- •2 Шаршауҙа
- •Нурсилә сыға. Ул яңы күлдәк кейгән, яулығын сискән. Йөҙөнән нур балҡыта, теремекләнеп киткән. Ҡулында батмус менән ашамлыҡтар. Ашамлыҡтарҙы өҫтәлгә теҙә, сәй яһай.
- •Тимербәк керә.
- •Йырлап бейеп, арып туҡтайҙар. Барыһы ла урын табып ултыра. Кәйефтәре шәп.
- •Мәҙинә өндәшмәй. Нурсилә сыға.
- •Мәҙинә сумкаһын ала. Шул ваҡыт Тимербәк килеп керә.
- •Ҡайҙандыр сумка сығарып әйберләрен йыя башлай. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелә. Нурсилә сыға. Бер аҙҙан телеграмма тотоп килеп керә.
- •Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ишектән Тимербәк менән Мәҙинә инә.
- •Тимербәк сыға.
- •Өсәүләшеп ҡосаҡлашалар. Мәҙинә килеп керә. Ҡулында ҙур сумка.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ишектән Тимербәк менән Мәҙинә инә.
Т и м е р б ә к. Һаумы, Нурсилә! Бына, шәбәйтеп тә ҡайтарҙылар. Автобус киске етелә генә китә, һинең менән һаубуллашайым тип, керҙем. Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән ине, Нурсилә!
М ә ҙ и н ә. Мин дә килдем әле. Бына сумкаңды килтерҙем. (Сумкаһын бирә).
Н у р с и л ә. Ярай, бик яҡшы! Хәлең нисек һуң?
Т и м е р б ә к. “Уф” та тимәйбеҙ!
Н у р с и л ә. Иртәгә сығарырға тейештәр ине бит.
Т и м е р б ә к. Ауырыуҙар күбәйеп китте. Һорап сыҡтым.
Н у р с и л ә. Тик дауаханан сыҡҡан көйө ауылға ҡайтып, өҙлөгөп ҡуйма!
Т и м е р б ә к. Бына. Шул турала. Әгәр мине әҙерәк йәлләһәң яңғыҙымды ғына ҡайтармаҫһың, тим.
М ә ҙ и н ә. Юҡ! Юҡ! Һине хәҙер ҡарарға кәрәк! Врач әйтте бит, өс ай буйы 1 кг ла күтәрмәҫкә ҡушты. Ә ауылда эш етерлек.
Н у р с и л ә. Ә һин ауылға ҡайтырға ашыҡма! Нығынып ҡайт!
Т и м е р б ә к. Юҡ инде. Оялмайынса бында бәлә һалып ятайыммы?! Былай ҙа көн дә килеп йөрөнөң. Рәхмәт! Бер кем дә килмәһә бик ҡыйын булыр ине.
М ә ҙ и н ә. Хәҙер үҙем ҡарармын. Көндә ҡоймаҡ менән бәлеш кенә ашап торорһоң.
Н у р с и л ә. Эйе! Бына бер бүлмә буш. Йәшә шунда. Мәҙинә менән икәүләшеп ҡарарбыҙ.
Т и м е р б ә к. Һай, ҡыҙҙар! Өйрәнеп китһәм! Рәхәткә тиҙ өйрәнәләр ул. (Нурсиләгә). Балконға сығырға яраймы, Нурсилә?
Н у р с и л ә. Әлбиттә!
Тимербәк сыға.
М ә ҙ и н ә. Нурсилә! Мин хәл иттем! Китәм!
Н у р с и л ә. Ҡайҙа китәһең, Мәҙинә!
М ә ҙ и н ә. Тимербәк менән китәм! Ауылға!
Н у р с и л ә. Саҡырҙымы ни?
М ә ҙ и н ә. Бәй, үткән килгәндә үк саҡырғайны бит!.
Н у р с и л ә. Шулай шул! Мине лә саҡырған ине.
М ә ҙ и н ә. Миңә оҡшаны был ҡоҙа.
Н у р с и л ә. Миңә лә оҡшай ул.
М ә ҙ и н ә . Ул һине үткәндәрең тураһында белһә?! Ғүмер буйы сер итеп һаҡлай алмайым бит инде мин.
Н у р с и л ә. Ярай! Аңлашылды! Ҡамасауламам!
М ә ҙ и н ә. Миңә уның менән аулаҡта ғына һөйләшергә кәрәк! Тимербәк менән ауылға мин китәм!
Н у р с и л ә. Ярай! Икегеҙҙе генә ҡалдырып китәрмен.
Балкондан Тимербәк инә.
