1. Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
Үрҙә әйтелгән типтағы мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәнгеләрҙән тора:
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренкле шәхестәре, тыуған илдең тәбәғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Ижади эштәр:
1 сирек – 9 сәғәт. Шиғыр ятлау-Башҡорт халыҡ йыры “Урал”-1
контроль диктант
2 сирек – 8 сәғәт. Шиғыр ятлау – 2 К.Шафиҡова “Әсә күҙҙәре”
С.Юлаев“Егеткә”
Ижади эш (Тыуған илем – Башҡортостан)-1
ижади диктант(Спорт)-1,
3 сирек – 10 сәғәт. Шиғыр ятлау – К.Кинйәбулатова “Дуҫтарым күп”-1
һүҙлек диктанты (Туғанлыҡты белдереүсе һүҙҙәр)-1
Яҙма эш.
Картина буйынса инша -Ф.Исмәғилевтең “Йылға буйында” картинаһы буйынса инша яҙыу
4 сирек – 8 сәғәт. 4-се сиреккә диктант
4 сиректә үтелгәндәрҙе ҡабатлау
№ |
Тема |
Дәрестәр һаны |
Контроль эштәр |
|
|
Яңынан мәктәпкә |
7 |
|
|
|
Ауыл тормошо |
4 |
|
|
|
Башҡортостан буйлап сәйәхәт |
7 |
К.д |
|
|
Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары |
9 |
|
|
|
Мин һәм беҙҙең ғаилә |
9 |
Һүҙлек .д |
|
|
Әсәй, әсәкәйем |
3 |
|
|
|
Сәнғәт оҫталары |
6 |
|
|
|
Исемең матур – кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы |
5 |
Яҙма эш |
|
|
Борон-борон заманда |
5 |
|
|
|
Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ |
8 |
|
|
|
Йәмле йәй етә |
5 |
К.Д |
|
|
Барыһы |
67 |
4 |
|
|
Контроль диктанттар |
|
2 |
|
|
Инша |
|
1 |
