Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Usmanova_M_G_12_statey_oo_yazyke.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
349 Кб
Скачать
☆
  1. Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ! Киләсәктә була торған төшөнсә телдә ҡайһылай бирелә?

(3-сө мәҡәләнең дауамы)

// Башҡортостан, 25.05.12.

Башҡорт теленең тағы бер үҙенсәлеге бар: хәҙерге заман төшөнсәһен күп осраҡта ҡушма ҡылым бирә һәм уларға башҡорт теле бик бай. Мәҫәлән:

магазинға барам — киләсәк заман,

магазинға китеп барам, бара ятам — хәҙер­ге заман;

эштән сәғәт 5-тә ҡайта — киләсәк заман,

эштән ҡайтып килә, ҡайтып бара, ҡайтып килә ята — хәҙерге заман;

һорауға кем яуап бирә? — киләсәк заман,

һорауға яуап биреп тора — хәҙерге заман,

сәй эсәм — киләсәк заман,

сәй эсәм, эсел ултырам — хәҙерге заман һәм башҡалар.

Был яҙғандар башҡорт телендә -саҡ/-сәк ялғауы ҡулланылырға тейеш түгел, тигәнде аңлатмай. Башҡорттарҙа был форма нин­дәйҙер мәсьәлә бик ҡәтғи торғанда, бер нигә ҡарамай башҡарылырға тейешле эш булған­да, йә иһә ниҙеңдер ваҡыты аныҡ билдәле булмағанда ҡулланылған. Мәҫәлән, Мин һеҙҙең һүҙегеҙгә ҡарап та тормаясаҡмын. Мин шул ҡыҙға өйләнәсәкмен. "Мотлаҡ уҡытыусы буласаҡһың!" — ти уйҙарҙың иң сабырһыҙы. Люциә атаһы һымаҡ агроном бу­ласаҡ, ... иген үҫтерәсәк!

Башҡорттар мәсьә­ләнең ҡәтғи торғанын һәм уның бер нигә ҡара­май .үтәлергә тейешлеген барыбер, бер нигә (нәмәгә) ҡарамай, таш яуһа ла, исеме... булмаҫ (булмаһын) һүҙҙәре һәм хәҙерге за­ман ялғауы -а/-ә, -й менән дә биргән: Мин ба­рыбер шул ҡыҙға өйләнәм. Таш яуһа ла уҡырға китәм, әгәр мин шул ҡыҙға өйләнмәһәм, исемем ... булмаһын. Элек хатта был осраҡта кәпәс ташлағандар, төрлөсә ант иткәндер.

Башҡорт телендә киләсәкте белдергән -ыр/-ер, -ор/-өр ялғауҙары бар. Улар киләсәктә үтәлере билдәһеҙ хәл-ваҡиғаны белдерә, тип әйтеп булмай. Мәҫәлән: "Ильяс, мин һинән әсәйеңә күстәнәс биреп ебәрермен", — тиһәм, билдәһеҙ буламы ни? Шулай уҡ: "Үҙем барам, алып барырмын, тапшырырмын", — тип әйтеп торам икән, унда ниндәй билдәһеҙлек, икеләнеү булһын.

Әйткәндәй, Н.К. Дмитриев -саҡ/-сәк, -ыр/­-ер формаларын билдәле, билдәһеҙгә бүлеп тормай, киләсәк замандың беренсе, икенсе формаһы тип атай. Беҙгә лә шулай алырға кәрәк.

Башҡорт телендә билдәһеҙлекте бирә алыр һүҙҙәр, формалар бар. Уларға -лыр/-лер ялғауы (варианттары менән), моғайын, бәлки, ихтимал, ул һәм башҡа һүҙҙәр инә. Мәҫәлән, Көтөңкөрәйек, бәлки, автобус ки­леп етер. Моғайын, Сания ла бара алыр. Ярышта Юлай ҡатнашалыр ул. Халыҡ был формаларҙы бик һәйбәт белә һәм дөп-дөрөҫ итеп һөйләй. Тик уларҙың теленә белемле, уҡыған ке­шеләрҙең ихтирамы, иғтибары ғына етешмәй. Ҡайһы ваҡыт: "Яҙышҡандар яҙғанын үҙҙәре уҡыймы, һөйләп торған (ултырған) белгес әйткәнен ишетәме икән?" — тигән һорау тыуа. Шулай булмаһа, бер һөйләмдә ҡапма-ҡаршы ике фекер ятыр йәки кәрәкмәгән ерҙә ялғау ҡушыуға юл ҡуйылыр инеме? Мәҫәлән, Моң тигән нәмәгә элек тә табынғандар, уға әле лә таң ҡалалар, моң әҫәренән киләсәктә лә ҡотола алмаясаҡтар, моғайын. Бында ав­тор мотлаҡ була тигәнде белдергән -асаҡ ялғауын һәм шул уҡ ваҡытта икеләнеүҙе бел­дергән моғайын һүҙен бирә. Тағы ике һөйләм килтерәйек: Шулай ҙа, сама менән, әгәр туп-тура ғына барһам, Уссури йылғаһына сығасағымды һиҙәм. Ниһайәт, коммента­тор уның йәнә алышҡа сығасағын иғлан ит­те. Тәүге һөйләмдә — сығырымды һиҙәм, ә икенсеһендә сығырын тип яҙылһа, үҙебеҙсә булыр ине.

