- •Ун өсөнсө председатель
- •Ҡудашев баш ҡаға.
- •Рахманов баш ҡаға.
- •Хәлиҙә башын ҡалҡыта. Сәғәҙиев Һаубан апайға күҙ һала.
- •Ҡудашев пырхылдап көлөп ҡуя.
- •Йырсы ҡалын тауыш менән йырын аҡрын ғына дауам итә.
- •Йыр тына.
- •Икенсе бүлек
- •Рахманов заседателдәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып ала.
- •Алыҫта орган моңо саҡ-саҡ ишетелә.
- •Икенсе заседатель Ҡәҙриәгә төбәлгән. Сәғәҙиев башын эйеп кенә тыңлай.
- •Зал бер мәлгә тынып ҡала. Һәммәһе бер-береһенә күҙ ташлашып, һәр кем үҙ күңелендәген уйлап ҡуя.
- •Рахманов, уға ҡарап, баш ҡаға.
- •Ҡудашев урынынан тора. Колхозсылар һағая.
- •Байымов менән Сәғәҙиевтән тыш, һәммәһе Закировҡа төбәлә.
- •Алыҫтан күк күкрәүе ишетелә.
- •Яҡында күк күкрәп ҡуя.
- •Рахмановтың ҡашы ҡапыл күҙенә һалынып төшкән төҫлө.
- •Ямғыр шаулай башлай.
- •Харисова икеләнә.
- •Улин уға тишерҙәй итеп ҡарап ултыра.
- •Колхозсылар иркен hyлап ҡуя.
- •Байымов ҡаушаған ҡиәфәттә Сәғәҙиевкә йөҙөн бора.
- •Улин быға бер ни әйтә алмай.
- •Судьялар ишеккә йүнәлә. Башҡалар бер килке ҡуҙғалмай ултыра.
Байымов менән Сәғәҙиевтән тыш, һәммәһе Закировҡа төбәлә.
Закиров (үҙ алдына ҡарап, тыныс, тигеҙ тауыш менән). Минең атайым МТС-та политотдел начальнигы ине... Бер ваҡыт райкомдың икенсе секретары менән, районға барышлай, һөйләшеп китәләр. Атайым: «Беҙ күп нәмәгә тура ҡарарға ҡурҡабыҙ, күҙ йомоуҙы артыҡ күрәбеҙ», — тип ысҡындыра. Секретарь өндәшмәй, ә районда шундуҡ беренсегә еткерә. Бюро йыялар һәм, атайымдың һүҙен үҙҙәренсә бороп, уны партиянан сығаралар, эшенән төшөрәләр. Эш юғарыға китә. Ҡалғанын мин һуңынан обкомда белдем — был уйҙырма түгел. Тикшереү обком инструкторына — бөгөнгө хөкөм ителеүсегә тапшырыла. Материал менән танышып, үҙ бүлек мөдиренә: «Ғәйепләрлек сәбәп күрмәйем», — ти. Тегеһе ҡаушап ҡала. (Урыны менән тауышын үҙгәртә биреп.) «Шефҡа ла шулай тибеҙме?» — «Эйе». Обком секретары, быны ишеткәс, йәнә аптырап ҡала. «Һин, бәлки, беренсегә лә шулай тиерһең?» — «Әйтергә тура килә».
Алыҫтан күк күкрәүе ишетелә.
Беренсе секретарь, тыңлап бөткәс: «Йә, әйт әле, — ти,— ниңә һин беҙҙе тура ҡарарға ҡурҡа, күҙ йомоуҙы артыҡ күрә, тип уйлайһың?»
Вьюгин. Ишь һин...
Закиров. «Коммунистар, — ти беҙҙең герой, — үҙ-үҙҙәрен тәнҡит итергә хоҡуҡлы. Был шулай түгел икән, был һүҙҙәрҙе партия Уставынан һыҙып ташларға ҡала», һәм дауам итә: «Политотдел начальнигы намыҫлы кеше булһа кәрәк, һөйләшеү тик ике арала булған, шаһиттар юҡ, ул бит, яла, тип әйтә алған. Ул сағында тегеһенә эләгер ине». Беренсе секретарь, һүҙһеҙ ҡалып, барыһын кабинеттан ҡыуып сығара... Тиҙҙән атайым партияға, эшенә лә кире ҡайтарылды. Ә бөтөнләй икенсе төрлө булыуы мөмкин ине... Ул саҡта Сәғәҙиев бөгөн бында ултырмаҫ ине.
