Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ҠОҘА новый.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
58 Кб
Скачать
☆

Мәҙинә сумкаһын ала. Шул ваҡыт Тимербәк килеп керә.

Т и м е р б ә к. О-о-о! Һаумы, Мәҙинә! Ни эшләп ишек төбөндә тораһың?

Н у р с и л ә. Ул ҡайтырға йыйынды инде.

М ә ҙ и н ә. Эйе! Ҡайтам! Ә һин ней?... (Һүҙен әйтеп бөтөрмәй, һораулы ҡараш ташлай).

Т и м е р б ә к (уның сумкаһын алып ултырта). Ҡайтмайһың!

Әйҙә ултыр!

Н у р с и л ә. Ҡайтам тигән кешене ниңә тотҡарлайһың?

Т и м е р б ә к. Ҡоҙағый! Мин уны ауылға алып ҡайтып китәм! Яңғыҙ ауыр миңә. Зарыҡтым!

Н ур с и л ә. Ә мин? Тағы яңғыҙ ҡаламмы? Мин барам! (Тимербәктең беләгенән тотоп тарта).

М ә ҙ и н ә. Ул миңә тәҡдим яһаны. Мин барам! (икенсе яҡ ҡулынан тарта).

Т и м е р б ә к. Ҡыҙҙар! Ҡулымды һурып сығараһығыҙ бит. Икегеҙҙе лә алам!

Н у р с и л ә. Өсәүләшеп нимә эшләйбеҙ?

Т и м е р б ә к. “Уф!”, - та тимәйбеҙ! Өйөм ҙур. Өс бүлмәле. Һәр беребеҙгә бер бүлмә. Берегеҙ мал ҡарар, берегеҙ ашарға бешерер, берегеҙ...

М ә ҙ и н ә. Әйҙә Нурсилә! Беҙгә түшәк кәрәкме ни инде? Гөрләшеп бергә сәй эсербеҙ. Яныңда кеше булыуы ниндәй кинәнес!

Н у р с и л ә. Кеше аптыратып.

Т и м е р б ә к. Аптыраһындар! Мосолман ҡануны буйынса рөхсәт ителә торған эш!

Н у р с и л ә. Ярай һуң! Мин риза! Кешелә беҙҙең ни эшебеҙ бар, бергә йәшәүгә ни етә. Мин әйберҙәремде генә йыяйым да.

Ҡайҙандыр сумка сығарып әйберләрен йыя башлай. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелә. Нурсилә сыға. Бер аҙҙан телеграмма тотоп килеп керә.

Н у р с и л ә. Телеграмма! (Уҡый). Киске поезд менән киләм! Ҡаршы алығыҙ! Ҡоҙағыҙ!

М ә ҙ и н ә. Ниндәй ҡоҙа тағы?

Т и м е р б ә к. Икенсе ҡоҙаңдыр. Нисә балаң бар һуң ҡоҙағый?

Н у р с и л ә. Бер ҡыҙым.

М ә ҙ и н ә. Шулай булғас ниндәй ҡоҙа тағы?

Т и м е р б ә к. Һуң? Тағы ниндәй ҡоҙа һуң ул? Яңылышҡандарҙыр адресты.

Н у р с и л ә (Тимербәккә һынсыл ҡараш ташлап). Ә һин ниндәй адрес буйынса килдең?

Т и м е р б ә к. Мин точно адрес буйынса. (Кеҫәһенән ҡағыҙ сығара). Бына: Хоҙайбирҙин урамы, 81 – нсе йорт.

Н у р с и л ә. Ниндәй Хоҙайбирҙин урамы булһын? Беҙҙең урам бит Богданов урамы!

Т и м е р б ә к. Һуң? Хоҙайбирҙин урамы русса - Богданов булмаймы ни?

М ә ҙ и н ә. Хоҙайбирҙин урамы – Хоҙайбирҙин урамы инде ул. Руссаға әйләнмәй.

Н у р с и л ә. Һы! Ялған ҡоҙа булып сыға түгелме һуң?

Т и м е р б ә к. Мин бит таксист урыҫ булғас аңламаҫ тип, урыҫсаға әйләндереп әйттем. Ниндәй урам тигәс: “Богданов”- тинем. Был урыҫса белмәй тип әйтмәһен өсөн.