Ата-бабабыҙ киләсәктә була торған эш-хәл тураһында яҙыр алдынан уйлап, аңлап, белеп эш итер өсөн серле урындар ҙа ҡалдырған, тигәйнек. Ул да булһа, бер төркөм ҡылым­дарҙың нигеҙендә киләсәк заман төшөнсәһе­нең ятыуы. Бына улар: ҡайтыу, барыу, килеү, китеү, сығыу, инеү, кереү, осоу, йөҙөү, биреү, алыу, асыу, ябыу, һикереү, бейеү, йүгереү, үтеү, уҙыу, ҡатнашыу, тулыу, булыу һ.б. Был ҡылымдарға -саҡ/-сәк ялғауын ҡушыу төптө дөрөҫ булмай. Башҡорт бер ваҡытта ла: "Йыйылыш буласаҡмы? Концертҡа киләсәк­һеңме? Мин иртәгә баҙарға барасаҡмын, аяғыма итек ҡараясаҡмын, ә һин ҡайҙа барасаҡһың? Улым, һин эштән ҡасан ҡайтасаҡһың? Ейәнемә өс йәш тула­саҡ”, — тип һөйләмәй. Киләсәктәге эш-хәлде белдерер өсөн был ҡылымдарға -а/-ә, -й ял­ғауын ҡушыу ҙа етә. Төҙәтеп уҡыйыҡ: Йыйы­лыш буламы? Концертҡа киләһеңме? Мин иртәгә баҙарға барам, аяғыма итек ҡарайым, ә һин ҡайҙа бараһың?. Улым, һин эштән ҡасан ҡайтаһың? Ейәнемә өс йәш тула­”.

Һорау һөйлөмдәрҙә лә -саҡ ялғауы булмай! Мәҫәлән, телен яҡшы белгән башҡорт: "Такси нисә сәғәт барасаҡ? Һине ҡаршы аласаҡтармы? Һин нисәлә өйҙә буласаҡһың?" — тип һорамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер күптәр, уйлап-нитеп тормай, шулай һөйләргә әүәҫлөнеп китте.

Тағы ла баҫма, һөйләү теленә күҙ ташлайыҡ әле: Быйыл тауыш биреү Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр веб-камералар күҙәтеүендә үтәсәк. Тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары конкурсҡа әҙерлекте күҙәтә аласаҡ... Иң-иңдәр иһә мартта "Нефтсе" мәҙәниәт һарайындағы гала-концертта билдәләнәсәк. Төҙөлөш 1 майға тамамланасаҡ. 1 июндә хужалар өй туйлаясаҡ. Йыл аҙағында махсус премиялар тапшырыласаҡ. ... алимент түләтә аласаҡ­һығыҙ. Был һөйләмдәрҙең береһендә лә -сак| ялғауы кәрәкмәй.

Тағы ла миҫалдар: Пицца өсөн беҙгә ҡаты 5 сыр кәрәк буласаҡ. Беҙ десерт әҙерләйә­сәкбеҙ. Әфлисундың ҡабығы ғына кәрәк бу­ласаҡ. Был һөйлөмдәрҙә кәрәк һәм була һүҙҙәре киләсәктә була торған төшөнсәне бел­дерә. Кәрәк тип әйтеү ҙә киләсәккә ишара яһай, йәғни һөйләүсе ниҙеңдер кәрәк булырын белдерә. Һүҙлекте ҡарайыҡ:

кәрәк — талап ителеүҙе, мәжбүрилек, тейешлек төшөнсәһен белдерә. (БТҺ, 1, 596-сы бит). Ә инде була тигән һүҙҙең нигеҙендә үк киләсәктә була тигән төшөнсә ята. Был һүҙ урыҫса будет ]ҡылымы менән бирелә. Тимәк, бында була һүҙенә -сак ялғауын ҡушыу бөтөнләй кәрәкмәй.

Уҡытыусыларҙың, етәкселәрҙең диктатор һымаҡ ... һеҙ шунда барасаҡһығыҙ, ун көн эшләйәсәкһегеҙ, конспекттарығыҙҙы тапшырасаҡһығыҙ тип, заман формаһын дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында тупаҫ һөйләүҙәре лә бер ҙә килешкән эш түгел. Быны ла бит башҡортса бик матур итеп әйтеп була.

Шулай итеп, беҙ киләсәктә була, башҡары­ла торған эш-хәлде телдә нисек биреү ту­раһында һүҙ алып барҙыҡ. Күренеүенсә, ул ҡатмарлы түгел. Ғәзиз телебеҙҙе ҡәҙерһеҙләп, теләһә нисек яҙмаһаҡ, һөйләмәһәк ине. Был мөһим мәсьәлә барлыҡ башҡорт йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Һәйбәт һөйләгән, яҙған белгесте дәртләндергән сара­лар ойошторолһон ине.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]