күргәс, көлә-көлә туҡтай ҡаршыға. Булһа ла бик ҡабалан уның эштәре, Китмәй тора ул һаман, балҡып тештәре… Белмәһәм дә уның исемен, Белеп торам уның хисен мин: Уртаҡ — хисебеҙ, уртаҡ — көсөбөҙ. Ул, һин, мин — өсөбөҙ Ошо яҙ өсөн беҙ!.. Ниндәй матур килә яҙ! Килһен шулай гел аяҙ! Эшлә, кешем! Һөй! Көй! Йыр яҙ! Моң-һағыш та булһын бер аҙ... Әммә ҡанға ҡойонмаһын өсөн Был кешелек вәхши яуҙарҙа, ҡойон, әйҙә, ҡойон, күгәрсен, Дулап-дулап яҙғы һыуҙарҙа!.. Тамамланды ярты эш көнө, Мин ашарға ҡайтам төшкөнө.
Көтөүсе Ҡарт көтөүсе — кәзә һаҡаллы ай — Күк йөҙөндә, моңһоу йылмайып, Йондоҙҙарын көтөп арыны ла Түшәгенә ауҙы ул, байып... Йондоҙҙарҙың алтын тояғынан Туҙып ҡалды көмөш томандар. Күм-күк тауҙар, ниҙер көткән һымаҡ, Һағайышып, тынып ҡалғандар. Ҡыҙыл үгеҙ һымаҡ, ҡояш сыға, Күк көмбәҙен һөҙөп, аҡтарып. Ә көтөүсе малай, ысыҡ ярып, Әйҙәп килә колхоз малдарын. Ул ҡояшҡа ҡарап туҡтап ҡалды, Күрҙем уның хайран булғанын: Ике ҡулын елкәһенә ҡуйып, Һемерҙе ул ҡояш нурҙарын. Иртәнге ел һыйыр теле менән Бишмәт салғыйҙарын ялманы. Тик ул, бер әкиәт укығандай, Ҡояшынан күҙен алманы... Тора малай нәҡ атаһы һымаҡ, Елкәһендә — һуғыш нужаһы. Бына ҡайҙа ерҙең аҫабаһы, Бына кем ул донъя хужаһы!.. Донъя ҡалған уның ҡулдарына, Ҡайтканғаса яуҙан атаһы... Тик белмәй ул шул ҡояштың кискә Ҡара хәбәр алып ҡайтаһын... Сеү! Мин һинең хыялыңды өҙһәм, Ғәйепләмә, зинһар, көтөүсем. Мин һаман да әле, һинең һымаҡ, Көн тыуғанын хөрмәт итеүсе...
1962
Ер шауы Ебәрҙем дә атты күк үләнгә, Еләк тирәм үҙем сүгәләп. Тирә-яғым тулы гөл-сәскәләр, Тирә-яғым тулы күбәләк. Сиңерткәләр, һанһыҙ сиңерткәләр Сың-сың килә күҙгә күренмәй. Бер өҙлөкһөҙ салғыларын янып, Нисек улар шулай иренмәй? Нисек арымай һуң бал ҡорттары, Сәскәләргә ҡунып көн буйы! Улар йыйған һары балды эсеп, Шаулар икән көҙөн кем туйы? Башың сайҡай-сайҡай моңланырға, Ҡайынҡайым, һиңә ни булды! Әллә берәй елғыуарға тарып, Өмөттәрең микән алданды! Мең-мең һорау биреп һәр үләндең, Һәр бер йәндең хәлен һорашам, Һәр сәскәгә туҡтап сәләм бирәм, Һәр бер ҡошто ҡылам тамаша... Бер ҡат ғашиҡ булған моң-йырҙарға Ҡат-ҡат ғашиҡ булған шикелле, Тыуған ерҙең мәңге шауын тыңлау Күпме тыңлаһаң да күңелле!..
