Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
B_1257_t_1241_praktika (3).docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
34 Кб
Скачать
☆

Йосоп ауылы фольклоры.

Йырҙар:

Эсем боша сығам тышҡа

Ҡарим һайраған ҡошҡа шул

Ҡоштар һайрай мин йылайым

Ней булды ғазиз башҡа

Алайҙа нужна беҙгә шул

Кейгән кейем ҡалай туҙҙы

Йәш ғүмер шулай уҙҙы

Йәш ғүмерҙар шулай уҙҙы

Уфанан килган атларға

Һалҡын һыу эсермагеҙ шул

Уф йөрәкәйҙәрем яна

Иҫемә төшөрмәгеҙ

Ал булмай, булмай инде шул

Һыу ҙа тынмай бер тулҡынмай

Айрылмай булмай инде шул

Һыу ҙа тынмай бер тулҡынмай

Айрылмай булмай инде шул

Һыу ҙа тынмай бер тулҡынмай

Айрылмай булмай инде шул.

Таҡмаҡтар:

Ишек алдым буйлы таҡта,

Буйламай йөрөмайем.

Аяғымды баҫҡан һайын,

Уйламай йөрөмәйем.

Тәҙрә асып емлар һиптем

Ашаһын ҡошҡайҙарым

Мәңге рәхәт эштәрендә

Йәшәйек туғандарым

Аяғындағы итеген

Шығырым махурыма

Бөтә донъяны борҡота

Барҙа һинен нурынды

Сандал кейеп буйлама

Сандал кейеп буйлама

Һин мине уйлама

Кәкүк ҡысҡыра өҙөлөп

Кәкүк ҡысҡыра өҙөлөп

Кәкүк ҡысҡырғанда өҙөлөп

Нисек йөрөйһөн туҙеп.

Алайҙа нужна беҙга

Былайҙа нужна беҙга

Кейган кейем ҡалай туҙҙы

Йаш ғумер шулай уҙҙы.

1.Ҡыйғы районы Йосоп ауылы

2.Ғәниева Зәкинә Зәкир ҡыҙы

3.1928 йылда тыуа

4.Ҡыйғы районы Йосоп ауылы, Әйле ырыуы

5.Колхозда һауынсы булып эшләй, әлеге ваҡытта кәрт һала.

6.5 класс тамамлаған.

7.Ололаҙан, инәһенән ишеткан.

8.02.07.15.

9. 103 төркөм.

__________________________________________________________________

Мөнәжәттәр

Тыуған ил иҫемемдән китмәҫ.

Мөнәжәтем але бөтмәҫ, ҡағыҙ һәм ҡәләм етмәҫ;

Тыуған ил иҫемдән китмәҫ, сабыр бирһен ғәзиз алла

Мөнәжәтем яҙа-яҙа, ҡәләм тотҡан ҡулым тала;

Куҙемдән ҡанлы йәш аға, йыраҡ булғанға аралар.

Ағастар япраҡ ярғанда йәш ағастың башы бөгөлә;

Куңелдәрем тулып еткәс куҙемдән йәштәр түгелә.

Туғандарым,фираҡ булдым, курешергә йыпаҡ булдым;

Һеҙҙе күреп һөйләшергә аҡылдарҙан яза булдым.

Тыуған яҡҡа куҙем төшһә, башымдан уйҙарым китә;

Йөрәк бәғрем яна башлап, туҙергә дарманым бөтә.

Эй аҡҡош, һин китер булһаң, минең илгә етер булһаң,

Тыуғандарҙы курер булһаң, сәләм айтсе беҙҙең яҡтан.

Ятып та йоҡом килмәйҙер, ашаһам ашым үтмәйҙер,

Һеҙ, туғандар, күҙ алдымдан һис бер минутҡа китмәгеҙ.

Айырылдым илдәремдән.

Мөнәжәтем һеҙғә булһын,дуҫ-ишем доға ҡылһын,

Доғалары ҡабул булһын, фираҡ булдым туғандарҙан.

Кил япраҡ йәш ғүмер икән, ботаҡтары бала икән,

Айрылмаҡ бер бала икән,фирак булдым туғандарҙан.

Эйе, йыйғас, йәшең купме тугелгән япрағын купме?

Йәнең тик сағышын юҡмы,тиеп һорайым мин аларҙан.

Ағас башындағы ҡоштоң үтә ғүмере зекер менән,

Йәнем ғәзиз ғүмерҙәрем үҙа төрлө фиҡер менән.

Ата тиһәм- ауырый башым, әсә тиһәм – тугелә йәшем,

Сит илдәрҙә-яңғыҙ башым, айырылдым туғандарҙан.

Сығып ҡарайым йән айларға тамам унбише еткәсең;

Ҡауышалар ситен икән, йырыҡ илдәргә киткәсең.

Сабыр итәм, сабыр итәм, сабыр итәм нихәл итәйем,

Сабырһыҙлыҡ – шайтан фиғеле,сабыр итергә кәрәк.

Кеше хәлен кеше белмәҫ, яна бәғрем-уты һүнмәҫ.

Һағынғастан кеше үлмәҫ, әжәлдәр бирмәһен быны.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]