Вьюгин ауыҙын ҡыйшайтып көлөмһөрәп ҡуя. Рахманов, Сәғәҙиевте иғтибар менән күҙҙән үткәреп, ирекһеҙҙән Улинға күҙ һирпә. Уларҙың, ҡараштары осраша.
Улин (шунда уҡ етди төҫ алып). Рөхсәт итегеҙ?
Рахманов баш ҡаға.
(Закировҡа). Мин иҫкәртергә тейешмен: судта кеше дәрәжәһе, маҡтау-ололау һүҙҙәре түгел, ә фәҡәт закон хаҡлығы еңә. Һүҙ ҙә йәмғиәт хужалығы әлкәһендә аҫтыртын эш итеү, эшкә түләү политикаһын боҙоу, дөрөҫөрәге, шуларҙың нәтижәһе, законлыҡты боҙоу тураһында бара. Тик ошо факттарҙан сығып тикшерелергә тейеш бөгөнгө эш.
Закиров (йәнен әсендергәндәрҙең барыһын әйтергә яйы килеүен көтөп). Факттар бер яҡтан ғына яҡтырта! Уларҙы беҙ йәшәгән тормоштан... (Сәғәҙиев яғына ымлап) һәм уның тормошонан айырып аңлап булмай. Әле мин һөйләгән ваҡиғаның мәғәнәһе (Улинға) «маҡтау һүҙҙәренән» тәрәнерәк. Иң ауыр хәлдәрҙә лә баш эймәйенсә иҫән ҡалып була икән, тигән һабаҡ бирмәйме ул?.. Етлекмәгән, бауырыбыҙҙы ҡоротҡан реформаларға ҡаршы, кукуруз сәсергә, аттарҙы, шәхси малды бөтөрөргә, тип бишкә төрләнеүсе «авторитеттарға» ҡаршы беҙҙә бер кем һүҙ әйтә алманы...
Яҡында күк күкрәп ҡуя.
(Сәғәҙиевкә күҙ һирпеп). Бер уның ғына ҡыйыулығы етте беҙҙә. Мин, уның өсөн ҡурҡып, кәметәйек, ябайыҡ шул промыслаларҙы, тип ялбарырыға тотондом — шулар өсөн уны эштән сығарырға йыйына инеләр. Шул саҡ аңланым мин...
Икенсе заседатель. Нимә аңланығыҙ?
Закиров (ярһый башлап). «Ни менән еңдек беҙ һуғышта, бары тик ҡорал менәнме? — тип шып туҡтатты ул мине. — Юҡ, ҡөҙрәтле хәтер менән дә! Ҡәҙерен белеп, иҫтә тоторҙай әйберҙәр күп ине. Ниңә крәҫтиәндәр ерҙән китә бөгөн? Беҙ уларҙың хәтерен ағыулап өлгөрҙөк! Һауыҡтырырға кәрәк уны, һуң булмаҫ борон. Аҡса шуның өсөн кәрәк! Мөғжизәгә өмөтләнмә». Бына ни тине ул миңә... (Бүтән тонда.) Ҡыйыулыҡ илаһи көс түгел әле. Ғәҙел эш өсөн булғанда ғына изге ул ҡыйыулыҡ... Тәки уны эштән сығаралар ине ул саҡта ла, әммә шул мәл — шәхси һәләтлелекте, экономик методтарҙы үҫтерергә, үҙ ереңә һәйбәтерәк ҡулайлаштырырға саҡырыу — былар барыһы ла Сәғәҙиев эшләгәндәргә тура килде!
Улин күҙ ымы менән Рахмановтан рөхсәт итеүен һорай.
Рахманов (уға баш ҡағып, Закировҡа). Рәхмәт.
Закиров ултыра.
Улин (аяҡ өҫтө баҫып). Закиров, (бәхәс итә алмаҫлыҡ рәүештә) кеше, минең аңлауымса, бөгөнгөһө менән баһалана. Уның бөгөнгөһөн үткәндәре менән аҡларға тырышыу һәйбәт түгел. Үткәндәре уның бөгөнгөһөнә таянып ҡына йәшәү көсө ала.
Рахманов Улиндың эште оҫта тотоуын тойоп, уға иғтибар менән күҙ һала.
