Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
1.Конные полки 9-го (Усярганского) кантона в 1...doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
532 Кб
Скачать
☆

В. Зефиров. Йәнтүрә хикәйәте (1847 й.)

…Өйҙәге бер нәмәгә иғтибар иттем: тимер күлдәк – башҡорттарҙың боронғо һуғыш кейеме…

-- Был монаят һеҙҙә хәҙер ҡулланыламы? – тип ҡыҙыҡһындым.

-- Юҡ, хәҙрәт, -- тине Йәнтүрә, -- беҙҙең егеттәр инде буҫтау көрткә, киверҙарҙа ғына йөрөй ыҫпайланып – ауыр тимер күлдәктәр онотолдо. Әүәлге заман башҡорттары бүтәнсә ине: әйтәйек, хәрби сәфәргә саҡырһалар, тимер күлдәк кейәһең, өҫтөнән – күк көптән, башыңа – аҡ ҡалпаҡ, арҡаңда – уҡлы һаҙаҡ, билеңдә -- ҡылыс, ҡулыңда – һөңгө һәм китәһең командир ҡушҡан яҡҡа. Шундай кейем-ҡоралда мин француздарға ҡаршы һуғышта һәм уларҙың баш ҡалаһы Парижда булдым.

-- Ә нисек, матурмы Париж? – тип һораным.

-- Данлы ҡала, ифрат шәп! Ә ҡатын-ҡыҙҙарысы!.. – тип өҫтәне көлөмһөрәп, -- иҫ китмәле һылыуҙар! Тик шуныһы -- әбекәйем яңғыҙымды ҡыҙырырға ебәрмәй ине… Сая ҡатын!

-- Нисек инде ҡатын, -- тип аптырап бүлдерҙем, -- әллә ул да һуғышта булдымы?

-- Булды, миҙалы ла бар.

…Һүҙ ыңғайында ул француз яуындағы үҙенә бәйле ике ваҡиғаны хикәйәләне.

Беҙҙең ғәскәр Дризенгә бик ҡыҙыу барҙы. Беҙ өс көн һәм өс төн аттарыбыҙҙан төшмәнек. Ул ваҡытта августың урталары ине. Эҫе һауа кешеләрҙең тынын ҡура. Бик ныҡ арыным. Ат өҫтөндә көскә-көскә генә килдем. Ахырҙа, бара торғас, минең хәл тамам бөттө. Мин атты юлдың бер яғына ҡайырҙым да үләнгә яттым. Бисәм дә үҙемдең янда ине. Ул да минең янға ултырҙы. Ул өҙөлөп-өҙөлөп илай башланы. Мин саҡ-саҡ ҡына тын ала инем. «Хуш бул,— мин әйтәм,— тыуған илем Бангкортостан, хуш булығыҙ киң сахраларым, мин һеҙҙе хәҙер яңынан ҡайтып күрә алмам инде». Миңә бик ҡыйын, бик ауыр ине. Тамағым кипкән. Беҙҙән алыҫ түгел күтерле соҡорға оҡшаған, ылымыҡлы бер бәләкәй күл бар икән. Нисек етте шулай, бисәм ярҙамы менән, шыуышып шул күл янына барып еттем. Сисендем дә бер сәғәт самаһы һыу эсендә яттым. Миңә еңел булып китте. Аяҡҡа баҫып, һыуҙан сыҡтым. Сығыу менән мин ҡурҡып киттем: көллө тәнемде, муйынымдан алып табаныма тиклем, һөлөк һырып алған. Бисәм ҡурҡыуынан йығылып китә яҙҙы. Ҡурҡыуҙан һуң мин шатландым. Ҡанымды тағы бер аҙ һурһындар әле тип, яңынан һыуға инеп яттым. Һыуға өсөнсө тапҡыр инеп ятҡандан һуң, минең ҡанымды эсеп туйған һөлөктәр үҙҙәре төшөп бөттөләр. Шунан һуң тәнем еңеләйеп китте. Ауырлыҡ ҡул менән һыпырып ташлаған кеүек булды. Мин үҙем кейенеп, атыма ырғып мендем. Бисәм менән икәүләп, үҙебеҙҙең әтрәтте ҡыуып еттек.