М ә ҙ и н ә. Тағы бер ҡоҙа! Был бит бик яҡшы, әхирәт! Икебеҙгә - икәү!

Н у р с и л ә. Миңә бүтән ҡоҙа кәрәкмәй! Ул ҡоҙа һиңә булһын! Кем белә, бәлки ул әбейе менән киләлер?

Т и м е р б ә к. Ни эшләйем һуң?

Н у р с и л ә. Мин бер ҡайҙа ла бармайым! Миңә ҡоҙаларҙы ҡаршы алырға кәрәк! Балаларым ҡайтып килһә ҡайҙа барып терәлер? Ә Мәҙинә һин бар! Мине ҡунаҡҡа саҡырырһығыҙ!

Т и м е р б ә к. Нурсилә дөрөҫ әйтә, Мәҙинә. Әйҙә, киттек!

М ә ҙ и н ә. Бер ҡайҙа ла бармайым! Минең балаларым юҡмы ни?

Н у р с и л ә. Аһ! Кисә генә кем зарланып ултырған ине ошонда!

М ә ҙ и н ә. Кисә бит ул. Ҡыҙған саҡтар була инде. Киленем гел улай түгел ул. Улымды заводта сеймал юҡ тип, түләүһеҙ отпускаға ебәргәс кенә тауышланып алды.

Н у р с и л ә. Оло кешегә тыныслыҡ кәрәк, ейәндәреңдең иң шаян сағы.

М ә ҙ и н ә. Шул - шу! Ике бала бит, уларҙы ҡарашырға кәрәк. Минһеҙ нисек ҡарарҙар? Хәҙер үҫеп китәрләр, килен эшкә сығыр. Етеш торһаң тауыш сыҡмай ул. Бармайым!

Т и м е р б ә к. Әле генә ике кәләш ине, хәҙер берәү ҙә юҡ!

М ә ҙ и н ә. (Тимербәккә). Һиңә бит настоящий ҡоҙағыйҙарыңа барырға кәрәк. Хәҙер үк! Көтә торғандарҙыр!

Н у р с и л ә. Мәҙинә дөрөҫ әйтә, ҡоҙа... ней Тимербәк. Һин беҙҙе ғәфү ит! Беҙ яңғыҙлыҡтан ҡасып ҡотолорға теләп һиңә йәбешеп китә яҙҙыҡ.

Т и м е р б ә к. Нисек инде ул?

Н у р с и л ә. Ә һиңә рәхмәт, ҡоҙа! Беҙҙең яңғыҙҙарҙың һағышлы тормошонда байрам яһаның, йәм өҫтәнең. Юлың төшһә кер, беҙ бик шат булырбыҙ!

Т и м е р б ә к. Улай тиң инде, ә? Ярай, мин яңы ҡоҙаларға барып киләйем. Бәлки балалар ҙа килгәндер? Ғәфү итегеҙ мине! Ҡарт тиңтәкте!

М ә ҙ и н ә. Улай тимә! Һин беҙгә бик оҡшаның! Һау бул!

Т и м е р б ә к. Адресты яңылышып һеҙҙең менән осраштырған өсөн Хоҙайға рәхмәт! Әбейем үлгәс, беренсе мәртәбә күңелем асылып, йөрәгемә ял булып ҡалды. Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар! Һау булығыҙ! (Сыға).

Н у р с и л ә. Әйҙә, әхирәт! Түргә үт! Һөйләшеп ултырайыҡ. Икәүләшеп сәй эсеп алырбыҙ.

, Мәҙинә менән Нурсилә диванға үтеп ултыра. Нурсилә ундағы гармунды һыйпай.

М ә ҙ и н ә. Йә инде, әхирәт! Кейәүле булабыҙ тигәндә...

Икәүләшеп ҡысҡырып көлөп ебәрәләр. Бер аҙҙан уларҙың көлөүө һағышлы ыңғырашыуға әйләнә. Йырлайҙар:

Күңелдәргә һеңеп ҡалған

Йәшлектәге йыр-моңдар.

Өҙөлөп-өҙөлөп йырлаһам да

Мине хәҙер кем тыңлар?

