- •1812 Йылғы Ватан һуғышында 9-сы кантон (Үҫәргән) атлы полктары
- •П. Размахиндың “Башҡорттар тураһында мәғлүмәттәр”енән
- •Аноним авторҙың “Башҡорттар тураһында иҫкәртмә”һенән
- •В.М. Черемшанский башҡорттарҙың һуғыш оҫоллоғо тураһында
- •Полки, созданные в 1811-1812 гг. В Оренбургской губернии
- •В. Зефиров. Йәнтүрә хикәйәте (1847 й.)
- •Из «Рассказов из истории 1812 года» а. Н. Оленина
- •Француз армияһының әсир төшкән офицеры лейтенант с. Рюппель иҫтәлектәренән
- •Молево Болото ауылы эргәһендәге һуғыш тураһында француз армияһы врачы Генрих Роостың иҫтәлектәренән
- •Бородино һуғышы алдынан башҡорттар менән атышыу тураһында француз офицеры м. Кабо иҫтәлектәренән
- •Хәрби фармандан
- •Из приказа главнокомандующего армиями князя м. И. Кутузова по армиям с объявлением благодарности казачьим полкам с. Ф. Балабина 2-го и и. Е. Ефремова
- •Из “Списка штаб- и обер-офицерам, отличившимся в сражении противу неприятеля Февраля 22 дня
- •О выдаче начальником отдельного летучего отряда генерал-лейтенантом графом м. С. Воронцовым свидетельств 1-му Башкирскому полку
- •Список офицеров 1-го Башкирского полка, награжденных «за отличную храбрость, оказанную в преследовании неприятеля в 26 день августа месяца при местечке Герцберхт»
- •Из “Списка генералам, штаб- и обер-офицерам с отметкою награждений”
- •Рапорт начальника отряда генерал-лейтенанта графа м. С Воронцова генералу от кавалерии барону ф. Ф. Винценгероде о награждении офицеров
- •Рапорт генерал-майора е.Ф. Сталя генерал-майору графу и.К. Орурку Об отличившихся воинах 1-го Башкирского полка
- •Рапорт генерала от кавалерии барона ф. Ф. Винценгероде императору Александру I о награждении отличившихся воинов
- •Список отличившихся зауряд-чиновников Башкирского войска
- •27 Декабря 1818 года
- •Сотника 9-го Башкирского полка Аккусюка Тимербаева орденом Св. Анны 3-го класса за сражение под Лейпцигом
- •Предписание Управления начальника Главного штаба соединенных армий генерал-лейтенанту графу и. К. Орурку
- •Прошение полкового командира
- •Именной список чинов 9-го Башкирского полка, представленных к наградам за отличия в разных сражениях, с указанием даты представления и лица, кому было направлено представление
- •Список отличившихся зауряд-чиновников Башкирского войска
- •27 Декабря 1818 года
- •Список отличившихся и награжденных башкир в период Отечественной войны 1812 года и Заграничного похода 1813-1814 годов, составленный управляющим 2-м отделением 9-го кантона Юлбердиным
- •Указ императора Александра I Правительствующему Сенату о роспуске ополчения
- •Урыҫ армияһы сафтарында Көнбайыш Европа ҡалаларына кергән башҡорт яугирҙәре тураһында сит ил авторҙарынан
- •Гусселдың “Лейпцигта беренсе урыҫтар” тигән яҙмаһынан,
- •1813 Йылдың марты
- •Немец тарихсыһы һәм шағиры и.Ф. Даниилдың “Зальцведела беренсе казактар” тигән хикәйәтенән
- •Адмирал а.С. Шишков яҙмаларынан
- •И.И. Лажечников яҙмаларынан
Молево Болото ауылы эргәһендәге һуғыш тураһында француз армияһы врачы Генрих Роостың иҫтәлектәренән
