- •Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:
- •3.Уҡыу предметына дөйөм характеристика
- •4. 5 Класта башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны
- •6.Уҡыу предметының йөкмәткеһе
- •7.Тематик планлаштырыу
- •8. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- •5 Класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр
- •Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау
- •Материаль-техник ҡулланмалар
- •10.Ҡушымта Контроль эштәр өсөн текстар
- •9. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
9. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
1.Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы.-Өфө:Китап, 1996.
2.Аҙнағолов Р.Ғ.Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы.-Өфө:Китап,2011. 3.Баһауетдинова М.И., Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу( методик ҡулланма).- Өфө, НМЦ «Педкнига» , 2008.-204 бит. 4.Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап , 2009.-176 бит
5.Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. – Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
6.Бикбаева Т.Я., Т.Я. Кунафина. 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Эдвис,2008
7. 3.Бикҡужина Т.Ә., Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар файҙаланыу.-Стәрлетамаҡ,1992.
8. Ғарипов М.Ғ. Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.
9. Ғималова М.Ғ., С.М. Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.
10. Ураҡсин Ғ., Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит
11. Электрон дәреслектәр 5-6 кластар,7-8 кластар, 9-11 кластар.
12. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит
Төп әҙәбиәт
“Әсә теле”: Башҡорт мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В.,-Өфө: Китап, 2011.
Өҫтәлмә әҙәбиәт
1. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
2.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
Өфө: Китап, 2007.
3.Вәлиева Г.Д. 5-6 кластар өсөн дидактик материалдар- Өфө, 2011
4.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
5.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ағиҙел».
6.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
8.Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма.
9. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. “ Башҡорт теле. БДИ (ЕГЭ) Ҡағиҙәләр, тестар”. Өфө, ООО УМЦ “Эдвис”, 2008, 2009
10.Усманова М.Г. “Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа”. Өфө. “ Китап”, 2007
11.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
12.Электрон ресурстар
Материаль-техник ҡулланмалар
1.Мультимедия компьютеры (техник талаптар: график операция системаһы, компакт-дискыларҙы уҡыу һәм яҙыу өсөн ҡоролма, видео, Интернетҡа сығыу мөмкинлеге, акустик колонкалар, микрофон, наушниктар, прикладной программалар пакеты (текст менән, график һәм презентация);
2.Мультимедиапроектор;
3.Телекоммуникация саралары (электрон почта, мәктәптең локаль селтәре, Интертенҡа сығыу)
10.Ҡушымта Контроль эштәр өсөн текстар
Контроль диктант “Дуҫтар”
Борис менән Камал утрауҙа үҙҙәре генә ҡалған. Улар нимә тураһындалыр шым ғына һөйләшә.
Был утрау бер юғала, бер һыу аҫтынан ҡалҡып сыға. Уға ситке урам малайҙары хужа. Бында улар ниндәй генә серҙәрен серләшмәй, ниндәй генә уйындар уйнамай! Йә бәһлеүән, йә партизандар командиры, һис юғында шәфҡәтле атаман булалар. Ошонда ғына Азаматтың өс тапҡыр Чапай, бер тапҡыр Пугач булғаны бар. Ә Салауат булған саҡтың инде иҫәбе лә, һаны ла юҡ.
Малайҙар һөйләшеп туйҙылар ҙа һыу инергә тотондолар. Шунда улар төҫө ҡасҡан Азаматты күрҙеләр. Уға ни булған?
(Ә.Бикчәнтәев)
Контроль диктант “Көҙ етте”
Йәмле йәй үтеп китте. Тәбиғәттә көҙ билдәләре күберәк күренә башланы. Болондар ҙа, яландар ҙа үҙҙәренең йәшел хәтфә төҫтәрен юғалттылар. Бөтөнләй буш ҡалған иген баҫыуҙары ла көҙ башланыуы тураһында хәбәр итә.
Ағастарҙа һары япраҡтар күбәйҙе. Ҡоштар ҙа һайрауҙан туҡтаны. Ҡара ҡарлуғастар һәм торналар йылы яҡтарға осоп киттеләр.
Йәнлектәр донъяһында ла ҙур үҙгәрештәр бар. Уларҙың бөтәһенең дә балалары үҫеп етте. Һәм үҙ алдына көн күрә башланы.
