- •Ун өсөнсө председатель
- •Ҡудашев баш ҡаға.
- •Рахманов баш ҡаға.
- •Хәлиҙә башын ҡалҡыта. Сәғәҙиев Һаубан апайға күҙ һала.
- •Ҡудашев пырхылдап көлөп ҡуя.
- •Йырсы ҡалын тауыш менән йырын аҡрын ғына дауам итә.
- •Йыр тына.
- •Икенсе бүлек
- •Рахманов заседателдәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып ала.
- •Алыҫта орган моңо саҡ-саҡ ишетелә.
- •Икенсе заседатель Ҡәҙриәгә төбәлгән. Сәғәҙиев башын эйеп кенә тыңлай.
- •Зал бер мәлгә тынып ҡала. Һәммәһе бер-береһенә күҙ ташлашып, һәр кем үҙ күңелендәген уйлап ҡуя.
- •Рахманов, уға ҡарап, баш ҡаға.
- •Ҡудашев урынынан тора. Колхозсылар һағая.
- •Байымов менән Сәғәҙиевтән тыш, һәммәһе Закировҡа төбәлә.
- •Алыҫтан күк күкрәүе ишетелә.
- •Яҡында күк күкрәп ҡуя.
- •Рахмановтың ҡашы ҡапыл күҙенә һалынып төшкән төҫлө.
- •Ямғыр шаулай башлай.
- •Харисова икеләнә.
- •Улин уға тишерҙәй итеп ҡарап ултыра.
- •Колхозсылар иркен hyлап ҡуя.
- •Байымов ҡаушаған ҡиәфәттә Сәғәҙиевкә йөҙөн бора.
- •Улин быға бер ни әйтә алмай.
- •Судьялар ишеккә йүнәлә. Башҡалар бер килке ҡуҙғалмай ултыра.
Ҡудашев баш ҡаға.
Исемегеҙҙе, кем булып эшләүегеҙҙе әйтегеҙ.
Ҡудашев. Ҡудашев Ильяс. «Ҡыҙыл нур» колхозының төҙөлөш бүлеге начальнигы.
Рахманов. Колхозға сантехник ҡорамалдар нисек һатып алынды? Судҡа шул турала һөйләгеҙ.
Ҡудашев (буй-һынына бер аҙ йәбешеп етмәгән олпатлыҡ менән). Ҡала тибындағы торлаҡ, больницалар колхозсыларға әле иртәрәк икәнен белә инек беҙ...
Рахманов. Асыҡлағыҙ.
Ҡудашев. Колхозда эш йыл әйләнәһенә күсеү менән, беҙ ике ут араһына килеп эләктек. Бер яҡтан, йәштәр торлаҡ, больница, ясле һорап боғаҙҙан ала, икенсе яҡтан сантехник ҡорамал юҡ. Ә стеналар төҙөлгәйне.
Икенсе заседатель. Һеҙ берәй ергә мөрәжәғәт иттегеҙме?
Ҡудашев. Райсоветҡа ла, юғарыраҡ та... тапамаған тупһа ҡалманы.
Икенсе заседатель. Ә һеҙгә ни тиҙәр ине?
Ҡудашев. Яуап бер: фонд юҡ. Ә колхоздың аҡсаһы бар ине. (Еңелсә һулап.) Шунан беҙ төҙөлөш-монтаж идаралығына, СМУ-ға барҙыҡ, «һатабыҙ, — тиҙәр тегендә, — тик ҡорамалды үҙегеҙ ҡуяһығыҙ, ә ҡуйған өсөн — беҙгә түләйһегеҙ». Уларҙың планы яна ине, ә беҙҙә — нужда.
Икенсе заседатель. Һәм шунда уҡ килештегеҙме?
Ҡудашев. Юҡ, ҡайтып киттек. Кәңәшләшергә йыйылдыҡ. «Ни эшләргә? — ти Сәғәҙиев. — Һалынған йорттоң стеналары боҙола, беҙ күберәк юғалтабыҙ». — «Йәштәрҙән ҡолаҡ ҡағабыҙ, — тинем мин. — Уларҙы, ана, ҡалалар саҡырып тора». — «Юл ҡуймаҫҡа кәрәк!» — тип ярҙамлашты Сәлмәнова, идара секретары.
Улин. Ниндәй суммаға һатып алды колхоз сантехник ҡорамалды?
Ҡудашев. Йөҙ ҙә утыҙ мең һумға.
Улин. Был суммаға ҡорамалды ҡуйыу хаҡы инә инеме?
Ҡудашев. Инә ине.
Улин. Ә ысынында уны кем ҡуйҙы?
Ҡудашев. Колхоздың сантехниктары.
Улин. Уларға ла түләндеме?
Ҡудашев. Эйе.
Улин. Тимәк, бер үк эш өсөн ике тапҡыр түләнә... Кем ҡул ҡуйҙы колхозда акттарға?
Ҡудашев. Тәүҙә Сәғәҙиев, унан мин.
Улин. Колхоз аҡсаһын туҙҙырыуығыҙҙы һеҙ аңлай инегеҙме?
Ҡудашев (уға табан башын һона биреп). Ҡышҡы селләлә кәпәсһеҙ ҡалһағыҙ, уны икеләтә хаҡҡа ла һатып алыр инегеҙме?
Улин. Мин үҙ аҡсама һатып алам.
Ҡудашев. Ә беҙ колхозға колхоз аҡсаһына һатып алдыҡ. Колхоздың быға хаҡы бар. Әгәр файҙаға икән.
Улин. Колхоз нимә, үҙ аллы дәүләтме? Ә закондар был файҙаға ҡаршымы?
Ҡудашев. Әммә был тәңгәлдә закон менән... бер аяҡтан атлап булмай ине.
Яҡупов. Ә беләһеңме, бер аяҡтан атламаған һалдатты ни эшләтәләр?
Ҡудашев. Ә ундай һалдаттар күп булһа?
Яҡупов (судьяларға). Күрҙегеҙме?..
Рахманов (заседателдәр менән Улинға, унан Сәғәҙиевкә күҙ һирпеп, Ҡудашевҡа). Ултырығыҙ.
Улин. Сәлмәнованы саҡырыуҙы һорайым.
Рахманов (микрофонға). Шаһит Сәлмәнованы саҡырығыҙ.
Ҡәҙриә инә. Сәғәҙиевкә күҙен тултырып бер ҡарай ҙа, судьялар өҫтәле алдында туктай. Ул ыҡсым урта буйлы, һөйкөмлө. Сәс толомо матур үрелгән. Уға утыҙ ике йәш.
Судҡа исемегеҙҙе, ҡайҙа эшләүегеҙҙе әйтегеҙ.
Ҡәҙриә. Сәлмәнова Ҡәҙриә. «Ҡыҙыл нур» колхозының агрономы. Уҙған йылға тиклем — ун ике йыл — идара секретары инем.
Улин. Һеҙ сантехника һатып алыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡатнаштығыҙмы?
Ҡәҙриә. Эйе.
Улин. Нисек хәл ителде ул? Кем ине уның инициаторы?
Ҡәҙриә. Инициаторы тормош үҙе ине. Ә кәңәш биреүселәр күп булды.
Улин. Кем, атап әйткәндә?
Ҡәҙриә. Ҡудашев, мин... һәм башҡалар.
Улин (алдындағы материалдар томын асып). Идара ултырышының протоколын уҡып ишеттерергә рөхсәт итегеҙ.
Рахманов баш ҡаға.
«Тыңланыҡ: колхоз председателе Сәғәҙиевтең торлаҡ йорттар, балалар баҡсаһы, теплица есөн сантехника һатып алыу тураһында белдереүен.
Ҡарар иттек: Сәғәҙиевтең тәҡдимен хупларға — өсөнсө СМУ ҡуйған шарттарға риза булып, сантехник ҡорамал һатып алырға». (Ҡәҙриәгә.) Протоколды һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ҡәҙриә. Мин.
Улин. Ниңә унда башҡа идара ағзаларының фекере юҡ?
Ҡәҙриә. Идарала күп мәсьәләләр ҡарала, протоколға мөһимдәре генә индерелә.
Улин. Тимәк, иң мөһиме Сәғәҙиевтең тәҡдиме инеме?
Ҡәҙриә, Улиндан күҙен айырмай, нимәлер әйтергә тырыша, әммә бер һүҙ әйтә алмай.
Бүтән һорауым юҡ.
Рахманов. Сәлмәнова, ултырырға мөмкин.
Ҡудашев (һикереп тора, Улинға). Ни әсән СМУ етәкселәре яуапҡа тарттырылмай? (Сәме ташып, ярһып.) Шулар беҙҙең ауыр хәлдән файҙаланды! Беҙҙең иҫәпкә план үтәне, премиялар алды!
Рахманов өҫтәлгә ҡәләм менән туҡылдата.
Улин. Әлегеһе эшкә бының ҡатнашы юҡ. (Үтемле итеп.) Һеҙ, асылда, взятка биреп, план буйынса, ихтимал, бүтән колхозға билдәләнгән дефицит ҡорамал алғанһығыҙ. Ә унда ла нужа, унда ла балалар, тик ул ҡалъя ғына бирә алмай. Кем майлай, шул яйлай, тимәк, һеҙҙеңсә?..