Иптәш председатель, уйлағанымса, шаһиттарҙан ҡабат һорау алыу тикшерелгән эшкә яңылыҡ өҫтәмәй. Беҙ бер урында тапанабыҙ. Шуға күрә мин шаһиттарҙың бындай күрһәтмәләр биреүен туҡтатыуҙы талап итәм.
Яҡупов. Прокурорҙың фекеренә ҡушылам.
Вьюгин (урынынан ауыр күтәрелә, тулҡынланып, ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән). Миңә һүҙ биреүегеҙҙе һорайым. Ҡайһы бер яңы факттар килтерергә итәм. (Протезын шығырлатып, һау аяғына таяна.)
Икенсе заседатель Рахмановтың ҡолағына ниҙер шыбырлай, тегеһе Беренсе заседателгә йөҙөн бора, ҡыҫҡа ғына кәңәшләшеп ала.
Рахманов (Улинға). Ғәфү итегеҙ. (Вьюгинға). Ниндәй яңы факттар? Тик эш буйынса ғына.
Вьюгин (алға ынтылып). Ҡотто алған ҡоролоҡта, ике йыл рәттән — һеҙ уны хәтерләргә тейеш — беҙ мал-тыуарҙы һуйып бөтә, йәштәрһеҙ тороп ҡала инек; прокурор (бөтә көскә) саҡ-саҡ экономик диверсия тип атамаған консерва цехы, промыслалар эше ҡотҡарҙы беҙҙе! (Ярһып.) Рәхимһеҙ был ике йылда, тирә-йүн ҡара көйгән саҡта, беҙ халыҡтың эш хаҡын һис кәметмәнек, сөнки ун йыл буйы беҙ хужалыҡты үҫтерҙек, бар кәрәк-яраҡтарҙы төҙөп, һатып алып бөттөк, колхозсының хеҙмәткә, колхозға ышанысын нығыттыҡ! Ҡоролоҡ йылдарында беҙ дәүләттән бер генә һум да алманыҡ! (Инде һалмаҡлабыраҡ.) Әгәр ҙә беҙ, ҡоролоҡҡа ҡаршы торорға әҙер булмай, башҡалар кеүек мал-тыуарҙы һуйып бөтһәк, ашығыс ярҙам һорап оран һалһаҡ, кредит, ссуда умырып, шунан уны списать иттерергә тупһалар тапап йөрөһәк икән — бына шул саҡ, һеҙҙеңсә, беҙ дөрөҫ эшләгән булыр инек, һәм бөтәһе лә законлы булыр ине...
Харисова. Әйтерең бармы...
Вьюгин. Элекке йыл беҙҙең колхозда семинар уҙғарҙылар. Бер нисә союздаш республиканан колхоз-совхоз етәкселәре, ғалимдар килде. (Түш кеҫәһенән газета сығарып.) Нимә тип яҙып сыҡты улар беҙҙең күп тиражлы газетала? (Газета битен аса.)
Улин (Рахмановҡа). Судты төп мәсьәләнән ситкә бороу был.
Икенсе заседатель Рахмановтың ҡолағына шыбырлап ниҙер иҫбат итә.
Вьюгин. Мин бер генә минутҡа...
Рахманов (Улинға ғәфү үтенеүсән тонда). Тыңлайыҡ әйҙә. (Вьюгинға, ҡәтғи рәүештә.) Ҡыҫҡа ғына.
Вьюгин. ВДНХ, ауыл хужалығы экономикаһы павильоны директоры. (Ашығып уҡый.) «Павильон ҙур ауырлыҡ менән барлыҡҡа килде. Скептиктар, колхоз-совхоздарҙың экономик ҡаҙаныштары тураһында материал табыу шикле, тиҙәр ине. «Ҡыҙыл нур» кеүек колхоздар булмаһа, павильон да булмаҫ ине». Ауыл хужалығы экономикаһы институты профессоры: «Ҡыҙыл нур» хәҙерге замандың бөтә талаптарына яуап бирә». Колхоз председателе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Белоруссия.
Байымов, йөҙө үҙгәреп, Вьюгинға борола.
«Мин был колхозға килгәс, уны ярышҡа саҡырырға йыйына инем. Хәҙер күрәм: беҙ ярыша алмайбыҙ. Тиҙҙән иптәш Сәғәҙиевкә Хеҙмәт Геройы исеме бирелер, тип ышанам мин».
