- •I. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙең принциптары, маҡсаттары һәм бурыстары.
- •II. Башҡорт телен өйрәтеүҙә уйынға ҡоролған алымдар.
- •2.1. Бәйләнешле телмәр үҫтереү алымдары.
- •2.2. Шиғырҙар өйрәнәбеҙ (схемалар аша, һүрәттәр аша).
- •2.3. Фекер ҡеүәһен үҫтереүсе уйындар. Уйлат, эшләт башыңды.
- •«Серле алмалар» уйыны.
- •Р ебустар
- •Кроссворд
- •«Кем беренсе әйтә?»
- •«Светофор»
- •«Светофор»
- •«Йомаҡ ҡоям»
- •«Парын тап»
- •«Киреһен әйт»
- •«Боҙоҡ телефон»
- •«Нимә нисек ҡысҡыра?»
- •2.4. Уйнайбыҙ ҙа, ял итәбеҙ.
- •«Күрһәт әле, үҫкәнем» уйыны
- •«Урманда» уйыны
- •Хәрәкәтле уйын «Аҡ тирәк, күк тирәк»
«Нимә нисек ҡысҡыра?»
Маҡсат: балаларҙың йорт хайуандары һәм йорт ҡоштары тураһындағы белемдәрен асыҡлау һәм тулыландырыу. Уларҙы һүрәттәрҙе танып әйтә, күрһәтә белергә һәм тауыштарын айыра белергә өйрәтеү. Балаларҙың хәтерен, зиһенен, телмәрен үҫтереү.
Уйын барышы: тәрбиәсе берәмләп уйынсыҡ хайуандар һәм ҡоштарҙы күрһәтә:
- Балалар, был нимә?
- Был тауыҡ.
- Ул нисек ҡысҡыра?
- Ҡыт-ҡытаҡ, ҡыт-ҡытаҡ!
- Балалар, ул шулай нимәне саҡыра? (әтәсте).
- Азат, әйт әле, тауыҡ нисек ҡысҡыра? Хәҙер күмәкләп әйтәйек.
2.4. Уйнайбыҙ ҙа, ял итәбеҙ.
Йыр «Аҡ ҡуян»
Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына,
Ҡолағы ергә тейгән (оҙон икән).
Әйҙәгеҙ, ҡунаҡты беҙ
Бергәләшеп һыйлайыҡ.
Һикереп тә, йүгереп
Уның менән уйнайыҡ.
(М.Бикбова).
«Ҡуянҡай» уйыны.
Аҡ (һоро) ҡуянҡай ултыра,
Ҡолаҡтарын һелкетә.
Бына шулай, бына шулай
Ҡолаҡтарын һелкетә.
Аҡ ҡуянҡай өшөнө,
Тәпәйҙәрен йылыта.
Бына шулай, бына шулай
Тәпәйҙәрен йылыта.
Ҡуян һаман да өшөй,
Һикергеләп тә ҡуя.
Бына шулай, бына шулай
Һикергеләп тә ҡуя.
Кемдер уны ҡурҡытты,
Ул урманға һыпыртты.
Йыр «Сәпәкәй».
Сәп-сәп-сәпәкәй,
Минең ҡустым бәләкәй.
Ҡулын күтәргән була,
Үҙе шатланған була.
Сәп-сәп-сәпәкәй,
Минең ҡустым бәләкәй.
Топ-топ атлаған була,
Үҙе шатланған була.
«Күрһәт әле, үҫкәнем» уйыны
(Дәрес темаһына яраҡлаштырып үткәрергә мөмкин. Мәҫәлән, «Шәхси гигиена» темаһы).
- Күрһәт әле, үҫкәнем, нисек ҡулды йыуалар?
- Бына шулай, бына шулай, шулай ҡулды йыуалар.
- Күрһәт әле үҫкәнем, нирсек битте йыуалар?
- Бына шулай, бына шулай, шулай битте йыуалар (йыуыныу хәрәкәттәре эшләнелә).
«Был – мин»
Бына минең танауым,
Күҙем, ҡашым, ҡолағым.
Ә был минең башым,
Ҡулымда биш бармағым һ.б.
(Шиғыр һүҙҙәренә тап килтереп хәрәкәттәр эшләйҙәр).
«Урманда» уйыны
Маҡсат: балаларҙы түңәрәк буйлап, йыр йырлап, йырҙың һүҙҙәренә ярашлы төрлө хәрәкәттәр башҡарып уйнарға, хәрәкәттәр ярҙамында һүрәтләргә өйрәтеү.
Беҙ йыйылдыҡ уйынға,
Матур йәшел болонға,
Айыуҙар ҙа бар бында (айыу булып атлау),
Бүреләр ҙә бар бында (бүре булып атлау),
Төлкөләр ҙә бар бында (төлкө булып атлау),
Ҡуяндар ҙа бар бында (ҡуян булып һикереү),
Бигерәк күңелле беҙҙә!