Уяныу («Замана елдәре» циклынан) 1. Африка — донъяның Ҡанлы бер күҙ йәше, Ҡанлылыҡта уның Юҡтыр, юҡ тиңдәше. Был донъя йөҙөндә, Уның күк күҙендә, Күрсе, күр һин, кешем, Ошо ҙур күҙ йәшен: Диңгеҙ бит ҡыҙарған Был ҡанлы күҙ йәштән, Диңгеҙ бит тоҙланған Был тоҙло күҙ йәштән. Тик заман елдәре Илтә үҙ көндәрен: Донъяның ҡолдары Сисә үҙ ҡулдарын. Уларҙың күҙҙәрен Яҡтырта ут-йәшен, Замана елдәре Һөртә был күҙ йәшен. 2. Африка — донъяның Һап-һары япрағы, Унан да һарыраҡ, Ҡарараҡ — ни тағы? Һағыштан һарғайған, Ҡайғынан ҡарайған Африканың йөҙө, Африканың күҙе. Томалап аҡылын, Алғандар алтынын, Һарғайып, ҡарайып, Ул көткән ал таңын. Уның бар көткәне — Үҙенең үткәнен Өҙгөләп ырғытыу, Сөйөп бер яңы тыу. Замана елдәре Илтә үҙ көндәрен: Өҙөлөр ул япраҡ, Сөйөлөр ал байраҡ. Африка — донъяның Бер оло йөрәге, Алданған, хурланған Отелло йөрәге. Отелло йөрәге — Ул түҙмәҫ йәбергә, Ул үҙен йәберҙең Бер тығыр ҡәбергә. Ул тибә, ул яна, Йәшәүгә уяна, Уяна ул йөрәк, Уйлана ул йөрәк. Донъя бит — ҡуласа, Хаҡлыҡҡа юл аса: Иҙгәндәр ирекле Булмаҫтар һис ҡасан! Донъяла һәр йөрәк Тик теләй бер теләк; Иҫтә тот, заман, ныҡ: Ул теләк — Азатлыҡ! Азатлыҡ! Азатлыҡ!
Ҡантүш турғайҙар Түшкенәһе менән көрттәр ярып, Ҡайтып еткән ҡантүш турғайҙар. Һағыныуҙар шулай итәлер шул, Аҡман-тоҡман тип тә тормайҙар. Туп-туп булып, ризыҡ-ем сүпләргә Һарылғандар ана сағанға. Хайран итеп торам шул сағанды, Алмағаска оҡшап ҡалғанға. Алмалары, алһыу алмалары Тупылдашып ҡарға төшкәндә, Ялҡынынан яҙҙар башланғандай, Ҡарҙар ҡайнап, боҙҙар бешкәндәй... Үрелгәйнем, өҙөп алайым тип, Уттай янып бешкән алманы, Пырылдашып барыһы осоп китте, Береһен-бер тота алманым. Елә йылдар! Килә яҙҙар тағы, Ҡантүшкәйҙәр егеп яҙ килә. Бары шуныһы йәл: һин тоталмаҫ, Һин татымаҫ яңы наҙ килә!..
Һандуғас таңы Ҡайҙан шундай илһам һиндә? Ҡайҙан һиндә шундай дәрт? Иҫ-аҡылым китеп, Тыңлап торам... Һандуғасым, Тартынмасы, йәсе, әйт!.. Мин көнләшәм бары һинән генә, Бары һинән генә көнләшәм. Һай, был моңоң!.. Һай, был өҙҙөрөүең!.. Ниндәй Моцарт, Ниндәй Паганини, Ниндәй Чайковский һиңә тиңләшә? Әллә улар моң алдымы һинән? Әллә һин алдыңмы уларҙан? Әллә мең-мең йылдар буйы Моң алдыңмы беҙҙең йырҙарҙан? Моң алдыңмы Заһир ҡурайынан? Мәғәфүрҙе тыңлап торҙоңмо! Әллә һалдат ҡатыны моңайғанда, Һин урағын уның урҙыңмы? Салғы янып, күкрәгеңде киреп, Бесән саптың мәллә туғайҙа! Юҡһа ҡайҙан бындай сәңгел тауыш, Был сихри моң юҡһа ул ҡайҙан? Айҙан