Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Аралбай.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
27 Мб
Скачать
☆

Аралбай ауылы. 1990-сы йылдар

Хәҙерге көндә Аралбай ауылында кеше йәшәмәй, күпселеге Сиҙер ауылына күсенде.

Фатима туғайы

Фатима туғайын тәүҙә «Ҡалмыҡ һалған» туғайы тип йөрөткәндәр. Борон ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар башҡорт ерҙәренә килеп мал-тыуарҙарҙы, башҡорт ҡыҙҙарын урлап китер булғандар, аҙаҡ башҡорт ир-егеттәре яу менән барып кире алып ҡайтыр булғандар, был «барымта-ҡарымта» тип аталған. Ошондай бәрелештәрҙең береһен дә башҡорттар Һаҡмар йылғаһы туғайында ҡалмыҡтарҙы үлтереп, бөтәһен бергә, ҙур соҡор ҡаҙып, күмеп ҡуйғандан һуң «Ҡалмыҡ һалған»туғайы тип йөрөтәлә башлай. Шәрифйән олатай менән эҙләп ҡарағайныҡ шул соҡорҙо тапманыҡ, «әле 1980 йылдарҙа ла был соҡор беленеп ята ине ,тик ҡыҙыҡһыныусы кеше булмағас шулай юғалды инде» - тип үкенде,шулайҙа тағы бер тапҡыр эҙләп ҡарарға һөйләштек, бәлки табырбыҙ.

«Ҡалмыҡ һалған» соҡорон эҙләү

Ә Фатима тип аҙаҡ шул урында йәшәгән Фатима исемле бейбикә исеме менән йөрөтөлә. Мәмбәтсүрә түңендә өйөнөң нигеҙ ташы һаман да һаҡлана.

Икенсе вариант буйынса (Сәлим ауылынан бер уҡыусы ҡартәсәһенән яҙып алып килгән ине): шул туғайҙа Фатима исемле ҡыҙ көтөү көтөп йөрөгәнен дә ҡалмыҡтар килеп, малы менән бергә урлап алып ҡайтырға уйлап, Фатимаға ташланалар,тик батыр ҡыҙыҡай ҡылысын ҡынынан һурып алып бик күптәрен үлтереп һала, ләкин аҙаҡ үҙе лә һәләк була.

Ҡурҡыс тауы

Аралбай ауылының ғорурлығы булып торған был таш ҡаяны ошо исем менән йөрөтәләр. Ул бик текә, бейек һәм таштан ғына тора. Шуға күрә, «Ҡурҡыныс ҡая» тип йөрөткәндәр, ә аҙаҡ ҡыҫҡарып «Ҡурҡыс»ҡа әйләнгән. Уның иң өҫкө өлөшө өҫтәл кеүек тигеҙ һәм тирә-яғынан таштар ултырғыс кеүек урынлашҡан, йәштәр яҙ етеү менән шул урында ут яғып киске уйынға йыйыла торғандар ине, ауылға бик матур булып күренеп тора.

Ҡурҡыс тауы

Унан ары, серегәндән ҡалған ҡарағай төбө ҡомғанды хәтерләтеп ултырғас, Шәрифйән олатайҙың атаһы тағы ла матурлап ҡуя һәм ул «Кәкүк ҡомғаны» тип йөрөтөлә башлай.

Кәкүк ҡомғаны

Уның эргәһендә «Таш келәт» - тәрән таш соҡор, бик йыш кәзәләр төшөп «бикләнеп» торор булған. Түбәндә, Ҡаяның артынан, саф, һыуыҡ һәм бик тәмле Ҡурҡыс йылғаһы ағып Һаҡмар йылғаһына ҡоя. Ошо урында, Һаҡмар йылғаһы Ҡурҡыс ҡаяһының итәгенә килеп бәрелеп, боролоп китә.

Мысыр түңе

Зыяратты үтеп Аралбай ауылына боролған урынды «Мысыр түңе» тип йөрөтәләр. Элек был урында Мырҙабулат исемле кеше таш сығарған һәм был таштарҙан кешеләр таш келәттәр эшләгәндәр. Әле мин бәләкәй саҡта ла бик күп кешенең таш келәте була торғайны, эсе шундай һыуыҡ, һыуытҡысың ары торһон, ныҡ эҫе көндәр ҙә шунда уйнай торғайныҡ.

Был атамаларҙан башҡа «Бикеш кисеүе» - Ҡурҡыс ҡаяһы эргәһендәге кисеү, Шәрифйән олатайҙың ҡартатаһы Яҡуптың атаһы Бикеш гел шул тапҡырҙан йылғаның аръяғына сығып йөрөгән, шуға уның исеме менән атап йөрөтөлгән.