(урында тыпырлап бейеп ҡуйыу).
Хәрәкәтле уйын «Аҡ тирәк, күк тирәк»
Маҡсат: балаларҙың иғтибарлылығын, етеҙлеген үҫтереү, уйын барышында ҡулланылған башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлау, уларҙы дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, уйынға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Уйын барышы: балалар ике төркөмгә бүленә һәм ҡапма-ҡаршы теҙелеп баҫалар. Тәүҙә бер төркөм һамаҡлай:
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Икенсе төркөмдәгеләр һамаҡлаған балаларҙың береһенең исемен әйтә. Мәҫәлән, «Беҙгә Саша исемле малай кәрәк!» Саша исемле бала ҡаршы яҡҡа йүгереп барып, берәй араны өҙөргә тейеш. Әгәр өҙә алһа, бер баланы үҙ яғына алып сыға, ә өҙә алмаһа – шул яҡта ҡала. Ҡайһы төркөмдә балалар күп – шулар еңеүсе.
Йомғаҡлау
Мәктәп йәшендәге балаларҙы башҡорт теленә өйрәткәндә грамматика ҡағиҙәләрен ятлатыу, төшөндөрөү маҡсат итеп ҡуйылмай. Тик уларҙы практик яҡтан махсус ойошторолған уйындар-күнекмәләр аша таныштырыу ғына тора.
Уйын аша өйрәтеү методикаһы түбәндәге маҡсаттарҙың үтәлешен талап итә:
Балала башҡорт телендә һөйләшеүгә ыңғай ҡараш тыуҙырыу.
Дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уның аша тел өйрәтеү барышында баланың әүҙемлеген үҫтереү.
Башҡорт телендә аралашыу теләге уятыу һәм уйын ваҡытында күберәк һүҙҙәр ҡулланыуға ирешеү.
Был алым дәрестең һәр өлөшөндә ҡулланырға мөмкин. Әйтәйек, тәрбиәсе дәрескә әкиәт персонаждарын индерә, уҡылған әкиәттәрҙе сәхнәләштерә, йырлы-бейеүле уйындар ойоштора. Бындай дәрестәрҙә һәр бала үҙ ролен теләп башҡара, иптәштәре менән аралаша, теманы еңел үҙләштерә, телмәрен яңы һүҙҙәр менән байыта.
Ғөмүмән, дәрестәрҙе уйын формаһында үткәреү башҡа милләт балаларында башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуҙы икеләтә арттыра.
Ҡулланылған әҙәбиәт
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы.
«Мәғариф» журналы.
Аҙнабаева Ф.Ғ., Нафиҡова З.Ғ. Осҡон. Өфө, БМКИ нәшриәте, 2004.
Нафиҡова З.Ғ. Башҡорт телен өйрәнәбеҙ. Өфө, БМКИ нәшриәте, 2005.
Аҙнабаева Ф.Ғ., Әминева Р.И., Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З., ХарисоваМ.Ғ. Гөлбостан. Методик ҡулланма. - Сибай, 2006.
Абуталипова Р.Ә., Әмирханова Г.И., Юлмөхәмәтов М.Б. «Ләйсән» дәреслегенә методик ҡулланма. - Өфө:БРМИ РУҒМҮ, 2004.
Аслаева Р.Ғ. Телмәр һәм зиһен. - Өфө: Китап, 2005.
Нафиҡова З.Ғ. Уйнай-уйнай үҫәбеҙ. Өфө, БМҮИ нәшриәте, 2007.
Толомбаев Х.А. һ.б. Тылсымлы бүләк: Рус мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүсе 1 синыф уҡыусыларына ата-әсәләр, тәрбиәселәр менән бергә уҡыу өсөн кластан тыш уҡыу китабы. - Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995.
Раҡаева Ә.С. Уйнайыҡ уйлап ҡына (мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн). Өфө: Китап, 2008.
Йөкмәтке
Инеш………………………………………………………………………………………1
Башҡорт телен өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары………………...2
Башҡорт телен өйрәтеүҙә уйынға ҡоролған алымдар……………………4
Бәйләнешле телмәр үҫтереү алымдары……………………………….10
Шиғырҙар өйрәнәбеҙ (һүрәттәр аша, схемалар аша)……………….13
Фекер ҡеүәһен үҫтереүсе алымдар…………………………………….15
Уйнайбыҙ ҙа, ял да итәбеҙ……………………………………………….22
Йомғаҡлау…………………………………….…………………………………….25
Ҡулланылған әҙәбиәт…………….……………………………………………....26
1 Нафикова З.Г. Башҡорт телен өйрәнәбеҙ: Методик ҡулланма. Өфө: БМКИ нәшриәте, 2005.
2 Аҙнабаева Ф.Ғ., Әминева Р.И., Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З., Харисова М.Р. Гөлбостан. Методик ҡулланма. – Сибай, 2006.-83 б.
