Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Заманса башҡорт туйы.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
83 Кб
Скачать
☆

Төрлө ойошмаларҙан телеграммалар (плакаттарға яҙып элергә мөмкин)

Хөрмәтле кейәү! Баштан уҡ ҡайһы бер нәмәләргә күҙ йомоп ҡарарға өйрән!  Сәләм менән офтальмолог  Кейәү! Ҡылыйлыҡтан һаҡлан, сит ҡатындарға ҡарама!  Ҡәйнәкәйең  ... башын ҡайһы яҡҡа теләйһең, шулай бор. Тиҙлекте 100-ҙән дә кәметмә!  ДОСААФ

Кейәүҙе өйҙә туҡмаһаң да, кеше алдында күккә күтәреп маҡта!  Туҡмастаяҡ

  Иреңде бысма - һин бысҡы түгел!  ... районы урман хужалығы 

Тормошоғоҙ гел шәрбәт булһын.

Хөрмәт менән: умартасылар ойошмаһы 

Иҫкәртеп ҡуябыҙ! Яҡын арала һәм 50 йыл эсендә айырылышыу тураһында ғаризалар ҡабул ителмәйәсәк.

Халыҡ -ара суд комитетынан

  Бурандар ҙа, һалҡындар ҙа, елдәр ҙә һеҙҙең ҡапҡағыҙҙы шаҡымаһын. Бары тик йортоғоҙҙа мөхәббәт, һөйөү атмосфераһы ғына хөкөм итһен.

Гидрометеоцентр  Һеҙҙең өсөн палатала махсус урын әҙерләнгән.Түҙемһеҙлек менән йәш әсәне көтәбеҙ. Роддом коллективы  Кейәүгә махсус хат: Һеҙҙе балалар коляскаһын йөрөтөүгә өйрәтеү курстарында көтөп ҡалабыҙ. ГИБДД-нан  "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, никах туйығыҙҙа ҡатнаша алмайым. Туғыҙ айҙан һуң килеп етәрмен. Минең туйҙы бергәләп байрам итербеҙ".

Һеҙҙе яратып сабыйығыҙ  ... дуҫ!  Бына һиңә лә муйынсаҡ кейҙерҙеләр...  Аҡбай Автор Лилия Халитова

Ғашиҡтарға наҙлау һүҙҙәре 1. Матурым - Красавица моя/красавец мой  2. Сибәрем - Симпатичная/симпатичный  3. Аҡҡошом - Лебедушка моя  4. Аҡыллым - Умница моя  5. Ҡәҙерлем - Дорогая/дорогой  6. Берҙән-берем - Единственная/единственный  7. Һөйгәнем - Любимая/любимый  8. Аппағым - Белоснежная  9. Күҙ нурым - Свет очей  10. Батырым - Храбрый мой  11. Алтыным - Золотце мое  12. Ҡояшым - Солнце мое  13. Айым - Луна моя  14. Ай нурым - Лунный свет мой  15. Йондоҙом - Моя звезда  16. Бәхетем - Счастье мое  17. Бәләкәсем - Маленькая моя/маленький мой  18. Иркәм - Ласковая/ласковый  19. Һөйөклөм - Родная/родной  20. Яғымлым - Милая/милый  21. Йәнем - Душа моя  22. Мөхәббәтем - Любовь моя  23. Ҡолонсағым - Жеребеночек мой  24. Йөрәккәйем - Сердце мое  25. Яҙмышым - Жизнь моя  26. Илаһи - Неземная  27. Тылсымлым - Волшебная/Волшебный  28. Зифа буйлым- Стройная  29. Нескәм - Утонченная, хрупкая  30. Тоғром - Верная моя/Верный мой  31. Наҙлым - Нежная моя/Нежный мой  32. Ихласым - Искренняя моя/Искренний мой  33. Сабырым - Терпеливая моя/Терпеливый мой  34. Күңелсәгем - Веселая/Веселый  35. Шәрбәтем - Сладкая моя/Сладкий мой  36. Ләззәтлем - Наслаждение мое

ТУЙ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ

(Айырым плакатҡа яҙырға йәки туй гәзите өсөн)

Ярамай:

1. Кәләшкә күҙ ҡыҫырға.  2. Кәләшкә бер минуттан артыҡ ҡарарға.  3. Тәрилкәгә башты тығып йоҡларға.  4. Бер ҡатынға өс тапҡырҙан артыҡ мөхәббәтеңде аңлатырға.  5. Күршеңде йоҙроҡ менән яратырға.  6. Өҫтәл аҫтында сисенергә.  7. Өҫтөл аҫтына төкөрөргә ярамай, унда һеҙҙең күршегеҙ булыуы ихтимал.  8. Бысаҡ-вилкалар менән дуэль үткәрергә.  9. Кеше аңламай торған һүҙҙәр һөйләргә.  10. Туй ваҡытында ҡатынығыҙҙы, ирегеҙҙе танырға.  11. Ауыҙға һыу тултырып, шым ултырырға.  12. Өҫтәл аҫтында өс кешенән артыҡ йыйылырға.  Ярай:  1. Тамаҡ ҡарлыҡҡансы йырларға.  2. Туфли табаны тишелгәнсе бейергә.  3. Өҫтәл артында кемделер ҡыҫтарға.  4. Өҫтәлгә ни ҡуйылған, шуны ашарға.  5. Ҡалғанын үҙең белһәң дә ярай.