- •Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”
- •Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.
- •Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.
- •Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.
- •Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
- •Барыһы ла сыға.
- •Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
- •Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
- •Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
- •Йүгереп сығып китә.
- •Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
- •Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
- •Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
- •Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
- •Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
- •Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
- •Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
- •Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
- •Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
- •Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
- •Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
- •Шаршау. Икенсе бүлек.
- •Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.
- •Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.
- •Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.
- •Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.
- •Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.
- •Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
- •Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
- •Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
- •Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
- •Салауат бер үҙе.
- •Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
- •Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
- •Шулай атышалар.
- •Салауат атыуҙан туҡтап.
- •Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
- •Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
- •Ата. Теймәй.
- •Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
- •Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
- •Сығалар.
- •Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.
- •Салауат килеп инә.
- •Салауат та, Аллағыуат та сыға.
- •Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.
- •Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.
- •Сыға. Салауат яңғыҙы.
- •Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
- •Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
- •Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.
- •Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә. Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.
- •Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.
- •Барыһы ла аптырап ҡала.
- •Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр һәм ҡурай.
- •Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.
- •Бөркөт балаһы тауышлана.
- •Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.
Шулай атышалар.
Аллағыуат. (Атыуҙан туҡтап) Беҙҙең менән булғың киләме? (Үҙе Салауатҡа ҡарай. Салауат уҡ ата.)
Сәлим. Нисек?
Аллағыуат. (Сәлимдең янына яҡын килеп) Салауат риза булһа, мин риза. Әйҙә әйтәйек!
Сәлим. Әй, минең кеүек уҡты сәпкә тейҙерә белмәгәнде...
Аллағыуат. Улай тимә әле. Һин Салауатҡа үҙең әйт! Ул ҡыйыу егеттәрҙе ярата.
Сәлим. Әллә...
Аллағыуат. Әйт, үкенмәҫһең. (Салауатҡа) Салауат, Сәлимдең һиңә бер һүҙе бар!
Салауат атыуҙан туҡтап.
Салауат. Йә!
Сәлим. Салауат! Мин...мин башҡа Хәкимдәр менән булмайым! Һеҙҙең менән булам.
Салауат. Һин шәп егет, Сәлим! Әлегә бергә йөрөтөрбөҙ. Тик Хәким менән дуҫлашмаһаң ғына. Мин бит бында бер үҙем түгел. Ана, Аллағыуат ни тиер?!
Аллағыуат. Мин риза, Салауат! Аҙаҡ Зөбәйерҙән һорарбыҙ! (дуҫының бергә булырына ҡыуанып) Кил, Сәлим! Һинең сират! (атырға саҡыра)
Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
Салауат. Төҙләгәндә уҡ башағын сәптән саҡ ҡына юғарыраҡ төҙә. Уҡ башағы аҫҡа тарта ул. Тимер бит. Ауыр.
Аллағыуат. Уң ҡулыңды ҡалтыратма!. Ара яҡын. Керешеңде бик ныҡ тартма! Йә, төҙәнеңме? Ат!
Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
Аллағыуат. Ур-ра! Тейҙе!
Салауат. Сәлим! Бына күрҙеңме? Гел дә шулай атһаң, һинән көслө уҡсы сығасаҡ.
Аллағыуат. Ә-й, сыпсыҡ атырға онотоп ҡуймайыҡ. Балапанға. (Серҙе сискәнен иҫенә төшөрөп, ҡапыл Салауатҡа ҡарай. Салауат, ниңә серҙе асаһын, тигәндәй уға шелтәле ҡарай.)
Сәлим. (ғәжәпләнеп) Балапан?
Салауат. (һүҙҙе икенсегә бороу өсөн) Ә-ә-ә, эйе, атайым бөркөт балаһына сәпсек атып алып ҡайт, тигәйне шул. Әйҙә, асыҡҡараҡ сығайыҡ та.
Аллағыуат. Ана, бер ҡош. Атып ҡарайыммы?
Салауат. Ат, ат. Алғараҡ төҙә. Ҡош шәп оса.
Ата. Теймәй.
Сәлим. Их, теймәне!
Салауат. Ҡана, үҙем атайым әле?! (Ата)
Аллағыуат. Тейҙе, тейҙе! Ур-ра!
Сәлим. Ҡайҙа?
