- •Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”
- •Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.
- •Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.
- •Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.
- •Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
- •Барыһы ла сыға.
- •Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
- •Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
- •Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
- •Йүгереп сығып китә.
- •Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
- •Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
- •Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
- •Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
- •Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
- •Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
- •Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
- •Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
- •Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
- •Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
- •Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
- •Шаршау. Икенсе бүлек.
- •Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.
- •Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.
- •Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.
- •Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.
- •Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.
- •Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
- •Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
- •Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
- •Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
- •Салауат бер үҙе.
- •Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
- •Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
- •Шулай атышалар.
- •Салауат атыуҙан туҡтап.
- •Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
- •Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
- •Ата. Теймәй.
- •Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
- •Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
- •Сығалар.
- •Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.
- •Салауат килеп инә.
- •Салауат та, Аллағыуат та сыға.
- •Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.
- •Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.
- •Сыға. Салауат яңғыҙы.
- •Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
- •Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
- •Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.
- •Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә. Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.
- •Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.
- •Барыһы ла аптырап ҡала.
- •Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр һәм ҡурай.
- •Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.
- •Бөркөт балаһы тауышлана.
- •Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.
Барыһы ла сыға.
Ут һүнә.
5-се күренеш.
Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
Шәриф. Кисә атайым Ташморон битләүендә Айыу күргәндәр, тине.
Сәлим. Ысынмы? Беҙ тап ошо битләүҙән киләбеҙ бит. Ҡыуышҡа юлды ҡыҫҡартам тип туранан тартҡайным.
Шәриф. Әйҙә тегенәнерәк барайыҡ.(ялан яҡҡа ынғайлай)
Сәлим. Беҙгә былай китергә бит. ( (Бер ҡыуаҡ артына китә. Сәлимдең башы ҡапыл аҫҡа төшөп юҡ була. Ул Айыу ауларға ҡоролған тәрән соҡорға “ҡолай”) А-а-а...
Шәриф. ( ҡыуаҡ ситенә йүгереп килеп) Сәлим, һин ҡайҙа? Нимә булды?
Сәлим. (алыҫтан) Ҡоланым! Соҡорға!
Шәриф. (Сәлимде күрмәй) Ҡайҙа?
Сәлим. Был яҡҡа килмә! Һин дә ҡолайһың. Соҡор өҫтөнә һалынған ағастарҙы ал!
Шәриф. Хәҙер!(бер-ике ботаҡты тартып алып ташлай. Ятып “соҡорҙо” ҡарай.) Сәлим!Сәлим!
Сәлим. Күрҙеңме? Мин һине күрәм!
Шәриф. Күрҙем! Уй, ҡалай тәрән! Имгәнмәнеңме?
Сәлим. Юҡ!
Шәриф. Әйттем бит айыу күргәндәр тип. Соҡор ҙа ҡаҙып ҡуйған һунарсылар. Һин көтөп тор. Хәҙер! (бер ағас килтереп соҡорға төшөрә) Менә алаһыңмы?
Сәлим. Юҡ. Һин... арҡан кәрәк. Бар Хәкимде саҡыр! Ҡыуыш яҡын бит. Көтөрмөн!
Шәриф. Хәҙер! ( сығып йүгерә).
6-сы күренеш.
Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
Хәким.Ҡайҙа?
Шәриф. Ошо тирәлә...(ҡарана) Сәлим!
Сәлим. Әү! Мин бында!
Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
Хәкимйән. Дә-ә-ә. Тәрән икән шул.
Сәлим. Хәким, арҡан кәрәк?
Хәким. Бар, Шәриф, ауылға. Үҙегеҙҙә булмаһа беҙҙең ат һарайынан буй арҡанды ал да һыпырт!
Шәриф. Ярай!
Хәким. Берәйһе күреп ҡалмаһын. Шым йөрө!
Шәриф. Шымсы икәнемде оноттоңмо ни?
Йүгереп сығып китә.
7-се күренеш.
Хәким. Сәлим, белештегеҙме? Иртәгә һыртҡы урам ҡыҙҙары сығамы еләккә?
Сәлим. Белештем. Сыға.
Хәкимйән. Гөлбикә сыҡһа ярар ине?
Сәлим. Нимәгә ул һиңә?
Хәкимйән. Былай... ә ниңә бөтә ҡыҙҙар ҙа Салауат та Салауат тип ауыҙ һыуын ҡороталар. Ул ғына көслө, батыр, изге күңелле , имеш.
Сәлим. Берәй этлек уйлайһыңмы әллә?
Хәкимйән. Иртәгәме? Иртәгә ҡыҙҙар минең дә батыр икәнемде күрерҙәр.
Сәлим. Нисек?
Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
Хәкимйән. Һы... Еләктә уларҙы урмандан сығып, малайҙар баҫтыра башлай. Ә мин ул малайҙарҙың кәрәген бирәсәкмен.
Сәлим. Ул малайҙар кемдәр инде?
Хәкимйән. Һы...Ниңә, бына береһе – һин, икенсеһе – Шәриф, өсөнсөһө... табырмын!
Сәлим. Ә бәлки иртәгә сыҡмаҫбыҙ?
Хәким. Ниңә, әллә күҙ атып йөрөгән берәй ҡыҙың сығамы? Әһә, теге юлы йылға буйында ҡыҙҙарҙың күлдәктәрен йәшергәндә Гөлбикәнекенә теймәгеҙ, тип яр һалғайның. Әллә һин дә...
Сәлим соҡорҙан балсыҡ киҫәге алып Хәкимгә ташлай. Уның аяғы алдына килеп ята.
Хәким. Ә-ә, һинең дә батыр булғың киләме? (ҡапыл) Туҡта, туҡта... Һине соҡорҙан сығарһам, эште боҙоп ҡуйыуың бар!
Сәлим. Мин үҙем сығам, белдеңме?
Хәкимйән. Сыҡтың, сыҡмай ҙа ни? Һин түгел ана айыу ағайың да сыға алмағанды.
Бая алған ботаҡтарҙы кире һала башлай.
Сәлим. Әй, һин нимә? Сығар! (ҡысҡыра) Сығарығыҙ! Мин соҡорға ҡоланым! (ялбарыулы тауыш менән) Хәким, теләйһенме, иртәгә мин яланға бөтөнләй сыҡмайым. Уйыңды бер кемгә лә әйтмәйем.
Хәкимйән. Булмай тигәс булмай! Хуш! Ана хәҙер Шәриф килә, сығарыр әле. (сығып китә)
Сәлим. (ялбарыулы) Хәким! Шәриф! Эй, сығарығыҙ!
8-се күренеш.
Бер аҙҙан Шәриф килеп инә. Ҡулында арҡан.
Шәриф. Сәлим!
Сәлим. Әү, Шәриф! Хәкимде күрмәнеңме?
Шәриф. Ю-юҡ! Ә ...ул бында...Шым! Кемдер килә шикелле.
Ботаҡ һынған тауыш ишетелә. Шәриф, ҡурҡып, ҡыуаҡ артына йәшенә.
Сәхнәгә Аллағыуат инә. Ерҙән сысҡан ояһын эҙләй.
Аллағыуат. Салауат, кил, бында сысҡан оялары күп!
Салауат инә.Ҡулында биҙрә.
Салауат.Эйе. Ана, юлдары күренеп ята. Бар, һыу килтер!
Аллағыуат биҙрә алып сығып китә. Салауат сысҡан ояларын тикшерә.
Салауат. Бынан ингән. Әһә, ана тегендә сығырға тейеш. (соҡор яғына ыңғайлай)
Шәриф. (ҡыуаҡ артынан) Унда барма! Соҡор!
Салауат шып туҡтай. Ҡыуаҡ артынан Шәриф килеп сыға.
Салауат. (Аптырап) Шәриф?! Нимәгә йәшендең?
Шәриф. Мин...ней...айыу килә икән тинем. Тегендә...Сәлим.
Салауат. Ә -ә-ә, унда Сәлим дә бармы ни?(соҡорға атлай)
Шәриф.Туҡта! Соҡор. Айыу ҡапҡаны. Сәлим төшөп китте.
Салауат. Ҡасан? (соҡор ситенә килеп) Сәлим?!
Сәлим. Әү! Мин бында. Шәриф күренмәйме шунда?
Салауат. Шәриф бар. Шәриф, кил, әйҙә бынау сытырҙарҙы таҙалайыҡ! (ағастарҙы ситкә ала башлай) Сәлим, хәҙер сығарабыҙ! Арҡан кәрәк булыр микән?
Шәриф. Ауылдан килтерҙем. (Йүгереп барып ҡыуаҡ артынан арҡанды килтерә) Бына!
Салауат. Һай шәп иткәнһең! Әйҙә, һин тегендә баҫ, мин бында. Бир арҡанды! (Шәриф арыраҡ баҫа. Салауат үҙе соҡор янына баҫа. Арҡанды соҡорға ташлайҙар) Еттеме?
Сәлим. Етте!
9-сы күренеш.