Т и м е р б ә к. Ҡыҙҙар! Серләшеп туйҙығыҙмы?
М ә ҙ и н ә. Тимербәк! Һинең үҙеңде генә ҡайтарырға ярамай.
Н у р с и л ә. Мин сәй ҡуяйым әле. Гөрләшеп сәй эсеп алайыҡ.
Т и м е р б ә к. Шәп эш ул сәй эсеү. Шәп!
Нурсилә сыға.
Т и м е р б ә к. Шунан, әхирәт, хәлдәр нисек? Балалар үҫәме?
М ә ҙ и н ә. Үҫәләр. Ҡайҙа барһам да шау-шыу. Ошонда килеп кенә ял итәм.
Т и м е р б ә к. Нурсиләнең күңеле киң инде ул. Рәхмәт уға!
М ә ҙ и н ә. Тимербәк! Үткән килгәндә яһаған тәҡдимең үҙ көсөндәме? (Тимербәк өндәшмәй). Ниңә өндәшмәйһең?
Т и м е р б ә к. Ул ваҡытта ҡабаланып кителгән. Ваҡыт тар ине. Нурсиләне бит, ҡоҙағый,ҡоҙағый кешегә өйләнергә ярамай тип, уйлаған инем.
М ә ҙ и н ә. Ул һинең менән китмәйәсәк!Эйе! Үҙе шулай тип әйтте.
Т и м е р б ә к. Уның үҙенән һорарға кәрәк.
М ә ҙ и н ә. Ул барыбер риза булмаясаҡ!
Т и м е р б ә к. Ни өсөн?
М ә ҙ и н ә. Сәбәбе күп инде уның, мин ул серҙе аса алмайым.
Т и м е р б ә к. Мин уның үҙенән ишетәһем килә. Уның менән һөйләшәһе һүҙҙәрем дә бар ине. Аулаҡлап ҡына һөйләшергә теләйем.
М ә ҙ и н ә. Аңлашылды. Һеҙ һөйләшегеҙ. Бик яҡшы! Мин оҙаҡламам, килеп етермен! (Сыға).
Н у р с и л ә. (Сыға). Сәйем ҡайнаны. Мәҙинә ҡайҙа?
Т и м е р б ә к. Нурсилә! Һинең менән генә серҙәремде бүлешеп алаһым, күңелемде бушатаһым килә. Һөйләй ҙә башлаған инем инде, йөрәк өйәнәге башланды.
Н у р с и л ә. Улай ауыр булһа һөйләмә!
Т и м е р б ә к. Һөйләмәйсә түҙә алмайым, Нурсилә! Һин аңларһың кеүек.
Н у р с и л ә. Мәҙинә һинең менән китергә әҙер. Әйбәт кенә ҡатын ул.
Т и м е р б ә к. Ә һин?! Мин һине нығыраҡ оҡшаттым. Башта ҡоҙағый тип кенә әйтергә ҡыймаған инем.
Н у р с и л ә. Юҡ! Миңә ярамай! Мин бер ҡайҙа ла бармайым!
Ишектә звонок.
Т и м е р б ә к. Тағы һөйләшеп булманы.
Н у р с и л ә. Әйҙә, үтегеҙ!
И л һ а м (керә). Һаумыһығыҙ!
Т и м е р б ә к Улым!.. Илһам!.. Ниндәй елдәр ташланы?.. (Ҡосаҡлашалар).
Н у р с и л ә. Тимербәк! Һин ҡаты сирләп киткәс, улыңа мин шылтыраттым. Асыуланма.
Т и м е р б ә к. Юҡ! Асыуланмайым. Минең уны мәшәҡәтләйһем генә килмәгән ине.
И л һ а м. Ниндәй мәшәҡәт булһын, атай! Һин минең өсөн бик ҡәҙерле кешем.
Т и м е р б ә к. Эй, балам! Дөрөҫөн белһәң, миңә әйләнеп тә ҡарамаясаҡһың бит.
И л һ а м. Һин нимәне тураһында? (Комод өҫтөндә Нурсиләнең йәш сағында ғәилә менән төшкән фотоһын күреп ҡала, ҡулына ала). Кемдәр бында?
Н у р с и л ә. Беҙҙең ғаилә.
И л һ а м. Шулаймы? Миңә бала саҡта төшөмә бер ҡатын инә торғайны. Һеҙ шуға оҡшағанһығыҙ.
Н у р с и л ә. Нисек итеп?
И л һ а м. Ул мине күтәреп йөрөтә, ярата. Ауыр саҡтарҙа йыуата ине. Әгәр әсәйем булмаһа, мин уны әсәйем, тип уйлар инем. Әсәйемде бик ярата инем.