8 августа беренсе ҡояш нурҙары менән… ҡапыл һуғыш ораны яңғыраны: “Дошман килә!” Артынса уҡ көллө тарафтарҙа атыш ишетелде, тревога борғоланылар һәм беҙ яп-яҡында урыҫтарҙы күрҙек, улар ошоғаса Инковта торған, тулыһынса буталышҡан француз полктарын ҡыуып килә ине. Бындай осраҡтарҙа мин һәр саҡ беренселәрҙән ат өҫтөндә булғанлыҡтан, ҡасып килгән француздарҙың аймылышып ҡаушауынан был эштең насар бөтәсәген шәйләнем… Беҙ, берләшмәндәр (союзниктар), рух ныҡлығы һаҡлап, …урыҫтарҙың ҡеүәтле ырғылышын туҡтаттыҡ һәм оҙаҡ ваҡыт казактарҙың һәм башҡорттарҙың алға барышына ҡамасауланыҡ. Ошонда беҙ беренсе тапҡыр уҡтарҙан атылыуға тарыныҡ, уларҙың күпселеге һауала осоп барышлайы нәҡ пүләләй һыҙғыра. Шундай уҡ бер поляк офицерының ботона тейҙе, икенсеһенең хөлләһендә тороп ҡалды; ул уҡтарҙы беҙ, иҫтәлек итеп, оҙаҡ ваҡыт тейәп йөрөттөк. Врачтарға ҡанлы эш етерлек булды, мин дә керештем. Беҙ уҡтар һәм, башҡорттоҡолор, моғайын, ниндәйҙер ҡоралға тап булдыҡ – бысаҡ та, ҡылыс та түгел, ә шуларҙың терһәк оҙонлоҡ ҡушылдығы. Мин бер офицерҙың, шундай ҡоралдан ҡурсаланырға тура килгәнлегенән зарланыуын ишеттем…
Бородино һуғышы алдынан башҡорттар менән атышыу тураһында француз офицеры м. Кабо иҫтәлектәренән
Нәүбәттәге көндәрҙә, 5-6 сентябрҙә, беҙ саҡ ҡына алға үттек, урыҫ армияһы беҙгә ҡаршы төрлө позицияларҙан һәләкәтле артиллерия ҡулланып, ныҡышмалы ҡаршы торҙо һәм казактарҙан, ҡалмыҡтарҙан һәм башҡорттарҙан хасил уҡсыларҙың тығыҙ теҙмәһе менән кәртәләнде сигенгәнендә. Ян һәм уҡтар менән ҡоралланған, уҡтарының һыҙғырыуы йәнгә тейгән ошо һуңғылары (башҡорттар. – Й.С.) бер-нисә егерҙы яраланы. Дүрт фут тирәһе оҙонлоҡтағы уҡтарҙың береһе беҙҙең полк капитанының атының муйынына тейҙе. Атыш барышында беҙ был башҡорттарҙың бер-нисәһен үлтерҙек…
Француз армияһының әсир төшкән офицеры лейтенант с. Рюппель иҫтәлектәренән
Бер-нисә көн беҙҙең яндан бер-бер артлы башҡорт полктары уҙҙы, улар, кавалерия булараҡ, мине айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Бындай полкта 400-500 кеше, бөтәһе лә ифрат көслө, киң яурынлы, ҡара һөрөңкө монгол йөҙлө, шуға күрә уларҙы бер-береһенән айырып таныу ҡыйын. Улар казак һөңгөһө, янлы-уҡлы ҙур күн һаҙаҡ, шулай уҡ бәләкәй ҡылыс менән ҡоралланған. Итектәре шпорһыҙ, быны ҡамсы алмаштыра. Баштарында һыуыҡта ҡолаҡтарынаса ҡаплатып төшөрә алырлыҡ мех тирәсле түңәрәк күк кәпәс. Офицерҙары ҡыҙыл кәпәс, баҙыҡ күк төҫлө мех көптән (кафтан) кейә, уларҙың ҡылыс ҡайышы һәм йүгәне көмөшләп биҙәлгән, ызбурыйҙары казактарҙыҡына оҡшаш. Йәнә лә иҫкәртәйем, барса казак, ҡалмыҡ, башҡорт ғәскәриҙәрендә юғары дәрәжәлекте оҫта итеп фил һөйәге, перламутр (мәрүәт), көмөш йәки алтын менән семәрләнгән эйәренә ҡарап билдәләйҙәр.
Бындай полктарҙа мин борғосолар күрмәнем. Улар, моғайын, кәрәкмәйҙер ҙә, сөнки туҡталышта йәмғе йөҙ яугир, ҡайсаҡ хатта бөтә полк бер үк ҙур ихатала урынлашҡанлыҡтан, әтрәттәр таралышмай. Мин шундай ихатаға ингәнемдә менгеләр өйөрөнөң, ерҙә ятҡан тағараҡты һарыҡтарҙай һырып алып, бөтәһе бергә ашауын күреп аптыраным. Күп башҡорттар хатта ҡаты һыуыҡтарҙа ла күлдәксән генә йөрөй бирә. Түбәләрендә өлтөк ҡалдырып сәсе ҡырып алынған баштары ғәжәп сәйер күренә ине… Улар тағы ҙур хеҙмәт күрһәтәсәк, сөнки түҙемлектәре, талымһыҙлыҡтары менән еңел хәрби берләшмәләрҙә һуғышырға ифрат йәтештәр…
Мәҡәләнең дауамында үҫәргәндәрҙең данлыҡлы дүрт полкына бәйле бик ҡиммәтле документтар, өҫтәрәк әйтелеүенсә, тәржемәлә бәҫен кәметмәҫ өсөн, тарихсыларыбыҙ төҙөгән баяғы йыйынтыҡтан нисек бар – шулай (ҡайһы урындарҙа саҡ ҡына ҡыҫҡартылып) төп нөсхә телендә күсерелеп бирелә.