Беҙҙе солғап алған тәбиғәт көндән-көн үҙгәрә бара. Хайуандар һәм үҫемлектәр һалҡын ҡышҡа әҙерләнәләр. Көндәр ҡыҫҡара. Һәр аҙымда ямғырлы һәм ҡыраулы көндәр яҡынайыуы һиҙелә.
(В.Кучеров буйынса)
Контроль диктант “Ҡыштың тәүге көнө”
Иртәнсәктән башланған быҫҡаҡ ямғыр тымыу менән, көнө буйы тегеләй-былай иҫкән әсе ел дә баҫыла төштө – әллә хәле бөттө, әллә етеп килгән эңерҙән ҡурҡты. Ерҙән, баҡсанан, урамдан, бәпкә үләндәренән, кәртә-ҡуранан, өй артындағы муйыл, сирень ағастарынан дымһыл һауа бөркөлдө, танауҙы ҡытыҡлап, әскелтем еҫ таралды. Тирә-яҡҡа йән рәхәтләндергес һиллек йәйелде. Мағаш тауы башына ятҡан төҫһөҙ ҡалын болоттар ҡояшты күрһәтмәй, шулай ҙа донъя яҡтыра, асыла төштө, таҙарып ҡалды, көн дә йылыға тартты.
Күп ваҡыт та үтмәне, ябалаҡлап ҡар яуа башланы. Бар ғаләм аҡҡа сумды. Ҡойма, өй ҡыйыҡтары, һарай баштары, баҡса өр-яңы көрт аҫтында ҡалды.
Ҡыштың тәүге көнө инде был.
(Ә.Әминев.)
Контроль диктант “Ҡояш”
Ҡояш – ул газ шарынан торған ҙур йондоҙ. Ундағы эҫелек 15 миллион градусҡа етә. Башҡа йондоҙҙарға ҡарағанда ул ергә яҡыныраҡ урынлашҡан. Шуға күрә Ҡояш беҙгә ҙур булып күренә. Ер үҙ күсәрендә Ҡояш тирәләй әйләнә. Ер әйләнгәндә, Ҡояшҡа ҡараған яғында – көн, ә икенсе яртыһында төн була.
Ҡояш беҙгә яҡтылыҡ, йылылыҡ бирә. Ул булмаһа, Ер йөҙөндә бөтә тереклек үлеп бөтөр ине. Мәҫәлән, ҡараңғы мәмерйәлә үлән, ағас, сәскәләр үҫмәй. Кеше лә ҡояшһыҙ йәшәй алмай. Ҡояш нуры төшмәгән ер аҫтында, һыу аҫтында эшләгән кешеләр ауырыуға тиҙ бирешеүсән була.
Ҡояш яғымлы ла, уҫал да. Ул ныҡ ҡыҙҙырғанда, баш кейемһеҙ йөрөргә ярамай. Эҫе тейеүе бар, хатта тәндең еңелсә бешеүе лә мөмкин.
(Ф.Фәтҡуллина)
Контроль диктант “Халыҡ шағиры”
1895 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Дүртөйлө районы Әсән ауылында бер ир бала донъяға килә. Атаһы уға Шәйехзада тип исем ҡуша. Был һүҙ “башлыҡ” тигәнде аңлата.
Шәйехзада бәләкәйҙән ауылдағы ауыр тормош тураһында уйлана башлай. Ҡайһы бер фәҡир кешеләрҙең балалары, түләп уҡыр өсөн аҡса булмағас, уҡытыусыларына бер-ике баш һуған, берәр сынаяҡ он, һөт йәки ҡатыҡ килтерә.
Шәйехзада уҡыуға бик зирәк була. Малай сағынан уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Тиҙ арала башҡорт халҡының яратҡан шағирҙарының береһенә әүерелә. Ул 1917 йылғы революциянан һуң Зәки Вәлиди менән берлектә Башҡорт Республикаһы төҙөү өсөн көрәшә һәм 24 йәшендә генә фажиғәле үлеп ҡала.
Бөйөк шағирҙың тормошо – Башҡортостан тарихының сағыу бер бите ул.
