Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Архив стихотворений Рямова М.З..docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
99 Кб
Скачать
☆

Бары алда

Әле йырланмаған йырымһың һин,

Асылмаған серле китабым,

Өҙөлөп тә көткән шатлыҡ ҡынам,

Аңға һыймаҫ татлы ғазабым.

Алда әле беҙ йәшәйһе йылдар,

Беҙ күрәһе көндәр тыумаған,

Беҙ үтәһе ғүмер юлдарына

Ваҡыт туҙандары ҡунмаған.

Бары алда, әммә ғүмеребеҙҙең

Килеп еткәнбеҙ бит йәйенә,

Аймылышлы юлдар ҡушылғансы

Һуңлағанбыҙ “кәкүк сәйе”нә.

Йәйҙәре лә матур фанилыҡтың,

Үкенмәйек берүк үткәнгә.

Насип була бит ул оло бәхет

Ҡәҙерҙәрен белеп көткәнгә.

Йырҙарымдың иң-иң аҫылдарын

Бағышлармын бары үҙеңә.

Серле китап үҙе үк асылыр

Шатлыҡ менән баҡһам күҙеңә.

Ҡыуанайыҡ, беҙ мәңгегә бергә,

Онотолһон үткән яңғыҙлыҡ.

Гөл-сәскәле булыр тормошобоҙ,

Яһамаһаҡ әгәр аңһыҙлыҡ.

“На битой дорожке цветы не растут...”

Тапанды ла ерҙә сәскә үҫмәй,

Тапатмайыҡ күңел туғайын.

Намыҫ гөлө бер имгәнде иһә

Ҡабат терелмәйҙер, моғайын.

Ҡунаҡ ҡынабыҙ бит был донъяла,

Ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек,

Күрше баҡсаһына таш атмайса

Изге орлоҡ ҡына сәсәйек.

Яман уйҙар, яуыз боҙоҡлоҡтар

Урап үтһен ине зиһенде,

Тормош әшәкеһе бер көн һине

Юлдан яҙҙырмаҫ та тиһеңме?!

Эй, кешеләр, намыҫ, выжданығыҙ

Тапанды ла ерҙә ҡалмаһын,

Абайһыҙҙан ҡылған ҡылығығыҙ

Ғүмерлеккә утҡа һалмаһын...

Кәләшкә

Ҡыҙҙар күрһәм, ымһынамын,

Уларға мин тартыламын.

Үтһәм дә ғүмер уртаһын,

Елбәҙәк булып ҡалғанмын.

Ғәйебем ҙур, әммә, йәнем,

Аңлай белеп кенә тыңла:

Башҡаларға ымһынһам да

Күңелем бит һинең янда!

Һинең менән генә тоям

Рәхәттәрен был донъяның.

Хаҡ яҙған оло бәхетем —

Әл дә әле һин тыуғанһың!

Күҙҙәреңә бер ҡараһам,

Бәйһеҙләнгән уйҙар ҡаса.

Ирендәрең тәме менән

Ярһыу тойғоларым баҫам!

Гел һөйөшөп йәшәп булмай,

Булыр үпкәләшкән саҡтар.

Ләкин бел һин — арабыҙға

Ҡотҡо һала алмаҫ яттар!

Һинең өсөн йән атыусы

Яндарыңда әле мин бар!

Һин һәм мин

Ҡауыштыҡ беҙ ҡабат айырылмаҫҡа,

Юлдарыбыҙ бергә үрелгән,

Тормошобоҙ һөйөү гөлдәренең

Алһыу сәскәһенә төрөнгән.

Һин һәм мин — бер бөтөн,

Күңелдә сыңлай йыр.

Күр, ана, һөйөүгә

Ҡоштар ҙа һуҙа йыр.

Мөхәббәттең татып шәрбәттәрен

Ҡаршылайбыҙ алһыу таңдарҙы,

Күптән көткән бәхет шатлығынан

Томалатып зиһен-аңдарҙы.

Һин һәм мин — бер бөтөн,

Күңелдәр хыялый.

Ашҡынған йөрәктәр

Бер шаша, бер алйый.

Йылдар үтер, йәшлек артта ҡалыр,

Маңлайҙарға ятыр йыйырсыҡ.

Тик мөхәббәт мәңге һүрелмәһен

Һәм ҡалмаһын унан ҡыйырсыҡ.

Һин һәм мин — бер бөтөн,

Беҙ икәү гел бергә.

Иҫ киткес был мәлдәр

Һаҡланһын ғүмергә!

Өлөшөмә төшкән көмөшөм

Йыр

Нисәнсегә ҡаршылайбыҙ бергә

Ярһып-шашып килгән яҙҙарҙы.

Мөхәббәтле яҙҙа бүләк итәм

Һиңә булған һөйөү-наҙҙарҙы.