Ниңә иртә ташлап киттең,

Йәнейем-йәнекәйем?

Яңғыҙ башым йәм тапмайым,

Өҙөлә бәғеркәйем.

Балаларҙың үҙ тормошо,

Улар минән йыраҡта.

Ҡарай-ҡарай күҙҙәр тала

Улар ҡайтаһы яҡҡа.

Шаршау.

ИКЕНСЕ ШАРШАУ

Шул уҡ күренеш. Сәхнә асылғанда Нурсилә шәл бәйләп ултыра. Бер аҙҙан телефон шалтырай. Нурсилә телефондан һөйләшә.

Н у р с и л ә. Эйе! Сәләм! Ҡоҙалар килеп киткәнгә лә ике-өс ай үтте инде. Бик матур итеп оҙаттым. Үҙебеҙ кеүек кешеләр инде. Юҡ! Яңғыҙ түгел, ҡоҙағыйым да килгән. Үҙең нисек кенә? Ярай, бик яҡшы!

Телефонды һала. Уйға ҡала. Бер аҙҙан звонок шалтырай. Нурсилә ишек аса. Унан Тимербәк керә.

Т и м е р б ә к. Һаумыһығыҙ, Нурсилә ханым!

Н у р с и л ә. Аллаға шөкөр! Иҫән-һаумын!

Т и м е р б ә к. Бына, ҡалаға юл төштө лә һеҙҙең хәлде белешеп сығырға булдым әле.

Н у р с и л ә. Ярай, яҡшы иттегеҙ. Кем менән һөйләшергә белмәй аптырап ултыра инем әле. Әйҙәгеҙ, түргә үтегеҙ!

Т и м е р б ә к. Килгәс үтермен инде. (Түргә үтә, серванттағы гармунды һыйпап ҡуя, диванға килеп ултыра). Үҙең ни хәлдә?

Н у р с и л ә. Бер көйө йәшәп ятабыҙ әле.

Т и м е р б ә к. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарығыҙ килеп киттеме?

Н у р с и л ә. Эйе! Килеп киттеләр. Һинең хәлдәр нисек?

Т и м е р б ә к. “Уф” – та тимәйбеҙ! Но шулай ҙа йөрәк шаяртып ала. Һуңғы ваҡытта йышайҙы. Район дауаханаһына килгән инем, УЗИ үтергә бында ебәрҙеләр. Бер килгәндә һине күреп, хәлеңде белеп сығаһы иттем.

Н у р с и л ә. Юлда асығып килгәнһеңдер, хәҙер ашарға әҙерләйем.

Т и м е р б ә к. Мин ашханаға инеп ашап сыҡтым ул. Мәшәҡәтләнмә!

Н у р с и л ә. Ярай, улайһа!

Т и м е р б ә к. Үҙемдең йөрәгемде яндырған хәлдәрҙе һөйләп сығайым тинем. Кемгә һөйләргә лә белмәйем шул. Кешегә һөйләһәң ауыл тула.

Н у р с и л ә. Ауылда ни, шул инде.

Т и м е р б ә к. Ҡарсыҡ барҙа икәү һөйләшә инек, хәҙер ул булмағас бер үҙемә янырға ҡала.

Н у р с и л ә. Һөйләгеҙ! Тыңлайым!

Т и м е р б ә к. Хәҙер кешеләр байыған һайын күңел байлығы һайыға бара. Һәр кем менән шулай асылып һөйләшеп булмай. Ошо күңел байлығы, рухи аҙыҡ булмаһа кешенең йәне үлә бит. Рухи аҙыҡ ризыҡҡа ҡарағанда ла күбрәк кәрәк. Ашамай тороп була, ә күңелең урын тапмаһа, йәшәүҙән ваз кисһәң ...

Н у р с и л ә. Ниндәй шомло һүҙҙәр һөйләп ултыраһың?

Т и м е р б ә к. Яңғыҙлыҡ кешене шундай хәлгә төшөрә. Үҙеңдең кемгәҙер кәрәк булыуыңды тойоп йәшәһәң генә тормоштоң мәғәнәһе бар.

Н у р с и л ә. Улай тимә! Балаларыбыҙ бар бит!

Т и м е р б ә к. Шул – шу! Бына шул турала...