Икенсе бер ваҡыт мин тыуған илемә әйләнеп ҡайтыуҙан бөтөнләй өмөтөмдө өҙгәйнем. Бисәм генә ҡотҡарып алып ҡалды. Ҡайһы урында икәне хәтеремдә ҡалмаған, беҙҙе бәләкәй бер күҙәтселек әтрәтенә ҡуйҙылар. Белмәйем, беҙ нисектер күрмәй ҡалғанбыҙ, таң атып килгәндә, түштәренә тимер таҡта кейгән егермеләп француз беҙҙең алға килеп съгкты. Беҙ тиҙ генә һөңгөләребеҙҙе эйәргә нығытып, һөрән һалып, яуыздар өҫтөнә ташландыҡ. Мин атланған ат бик йылғыр, ҡурҡмаусан ине. Сабып барған ыңғайға бер французды һөңгөм менән сәнсеп йыҡтым. Һөңгөнө тартып алып маташҡанда, икенсеһе килеп, ҡылысы менән минең яурынға сапты. Тимер кейем сыҙаманы, мин сабылған яурын менән аттан йығылып төштөм. Шунда иҫтән яҙғанмын. Һушыма килгәндә, беҙҙең иптәштәрҙең яртыһы тегеләр тарафыыан тураҡланып бөткәнен күрҙем. Ҡалғандарының ҡул-аяҡтары бәйләнгән. Бисәм янымда юҡ ине. Мин инде уны бөтөнләй донъяла юҡтыр тип уйланым. Аттарға мендереп, беҙҙе пленгә алып киттеләр. Сәғәт ярымдан һуң ҡапыл урман араһынан бер йөҙ самаһы Дон казактары килеп сыҡты. Беҙҙе тирәләй уратып алдылар. Унлап ҡына ҡалған француздар ҡойолоп төштө. Бирелеүҙәрен белдереп, баш эйҙеләр. Ҡараһам, бисәм Дон казактары араһында йөрөй. Ул эш шулай булып сыҡты: беҙ һуғыша башлау менән, минең ҡатын, тегеләргә ҡаршы тора алмаясағыбыҙҙы аңлап алып, һуғыш майҙанынан тайшанып сыҡҡан да, беҙҙең главный әтрәткә хәбәр иткән. Эйе, әгәр ҙә бисәм булмаған булһа, мин үҙ илемдә былай итеп байрам ҡороп, күңел асып йөрөй алмаған булыр инем. Яманлап бер һүҙ ҙә әйтерлек түгел. Бик яҡшы һәм дан бисә!

Кем һәм ҡайҙан ул яугир Йәнтүрә?

“Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе”нән беҙ уның Үҫәргән башҡорто икәнлеген, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Жултый ауыл советындағы Этбай (Үрге Ырыҫҡол – Ҡаҫмарт йылғаһының уң ярында) ауылынан икәнлеген күрәбеҙ (бабаһы – хәҙерге Башҡортостандың Йәнсура районындағы Өмбәт ауылын нигеҙләүсе Өмбәт батыр). Шәжәрәнән өҙөп алғанда:

  1. Яукүсте (Күскенсе) Мусаҡай улы. – 2. Именбирҙе Күскенсе улы. – 3. Таймас-бей (кенәз) Именбирҙе улы (Шешәйҙәр араһы Ҡәҙерша, Аҡназар ауылдары). – 4. Бабай Таймас улы (хәҙерге Күмертау ҡалаһы ереккән Бабай ауылын нигеҙләүсе). – 5. Өмбәт-абыҙ Бабай улы (Һамар буйынан Өҫкәлек буйына килә: 1600-1703 йй.). – 6. Этбай Өмбәт улы (Этбай – Үрге Ырыҫҡол-Этбай ауылын нигеҙләүсе). – 7. Бохарбай батыр Этбай улы. – 8. Йәнтүрә батыр (1812-1814 йй. Батыры) Бохарбай улы…

4

Фронттағы башҡорт яугирҙәренең фиҙакәр батырлығын, рухи-мәҙәни һәм әхләҡи баҙыҡлығын һоҡланып ихлас тасуирлаусы яҙма хәтирәләр байтаҡ; шуларҙан был мәҡәләгә, темабыҙға ярашлы, күберәген Үҫәргәндең 1-се, 7-се, 8-се, 9-сы Башҡорт атлы полктарына ҡағылышлылары һайлап алынды.

Рухи-мәҙәни һәм әхләҡи баҙыҡлығы, тигәндә, Бөйөк Британияның Рәсәй армияһындағы вәкиле генерал Р.-Т. Вильсон көндәлектәренең Таруса ҡалаһында 1812 йылдың 13 октябрь сәхифәһе ҡыҙыҡлы. Шуныһын да иҫкәртәйек: был әфәнде, Көнбайыш Европала тамырланған хаталы ҡағиҙә буйынса бөтә төркиҙәрҙе, шул иҫәптән үҙе күргән башҡорттарҙы ла, “татар” тип атай, ләкин яҙмала Платов армияһындағы 9-сы Башҡорт (Үҫәргән) атлы полкы тураһында һүҙ бара. Күп генералдар менән бергә Платов табынында һыйланғанда, ти ул, башҡорт полктарының береһенән белдермә-хәбәр килде – сиркәү биҙәктәрен иретеп ҡойған бик күп алтын-көмөштөң француз-дошмандан тартып алыныуы, ә “беҙҙең тарафтан уларҙы йомоп ҡалдырыу оло гонаһ буласағы” әйтелеп, шул хазина генералдың ҡарамағына оҙатылған. Эй илаһым, юғарыраҡ кимәлдәге милләттәргә әхләҡи өлгө булырлыҡ ниндәй күркәм сифат һаҡланған быларҙа! – тип һоҡлана көндәлек авторы һәм бер казак полкында шундай уҡ хәрби улъяны дәррәү бүлешеп алып байығанлыҡтарын үҙ күҙҙәре менән күреп аптырай…

Урыҫ авторы А.Н. Олениндың шул уҡ темаға фәһемле хәтирәһен, тәрән мәғәнәле тәьҫир көсөн һаҡлар өсөн, үҙ телендә килеш бирәйек: