Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
283 Кб
Скачать
☆

I. Ойоштороу мәле.

  1. Психологик ситуация булдырыу.

Күрше күршегә ҡараны, бер-береһенә шат йылмайҙы. Ике төркөмгә бүленеү.

Исем һайлау: Аҡбуҙат, Толпар.

II. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Әңгәмә.

- Нимә ул халыҡ ижады? Яҙма әҙәбиәттән нимә менән айырыла?

Халыҡ ижадының ниндәй жанрҙарын беләһегеҙ?(слайд 1)

Борон-борондан халҡыбыҙ баланы бәләкәйҙән тәрбиәләгән. Әкиәт уйлап сығарған, һөйләгән, яҡшыны ямандан айырырға өйрәткән, бала күңеленә изгелек орлоғо сәскән.

- Әкиәттең ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ? (слайд 2)

- Батырҙар тураһында ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ? (слайд 3)

III. “Алтын тирмә” уйыны. Телевикторина (слайдтарҙа яуап 4 вариантта бирелә, дөрөҫ яуапты табырға).

  1. “Урал батыр” әкиәтен кем яҙып алған?

    • Н.Т.Зарипов,

    • Ә.Х.Вәхитов,

    • Б.С.Байымов,

    • 1956 йылда Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында Исмәғил Рәхмәтуллиндан профессор Әхнәф Харисов

2. Был юлдар ниндәй эпостан алынған?

Ҡаф тауына типһәм мин,

Он-талҡандай ыуалыр,

Тирә-яҡта йән булһа,

Береһе ҡалмай ыуалыр...

  • “Күсәк бей”,

  • ”Аҡһаҡ ҡола”,

  • ”Аҡбуҙат”,

  • “Урал батыр”

4. “Урал батыр” эпосы ҡасан, кемдән, кем тарафынан яҙып алынған? Байыҡ,

Ишмөхәмәт,

Буранбай-Йәркәй исемле сәсәндәрҙән,

1910 йылда Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан Хәмит Әлмөхәмәтовтан һәм Иҙрис ауылынан Ғәбит Арғынбаевтан М.Буранғолов яҙып алған.

Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр ҡурайҙа ла оҫта уйнағандар, йырсы ла булғандар. Ғәбит сәсән ҡурайҙа берәй көй уйнаһа, уның легендаһы менән дә таныштырған, төрлө вариантын да уйнап ишеттергән. 7000 юллыҡ эпостарҙы илар ерҙә илап, көлөр ерҙә көлөп һөйләгән. Хәмит сәсән бик уҡымышлы, ғәҙел кеше булған. Шуға күрә уны ике тапҡыр мировой судья итеп һайлап ҡуялар.

  1. Эпосты рус теленә беренсе тапҡыр кем тәржемә иткән?

  • А.Хөсәйенов,

  • А.Юлдашбаев,

  • У.Иҙелбаев,

  • Ғ.Шафиҡов, 1975 й.

Төрөк теленә кем тәржемә иткән? (филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Ибраһимов, 2-се Этҡол ауылы).

6. Эпос нисә юлдан тора?

  • 4476 теҙмә һәм 29 сәсмә,

  • 4500 теҙмә һәм 49 сәсмә,

  • 4566 теҙмә һәм 39 сәсмә,

  • 4576 Теҙмә һәм 19 сәсмә юлдарҙан

7. Эпоста кешелек тормошоноң нигеҙе булып яңғыраған оло тәғлимәт?

  • үлемһеҙлек,

  • көрәш,

  • мөхәббәт,

  • яҡшылыҡ

Кешенең бөйөклөгө был ҡобайырҙа яҡшылыҡ һәм яманлыҡ,ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек аша яҡтыртыла.

8. Был һүҙҙәрҙе кем әйткән? Мәғәнәһен аңлатығыҙ?

Донъяла мәңге ҡалыр эш-

Донъяны матур төҙөгән,

Бағты мәңге биҙәгән-

Ул да булһа яҡшылыҡ

  • Самрау,

  • Йәнбирҙе,

  • Йәншишмәгә юл күрһәтеүсе ҡарт,

  • үлә алмай ҡаңғырған ҡарт

Кешенең эшләгән яҡшылығы бер ваҡытта ла онотолмай. Изгелекте халыҡ ололай ҙа, данлай ҙа белә. Ер йөҙөндә яҡшы кешеләр ни тиклем күберәк булһа, донъя шул тиклем матур, имен була. Кешенең ҙур маҡсаты булырға тейеш. Ул маҡсат – үҙеңдән һуң ер йөҙөндә тик яҡшылыҡ ҡалдырыу.

IV. Урал батырҙы халыҡ ни өсөн тәңреләй күреп ҡабул итә? Ул үҙ халҡы өсөн ниндәй изгелектәр эшләй?

Кроссворд сисеү. Карточкалар таратып бирелә. Уртала “Һомайғош” һүҙе килеп сыға.

1. Йыландар батшаһы.

2. Бәхет ҡошо.

3. Һомайҙы кем йота?

4. Яйыҡтың олатаһы.

5. Уралдың улы.

6. Урал батыр яһаған тау.

7. 1944 йылда кемгә Башҡортостандың халыҡ сәсәне исеме бирелә?

8. Урал батырҙың улы.

Тимәк,“Һомай” һүҙе нимәне аңлата? Эпоста уның роле ниндәй? Ул нимәгә өндәй улдарын? (Янғантау, Ямантау килеп сығыуын нимә менән бәйләй халыҡ?) Һомай –бәхет ҡошо. Был һүҙ фарсы теленән килеп ингән.

V. Урал батыр образына кластер эшләү (слайд 4).

VI. Урал, Шүлгән образдарын сағыштырыу. Характеристика биреү. (Шүлгән мәмерйәһе тураһында әйтеп китеү (слайдтар 5-7)