Алтын-көмөш бүләк италмайым,

Бар байлығым — күңел йылыһы.

Миңә ҡалһа, бүләктәрҙең шунан

Булмайҙыр ул ҡиммәт, олоһо.

Өлөшөмә төшкән көмөшөм һин,

Төн пәрҙәһен йыртыр шәм-сыраҡ.

Һинең менән генә мин бәхетле,

Һинең менән донъям нурлыраҡ.

Имен-аман бергә көн итәйек,

Ҡыуандырмай ғына дошманды.

Йәшәү ауыр, тиеп, теҙ сүкмәйек,

Юғалтмайыҡ берүк иманды.

Һәр саҡ яҙҙа ҡалам...

Ҡолаҡ осон семтеп-семтеп ала

Әсе еле ғинуар айының.

Ҡояш та бит, ана, өшөгәндәй,

Хәлһеҙләнеп кенә байыны.

Ғүмеремдең ҡырҡ бишенсе ҡышы…

Әҙме булды ыжғыр бурандар?!

Әйтерһең дә улар мин тыуғанды,

Ҡарауыллап, көтөп торғандар.

Күпме күҙәттем мин бурандарҙа

Бурап-бурап көрттәр һалғанын,

Йылға-күлде, инеш-шишмәләрҙе

Боҙ-юрғандар ҡаплап алғанын.

Ҡыш айында тыуһам да мин, мәгәр,

Күңелкәйем һис тә туң түгел.

Ҡар аҫтында сәскә үҫтерергә

Көҙ ҙә, ҡыш та миңә һуң түгел.

Йылыһынан йомарт күңелемдең

Һәммәгеҙгә өлөш сығарам,

Кем ярҙамға мохтаж — яҙмыш атын

Уға бороп, шунда туғарам.

Үкенмәмен, өшәнгән юлсыға

Була алһам йылы бер мейес,

Теләгем бер — уның ут йылыһы

Һәр кемгә лә етергә тейеш.

Ҡыш айында тыуҙым, ә үҙемде

Сыуаҡ яҙҙа кеүек хис итәм.

Тормошта ла туң йөрәкте түгел,

Үҙем ишеләрҙе иш итәм.

Әл дә һин бар

Ҡыҙ сафлығың менән килмәһәң дә,

Өлөшөмә төшкән көмөшһөң,

Көҙгө елдәр сәскә сал һипкәндә

Һуңлап ҡына өҙгән емешһең.

Ҡуҙрап ҡына янған усаҡ ише,

Көйрәгәндә һағыш-моңдарҙан,

Ҡот бирергә килгән фәрештәләй,

Етәкләнең изге юлдарҙан.

Рәхмәт һиңә, бәғрем, тормошомда

Осрағаның өсөн ҡыуанам.

Яндарымда, йәнем, әл дә һин бар,

Һиңә ҡарап, көс һәм нур алам.

Һәр көн иртән һыҙылып таң атҡанда

Доға ҡылам һиңә, улыма.

Етһәк инек, тием, имен-аман

Ғүмеребеҙҙең алтын туйына,

Хоҙай ҡеүәт бирһен уйыма!

Мин бәхетле...

Мин кем инем, һалҡын усаҡтағы

Һүнеп кенә барған сыраҡмы?

Ғүмер ебем керештәй тартылып,

Һайламдарға ҡалған уҙаҡмы?

Баш осомда Ғазрайыл фәрештә

Болғағанда әжәл ҡылысын,

Үкенестән күҙгә йәшем тулды,

Шулмы, тиеп, Хоҙам, юл осом?

Тәғәм ризыҡ, тамсы һыу ҡапмайса,

Тығылғанда йәнем алҡымға,

Берсә туңдым, берсә барып индем

Тынды ҡурыр зәһәр ялҡынға.

Рәхмәт, Аллам, ҡабул иттең, буғай,

Алҡынып та әйткән теләгем:

Көтөп алған һөйөклө улымдың

Егет сағын килә күрәһем!!!

Рәхмәт инде ғәзиз ағайыма —

Ағайлығын асыҡ күрһәтте,

Донъяларҙан тамам төңөлгәндә

Бирешмәҫкә һаман өйрәтте.

Күҙ йәштәрен йотоп күкрәгенә,

Һөйгән йәрем торҙо янымда,

Һындыртманы яҙмыш һынауына —

Бурыслымын уның алдында.

Ғүмер ебен ҡабат ялғай алған

Табиптарға ни һуң әйтәйем?

Тик уларға арнап һәм бағышлап,

Аллаһынан сауап көтәйем.

Хәл өҫтөндә саҡта асыҡ тойҙом

Дуҫтарымдың бик күп булғанын

Һәм күрҙем мин яһил дошмандарҙың

Үслек менән көлөп торғанын.