Рахманов. Етте.
Беренсе заседатель (Вьюгинға). Ҡайҙа баҫылды был?
Вьюгин. Колхоздың күп тиражлы газетаһында.
Беренсе заседатель. Сәғәҙиев председатель булған колхоздамы?
Вьюгин. Эйе.
Беренсе заседатель (йөҙөн һытыбыраҡ). Рәхмәт.
Рахманов. Ултырырға мөмкин.
Вьюгин, Беренсе заседателгә төбәлеп, ҡатып тора.
Байымов. Мөмкинме миңә?
Рахманов. Рәхим итегеҙ.
Иренен ялап, Вьюгин ултырғысына сүгәләй. Өмөтө тамам өҙөлөүҙән, ул меҫкенләнеп ҡалған төҫлө.
Байымов (урынынан тороп). Мин үҙ фекеремде судҡа көсләп тағырға йыйынмайым, әммә шуны әйткем килә: «эмоциональ» суд бында эштең асылын аса алмай, томалай. Сәғәҙиевтең эшенә баһа биреү уны дәртләндереүсе кешеләрҙең булыуы менән дә ауырлаша. Экономик ҡаҙаныштарға тыштан ғына ҡарап, улар Сәғәҙиевте маҡтай ине... Эйе, аҡса көс бирә беҙгә. Тик һәр саҡта ла бәхәсһеҙме аҡса биргән көс, һәр саҡ еңеүгә килтерәме ул?.. Бер һәләтле яҙыусының сер итеп кенә асылып һөйләүе хәтеремдә. Сығыштар яһап, ул аҡса эшләргә һалыша. Ваҡыт үтә, һәм ул кинәт уға хәҙер, яҙыуға ҡарағанда, һөйләүе еңелерәк булыуын төшөнә...
Яҡупов (ирекһеҙҙән). Һе.
Байымов. Юҡ, уны файҙа килтермәгән тип әйтеп булмай. Ләкин китаптар ҡайҙа? Ә әҙип өсөн әҫәр ғәзиз, үҙ балаһы кеүек. Тормош маҡсаты ялған булып сыға: әҙип яҙыуҙан туҡтай... Крәҫтиәнде ярҙамсы эштәр менән аҡса һуғыуға этеү — уны ерҙән биҙҙереү тигән һүҙ. Крәҫтиән хеҙмәте ергә тоғро, уға таянған саҡта ғына үҙен аҡлай, ышаныслы ул.
Рахманов (уйсан һәм тын ғына). Эйе.
Байымов (үҙен инде иркен тотоп). Нимә иҫбат итергә тырыша шаһиттар? «Колхоз бай ине». Ләкин бына шул уҡ факттың икенсе яғы. Беҙ Сәғәҙиевкә былай тигән инек: һин — бай (нимә иҫәбенә икәнен ҡалдырып торайыҡ), алға сыҡҡанһың икән, күршеләреңә ярҙам ит, был һинең байлығыңды аҡлай ғына, һуҙ ҡулыңды! Ул беҙгә ҡуҡыш күрһәткәндәй итә ине... Алға сыҡҡың килһә, йәшәй бел һәм бер тинеңде ҡулдан ысҡындырма. Кемдә көс — шунда хаҡлыҡ. Мине мин иткән — байлыҡ ул, ә мине уратҡан тормош түгел. Бындай әхлаҡ тамырланһа, һинең эшең рухи, идеологик яҡтан бушаҡ, боҙоҡ. Ул сағында хатта осраҡлы ғына хәл дә һине һөрлөктөрә ала. Мин был турала әйтергә тейеш инем. Сөнки быны аңлау бер суд коллегияһы өсөн генә мөһим түгел. (Ултыра.)
Икенсе заседатель (паузаға юл ҡуймай). Минең Закировҡа йәнә һорауым бар.
Улин, күрәләтә көрһөнөп, баш сайҡап ҡуя, Закиров урынынан тора.
Сәғәҙиевте партиянан сығарғанда һеҙ ниндәй позицияла инегеҙ?
Закиров (тыйнаҡ ҡына). Колхоз парткомында бер мәлгә генә Сәғәҙиев ике арала ҡалды. Ҡотҡарып булырҙай шул минутта бер тауыш хәл итте. Райком бюроһында партиянан сығарыуға ике кеше ҡаршы килде: комсомол райкомы секретары менән совхоз директоры.