ергә тартҡан көмөш ҡылды Ҡанаттарың әллә сиртәме! Гәлсәр сыңын сығарған моң әллә Таң ысығы тамған иртәме? Әллә шулай таңдар һарғайғанда, Танһыҡтары ҡанмай, егетең Иләҫ-миләҫ килгән бер һылыуҙың Сут-сут үбә микән кен битен? Муйыл сәскәһендәй күпереп ташҡан Һаумал ҡымыҙ тәмен татығас, Һин — күҙкәйен йомоп, тел шартлаткан Ҡымыҙ бешкән ҡыҙмы, һандуғас? Таң һарыһы ҡунған ҡанатҡайың Һағыштанмы шулай һарғайған? Һине шулай мәңге зарығырға Кем бикләгән йәшел һарайға? Әллә үҙ ҡөҙрәтең менән шулай Ярылыр сиккә етә йөрәгең? Әҙәм минән фәһем алһын, тиеп Һайрайһыңдыр инде, күрәһең... Ергә үлем әҙерләгән заттың Юҡ микән ни әллә ҡолағы? Ҡалай ошо һандуғаслы ерҙе Көл итмәксе була һуң тағы!!! Аңламайым, Иҫ-аҡылым етмәй!.. Ана ҡалай таң һыҙыла!.. Таң!.. Үҙ йырына үҙе таң ҡалғандай, Тел шартлатып ҡуя аҙаҡтан. Ҡул тәлгәшем һиңә ҡуныр өсөн Әйләнһен дә ине бер талға, Теләр инем бары һин һайрауҙы, Киткән саҡта теге донъяға!..
1964
Ҡарғалар ҡайтыуы Яҙ көтөүҙән әллә иләҫләнеп, Белгән һымаҡ сәнғәт рәтен, Алып ҡайтып элдем бүлмәмә мин Бала саҡтың таныш һүрәтен. Һәм һүрәттән ҡапыл яҙ бөркөлдө, Һөрән һалды ҡара ҡарғалар, Яҙ еҫтәре, гүйә, бәреп инде, Боҙ аҡтарып, аҡты йылғалар. Мәғәнә бар ҡарға йырында ла, Һөрән һалған саҡта «ҡар ҙа ҡар!» Алда әле, тиҙәр, һандуғаслы, Ҡыуаныслы күпме яҙҙар бар!..
21/IV 1972
Ай бәпкәләре Йөҙөп сыҡты ла Ай күк күленә, Йондоҙ бәпкәләрен эйәртеп, Һәр береһен таңдар һарғайғансы Һаҡлап йөрөй ҡош-ҡорт тейер тип. Ә мин һаман Ерем ҡыҙы менән Көтәм ошо ғаләм көтөүен. Тик ялҡытмай бала саҡтағыса Таңдар түгел, йылдар үтеүе!.. Мин әҙермен мәңге көтөргә лә: Йөрөһөн Ай бәпкә эйәртеп! Тик шомланам сабый саҡтағыса Аҡҡошома ҡош-корт тейер тип...
22/VI 1972
Тырыш ҡаҙ Күҙен йома-йома йокомһорап, Һуңға ҡалған бер ҡаҙ ояла, Эй ултырған була көнө-төнө, Бәпкә сығарам тип донъяла. Күптән-күптән инде башҡа ҡаҙҙар Бәпкәләрен йөрөй эйәртеп. Ә ул, меҫкен, һаман яна-көйә, Кем уйлаған шулай көйөр тип? Ата ҡаҙҙан булды бөтә бәлә, Йомортҡалар булды атаһыҙ. Бар күңелдән ышанғайны уға, Тормош, ахыры, булмай хатаһыҙ!..
* * * Нигә генә хәҙер ҡағылмайым, Нигә генә хәҙер күҙ төшә — Бөтә нәмә миңә серен сисә, Бөтә нәмә йырлай, һөйләшә. Һәр ағастың үҙәгендә үҙем Пришвин ҡарттай йәйрәп ултырам. Мин был ерҙең, гүйә, эйәһемен, Мин был ерҙә шундай бай торам. Миңә бары ҡайнар һөт булһын да Булһын бары телем икмәгем. Башҡа байлыҡ бары бер айлыҡ бит, Тик йырымды килә йөкләгем...