Ҡудашев яй ғына кире ултыра. Рахманов (ҡағыҙға күҙ төшөрөп, микрофонға). Шаһит Аллаярованы саҡырығыҙ.
Һаубан апай инә. Ул алтмыш биш йәштә, сал сәсле.
Һаубан апай (күрәштәрсә ҡаранып). Мин бер ни күрмәйем. Юлда күҙлегем ватылды.
Ҡәҙриә тора һалып, йәһәт кенә уның янына килә. Төпкө ишектән бер ҡыҙ башын һона.
Ҡыҙ. ...рис ...лманович.
Улин йөҙөн бора.
Һеҙҙе телефонға. (Юҡ була.)
Улиндың һораулы ҡарашына Рахманов баш ҡаға. Теге ишеккә табан йүнәлә.
Һаубан апай. Ҡайҙа ул? Ҡайҙа?
Ҡәҙриә уны урынынан ҡалҡынған Сәғәҙиевтең ҡаршыһына уҡ алып килә. Һул яҡ ситтә өҫтәл яҡтыра.
Улин (телефон трубкаһын алып). Әсәй?
Һаубан апай. Морат... (Йәшенә быуылып, уның ике ҡулын күкрәгенә ҡыҫа.)
Конвойсы аптырап ҡала, ни эшләргә белмәй тора.
Улин. Тулғаҡ тота? Балалай? Нисек балалай? Әле һигеҙ ай... Ашығыс ярҙам саҡыр! Эйе.
Өҫтәлгә төшкән нур һүнә.
Икенсе заседатель. Йә, етер, гражданка...
Ҡәҙриә ултыра. Улин кире инә.
Рахманов. Судҡа исемегеҙҙе әйтегеҙ.
Һаубан апай. Аллаярова Һаубан.
Рахманов. Кем булып эшләйһегеҙ колхозда?
Һаубан апай. Ферма мөдире булып. Ғүмерем буйы мин ферма мөдире.
Рахманов. Хөкөм ителеүсене күптән беләһегеҙме?
Һаубан апай. Ул минең күҙ алдымда үҫте. Ә эш буйынса илле һигеҙенсе йылдан — ул председатель булған көндән беләм.
Икенсе заседатель. Әйтегеҙ әле, ул ни рәүешле председатель булды?
Һаубан апай (көрһөнөп). Шул йылды яҙ Морат... Морат Гәрәевич беҙгә, ауылға, килгәйне. Ул обкомда эшләй, беҙ уның менән күптән күрешкәнебеҙ юҡ ине. Онотто ауылын, ятһына беҙҙе, тип уйлай инек. Баҡһаң, ул һәр йәйен ҡатынын дауаларға алып барған икән... Йыйналыштыҡ бына ошолай, һөйләшәбеҙ, кемде генә алма, бөтәбеҙҙе тормош баҫҡан. Күп нәмәгә ышанмай ине инде халыҡ. Йәшерәктәр ҡалаға тайҙы. Өлкәндәр, ни күрһәк тә, ошо ерҙә тигәндәй, колхозға таяна ине әле... Ә ниндәй һәйбәт ине беҙҙә һуғышҡа тиклем... Ауыл тулы йәштәр. Кистәрен гармунда уйнап, йырлашып үтһәлә-әр... Ә хәҙер ҡайҙа йыр ҡайғыһы...
Улин (Рахмановҡа). Ғәфү итегеҙ, тикшергән мәсьәләгә бының ни ҡатнашы бар?
Рахманов (Беренсе заседателгә йөҙөн бора, уның асыҡ булмаған ишараһын күреп, Икенсе заседателгә боролоп ҡарай; теге, һөйләһен, тигәнде белдереп, баш ҡаҡҡас, Һаубан апайға). Дауам итегеҙ.
Һаубан апай. Морат... Гәрәевич башын баҫып уйланды ла: «Халыҡ йырлауҙан туҡтаһа, яҡшы түгел был», — ти... Һуғышҡа тиклем уның атаһы председатель ине беҙҙә. Колхозды ул ойошторҙо. Мәскәү янында һәләк булды... Нәҡ шул яҙын беҙ хужаһыҙ инек. Инде ун ике председатель алышынды һуғыштан һуң. Хәҙер бөтөнләй ҡомға килеп терәлдек. Сит-ят әҙәмде инде бер кем килтерергә теләмәй; ә үҙебеҙҙә — һайлар кеше юҡ. Шулай ултырғанда, ирҙәрҙән берәү: «Морат, ә һине һайлаһаҡ, баш тартырға хаҡың бармы?» — тип һорай, «Һөйләмә юҡты, — тим, асыуым килеп, — уның ҡайҙа эшләүен белмәйһеңме ни?!» Шулай ҙа шым булдыҡ... Һәм бына Морат: «Һайлаһағыҙ — баш тартырға хаҡым юҡ», — ти...