Ҡыймай ғына күк күкрәп ҡуя. (Хәҙер ул, бер ҡасан да булмағанса, зиһенен йыя, шелтәһеҙ.)
Дауыт Усманович, һеҙ бит уны яҡлай, кәңәшләшә инегеҙ уның менән. Тәүге осорҙа. Ә унан ни булды һуң?
Байымов (тартыныуһыҙ). Беҙ уның менән конфликтта түгел инек. Минең үҙемә уның...
Закиров. ...зыяны теймәне.
Байымов (тыныс). Ярай, шулай ҙа булһын, ти.
Закиров. Сәғәҙиев бер тапҡыр ғына ҡотҡарманы районды. Ҡоролоҡ йылында, башҡа хужалыҡтар мал-тыуарын һуйған саҡта, Сәғәҙиев уларҙың меңдән ашыу быҙауын һатып алды.
Икенсе заседатель. Һеҙҙең колхозда ҡоролоҡ булманымы ни?
Закиров. Унан алдағы йыл иген бик уңғайны, һалам ифрат күп булды. Көҙөн һәм яҙын уны колхоздар эҫкертендә яндырҙылар, һөрөүгә ҡамасаулай тип. Ә Сәғәҙиев, беҙҙең бер йыллыҡ курмы запасы була тороп, һаламды һәйбәтләп өйҙөртөп ҡуйҙы. Ошо һалам һәм запас менән ул үҙ малын да һаҡланы, теге быҙауҙарҙы ла үҫтерҙе. Биш йыллыҡтың һуңғы йылында шундай күләмдә ит тапшырҙы... Мин быны һандар менән раҫлай алам. Һәм район алға сыҡты. Ит буйынса.
Һаубан апай (ҡаңғырып ултырған килеш, үҙалдына). Эй, раббым, ҡайҙа булды былар барыһы?..
Закиров. Дауыт Усманович ул йылы Ленин ордены алды. Ә бер колхоз председателенә герой исеме бирҙеләр, Сәғәҙиевтән күп тапҡыр артта булһа ла. Ә Сәғәҙиевкә — бер нәмә лә...
Байымов. Һин бит беләһең...
Закиров (уны ишетмәгәндәй). Мин, больницанан сығып, тиҙерәк уны күрергә, йыуатырға ашыҡтым... Һәм баҫыуҙа осраттым уны. «Эй, дуҫҡайым, — тип көрһөндө ул, — ҡасан да бер үҙ иттеме улар мине? Хәҙер бигерәк тә, ана, тикшереү башланды...» һәм баҫыуҙа эшләгән колхозсыларға ҡарап: «Бына улар — минең бәхетем дә, наградам да, — тине. — Ошонан башҡа мин бер ни теләмәйем». Быны ул шундай һағыш менән ышаныслы итеп әйтте, мин ни тиергә лә белмәнем...
Һаубан апай (ауыр уйға тарып, еңелсә генә баш ҡаға). Еңеү ине был... Тик еңеү уға шатлыҡ ҡына түгел, ҡайғы-хәсрәт тә алып килде...
Закиров (Байымовҡа текләп). Беҙҙә юл ыңғай ЦК работнигы булыуы иҫегеҙҙәме? Хужалыҡтарҙы ҡарап сыҡҡас, ул актив йыйҙы ла: «Нисек инде, иптәштәр, — тип һорау бирҙе, — һеҙҙә бер колхоз, Госплан иҫәбе буйынса, ун ике йылға алға киткән?! Ниңә бындай хәл, бүтәндәр шул тиклем артта?» Ә тел төбөндә, тимәк, һүлпән эшләйһегеҙ, тиеүе һиҙелеп тора ине.
Байымов, йөҙөн бороп, нимәлер әйтергә итә, әммә өлгөрә алмай.
(Уның йөҙөнә) Сәғәҙиев, барыһына ҡаршы сығып, яҡты маяҡ кеүек, тирә-яҡтың йөҙөн аса һәм һеҙҙең эшегеҙҙе юҡҡа сығара ине! Бына ни өсөн уны салғыйынан тотҡандай итә инегеҙ — боҙма араны! Ә ул һаман алға йүгереүен белә. Был дыуамаллыҡ кеүек ине. Ләкин был киләсәккә ынтылған дыуамаллыҡ ине!
