- •Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:
- •3.Уҡыу предметына дөйөм характеристика
- •4. 5 Класта башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны
- •6.Уҡыу предметының йөкмәткеһе
- •7.Тематик планлаштырыу
- •8. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- •5 Класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр
- •Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау
- •Материаль-техник ҡулланмалар
- •10.Ҡушымта Контроль эштәр өсөн текстар
- •9. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
4. 5 Класта башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 102 сәғәткә бүленгән , аҙнаһына 3 сәғәт иҫәбенән.
Дәреслек: “Әсә теле”: Башҡорт мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., -Өфө: Китап, 2011.
Программа кимәле : базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: 1) Икенсе быуын стандарттары, төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар, 5-9 кластар өсөн, З.Биишева исмендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012.
2) Толомбаев Х.А., Атнағолова С.В. 5-9 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Өфө, Китап, 2009
3)Ғималова М.Ғ., Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.
4) Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы,Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.- Өфө; Китап, 2013.
5)Электрон ресрустар
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
1) “Әсә теле”: Башҡорт мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В.,-Өфө: Китап, 2011.
2) Вәлиева Г.Д. 5-6 кластар өсөн дидактик материалдар- Өфө, 2011.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Икенсе быуын стандарттары, төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар, 5-9 кластар өсөн, З.Биишева исмендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012. –гә таянып төҙөлдө.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Тәүәкән муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
5. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре
Уҡыусыларҙың башҡорт теленән программаны үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
аудирование һәм уҡыу:
•телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
•төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
•төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
•төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
•һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
•стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
•алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
•тыңлаған һәм уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
•төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
•телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
•төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтың берләшеүе) һәм диалог (этикетты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен үҙләштереү;
•ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
•телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
•уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
•үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
2)алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара ҡулланыу;
3)аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
1)телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыу тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2)гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
3)туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4)тел ғилеменең төп аңлатмалары; лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр; телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү,фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
5)башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6)телдең төп берәмектәрен, гармматик категоряларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7)һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8)тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;
9)туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