Беҙҙең балаларыбыҙ булманы. Йәшбеҙ әле, булыр тип уйлай торғас, утыҙҙы ла артылдыҡ. Ҡарсыҡ менән уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та балалар йортонан бала алырға булдыҡ.Яңы тыуған бала алырбыҙ тигән инек, беҙгә 2-3 йәштәр тирәһендәге бик теремек кенә матур баланы күрһәттеләр. Ата-әсәһе катастрофаға эләгеп үлеп киткәндәр, балалары ҡарауһыҙ ҡалған. Уны үҙебеҙҙең исемгә яҙҙырҙыҡ та, әле йәшәгән ауылға күсенеп ҡайттыҡ. Ҙур ғына ауыл, эше лә табылды.

Н у р с и л ә. Шунан?

Т и м е р б ә к. Беҙ уны үҙ балабыҙ кеүек үҫтерҙек. Ҡарсығым үлер алдынан улыбыҙға уны уллыҡҡа алғаныбыҙҙы әйттергә васыят итте. Шулай дөрөҫ булыр тине. Ә мин һаман әйтә алмайым. Беҙҙең бала түгеллеген белһә, ташлап китәр.

Н у р с и л ә. Юҡ! Дөрөҫ уйламайһың! Һинең тәрбиәңде алған бит ул. Ата-әсәһе иҫән булһа, быға ҡәҙәр үҙҙәре эҙләп тапҡан булырҙар ине.

Т и м е р б ә к. Шулай ҙа бит. Минең үҙ атаһы түгеллеген белһә ташлап китәр, бөтөнләй яңғыҙ ҡалырмын. Шуны уйлайым да, өҙгөләнәм, йөрәгем дә шуға биреште.

Н у р с и л ә. Өҙгәләнеп йөрөмә, ташламаҫ ул һине.

Т и м е р б ә к. Һаман да үҙенә әйтә алмайым бит әле. Әбейем үҙе барҙа әйтәһе ҡалған.

Н у р с и л ә. Һөйләй башлаһаң һәр кемдең эсе тулы әрнеүҙер инде ул. мин дә бит бер баламды юғалттым.

Т и м е р б ә к. Шулаймы? Етмәһә, мин бында үҙемдең проблемаларым менән башыңды ҡатырам. Һөйлә әле.

Н у р с и л ә. Юлай исемле улым 3 йәштәр тирәһендә бик ныҡ сирләп китте. Уға операция яһарға Новосибирскийгә йүнәлтмә бирҙеләр. Операция уңышлы үтте. 1989 йылдың 3 июнендә Новосибирскийҙән ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡайтып етеп килгәндә генә ике поезд катастрофаға осраны. Нимә булғанын да белмәй ҡалдыҡ. Тере ҡалған кешеләр һирәк ине. Мин ике-өс көндән һуң ғына дауаханала аңыма килдем. Һынған ерҙәрем дә бар ине.

Т и м е р б ә к. Ә бала? Ул ҡайҙа?

Н у р с и л ә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улым Юлай һәләк булған. Мин дауаханала саҡта иптәшем уның кәүҙәһен алып ҡайтып ерләгән.

Т и м е р б ә к. Да! Ауыр тупрағы еңел булһын! Ул саҡта үлеүселәр бик күп булды шул.

Тимербәктең телефоны шалтырай.

Т и м е р б ә к. (телефондан һөйләшә). Һаумы! Хәлдәрең нисек? Шулаймы? Алай икән. Ҡасан? Ярай!

Һөйләшеп бөтә лә, йөрәген тотоп ултыра. Ыңғыраша.

Н у р с и л ә. Нимә булды? Насар хәбәр әйттеме әллә?

Т и м е р б ә к (бөгөлөп төшә). Кемгә нисек?

Н у р с и л ә. (Ни эшләргә белмәй). Ҡайҙа,” тиҙ ярҙам” саҡырайым. Фамилияң нисек?

Т и м е р б ә к. Йосопов.

Н у р с и л ә.(Телефондан шылтырата.) Алло! “Тиҙ ярҙам” мы был? Тиҙерәк булығыҙ! Бында Тимербәк Йосоповҡа насар булып китте. Йөрәк. Эйе. Адрес: Богданов урамы, 81. Зинһар өсөн ашығығыҙ!

