- •Йөкмәткеһе
- •I бүлек рафаэль сафин поэзияһында һүрәтләү саралары булараҡ синонимия һәм антонимия күренештәре
- •Рафаэль Сафин – үҙенсәлекле алымдар, халыҡсан тел сараларын ҡулланыусы шағир
- •1.2. Р. Сафин поэзияһында синонимдарҙың ҡулланылышы
- •1.3. Рафаэль Сафин ижадында антонимдарҙың бирелеше
- •II бүлек рафаэль сафин әҫәрҙәре күсмә мәғәнәле һүрәтләү саралары
- •2.1. Р.Сафин ижадында сағыштырыуҙарҙың бирелеше
- •2.2. Р.Сафин әҫәрҙәрендә метафора һәм метонимия күренештәре
- •2.3. Әҫәрҙәрҙә фразеологик берәмектәрҙең урыны
- •Метонимия һәм синекдоха
- •Йомғаҡлау
- •Ҡулланылған әҙәбиәт Ғилми әҙәбиәт
- •Һүҙлектәр
- •Нәфис әҙәбиәт
II бүлек рафаэль сафин әҫәрҙәре күсмә мәғәнәле һүрәтләү саралары
2.1. Р.Сафин ижадында сағыштырыуҙарҙың бирелеше
Кешенең ысынбарлыҡты күҙаллауында, әйберҙәргә, төрлө күренештәргә исем биреүҙә, уй-фекер тәбиғәтендә, һүҙ ҡаҙнаһында тура һәм күсмә мәғәнәлектәр ята. Донъяны һүрәтле, образлы итеүҙә был уғата көслө. Әҙәбиәттәге образлауҙар, һүрәтләү саралары ла ошо ерлектә барлыҡҡа килгән 26; 130. Һәр һүрәтләү сараһы тиерлек оҡшатымға ҡоролған. Төрлө күренештәрҙе, әйберҙәрҙе бер-береһенә сағыштырып, оҡшатып ҡарау үҙенән-үҙе образлы, ассоциатив фекерләүгә алып килә 26; 131. Ике күренеш араһындағы оҡшашлыҡҡа нигеҙләнеп, сағыштырыу, метафора, йәнәшәлек, аллегория кеүек һүрәтләү саралары барлыҡҡа килгән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рафаэль Сафин шиғырҙарында сағыштырыуҙарҙы бик оҫта ҡуллана.
Туранан-тура күсереү мәғәнәһе булмаһа ла сағыштырыу аша ике предмет араһында образлы бәйләнеш барлыҡҡа килә, йәғни бер образ икенсе образға сағыштырма планда күсерелә. Шуға ла сағыштырыуҙарҙы ла күсмә мәғәнәле башҡа һүрәтләү саралары менән бергә ҡарауҙы урынлы. Сағыштырыу – телдең иң ябай һәм киң таралған һүрәтләү алымы. Күренештәрҙе, предметтарҙы үҙ-ара оҡшаш һыҙаттары буйынса йәнәш ҡуйып һүрәтләүгә сағыштырыу тиҙәр. Уның ярҙамында тасуир ителгән шәхесте, характерҙы, ваҡиғаларҙы, төрлө күренештәрҙе таныш булған әйберҙәр, образдар менән сағыштырып, яраш ҡуйып күрһәтәләр. Шул сәбәпле, ошо күренештәр, хәл-ваҡиғалар конкрет булып күҙ алдына баҫа.
Автор төрлө юлдар менән яһалған сағыштырыуҙарҙы ҡуллана. Шуларҙың бер нисәүһен ҡарап үтәбеҙ.
Кеүек, һымаҡ, төҫлө, шикелле бәйләүестәре менән яһалған аналитик сағыштырыуҙар киң ҡулланылған:
Килде болот, башҡорт уҡсылары
Килгән һымаҡ ярһыу аттарҙа. (“Йүрүҙән мөхәббәте”).
Ир йәберен күргән ҡатын һымаҡ
Ник хәүефле һаман ер йөҙө?
Алтын ҡуллы иҫерек ир-егеткә
Оҡшаш түгелме һуң һин үҙең?
(“Алтын ҡуллы ир һәм заман хаҡында”).
