- •Баш һүҙ урынына
- •Өҫтәл артында ултырған көйө ҡоҙаларҙы уйнатыу
- •Киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһы
- •Туй буласаҡ залды биҙәү өсөн телеграммалар
- •Төрлө ойошмаларҙан телеграммалар (плакаттарға яҙып элергә мөмкин)
- •(Айырым плакатҡа яҙырға йәки туй гәзите өсөн)
- •Туйға саҡырыу (1-се вариант) (шаярыу ҡатыш)
- •Йондоҙнамә
- •Ғаилә тураһында афоризмдар
- •Никах, туй тураһында аҡыллы фекерҙәр (афоризмдар)
Туйға саҡырыу (1-се вариант) (шаярыу ҡатыш)
Хөрмәтле _________ һәм __________!
Үҙ теләге менән буйҙаҡлыҡтан баш тартыусылар театры фәлән көндә “Ә шунан улар оҙаҡ һәм бәхетле йәшәне” тамашаһына саҡыра!
Төп геройҙар: Кәләш менән Кейәү.
Беренсе акт: “Ҡыҙ урлау”
Сәғәт 10-да кәләш һатып алыу. Адресы: _____________________
Икенсе акт: “Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы”
Сәғәт 12-лә никах теркәү тантанаһы.
Адресы: ____________________
Антракт: Бәхет шишмәһенә сәйәхәт.
Өсөнсө акт: “Һыйланғанда һыу булһа ла эс”
Сәғәт 5-тә банкет.
Адресы:_______________________ Дүртенсе акт: “Йөрәктәр бергә типкәндә”
Дүртенсе актта тамашасылар ҡатнашмай.
САҠЫРЫУ (2-се вариант)
Хөрмәтле _________ !
Аҡыллы, һылыу, көслө, нурлы, матур күңелле иң ҡәҙерле кешебеҙ! Эйе, эйе, нәҡ һин! Әле ҡулыңда ябай ҡағыҙ киҫәге тотмайһың. Ул – алмаштырырға, һатырға, кире ҡайтарырға, йыртырға, яндырырға, ашарға ярамаған беҙҙең туйыбыҙға саҡырыу ҡағыҙы!!! Фәлән көндә _________________________ адресы буйынса һине көтәбеҙ. Ә туй тортын _____________________ адресы буйынса ауыҙ итерһең.
Үҙең менән яҡшы кәйеф, матур теләктәр алырға онотма! Кәләш менән Кейәү
Йондоҙнамә
___________ һәм _____________ өсөн йондоҙнамә! фәлән йылдың фәлән көнөндә Ҡояш әүҙем стадияла була, шуға күрә ошо көндә рәхәтләнеп күңел асырһығыҙ, аяҡтарығыҙ талғансы бейерһегеҙ, тәмле итеп һыйланырһығыҙ. _____ (фамилия) ғаиләһе йондоҙо ҡабыныуы айҡанлы яңы дуҫтар, туғандар табырһығыҙ.
Йондоҙҙар фаразлауынса, тантана _________ адресы буйынса сәғәт _____ башлана.
Хөрмәт менән, Кәләш һәм Кейәү.
ТУЙҒА ТЕЛӘК Ҡотло, ныҡлы булһын никахығыҙ, Уй-теләктәр булһын игеҙәк. Мөхәббәттең гүзәл емештәре – Бала-саға үҫһен бер итәк! Ҡулдарығыҙ ҡулдан китмәһен, Арағыҙҙан ел дә үтмәһен. Сәстәрегеҙ сәскә бәйләнгәс, Ел-дауылдар уны һүтмәһен.
Йәшлек мөхәббәте мәңге булһын, Тик бер булһын барыр юлығыҙ. Аҡ бәхетттәр генә яуып торһон, Ҡотло булһын һеҙҙең туйығыҙ! ЗАГС биргән яҙыу – ҡағыҙ бит ул, Һарғая ул һандыҡ төбөндә. Һарғаймаһын һеҙҙең мөхәббәт,
Сәскә атһын күңел түрендә.
Онотмағыҙ! Сәғәт һанап тора Был йылдарҙың уҙып барғанын. Юғалтмағыҙ һуңғы көнгә тиклем Мөхәббәттең алтын балдағын!
Киленгә
Туйҙың йәме, йөҙөк ҡашы,
Килен-ҡыҙға ниҙәр әйтәһе?
Туй тормоштоң гүзәл башы
Серле йомғаҡ алда һүтәһе.
Өҫтөңдәге ап-аҡ күлдәк һиңә
Күп нәмәгә яһай ишара.