Т и м е р б ә к. Улым, һиңә әйтер һүҙем бар. Әсәйең васыят итеп әйтеп ҡалдырғас, әйтмәй булдыра алмайым. Тик ваҡыты әле түгел.
И л һ а м. Әйт, атай! Уға күп ваҡыт кәрәкме ни?
Т и м е р б ә к. Ҡурҡам, бит әле. Мине ташлап китерһең тип ҡурҡам!
И л һ а м. Атай, миңә һине ташларға бер ни ҙә мәжбүр итә алмаясаҡ!
Н у р с и л ә. Әйт, Тимербәк, өҫтөңдән йөк төшөр!
Т и м е р б ә к. Улым, беҙҙең балаларыбыҙ булмағас, һине балалар йортонан уллыҡҡа алдыҡ.
И л һ а м. Уллыҡҡа?! Мине?! Нисек инде?!
Т и м е р б ә к. Эйе! Һине оҡшаттыҡ та, алдыҡ.
И л һ а м. Ә минең ысын ата-әсәйемдәр кем һуң әтеү?!
Т и м е р б ә к. Ата-әсәйеңде катастрофа ваҡытында һәләк булған, тинеләр.
Н у р с и л ә. Ниндәй катастрофа. Новосибирский-Адлер поезды түгелме?
Т и м е р б ә к. Эйе! Шулай шикелле. Минең балам түгеллеген белгәс, ташлап китәрһең тим. Шуны уйлайым да, өҙгөләнәм, йөрәгем дә шуға биреште.
И л һ а м. Атай! Ниндәй һүҙ һөйләйһең ул? һин минең өсөн донъяла иң яҡын кешем. Рәхмәтем сикһеҙ. Берҡасан да ташламам!
Т и м е р б ә к. Рәхмәт, балам!
Н у р с и л ә. (Тулҡынланған). Илһам! Башыңда операция эҙе бармы?
И л һ а м. (Аптырап) эйе! Мин бәләкәй саҡтан уҡ, сәс араһында.
Н у р с и л ә. (Уның сәсен һыпырып башын ҡарай). Йә, Аллам!
Һин бит... Юлай!.. Миңә катастрофа ваҡытында һине үлде, тинеләр, кәүҙәңде лә алып ҡайтып ерләгәндәр. Мин ул ваҡытта дауаханала инем.
Т и м е р б ә к. Беҙ ни уны шул ваҡытта алған яраһы тип, уйлаған инек.
И л һ а м. Бына ни өсөн төшөмә катастрофа керә икән!
Н у р с и л ә. Ғүмерем буйы һине һаҡлап ҡала алмағаныма үҙемде ғәйепле тойоп, әрнеп йәшәнем. Эй, ул көндәр... бик күптәрҙең хәтерендә ҡара көндәр булып ҡалды. Күпме кеше үлде, күбеһе юғалды. Һуғышмы ни?
Т и м е р б ә к. Бына бит, Хоҙай ҡушҡас килеп табыштыҡ. Шундай мәшхәрҙә иҫән ҡалғас, ғүмерле булырһың! Хәҙер барыһын да белдең, үҙең хәл ит!.
И л һ а м. Атай! Һин минең иң ҡәҙерле кешем тип әйткән инем инде, артабан да шулай булып ҡаласаҡһың!
Т и м е р б ә к. Рәхмәт, улым!
Н у р с и л ә. Тимербәк, һиңә тулҡынланырға ярамай! Йөрәгеңдең ҡабат өйәнәге ҡуҙғалыр. Дауахананан сығып та өлгөрмәнең.
И л һ а м. Эйе, атай! Үҙеңде һаҡла бер үк. Ниңә алдан уҡ шалтыратманың?
Т и м е р б ә к. Һине борсойһом килмәне. Бына Нурсилә көн дә килеп, хәлемде белеп йөрөнө. Рәхмәт уға. Хәҙер ауылда унһыҙ ни эшләрмен инде, аптырап торам. Яңғыҙыма ауыр. Нурсилә! Сыҡ миңә кейәүгә! Мин һинһеҙ харап булам! Бына улыбыҙ ҙа шат булыр.
И л һ а м. Бик яҡшы! Атайым өсөн ҡайғырып тормам. Бергәләшеп йәшәгеҙ!
Н у р с и л ә. Улым! Һин мине ғәфү иттеңме?
И л һ а м. Әлбиттә!
Н у р с и л ә. Ярай, мин риза!