Ямғырға, дауылға Бирешмәй үтерлек Көсөм бар. Әйҙә, тим, Юлдаш бул миңә, тим. Был тынсыу бүлмәлә, Гөл һымаҡ, шиңмә, тим. (“Мин киләм яныңа”).
Елдә елләп гел тирбәнгән, Ҡылыс һымаҡ үткерләнгән Ботаҡтарын талдарҙың Сайҡай-сайҡай, февраль елде Э-эх! — ҡамсылап ҡарҙарҙы. (“Февраль”).
2) Гүйә һүҙе менән яһалған сағыштырыу ҙа осрай:
Бер яҡшылыҡ ҡылһам кешеләргә,
Түбәм күккә тейеп шатландым,
Йә юлыҡһам үҙем яҡшылыҡҡа,
Яҡшы атҡа, гүйә, атландым. (“Атайым һүҙе”).
3) Булып ҡылымы менән дә сағыштырыулы образ яһалған:
Өндә түгел, төштә күрҙем уны: яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын, көмөш сынйыр булып, теҙелешеп, ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын...
...Ер уянған саҡта нисек итеп йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә! Ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә. (“Ҡыр ҡаҙҙары”).
4) Синтетик сағыштырыуҙар аффикстар ярҙамында яһала. Автор әҫәрҙәрендә сағыштырыуҙың -дай/-дәй, -лай/-ләй, -тай/-тәй, -ҙай/-ҙәй ялғауҙары менән бирелгәндәре лә йыш осрай:
Көнө-төнө һаман елеүҙән
Ялҡҡандай, инде ял иткәндәй,
Һәм кемделер үҙе бик көткәндәй
Һалмаҡ аға ине Йүрүҙән. (“Йүрүҙән мөхәббәте”).
- Оһо-һо-һо-һой! – тип бер ҡысҡырһам, офоҡтарҙа ҡояш уяна. Уяна ла, кейәү егетендәй, Тәңкәләрен һибә донъяға. (“Тәбиғәттең кәләш кенә сағы”).
Инде бөттө. Бүтән һинең алда Яна-яна шәмдәй иремәм. Кистәрендә инде, һине эҙләп, Таныш һуҡмаҡтарҙа йөрөмәм. (“Инде бөттө”).
Устарында былбыл һайратҡандай,
Кемдер уйнай, уйнай ҡурайҙа.
(“Көтмәгәндә тауҙар тертләп ҡуйҙы”).
Сағыштырыу мәғәнәһен -лыҡ/-лек ялғаулы һүҙҙәр ҙә аңлатып килә:
Февраль төнө, ҡара, ниндәй яҡты, энә төшһә лә бит табырлыҡ! Ә ай бөгөн, ә ай шундай тәпәш, бүрек менән бәреп алырлыҡ.
(“Бөгөн нисәнсе төн керпек ҡаҡманым”).
6) Автор шулай уҡ атама сағыштырыуҙы ла уңышлы ҡуллана. Улар – грамматик ярҙамсы һүҙҙәре булмаған йәки уларын юғалтҡан сағыштырыуҙар. Был осраҡта ул бер әйберҙе икенсе бер нәмәнең исеме менән атай. Мәҫәлән:
Һеҙ ул мәңге йәшәр заттан да бит
Кеше ғүмере – янып һүнер шәм.(“Теләк”).
Ҡазан ҡыҙы сибәр ине,
Ғәжәп ине,
Уға ғашиҡ булыу – үҙе
Әжәл ине.
Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр.
Барҙыр. Бар ул.
Мөхәббәт – ул үҙе әжәл,
Үҙе дарыу. (“Ҡазан ҡыҙы”).
Быны, шиғырҙа ижектәр тигеҙлеге өсөн шәм, әжәл, дарыу һүҙҙҙәре артынан килергә тейешле кеүек сағыштырма һүҙе төшөрөп ҡалдырылған, тип тә аңлатырға мөмкин. Һәр хәлдә, был форманы сағыштырыуҙың метафораға күсеү күпере тип әйтергә була. Ә күпере яндырыла икән, ул метафораға әйләнә. Был типтағы сағыштырыуҙарҙың көсө бәйләүестәр менән яһалған сағыштырыуҙарға ҡарағанда күпкә артыҡ. Улар күренештәрҙе һынландырып биреүгә булышлыҡ итә.