Аллағыуат. Ана, ҡош таш кеүек аҫҡа төшә.
Сәлим. Вәт шәп!
Аллағыуат ( һыҙғырып) Салауат булһын да тейҙермәһен инде. Беҙҙең Салауат шулай ул, Сәлим!
Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
Салауат. Ҡоштоң ҡайҙа төшкәнен иҫләнеңме, Аллағыуат.
Аллағыуат. Эйе.
Салауат. Беләһегеҙме, егеттәр! (Аллағыуатҡа мәғәнәле ҡарап) Һунар бөркөттәре ошолай атып ҡолатҡан ҡошто ергә төшмәҫ борон һауала уҡ тотоп алып хужаһына килтерә, ти. Әле теге сәпсекте ҡасан табабыҙ, билдәһеҙ.
Аллағыуат. Әллә уҡ-һаҙаҡтарҙы ошонда ғына йәшереп китәйекме?
Салауат. Була инде. Иртәгә тағы килербеҙ. Сәлимгә өйрәтәһе бар бит әле. Әйҙә бынау ҡыуаҡ артына һалайыҡ та...
Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
Аллағыуат. Сәлим, әйҙә киттек, ҡошто табайыҡ!
Сығалар.
5-се күренеш.
Шомло көй яңғырай. Тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана Шәриф сыға. Ҡыуаҡ арттарын тикшереп сыҡҡас, ымлап Хәкимде саҡыра. Хәким инә. Ҡулында ҡара сепрәк менән ҡапланған ситлек. Улар балапанды урлағандар. Хәким ситлекте бер ҡыуаҡ төбөнә ҡуя ла үҙе янына ултырта.
Шәриф. Әйҙә шәберәк! Күреп ҡалһалар?!
Хәким. Туҡта! Саҡ ҡына ял итеп алайыҡ! Итегемдең силғауы төйөлгән... Тәҡәт ҡороно... ( Ултырып итеген сисә башлай)
Шәриф. Бынау көндә итек кейәләрме ни?
Хәким. Кейҙем шул. Атайым Асманды тышап ебәрергә ҡушҡайны. Кисеү аша сығырға бит... (Аяғына силғауҙы урай башлай. Хәмит ситлек янына килә)
Шәриф. Һин бәхетле. Һинең Асманың бар. Минең шундай толпар атым булһа бер нимәгә лә ҡайғырмаҫ инем.
Хәким. Ниңә, Асман минеке генә түгелсе.
Шәриф. Барыбер. Атайың һиңә уны менеп йөрөргә бирә бит. (ситлекте асырға итә). Исмаһам ошондай бөркөт балаһы ғына булһын ине. Һунарға йөрөр инем.
Хәким. ( Уның ҡулына һуғып) Асма, бөркөттө! Яҡтыны күрһә ҡысҡыра башлар. Тотолабыҙ бит!
Шәриф. Тереме тип ҡарайым ғына тигәйнем.
Хәким. Хәҙер беҙҙеке инде ул.
Шәриф. Вәт ҡылдыҡ Салауаттарға, эйеме?!
Хәким. Ә һин бөркөттөң Салауаттарҙыҡы икәнен аныҡ беләһеңме?
Шәриф. Һуң?! Ул мәмерйәне аҙна буйы күҙәттем дә. Етмәһә, эстә Салауаттың күлдәгенән ишелгән арҡан бар ине.
Хәким. Ул күлдәктең Салауаттыҡы икәнен ҡайҙан белдең?
Шәриф. Бәй-бәй, уныҡы кеүек күлдәк башҡа малайҙарҙа юҡ та. Атаһы старшина булғас Ырымбурҙан ғына килтертә ти кейемде?
Хәким. Йә, ярай. Гел Салауаттар ғына әллә кем булып йөрөмәһендәр әле.
(Итеген кейеп атлап ҡарай. Бер ерен оҡшатмай. Кире ултыра. Итеген сисә) Әһә, теге кисеүҙе кискәндә табаныма таш ҡыҫылған икән. Нимә төртә, тием. (Тирә-яғына ҡаранып нимәлер эҙләй) Шәриф, берәй ағас ботағы килтереп бир әле. Мин итекте сискәнмен.