Саф һөйөүең, аҡ күңелең,
Мөхәббәтте һаҡлаусы сара.
Кейәүгә
Һылыу – матур түгел, кейәү!
Һөйгән – матур, тиҙәр халыҡта.
Саф мөхәббәт, тоғро һөйөү
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта!
Кейәү менән киленгә
Туй күлдәге һарғайыр бит бер саҡ,
Һарғаймаһын хистәр, үкенес,
Мөхәббәттең саф аҡлығын һәр саҡ
Һеҙ һаҡлағыҙ, шул ҙур үтенес!
Туй күлдәге Бәхет төҫө - нәфис туй күлдәге, Аҡ ҡауырһын ҡунған төҫөңә. Тиңләшерҙәй Ергә булыр микән Гүзәллектең сихри көсөнә? Аҡҡошмо ни - сафлыҡ, паклыҡ нуры Бик килешә, ҡыҙым, йөҙөңә. (Ҡасан ғына әле ҙур табында Аҡ күлдәктә инем үҙем дә). Бөгөнгө көн өсөн гәлсәр кейем Фәҡәт һиңә атап тегелгән. Йөйҙәренә ебәк уҡа менән Аҡ яҙмышың ҡайып сигелгән. Йәшлегегеҙ, туйығыҙҙы ҡотлап, Һәр кем әйтә изге теләген: Дуҫ-иш, туғандарың... Ә эргәңдә- Һөйгән йәрең- ныҡлы терәгең. Тормошоңдо тәмләп кенә торһон Яҙмыш емешеңдең татлыһы. Ғүмерлеккә ҡалһын күлдәгеңдең Туйҙағылай сафлыҡ, паклығы. Ҙур мәжлескә хужа булып, һәр кем Ҡайтҡан кеүек йәшлек яҙына. Ҡарап туялмайым, табын йәме, Ап-аҡ күлдәк кейгән ҡыҙыма.
Туйға таҡмаҡтар Шәфҡәт ҡоҙа, итегеңдең Үксәләре өс ҡатлы. Туйға кейгән кәстүмеңдән Көлә-көлә эс ҡатты. Эй апара-апара, Апара ташып бара, Етер, ҡоҙа, күп бейемә, Ыштаның төшөп бара. Анау килгән төлкөнө, Атып алам да ҡуям. Кеше ҡоҙаһына бара, Мин дә барам да ҡуям.
Эй, эт өрҙө, эт өрҙө, Тышта берәү йүткерҙе Ҡоҙағыйҙың йыуасаһы Тамағымды бөтөрҙө. Бейер ул, бейер ул, Бейер өсөн килгән ул. Матур-матур ҡоҙасалар Күҙләр өсөн килгән ул! Итек шыпылдап тора, Итек тыҡылдап тора. Матур ҡоҙасалар күрһә, Күҙе йылтылдап тора. Һай, һай, һай икән, Беҙҙең ҡоҙа бай икән, Беҙҙең ҡоҙа бай булһа ла, Кеҫә яғы һай икән.
Ҡоҙайғыйҙың мунсаһы, Яр башында булһасы. Көн дә байрам, көн дә туй Булып ҡына торһасы. Алай итергә кәрәк, Былай итергә кәрәк. Ҡоҙағыйға рәхмәт әйтеп, Ҡайтып китергә кәрәк.
Әйҙә, ҡоҙа, түрҙән уҙ ҙа
Аяҡтарың талмаһын. Беҙҙең хәтер ҡалһа ҡалһын,
Һеҙҙең хәтер ҡалмаһын.
Юл буйында юрғалаған
Бүҙәнәнең балаһы, Йырлап бирәйем ҡоҙаға,
Илебеҙҙең йолаһы.
Интернеттан алынған материалдар:
Әсәйемдәр Бөрйәнгә ҡыҙ һоратырға барғайнылар. Уның һөйләүенән. Иң тәүҙә ижап уҡыталар, әсәйем хәйер таратҡан, шунан ҡоҙа менән ҡоҙағыйға ата тун, инә тун кейҙергән(күлдәктәр) яҡын туғандарына күлдәк кейҙерәһең, мәһәр һалаһың, киленгә көмөш, йә алтын бүләк итәһең, ул һырға һабағы тип атала,тағы ла дебет шәл бүләк итә ҡәйнәһе. Өс еңгәһенең билдәренә яулыҡ бәйләйһең, улар ҡыҙ менән егетте ҡуша торған еңгәйҙәр була инде. Шунан ҡыҙҙы йәшереләр, алдан әҙерләнгән, әммә егет белмәгән өйгә. Егет ҡыҙҙы эҙләп тапҡас, аҡса түләп һатып ала. Иртәнсәк ҡыҙ менән егет ҡәйнәләренә күлдәк әйтеп күрешә. Ижәптә туй тураһында һөйләшеп ҡайталар. Нисә дуға саҡырыла һәм башҡалар.
