Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Usmanova_M_G_12_statey_oo_yazyke.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
349 Кб
Скачать
☆

Сик буйлап ҡына йөрөмәҫкә ине

Ниндәйҙер сара, эш тураһында һүҙ барһа, журналистар, ҡәләм оҫталары һәр ваҡыт, сиктәрендә һүҙен ҡушып, конференция сиктәрендә, тапшырыу сиктәрендә ти. Ә ниңә, башҡортса фекер йөрөтөп, конференцияла, тапшырыуҙа тип әйтмәҫкә, ә уларҙың сигендә, сиктәрендә генә йөрөргә? Әллә "в рамках конференции" тигәнгә тура тәржемә яһаһаң, мәртәбәлерәк килеп сығамы икән?

Урыҫтың төшөнсәһе бит сикте түгел, ә ниндәйҙер ваҡиғаны бер бөтөн итеп күреп, рамға алып, йәғни биләп ҡуйып, шуның эсендәге эш-хәлде белдерә. Беҙ иһә, шуны тура тәржемә иткән булып, сараның эсенә инеп китә алмай, сик буйлап ҡына йөрөйбөҙ кеүек.

12. Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ! Артыҡ һүҙҙәр бәләһе // Башҡортостан, 23.08.13.

Һөйләм матур, аңлайышлы булырға тейеш. Артыҡ һүҙҙәр кәрәкмәй. Мәҡәләләрҙә, сығыштарҙа ошо етешһеҙлек тә осрап ҡуя. Миҫалдар: 1. Бәшмәкте тоҙло һыуҙа ике-өс көн ваҡыт самаһы тотҡандан һуң ғына тоҙларға. Был һөйләмдең авторы бер төшөнсәне өҫтө-өҫтөнә һалып биргән. Ике-өс көн тиеү, беренсенән, саманы, икенсенән, ваҡытты белдерә. Тимәк, һөйләмдә ваҡыт самаһы тигән һүҙҙәр артыҡ. 2. …майор ризалығын биреп баш ҡаҡты һәм бер аҙ мыҫҡыллы тауыш менән: “Әйҙә, ҡарап ҡайт …”, — тип ҡуйҙы. Минеңсә, бында бер аҙ тиеү бөтөнләй кәрәкмәй. 3. Был … өлкәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән… Дөрөҫө — тормошон яҡшыртыуға. 4. Афған һуғышы 1979 — 1989 йылдар һуҙымында дауам итте. Был һөйләмдә һуҙымы һүҙе артыҡ, дөрөҫө — … 1979 — 1989 йылдарҙа булды. 

Һуңғы ваҡытта барып (килеп) була, һатып (алып) була һ.б. тип әйтер (яҙыр) урында барыу мөмкинлеге бар, һатып алыу мөмкинлеге бар тигән форма йыш осрай башланы. Был да урыҫтың есть возможность сходить (съездить), приобрести тигәнен башты ҡатырмай ғына тәржемә итеү касафаты. Миҫал: Пенсияны почтальон аша өйҙә лә алыу мөмкинлеге бар. Башҡорт бер ваҡытта ла ҡайҙалыр бара алһа — барыу мөмкинлеге бар, ҡатнаша алһа, ҡатнашыу мөмкинлеге бар, тип тормай. Ул барып була, ҡатнашып була, ти ҙә ҡуя. Был һөйләмде лә ябай, тура тәржемәнән ҡасып, пенсионер аңларлыҡ итеп башҡортса яҙып була. Уҡып ҡарағыҙ: Пенсияны почтальондан (почтальон аша) өйҙә лә алып була. 

Киләһе текстағы һөйләмдәрҙе уҡып сығыуы бик ауыр, унда төрлө ҡағиҙәгә ҡараған хаталар һәм артыҡ һүҙҙәр бар: Дарыуҙарҙы күберәк ҡатын-ҡыҙ ҡуллана икән. Рәсәй халҡының 77 проценты өсөн дарыуҙар һатып алыу аҡса янсыҡтарын байтаҡҡа еңеләйтеүгә килтерә икән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: дарыуҙарҙың ышаныслылығы һәм хәүефһеҙлеге (27%), шулай уҡ хаҡтарының арзаныраҡ булыуы (12%) кеүек сифаттар ҙа һиҙелерлек роль уйнай. Һөйләмдәге хаталарҙы ҡағиҙәгә таянып аңлатмай ғына, артыҡ һүҙҙәрҙе алып ташлап, дөрөҫ вариантты бирәйек. Сағыштырығыҙ — текст күләме бер юлға кәмене һәм уны уҡыуы ла еңел: Дарыуҙы күберәк ҡатын-ҡыҙ ҡуллана икән. Рәсәй халҡының 77 проценты өсөн дарыу һатып алыу ҡиммәткә төшә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: дарыуҙың ышаныслы һәм хәүефһеҙ (27%), шулай уҡ хаҡының арзаныраҡ булыуына ла (12%) һиҙелерлек әһәмиәт бирелә. 

Ҡыҫҡалыҡта — оҫталыҡ

Сурытыу килешкән эш түгел. Был ялғауҙарға ла ҡағыла. Матбуғатта донъя күргән һөйләмдәрҙе һәм уларҙың дөрөҫ вариантын уҡыйыҡ: 1. Картуф һутын оҙаҡ һаҡлап булмай, ул тиҙ боҙолоусан (дөрөҫө — … ул тиҙ боҙола). 2. Элек кешеләр дегет менән малдарын да дауалаған (дөрөҫө — элек кеше дегет менән малын да дауалаған). 3. … быйылғы ҡоролоҡло йылда ла уңыш күләме ҡәнәғәтләнерлек (дөрөҫө — быйылғы ҡоролоҡ йылында ла уңыш ҡәнәғәтләнерлек). 4. Уҡыу дәрестәрендә ҡулланылған яңылыҡлы алымдар (дөрөҫө — … ҡулланылған яңы алымдар).

Грамматика ҡағиҙәһе бар

Һәр телдең үҙ ҡағиҙәһе бар. Уға таянып, әйтер фекереңде матур ғына итеп еткереп була. Мәҫәлән, Шул уҡ ваҡытта алданмау өсөн бер нисә ҡағиҙә бар тигән һөйләмде алайыҡ. Унда, фатир алған ваҡытта алданып ҡуймағыҙ, тип иҫкәртелә, тимәк, һүҙ киләсәктә була торған эш-хәл тураһында бара. Быны башҡорт алданмау өсөн тип түгел, ә ҡылымға киләсәк замандың юҡлыҡты белдергән -ҫ ялғауын ҡушып, алданмаҫ өсөн тип әйтә. 

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]