- •2.1. Мәрйәм Бураҡаеваның публицистикаһын өйрәнеү..................................31
- •Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә
- •Йәнле һөйләү телмәре стиле:
- •Фәнни стиль:
- •Рәсми стиль:
- •Публицистик стиль:
- •Күркәм (художестволы) стиль:
- •Морфологияның (исем һүҙ төркөмөнөң) стилистик үҙенсәлектәре
- •1.3. М. Бураҡаева прозаһында тел-һүрәтләү сараларының ҡулланылышы, лексик үҙенсәлектәре
- •Эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ категорияһы сараларының м. Бураҡаева әҫәрҙәрендә ҡулланылышы
- •М. Бураҡаеваның әҫәренә дөйөм күҙәтеүҙәр һәм халыҡ ижадына тартым ҡайһы бер үҙенсәлектәр ҡулланылышы
- •М. Бураҡаева ижадында ҡулланылған диалектизмдар
- •2.1. Мәрйәм Бураҡаеваның публицистикаһын өйрәнеү
- •Ғилми стиль үҙенсәлектәре
- •Эш ҡағыҙҙары стиле
- •Хаттар стилен (эпистоляр жанр) ҡулланыу
- •Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәрен мәктәптә уҡытыу
- •Дәрес планы
- •V. Йомғаҡлау.
- •Ғилми әҙәбиәт, мәҡәләләр
- •Нәфис әҙәбиәт
М. Бураҡаева ижадында ҡулланылған диалектизмдар
Диалектология – тел белеменең айырым бер тармағы. Ул билдәле бер телдең диалекттарын һәм һөйләштәрен, йәғни халыҡтың йәнле һөйләү телен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Диалектология термины грек телендәге диалектос (dialectos) – “һөйләш” һәм (логос) logos – “фән”, “тәғлимәт” тигән һүҙҙәрҙән алынған.
Диалекттар һәм һөйләштәр – тарихи күренеш. Улар асылда башҡорт ырыу ҡәбиләләренең теле булған, заманалар уҙыу менән ғәйәт ҡатмарлы үҫеш һәм үҙгәреш кисергәндәр. Дөйөм халыҡ теле барлыҡ диалекттарҙы,һөйләштәрҙе һәм һөйләшсәләрҙе үҙ эсенә ала. Телдең диалекттар системаһында шулай уҡ һөйләштәр төркөмө тигән төшөнсә лә бар. Һөйләштәр төркөмө ниндәй ҙә булһа үҙенсәлектәре менән бер-береһенә яҡын торған бер нисә һөйләште берләштерә. Башҡорт теленең диалекттар системаһында айырым һөйләштәр ошондай төркөмдәрҙе барлыҡҡа килтерә: төньяҡ-көнсығыш һөйләштәр төркөмө (арғаяш, салйоғот, әй һәм мейәс һөйләштәре), көньяҡ-көнсығыш төркөм (ҡыҙыл һәм эйек-һаҡмар һөйләштәре)14.
Сығышы менән Ейәнсура районынан булған яҙыусы – Мәрйәм Бураҡаеваның һөйләше Эйек-Һаҡмар (йәки төп көньяҡ) һөйләшенә ҡарай. Эйек-һаҡмар һөйләше көньяҡ диалект составында төп һөйләш булып тора. Башҡорт һөйләштәре араһында ул иң ҙур территорияны биләүе һәм һөйләшсәләрҙең күп булыуы менән айырылып тора. Һөйләш Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен, Мәләүез, Ишимбай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондарында, Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының көньяғында, Ырымбур (Ҡыуандыҡ, Гай, Төйлөгән, Һарыҡташ, Александровка, Красногвардейск, Новосергиевка райондары) өлкәһендә Һамар (Оло Черниговка һәм Оло Глушица райондары) һәм Һарытау (Перелюб һәм Пугачев райондары) өлкәләрендә йәшәгән (“яңылар” йәки “сәҙеләр” тип йөрөтөлгән) башҡорттарҙың йәнле һөйләү телен үҙ эсенә ала. Был һөйләшкә бөрйән, үҫәргән, түңгәүер (дүңгәүер), юрматы, тамъян һ. б. башҡорт ҡәбиләләре ҡарай.
Беҙ, үҙебеҙҙең эшебеҙҙә, ошо эйек-һаҡмар һөйләшенә ҡағылышлы лексик үҙенсәлектәр таптыҡ. Сөнки Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы ҡыҙы – Мәрйәм Бураҡаева ла (башҡа яҙыусылар кеүек үк) әҙәби әҫәрҙерен яҙған саҡта үҙ һөйләше үҙенсәлектәрен – диалогтарға индереп ебәрә:
Бүкән (арғаяш, дим, төньяҡ-көнбайыш, урта, урта урал, һаҡмар) – артһыҙ ултырғыс (табуретка). – Нишләп тупһаға ултыраһың? Бына бит бүкән бар, - тип, Ғәйшә күн менән көпләнгән бүкәнгә күрһәтте (М. Бураҡаева, “Ай ҡояштан нурҙар ала”).
Һылыу (ҡыҙыл, урта, эйек-һаҡмар) – ҡарындаш (младшая сестра) йәки үҙеңдән кесе ҡатын-ҡыҙҙарға өндәшеү һүҙе (слово обращения к женщинам младше себя). Рәмзилә – берҙән-бер һылыуы уның (М. Бураҡаева, “Һөйгән йәр ул бер була”).
Утйаҡҡыс, утйаҡыс, утйағыс (эйек-һаҡмар) – йәйге аш өйө (летняя кухня). Шәмсиә, ҡапыл аңына килгәндәй, йүгереп утъяҡҡысҡа инеп китте. Шәмсиә, ирен ҡапҡаға тиклем оҙатты ла кире утяҡҡысына инәйем тигәйне, урталағы ел ҡапҡаһына һөйәлеп торған Ғирфанды күреп ҡалды (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”).
Был диалекттан тыш “Һылыуҡай” документаль повесында тағы ла икенсе диалект – Дим буйы башҡорттарының һөйләше ҡулланыла: Ҫеҙ барып етерҫегеҙ ҙә ул, - тине Дим һөйләше менән бер егет. Ә мин? Ун ҫигеҙ йәштән ҫанҫыҙ булып ят инде... (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”).
Шулай итеп, Мәрйәм Бураҡаева үҙенең әҫәрҙәрендә, урындағы халыҡтың диалект үҙенсәлектәрен дә ҡуллана. Сөнки бөтөн әҙәби әҫәрҙә лә тиерлек яҙыусының йәшәгән урынынан алынған йәнле телмәрҙе ҡулланыу әҫәрҙе уҡымлы ғына итә.
Беренсе бүлектә, беҙ, М.Бураҡаеваның нәфис әҙәбиәте стиленең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен ҡараныҡ һәм морфологияның (исем һүҙ төркөмөнөң) стилистик үҙенсәлектәрен, тел-һүрәтләү сараларының ҡулланылышын, лексик үҙенсәлектәрен, эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ категорияһы сараларын, М. Бураҡаеваның әҫәренә дөйөм күҙәтеүҙәр һәм халыҡ ижадына тартым ҡайһы бер үҙенсәлектәр ҡулланылышын, М. Бураҡаева ижадында ҡулланылған диалектизмдарҙы ҡарап, миҫалдар килтерҙек.
ИКЕНСЕ БҮЛЕК. Мәрйәм Бураҡаева ижадында төрлө стилдәрҙең ҡулланылышы