Т и м е р б ә к. Бында килеп, һиңә бәлә булып ятырмын тип һис уйламаған инем.

Н у р с и л ә. Ярай, ҡала ерендә. Хәҙер “тиҙ ярҙам” килеп етәсәк. Әлегә корвалол булһа ла эсә тор!

Һыу алып килә, корвалол һалып эсерә. “Тиҙ ярҙам” машинаһының сиренаһы, килеп туҡтағаны ишетелә. Ут һүнә.

Ут янғанда сәхнә буш. Бер аҙҙан эшлекле ҡиәфәттә Нурсилә килеп керә.

Н у р с и л ә. Бына бит, беҙ ҡатындар кем тураһындалыр ҡайғыртыр өсөн яралғанбыҙҙыр инде ул. Бер үҙем өсөн ашарға ла әҙерләйһе килмәй, әҙерләһәм бер үҙем ултырып ашайһы килмәй ине. Ҡайғыртыр кешем булғас, йүгереп йөрөп эшләйем, дәрт кереп китте үҙемә. Үҙемде кемгәҙер кәрәк итеп тоя башланым. Аш бешерҙем, бәлеш ҡуйҙым, сәйем ҡайнаны.

Ишектә звонок. Нурсилә ишек аса. Унан Мәҙинә килеп керә.

М ә ҙ и н ә. Һаумы, әхирәт! Ҡайһылай шәбәйеп киткәнһең, атлап йөрөүҙәрең йәш саҡтағы кеүек, тип әйтәйемме?

Н у р с и л ә. Һау ғына әле! Бына, дауаханаға барырға әҙерләнеп йөрөйөм.

М ә ҙ и н ә. Нимә, ауырып киттеңме әллә?

Н у р с и л ә. Юҡ! Мин түгел.

М ә ҙ и н ә. Кем һуң?

Н у р с и л ә. Ҡоҙа!

М ә ҙ и н ә. Ниндәй ҡоҙа? Теге ялған ҡоҙамы әллә?

Н у р с и л ә. Эйе!

М ә ҙ и н ә. Бәй, ҡайҙан килеп сыҡты һуң ул тағы?

Н у р с и л ә. Ҡалаға УЗИ үтергә килгән дә, бында һуғылып сығырға уйлаған.

М ә ҙ и н ә. Шунан?

Н у р с и л ә. Йөрәгем ауырта ти ине. Ҡапыл йөрәгенең өйәнәге тотто. “Тиҙ ярҙам” саҡырған инем, инфаркт үткәргән, тинеләр. Бер-ике аҙна дауаланып алһын тип, дауаханаға алып киттеләр.

М ә ҙ и н ә. Шулаймыни? Мин дә барам уны күрергә!

Н у р с и л ә. Ярай! Мин ашамлыҡтар бешереп ҡуйҙым. Үҙең нисек һуң, балалар?

М ә ҙ и н ә. Шул инде, шаулашалар.

Н у р с и л ә. Хәҙер, мин аҙыҡтарҙы төйнәп алып сығайым. (Аш бүлмәһенә инеп китә).

М ә ҙ и н ә. Тағы килгән тиң ә? Нимәһен онотоп ҡалдырҙы икән, хәҙер ҡоҙа ла түгел инде? Ярай, барып, белешеп ҡайтайым.

Н у р с и л ә (сыға, ҡулында сумка). Мин әҙер, әйҙә киттек.

(Телефон шалтырай. Нурсилә телефондан һөйләшә.) Эйе! 17-се фатир. Шулаймы? Ярай улайһа, көтәм!

М ә ҙ и н ә. Кем шалтырата?

Н у р с и л ә. Сантехника алыштыра башлағандар, өйөгөҙҙә тороғоҙ, тиҙәр.

М ә ҙ и н ә. Бәй, “ҡоҙа” ны күрергә бармайбыҙмы ни?

Н у р с и л ә. Үҙең генә бар инде бөгөнгә. Бына күстәнәстәрҙе алып бар. (Сумканы Мәҙинәгә бирә).

М ә ҙ и н ә. Ярай, улайһа! Мин киттем! (сыға).

************

Ут һүнә.