Ҡудашев. Шунда минең олатайым: «Һаны насар — ун өсөнсө», — тине лә инде...
Һаубан апай. Ярар. Колхозсыларҙы йыйҙыҡ та — тауышҡа ҡуйҙыҡ. Бер күңелдән! Ә аҙна үткәс, ул бөтөнләйгә ҡайтты — ҡатыны, ҡыҙы менән. Эй, раббым, ҡатынын күргәйнек, һәммәбеҙ аһ иттек! (Алдына ҡарап, бөтәһен әле айырым-асыҡ күргәндәй.) Шундай зифа-а, йөҙө ап-аҡ, сәсе сөм ҡара, ә күҙҙәрендә — бәхет тә, наҙлылыҡ та, һыҙланыу ҙа...
Ҡәҙриә (йөҙөн ҡалҡытмайынса). Кәрәкмәй, Һаубан апай...
Һаубан апай. Улар һуғышта өйләнешкән. Шунда яраланған беҙҙең килен. Бер үпкә менән генә йәшәй ине...
Икенсе заседатель. Ғәфү итегеҙ, ул әле...
Һаубан апай. Үлде. Колхозға күсеп килгәндең өсөнсө йылына... Үлә ине инде, шиңә, ә һәр кисте баҫыуға сыға ла ирен көтөп торор ине. Күреп ҡалдымы, йөҙө балҡып, талпыныр ине... Үлә ине, ә ғүмерен бәхетле һәм бәхетһеҙ көндәргә бүлмәй ине. Сөнки белә ине: тормош — ул бәхет тә, һыҙланыу ҙа бер үк ваҡытта...
Икенсе заседатель. Нимәнән башланы Сәғәҙиев колхозда эшен?
Һаубан апай (эйәк ҡағып). Икенсе көндө икәүләп беҙ хужалыҡ буйлап киттек. Колхозда утыҙлап ат, һарыҡ, ҡырҡ өс һыйыр, бер нәҫел үгеҙе һәм бер коммунист бар ине. Ул мин инем... Нимәнән башлар икән, тип уйлап йөрөйөм. Өс йөҙ мең бурыс, курмы юҡ, һыйырҙарҙы арҡан менән күтәртеп ҡуйғанбыҙ, бер кем эшкә йөрөмәй. Морат бына шулай (ике ҡулы менән күрһәтеп) башын ҡыҫты ла: «Ах, башым сатнай, Һаубан апай», — ти. Ҡарайым да үҙенә: «Йүләр һин, йүләр, шундай ҙур урынды ташлап китәләрме?» — тим эсемдән. Бит ун ике председатель бер эш сығара алманы... Йөрөй торғас, нәҫел үгеҙе янында туҡтаныҡ. Шишмәһыу ине исеме. Ә нәҡ мал ҡасырыу осоро башланған ине. «Ауылда тағы үгеҙ бармы?» — ти Морат. Юҡ, тим, барыһы ла ошоға күҙ терәп тора. «Ошо үгеҙҙән башлайбыҙ, — ти Морат. — Бер ҡасырған өсөн — йөҙ һум». Кит бынан, тим, ғүмер баҡый бушҡа ҡасырыла, ә һин... «Әйткәнде эшлә!» Мин шым булдым...
Икенсе заседатель. Ә колхозсылар түләнеме?
Һаубан апай. Ә түләмәй ҡайҙа бараһың — быҙауың да, һөтөң дә шул үгеҙҙән бит. Тырнанды ла халыҡ, һыйырҙарын килтерә башланы. Ә мин, үгеҙ тирәләй йөрөп, йырлағандай: «Шишмәһыу, Шишмәһыу, йә тағы бер Шишмәһыу!» — тип үтенә торған инем. Үҙенекен эшләнеме — йөҙ һум! Морат шоферҙы саҡыра ла: «Мә, елдер ҡалаға! Яртыһына бензин һатып ал, ҡалғанына — ашамлыҡ ҡалдыҡтары», — тиер ине. Шулай итеп ҡотҡарҙыҡ һыйырҙарҙы. (Ауыр һулап.) Бына шул рәүешле башланы ул... (Үҙ урынына йүнәлә.)
Рахманов (микрофонға). Шаһит Харисованы саҡырығыҙ.
Һаубан апай, туҡталып, ишек яғына төбәлә. Харисова инә. Ул ҡырҡ алты йәштә, һомғол буйлы, яурынтыҡ, киң ҡуңыр битле. Судьялар уның буй-һынына хайран ҡалған һымаҡ.
Исемегеҙ һәм эшләгән ерегеҙ.
Харисова. Харисова Һәҙиә. Тракторист.
Улин. Рөхсәт итегеҙ?