Мин кем инем? Эйе, кемдер өсөн

Яра булдым йөрәк һыҙлатыр.

...Ә кемдер берәү мәкерле һүҙ әйтте

Уҙған яраларым ҡуҙғатып.

Мин бәхетле, бөгөн мин йәшәйем,

Һәр яңы көн миңә ҡәҙерле

Һәм шуларҙың мин барыһы өсөн

Үлеп терелергә әҙермен...

Мин бәхетле!!!

Илкәйем

Йырҙарым ирекле,

Көндәрем күрекле,

Илкәйем, тик һинең ҡосаҡта.

Йылдарым ырыҫлы,

Юлдарым уңышлы,

Һүрелмәҫ ут яна усаҡта.

Бәхеткә төрөнөп,

Барына һөйөнөп,

Тиң йәшәй еремдә халыҡтар.

Үҙебеҙ ишлебеҙ,

Татыубыҙ, көслөбөҙ,

Даръялай эркелә шатлыҡтар.

Яҡшыға ынтылып,

Юҡты ла бар ҡылып,

Атлайбыҙ киләһе йылдарға.

Күңелдә моң булһын,

Эшебеҙ уң булһын,

Нур тулһын беҙ барыр юлдарға.

Әлмөхәмәт

Йыр

Өләсәйем һиндә үҫкән,

Һиндә ҡалған бала сағы.

Туғайҙарың моңон һаҡлай,

Һиндә атҡан йәшлек таңы.

Әлмөхәмәт, Әлмөхәмәт —

Ата-бабам төйәккәйе.

Һиндә тыуған һәр балаңдың

Һин тип тибә йөрәккәйе.

Һаҡмарыңда битен йыуған

Сылтыратып сулпыларын.

Шуҡ тулҡындар отоп алған

Көмөш тәңкәләрҙең сыңын.

Шанлы йылдар шауҡымынан

Тау-урмандар ышыҡ булған,

Күпме ғүмерҙе ҡотҡарған

Аслыҡ йылды әтләк-йыуаң.

Ауыл тарихына шаһит

Өйкөм-өйкөм буш нигеҙҙәр.

Үткәндәрҙе һағынып илай

Һыҡтай-һыҡтай иҫкән елдәр.

Әлмөхәмәт, теләһәк тә

Терелмәҫһең инде ҡабат.

Һин белмәгән ейәндәрең

Йырҙар йырлай һиңә арнап.

Һай, Бәләбәй!

“Илһам шишмәләре”н тәмләр өсөн

Юлланабыҙ Бәләбәйҙәргә.

Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаштарҙың

Дуҫлыҡ ебен бергә бәйләргә.

Һәр йыл һайын, яҙ уянған мәлдә

Шиғри бәйге аса Бәләбәй.

Ҡунаҡсыл һәм йомарт был төбәктең

Мәртәбәһен икән кем белмәй?!

Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш теле

Бер үк аһәң менән шаң ала.

Талантлылар, бәхет тәтегәндәр

Бәйгеләрҙә еңеп дан ала.

Һай, Бәләбәй, үҙенә бер төйәк,

Шиғри илһам, йыр-моң иләүе.

Осрашыуҙар һиндә ғүмергә тиң,

Күргән һайын килә күрәһе!

Һуңламайыҡ...

Ата һүҙе менән аңға керҙе

Ҡулға алып эшләр эштәрем.

Йылдар үткән һайын юҡһынамын,

Уны һағына күңел хистәрем.

Әсәй менән бергә атай ҙа бит

Бала өсөн ғүмер кисерә.

Ғәзизенең аңһыҙ хыянатын

Атай күңеле сабыр кисерә.

Атайҙарға ҡай саҡ бала һөйөүе

Етмәй икән, етмәй шул хәтле...

Атай, тиеп улы өндәшкәндә

Бармы икән унан бәхетле?!

Атай, тиеп өндәшһен һәр бала,

Кәңәш һорап килһен янына.

Атайҙарҙың ҡырыҫ ҡарашында

Бала өсөн бары наҙ ғына.

Күкрәгенә ҡыҫып һөйһә атай,

Иҙрәп китә бала күңеле.

Әсәйле лә, атайлы ла булыу

Үҙе оло бәхет түгелме?

Маҡтауҙы ла һирәк ишетәләр

Ил тотҡаһы булған атайҙар.

Донъя ғәме һыйған күкрәктәрҙә

Эйәрле ат улар һаҡлайҙар.

Нәҡ атайҙар һаҡлай нигеҙ ҡотон,

Бала өсөн улар ҙур терәк.

Атай ҡәҙерен, атайҙар йөрәген

Аңлайбыҙ тик һуңлап, бик һирәк...