Ҡыҙ ҡушыу йолаһы. (Бәлки мин тәҡдим иткән вариант дөрөҫөрәк булмаһа, тәҡдимдәрегеҙҙе яҙығыҙ) Был бик яуаплы бурыс, никах уҡығандан һуң, еңгәләре ҡыҙҙы аулаҡ өйгә алып барып, кәңәштәрен әйтеп, урын ерен яңы ҡаралды, гигиена әйберҙәре әҙерләп, кейәүҙе ҡаршы алырға тейеш. Кейәү бер үҙе, йә, кейәү егете (дуҫы )менән килә. Кейәүҙе ишектән индермәй, мәрәкәләп хаҡ һорайҙар, мәҫәлән "Ишек бауы мең тәңкә, бикәсебеҙ миллион тәңкә" или ишек бауы шуныңса тип (үҙеңдең хаҡыңды әйтеп) кейәү егете менән һатыулаша -һатыулаша бер хаҡҡа килешәһең, был гел мәрәкә шаярыу менән уйынсылап эшләнә. Хаҡҡа килешкәс, ишекте асып кейәүҙе йыртышҡа баҫтырып индерәләр, уныһы үҙе бер йола.
Шунан, йәштәрҙе сәй эсереп уйынсалап кәңәштәреңде биреп, еңгәләре кейәү егетен алып, йәштәрҙе бикләп сығып китә, тик йәштәр ябылған өйҙө шыпа ташлап китмәйһең, яҡын тирәлә аңдыңҡырап йөрөйһең, донъя хәлен белеп булмай. Иртәнсәк мунса яғып, ҡоймаҡ ҡойоп, йәштәрҙе мунса әҙер булғас, мунсаға ебәреп, урындарын йыйыштырып иртәнге сәй әҙерләнә. Кейәү кеше постелгә аҡса йәки бүләктәр йәшерә.
Мунса ингәндә тағы бер еңгәһе аңдып йөрөй, йә оялып инмәй ҡайталар йәштәр, шунда тағы шаяныраҡ йәш еңгә, этеп индереп һыу һибеп булһа ла бергә йыуынырға дусар итеп ҡайта. Йәштәр мунсаға тағы бүләк йәшереп сығалар.
Килен төшөрөү
Аяҡ аҫтына аҡ кейеҙ менән мендәр һалалар. Килен төшкән саҡта һамаҡ әйтәләр: Ҡырын төштө - ҡырын килен, Тура төштө – тура килен. Етеҙ төштө – етеҙ килен, Текә төштө – текә килен. Уңған аяҡ – уң аяҡ, Уң аяҡтан төш килен, Тояҡтарың еңел булһын, Таштай, ҡомдай бат килен!
Ҡәйнә кеше килене менән күрешә, кәсә менән аҡ бирә.
Һамаҡлап әйтә: Әйҙә матур киленсәк, Булма улай оялсаҡ. Әсәңдә һин ҡолонсаҡ, Ҡәйнәңдә һин уйынсаҡ. Бер ҡулың балда булһын, Бер ҡулың майҙа булһын, Көлдөксәң тулы көл булһын, Ҡаҙаның тулы аш булһын.
Килендең яуабы: Һүҙем балдай татлы, Йөҙөм айҙай яҡты булыр, әсәкәй!.. Һыуҙағы т аштай батырмын, Аҡыллы ул һәм ҡыҙҙар табырмын. Халыҡ: - Һай, афарин, телсән бала! - Эйе, телсән дә, эшсән дә булғанға оҡшай!.. - Әйҙә, әйҙә матур киленсәк, һыр бирмә, ҡәйнәңдең дә һүҙен бүлмә!.. - тигән теләктәр яуа.
Киленде һамаҡлау: Эштәреңдә үрнәк бул, Ыласындай зирәк бул, Ирең өсөн терәк бул, Яман эштән йыраҡ бул. Ауыҙың-башың остандап, Һүҙсән булма, киленсәк . Күҙең-ҡашың йымылдап, Күҙсән булма, киленсәк. Өлкәндәргә ҡайҙа ла Хөрмәт күрһәт, киленсәк, Кеселәргә ҡайҙа ла Үрнәк күрһәт, киленсәк. Йылҡыларың ҡолонлап Яландарҙы тултырһын. Ырыу-ырыу балаларың Ауыл-ауыл ултырһын.