Контроль диктант “Баймаҡ”
Баймаҡ – беҙҙең тыуған ҡалабыҙ. Ул Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан. Тыуған ҡалабыҙҙы икегә бүлеп, Таналыҡ йылғаһы аға. Ҡаланың уртаһында ҙур быуа бар.
Беҙҙең ҡалала эшһөйәр, уңған, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Улар матур йорттар, юлдар, мәктәптәр төҙөй, рудникта алтын сығара.
Баймаҡты бай яҡ тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Уның тирәһендәге урмандарҙа йәнлек, ҡош-ҡорт күп. Ер аҫты байлыҡтарын һанап бөткөһөҙ. Беҙ Баймағыбыҙҙы яратабыҙ.
(“Аҡбуҙат” журналынан)
Контроль изложение “Муйыл ағасы”
Йылға буйында тирә-яҡҡа йәм биреп, муйыл ағасы үҫте. Яҙ килеү менән, шаулатып япраҡ ярҙы. Ҡояштың ҡайнарлығына, донъяның яҡтылығына, һауаның сафлығына шатланды. Күпертеп сәскә атып ебәрҙе. Сәскәнең аҡлығы күңелде рәхәтләндерҙе, хуш еҫе йыраҡтарға таралды.
Муйылдың ошондай матур сағын Сәлимә менән Миләүшә күреп ҡалды.
Бер аҙҙан ҡосаҡтары муйыл сәскәһе менән тулған был ҡыҙҙар, көлөшә-көлөшә, йылға буйынан ҡайтып киләләр ине. Бик тә рәнйене муйыл ағасы, тәртипһеҙ ҡыҙҙарҙы күреп:
-Кеше күҙенә күренер еремде лә ҡалдырманылар бит, -тип иланы ул.
Көндәр үтте. Ул, илауынан туҡтап, ҡалған сәскәләрен ҡойҙо. Улар урынына йәшел генә булып орлоҡтар тумаланды.
Һутлы емештәре менән һыйларға уйланы муйыл килгән ҡунаҡтарҙы. Бер саҡ ҡап-ҡара булып, ҡояшта йылтырап, күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ емештәр өлгөрҙө.
Ошо ваҡытта ғына теге ҡыҙҙар тағы килеп етте. Улар тартынып торманы, иң емешле ботаҡтарҙы һындырып-һындырып алды ла ҡайтып китте. Яраланып, өтәләнгән тауыҡҡа оҡшап ҡалған муйыл ағасының иларлыҡ та хәле ҡалманы.
Тағы ла яҙ етте. Муйыл ағасы быйыл япраҡ та ярманы, сәскә лә атманы.
Муйыл йыйыр ваҡыт еткәс, теге ҡыҙҙар килеп етте. Килделәр ҙә аптырап ҡалдылар. Былтыр күкрәп үҫкән муйыл урынында ҡороған ағас ҡына һерәйеп тора ине.
Ҡыҙҙарҙың күҙҙәрен йәш ҡапланы. Оялыуҙан ни эшләргә лә белмәне улар. Тик унан ни файҙа?
(Г.Юнысова)
Контроль диктант “Тәбиғәт ҡосағында”
Балыҡҡа ҡайҙа барырға?
Ауылдан байтаҡ ҡына алыҫ ятҡан Ҡондоҙло күленә йүнәләбеҙ. Беҙ йәш саҡта өҫтәренә аунаған ҡырҙар, яландар, тауҙар айырым бер яҡынлыҡ менән ҡаршы алған кеүек тойолалар. Уларҙың һәр береһе мине ҡыуандыра.
Бөтә ер йөҙө яҙҙың гүзәллеге менән солғана, һәр ерҙә тын ғына, аҡрын ғына бер шатлыҡ һиҙелә. Алда йәшел туғай башлана. Был киң һәм тулҡынлы үлән диңгеҙенең тап уртаһынан борғоланып-борғоланып аҡҡан йылға үҙенең көмөштәй ялтыраған төҫө менән бөтә тирә-яҡтың күркен әллә нисә ҡат арттырып ебәрә.
Беҙ шул матурлыҡтар уртаһынан барабыҙ. Ана беҙҙең алдыбыҙҙа, йәшел ялан уртаһында, ҙур түңәрәк күл ялтырай... Ни тиклем матурлыҡ!
(Ғ.Ибраһимов)
