Йырлар инем
Сабырлығың етеп, йөрәк һүҙем
Әҙер булһаң әгәр тыңларға,
Һандуғас та булып талдан талға
Ҡунып һайрар инем таңдарҙа.
Йырлар инем керһеҙ мөхәббәткә
Тоғролоҡҡа оло мәдхиә.
Мөхәббәткә батша ғына түгел,
Аллалар ҙа хатта баш эйә.
Бәйән итер инем саф һөйөүҙең
Теҙләндерер сихри ҡөҙрәтен.
Ғашиҡ йәндәр генә , илһамланып,
Арттыралыр илдең ҡеүәтен.
Йырҙарымдан урын алыр ине
Һиңә булған ҡайнар хистәрем.
Күкрәгемде йыртып, йөрәгемде
Бирер инем, етһә көстәрем.
Эйе,
Һары таңда һары талға ҡунып,
Мин әҙермен мәңге һайрарға.
Тик һин аңла минең һөйөүемде
Һәм иренмә йырым тыңларға.
Сама
Сүпләп кенә һөйләп, уйлап эшләп
Йәшәүселәр ерҙә бар микән?
Сама тигәндәрен онотабыҙ,
Әллә беҙгә донъя тар микән?
Өндәшмәҫ тә ерҙә тел сарлайбыҙ,
Бер әйтерҙе бишкә түңкәреп.
Ғәйрәтле лә булып ҡыланабыҙ,
Көс етмәҫте иңгә күтәреп.
Хаттин ашып, дыуамалланабыҙ,
Төшөрөп алһаҡ зәһәр хәмерҙе.
Барын-юғын һорап тороусы юҡ,
Таптырабыҙ: “Давай әҙерҙе!”
Ҡай берәүҙәр аҡыл һатҡан була:
“Сама кәрәк, туған, самалап...”
Һуң улар ҙа шул саманы белһә,
Торор инеме ни абалап?
...Сама, тигәндәре беҙгә түгел,
Белһен уны бары аҡ һөйәк.
Әйтергә — һүҙ, эшләргә эш барҙа
Ҡалғандары беҙгә — ваҡ-төйәк!
Яңғыҙ һылыуға
Алтын ғына йөҙөк, ай, йымылдай
Уң ҡулыңда түгел, һулыңда.
Яңғыҙлыҡтың бер билдәһе бит ул,
Бәхеткәйең кемдәр ҡулында?
Һыр бирмәйһең тыштан, телдәреңдә
Уйын һүҙҙәр, бары шаяртыу.
Ә эсеңдә, беләм, уттар яна,
Яңғыҙлыҡтан юҡ шул ыу-дарыу.
Алтын йөҙөк бер саҡ биҙәр әле
Уң ҡулыңдың нәфис бармағын.
Тик сабыр бул, яңғыҙ үткән йылдар
Үкенестә генә ҡалмаһын!
Һөйөүҙер ул
Йыр
Нисә йылдар тулып уҙҙы
Сәстәр-сәскә бәйләнгәнгә,
Мөхәббәтле ике йөрәк
Бер бөтөнгә әйләнгәнгә.
Ниндәй бәхет йәнәшәңдә
Йәндәй күргән йәрең булыу.
Ожмахтан да артығыраҡ,
Ләззәтлерәк һөйөүҙер ул!
Иркәләнеп туя алмай
Наҙға һыуһаған күңелем,
Ышаналмай ыҙа сигәм
Белһәм дә төштә түгелен.
Яныуҙарым, көйөүҙәрем
Бәхет өсөн булған икән.
Һиҙмәһәм дә тойғоларым
Мөлдөрәмә тулған икән.
Мин ышандым мөхәббәттең
Ысынлап та булғанына.
Уҙһын, тием ғүмер юлым
Йән яратҡан ҡосағында.
Улым тыуҙы
Бар донъяға һөрән һалып,
Улым тыуҙы, ҡолонсағым!
Ҡуҙ-күмергә ел өргәндәй,
Дөрләне тормош усағым!
Сабый бала тауышына
Тып-тын торған өйөм тулды.
Нигеҙемә күптән көткән
Ырыҫ-бәхет килеп ҡунды!
Тыңлап туймаҫ бер моң кеүек
Малайымдың илауҙары,
Шатлығымды уртаҡлашып,
Ҡотора ҡар-бурандары.
Эй, сабыйым, ирмәк икән
Көлөүҙәрең, талпыныуың.
Хәйерлегә генә булһын
Һинең өсөн йән атыуым.
Ғүмер һорап Хоҙайымдан
Күкрәгемә ҡуям усым.
Имен-аман йәшә ерҙә,
Ҡыуанысым, йыуанысым!
Хуш, мәктәбем
Йыр
Хуш, мәктәбем — ҙур хыялдар иле,
Бала саҡтың изге төйәге.
Киләсәктең офоҡтарын айҡап,
Ашҡыныулы тибә йөрәгем.
Һуңғы ҡыңғырау, мәктәп вальсына
Йәшлек бейей, йәшлек елкенә.
Күңелдәрҙә шатлыҡ менән бергә
Ымһындырғыс сихри хис кенә.
Ҡай тарафҡа юлдар алып китер,
Ҡайҙа һуғыр яҙмыш карабы?
Алда беҙҙе ниҙәр көтә икән?
Яҙмышыбыҙ аҡмы, ҡарамы?
Уҡытыусым, изге теләк менән
Һуңғы фатихаһын биргәндә,
Уйға ҡалам, эй, һин, өлкән дуҫым,
Булһаң ине, тим, гел эргәмдә.
Хуш, мәктәбем — ҡыңғыраулы донъям,
Хәтирәләр булып ҡалаһың.
Күкрәп сәскә атҡан май айында
Киләсәккә юлым аламын!