Һәммәһе уға төбәлгән.
Йәнә бер әйбер... (Байымовҡа тишә ҡарап алып.) Сәғәҙиев һеҙҙең менән беҙгә ҡарағанда аҡыллыраҡ һәм белемлерәк тә ине. (Ярһып.) Ленин томдарын, ғалимдарҙың әҫәрҙәрен, биттәрен билдәләп, ул өй эсенә теҙеп ҡуйғайны; был — ҡоралы ине уның. Илдәге бар үҙгәрештәргә ул шундай төплө баһа бирә — уның алдында тик чин-дәрәжәһе менән ҡуҡырайыусылар ауыр хәлдә ҡала ине. Ул ҡараны ҡара, бәләне бәлә, ти ине! Тура һүҙ — нәҡ тормошса, тип иҫәпләне ул. (Ирен сите менән генә көлөмһөрәп.) Күпме түҙеп торорға мөмкин бындай кешегә?.. (Йөҙө ҡатып, уйсанланып.) Эйе, мәшһүр кеше мәшһүрлеге беҙҙе ҡурҡытмай ҙа, түбәнһетмәй ҙә; ябай кеше мәшһүрлеге ҡурҡыта һәм хурлай беҙҙе...
Беренсе заседатель. Ғәфү итегеҙ, мин аңлап...
Закиров (уға иғтибар итмәй). Ул төҫкә-башҡа, күреп тораһығыҙ, мөһабәт тә, олпат та түгел һәм ни бары колхоз председателе... Нисек баҙнат итә, ни хаҡы бар уның беҙҙе иҫкәртергә, тәнҡитләргә, өйрәтергә! Хәтәр әҙәм бит был... һәм уй-хыялы аҡ кешене ҡара эсле бәндәгә тиңләнеләр...
Улин. Иптәш председатель...
Закиров (унан уҙҙыра ҡысҡырып). Партия, кешенең ныҡлығын, ҡаршы тора алыуын баһалағанда ғына, көслә! Ә беҙҙең өсөн йыш ҡына, номенклатураға инеп, күп тапҡыр эште бөлдөргән, урындан урынға күсереп йөрөтөлгән, мамыҡ кеүек йомшаҡ, һәр тарафта килешеүсән әҙәм ҡиммәтлерәк!..
Улин (ҡәтғи рәүештә). Мин протест белдерәм.
Яҡупов. Ҡушылам.
Беренсе заседатель. Мин дә ҡушылам.
Икенсе заседатель. Мин протесҡа ҡаршымын.
Рахманов. Протест ҡабул ителә. (Закировҡа.) Һеҙ тағы нимәлер әйтергә итәһегеҙме?
Сәғәҙиев хәҙер бар булмышы, уй-хисе менән судта. Колхозсыларҙың ғазабы, өмөтһөҙлөгө һәм шомо һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә уның йөҙөндә сағыла. Берсә ул, бәғерен һағыш быуғандай, ағарынып китә, берсә һүлпән генә йылмайып ҡуя; әле ул үҙ колхозсыларының зирәклеген, эскерһеҙлеген күреүҙән, әллә инде күңеле тулып, әллә инде зиһенен йыйып, башын эйә.
Закиров (иҙәнгә ҡарап, тоноҡ тауыш менән).Мин ғәйеплемен... Морат Гәрәевич алдында. Атайым иҫән булһа, ул мине ғәфү итмәҫ ине. Эйе, мин ауырыным. Әммә был аҡламай. (Тауышы көсәйә башлап.) Беҙ барыбыҙ: уның дуҫтары ла, уға һыйынырға йәиһә кәңәш, ярҙам һорап килеүселәр ҙә уның көсөн артыҡ баһаланыҡ һәм хаҡлыҡ еңер тип тә ышана инек. Ул бүтәндәр осөн көрәшкәндә көслө ине, ә үҙен яҡлау көнө еткәс, уның көсө булмай сыҡты, һәм беҙ шул минутта ауыҙ асып ҡалдыҡ... Ләкин бер әсә үҙенең улы тураһында, йөрәген һыҡтылар баламдың, был хәйерлегә булыр, сөнки хәҙер ул ысынлап көрәшә башлаясаҡ, тигән. (Аҙ ғына тынып) Хаталар беҙҙең колхозда түгел, улар беҙҙең колхозда асылды ғына! (Ултыра)
