- •Аңлатма яҙыу.
- •Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
- •I. Яңынан мәктәпкә (6 сәғәт)
- •II. Ауыл тормошо (7 сәғәт)
- •III. Башҡортостан буйлап сәйәхәт (8 сәғәт)
- •IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (8 сәғәт)
- •VI. Әсәйҙәр байрамы. (з сәғәт)
- •IX. Борон-борон заманда... (5 сәғәт)
- •7 Класс өсөн телмәр күнекмәләре:
- •VII. Сәнғәт оҫталары. (7 сәғәт)
- •VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (з сәғәт)
- •Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
- •Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар
- •Материаль-техник ҡулланмалар
- •Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
- •Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар
- •Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова м.Ғ., Ғәбитова з.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
- •Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова м.Ғ., Ғәбитова з.М. – Өфө: Китап, 2009.
- •Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова м.Ғ., Ғәбитова з.М. – Өфө: Китап, 2006.
- •Материаль-техник ҡулланмалар
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
Һорауҙарға яуаптар-1
Диктант- 5
Изложение – 2
Инша - 2
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар
Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар.
Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.
Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.
Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. – Өфө, Китап, 2006.
Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, Китап, 2006.
Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. – Өфө, Китап, 1997.
Балалар әҙәбиәте антологияһы. Әлибаев С. – Өфө, Китап, 1999.
Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
