Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
283 Кб
Скачать
☆

VII. Ҡарт һүҙҙәрен аңлатығыҙ:

Күккә лә осор - яҡшылыҡ,

Һыуҙа ла батмаҫ – яҡшылыҡ.

Утта ла янмаҫ – яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.

Яҡшылыҡ бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмай. Киреһенсә, данға күмелә, донъяны тик яҡшылыҡ биҙәй…

VIII. Урал батырҙың васыятын аңлатығыҙ:

- Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ… Был васыят бөтә кешелек өсөн әйтелгән.

- Был һүҙҙәрҙә эпостың төп идеяһы сағыла.

IX. Йомаҡ сисеү. Дүрттер аяғы, ҡайсылыр ҡолағы, таштан ҡаты тояғы (ат). Ниндәй ат тураһында һүҙ бара?

X. Аҡбуҙатты һүрәтләү. “Инсерт” алымы менән уҡыу.

Башкүнәктәй танаулы,

Һарымһаҡтай аҫаулы ...Был өҙөктө уҡып, халҡыбыҙҙың бай рухлы, телгә оҫта булыуын, йылҡы малын яратыуын күрәбеҙ.

XI. Ат – ир-егеттең юлдашы. Мәҡәлде аңлатыу. Ҡобайырҙа Аҡбуҙат кемгә ниндәй юлдаш? Ат дағаһының тормоштағы роле ниндәй? Ат еккәндә кәрәкле әйберҙәрҙе әйтегеҙ. Атҡа бәйле ниндәй йолалар бар? Атҡа борон-борондан изге хайуан итеп ҡарағандар. Хәҙер ҙә ат дағаһын тупһаға, ҡапҡаға ҡатып ҡуялар, аттың баш һөйәген нигеҙгә һалып күмеп ҡалдыралар, йәки бағанаға элеп ҡуялар. Ни өсөн? (слайд 8)

XII. Физминутка.

Ҡобайырҙа этимологик мотив. Урал тауҙарының һәм аҡҡоштарҙың барлыҡҡа килеү серен әйтегеҙ.

XIII. Урал, Һомай образдарына синквейн төҙөү.(слайд 9)

XIV. Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды А.Солтанов башҡарыуында тыңлау йәки “Уралым” видеофильмын ҡарау.

XV. Уйын. Дауам итегеҙ: Әгәр минең Аҡбуҙатым, булат ҡылысым, тылсымлы таяғым булһа…

XVI. Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ (слайд 10)

Яҡшы ир - (ил терәге)

Ерен һатҡан - (гүрен һатҡан)

Тыуған ерең - (алтын бишек)

Иле барҙың (теле бар)

Эш һөйгәнде (ил һөйгән).

XVII. Ҡобайыр сығарыу (слайд 11)

Бер тигәс тә ни яман?

Ике тигәс тә ни яман?

Бер тигәс тә ни яҡшы?

Ике тигәс тә ни яҡшы?

Эпоста ниндәй тарихи ваҡиғалар сағыла? (Йәнбикә менән Йәнбирҙенең утһыҙ тормошо, тәүтормош йәмғиәте, күк яна, ерҙе һыу баҫа, ҡол тотоу йәмғиәте…)

Әҫәрҙә халыҡтың космогоник күҙаллауҙары тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?

- Етегән йондоҙҙоң барлыҡҡа килеүе, ҡояш тотолоу…

- «Урал батыр»эпосының әһәмиәте нимәлә? Хәҙерге ваҡытта ҡобайырға бәйле нимәләр эшләнә? Йыл һайын республика күләмендә эпосты һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелә. Баймаҡ районы уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша һәм ҙур уңыштарға өлгәшә. Кемдәрҙе беләһегеҙ?

Йомғаҡлау: баһалар ҡуйыу, еңеүсе төркөмдө билдәләү.

Өйгә эш. “Изгелек - мәңгелек” темаһына инша яҙырға. Штейнберг схемаһы буйынса эш (ыңғай, кире образдарҙы, гиперболаларҙы, йәнләндереүҙәрҙе табып яҙырға).

Яҡупова Гөлдәр Фәрит ҡыҙы,

Темәс мәктәбе уҡытыусыһы

Тема: “Урал батыр” эпосында үлем һәм үлемһеҙлек.

Маҡсат:

- “Урал батыр” эпосының үҙенсәлегенә таянып халыҡ ижадын аңларға өйрәтеү;

- үҙ аллы фекерләү, һөйләү ҡеүәһен үҫтереү;

- яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылыш булдырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: “Урал батыр” китабы, “Ватандаш” журналдары, видео һәм аудио яҙмалар.

Дәрес барышы.

Донъяла мәңге ҡалыр эш -

Донъяны матур төҙөгән ,

Бағты мәңге биҙәгән -

Ул да булһа яҡшылыҡ.

I. Ойоштороу. (1 минут)

- Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!

II. Уҡытыусының инеш һүҙе. Өйгә эш тикшереү. (6 минут)

Аудио яҙманан дәрестең эпиграфы яңғырай.

- Алдағы дәрестәрҙә башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосы менән таныштыҡ. Бөгөн дәрестә ошо эпостың асылын нығыраҡ аңлау, уның хәҙерге заманда ла әһәмиәтен асыҡлау өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Иҫкә төшөрөү, ҡабатлау өсөн һөйләмдәге төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙабыҙ.

1) “Урал батыр” эпосын ...йылда М.Буранғолов ... һәм... сәсәндәрҙән яҙып алған. (1910 йылда, Ғәбит һәм Хәмит).

2) Кеше еңәр ....

Бында килеп сыҡмаҫын,

Беҙҙе килеп тапмаҫын

Атам һөйләп бирҙе бит. (Үлем).

3) Ҡасып ултырған ....

Юлда осрап тап булған. (Зәрҡүм).

4) Донъя ул .... икән;

Йән эйәһе шул ....

Донъя быуынын һанаған,

Ҡайһы быуын аҡлаған,

Ҡайһы быуын таплаған. (бағ)

5). Һыуға ла батмаҫ- ...,

Утҡа ла янмаҫ-.... . (Яҡшылыҡ).

Уҡыусылар дәфтәрҙәр менән алыштырышып яуаптарҙы тикшерә. Текстар экранда күрһәтелә. Үҙҙәре баһалар ҡуялар.