9/I.67
Юлдар
Ҡәләмдәштәргә
Эй газетам, ғазабым һин минең, Ҡайҙан килеп һиңә эләктем! Ярты ғүмер һиндә үтеп бара, Һураһың да, ай-һай, електе! Арып ҡайтҡас, ҡулға ҡәләм бармай, Төшөп китә китап ҡулымдан. Ҡурғаш һымаҡ, ҡайнай-ҡайнай торғас, Ҡатам мәллә хәреф юлындай? Юлдар, юлдар — сикһеҙ ил юлдары, Юлдар, юлдар — хәреф юлдары, Шул юлдарҙы буйлап, Көн-төн уйлап, Үтте ләме йәшлек йылдарым? Ә шулай ҙа Юлһыҙ йәшәү миңә, Һыуһыҙ йәшәү һымаҡ балыҡҡа. Ярай, тиһең, Минең хеҙмәтем дә Кәрәк әле, тиһең, халыҡҡа. Был эштең дә бар үҙ шиғриәте, Һис кем татымаған шатлығы. Ҡулдарыңа яңы һанды тотоп, Ҡайтҡан саҡта төнөн атлығып, Шундай татлы һиңә, Шундай яҡын Ҡурғаш, буяу, ҡағыҙ еҫтәре: Уларҙа бар заман һулышы ла, Уларҙа бар илең төҫтәре. Тик шуныһы: Тиҙ туҙабыҙ буғай, Бар һөнәрҙән ауыр һүҙ эше: Өнөңдә лә һүҙҙәр тынғы бирмәй, Төшөңдә лә сыға һөҙөшөп...
Ләкин беҙ бит Бөтә кешеләрҙән Тотош бер көн алда йәшәйбеҙ, Беҙ – Үҙ хәбәрсеһе Киләсәктең! Күңелебеҙ шуға йәш әле...
1966
Алма еҫе Алма ашап бара ине бер ҡыҙ Автобуста, минең эргәмдә, Аптыраттым үҙен, тура ҡарап, Абау, тиҙер, бынау бер бәндә!.. Алма еҫе ҡапыл күңелемдә Атай төҫөн алға баҫтырҙы. Алыҫ ҡалған етем бала сағым Аҙна буйы арттан баҫтырҙы. Атай бер мәл, яуға китер алдан, Алма алып ҡайтты Өфөнән... Ахыры, шуға күрәм ғүмер буйы Атай төҫөн алма еҫенән!
1966
Тубырсыҡ
Улым Азаматҡа
Уйнайһың һин уйынсығың менән, Уйынсығың, улым, тубырсыҡ. Уйнатҡаның ни ул —белмәйһең дә, Булһын ғына һиңә уйынсыҡ!.. Йоклайһың да тағы уйнайһың һин, Бар тормошоң әле уйында. Ғүмер бирҙек һиңә, кем булырһың! — Ошо һорау сыҡмай уйымдан. Күпме көстө һалыр кәрәк әле Һиңә кеше булыр өсөн дә. Киләсәктә шаулар ҡарағай бит Ята шул тубырсыҡ эсендә!..
1962
Шыршылар шатлығы
Ҡустым Уралға
Һөйгән ҡыҙын күргән кеүек ҡайта, Арыһа ла егет эшенән. Эстән генә уға һөйөнәм дә, Көнләшәм дә ошо кешенән. Ылыҫ еҫе аңҡый кейеменән, Ҡыҫһа, ҡулы ҡулға йәбешә: Көнө буйы күпме бағанаға Бер менә лә ул бит бер төшә! Тимер ырғак кейеп аяғына, Менеп китә йылғыр тейендәй. Күп тә үтмәй, шыршы ҡолағында Аҡыҡ алҡа көнгә емелдәй. Һырғый был шыршылар, көйәнтәләп һыу ташыған уңған килендәй, Иңдәренә ҡорос сымдар аҫып, Ут ташыйҙар көн-төн илемдә. Ут ҡынамы? Бит киләсәк килә, Ҡустым, һинең һуҙған сымыңдан! Шул шатлыҡтан, ахыры, шыршыларҙың Сайырлы күҙ йәше йымылдай...
