Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
B_1257_t_1241_praktika (3).docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
34 Кб
Скачать
☆

Яуын ауылы фольклоры

Яуын боронғо ауыл. 240 йыл тирәһе тип яһыла. Тик ауыл унан алданыраҡ килеп сыҡҡан. 1773-1775 йылга тиклем, 1600 йылдар тирәһендә барлыҡҡа килгән. Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында Яуын Сыуашев исемле старшина килгән, уға 20 йәш тирәһе булған. Старшина үҙе менән йөҙҙән ашыу ғәскәр килтерә һәм Ҡыйғыла Мехильсондың ғәскәрен еңә.

Яуын ауылы ныҡ боронғо ауылдарҙын береһе, тик уның исеме генә уҙҙгәргән . Хаҙерге ваҡытта уға 240 йылдан. 1773-1775 йылға тиклем Салауат Юлаевтың востанияһы булған ваҡытта уга 7-12 старшина кушыла. 1640 йылдарҙа Төркмән тиган гена ауыл булған була, ул йылғаның икенсе яғында булган булып сыға, уны Төркмән-Ҡаштаҡгы тип йөрөткәндәр. Ул ауылда 28 өй гена өй булған .Шул тирәнән иҫке ай йылғаһы аҡҡан, ай йылғаһы күскән һайын халык та күсә килгән. Икенсегә күскәндә ошо ауыл яна һәм улар аҙерге урынға күсеп ултырғандар. Шулай итеп Төркмән Ҡаштаҡ ауылы , хәҙерге Яуын ауылы тип атала.

Сәлим тауы

Сәлим исемле кеше буған.Был тау шунын исеменән алынған.

Эре ҡайынлыҡ

Элек ул урманды эре-эре,береһенән-береһе бейек ҡайындар ҡаплап алған булған.Ваҡыт утеү менән кеше эшмәкәрлеге арҡаһында ул ҡайындар һирәгәйгән,бер ни тиклем ваҡыттан һуң бик әҙ ҡалған. Шунан һуң был урындар сабынлыҡ итәләр,ә шулай ҙа халыҡ телендә был ер “Эре ҡайынлыҡ” тип һаҡланып ҡалған.

Ерек шишмәһе.

Шишмәнең тирә-яғын тик ерек ағасы уратып алған .Шуға күрә был шишмәне “Ерек шишмәһе” тип йөрөтәләр.

Вәли шишмәһе.

Үҙенә ҡуйы үләнле сабынлыҡ эҙләп йөрөгәндә,Вәли исемле кеше шишмәгә тап була.Был бәләкәй генә шишмәгә Вәли көс һалып,уны киңәйтеп уға юл аса.Шишмә күп йылдар эҫе бесән ваҡытында һалҡын һыуы менән халыҡты ҡыуандыра.Йылдар үтә,Вәли мәрхүм булып ҡала.Шишмәне ҡараусы кеше ҡалмай.Бөгөнгө көндә шишмәнең хәле бик хөрт.Тирә-яғын сүп-сар,ағастар баҫып алған.

Ҡыҙыл яр тау

Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы ваҡытында барлыҡҡа килгән тау.Әйҙең уң яҡ ярында ҡыҙылдар,ә һул яҡ ярында аҡтар йәшенеп ятҡан һәм бер береһенә һөжүм иткәндәр.

Ҡунаҡ янына саҡырыу йолаһы

Элегерәк “ҡунаҡҡа саҡырыу” йолаһы “ҡунаҡ янына” саҡырыу йолаһы булған.Әгәр ҙә берәй кешегә ҡунаҡ килһә, курше-күләнде,тыған-тыумасаны, йөрөшкән кешеләрен ҡунаҡ янына саҡырып ҙур табын ҡорғандар.Был “ҡунаҡ янына саҡырыу” бер нисә көн дауам иткән.Кешеләр шулай бер береһенә йөрөп ял иткәндәр,таҡмаҡ әйтешкәндәр,бейешкәндәр,мөнәжәттәр әйткәндәр.Мәҫәлән:

1)Килеп индем өйөгөҙгә,

Доға бирҙек түрегеҙгә.

Иман нуры өйөгөҙҙә,

Нурҙар булһын йөҙөгөҙҙә.

2)Ошо өйҙөң хужаһына

Дәһи балаларына

Дәһи ата-әсәһенә

Шәфәҡ бирһен Рәсулулла.

3)Эй, туғандар,һыйланығыҙ,

Тәмле ниғмәттәр менән.

Бәхет бирһен Хоҙайыбыҙ,

Йәше-ҡартына ла .

4)Баҙарҙарға барған инем,

Ҡыҙҙар һатылып ята.

Итеклеһе – 5 тәңкә,

Быймалыһы – 3 тәңкә.

Беҙҙең һымаҡ ярлы ҡыҙҙар -

Торалар 1 тәңкә.

Ҡыҙҙы кейәүгә биреүгә әҙерләү йолаһы

Кейәүгә сығырга йөрөгән ҡыҙҙың алдына еҙ тас ултырталар.Ул тас эсен түмәр ултырталар,уны киндер менән урайҙар,тирә-яғына көмөш,алтын ҡалаҡтар һалалар.Шунан,киндер менән уратылған түмәрҙе һуҡҡылай башлайҙар.Тас эсендәге ҡалаҡтар шул ваҡыт төрлө илаған,көлгән кеүек тауыштар сығара.Был шуны анлата: тормошта төрлө ваҡыттар була.Уйынына ла,көлкөһөнә лә,шатлығына ла,ҡайғыһына ла ҡыҙ шул ваҡыт әҙер булыға тейеш.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]