Миҙгелдәр
Быйыл никтер һуңлап яуа ҡарҙар,
Һуңлап килә ҡышҡы һалҡындар...
Тәбиғәттә миҙгел яҙлыҡҡанмы,
Аҙашҡандар мәллә көн, айҙар?
Ҡара һыуыҡ ҡыйнай бар ғәләмде,
Ерем көтә йылы аҡ юрған...
Ҡыш бабайҙың аты арығанмы?
Ҡарһылыуҡай ҡайҙа юҡ булған?
Үҙ мәлендә килһен ине миҙгел,
Мәлен белеп яуһын ҡар, ямғыр.
Аҙашҡан ҡар, аймылышҡан ямғыр
Аҫтарында ҡалыу бик ауыр...
Яҙҙарымда ҡояш көлөп торһон,
Йәйҙәремдә яуһын ләйсәндәр,
Байлыҡ, муллыҡ булһын көҙҙәремдә,
Ә ҡыш йәйһен ап-аҡ келәмдәр.
Мәлен белеп, тәмен белеп кенә
Алмашынһын ине миҙгелдәр...
Ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙҙөң матурлығын
Үҙ мәлендә генә күрһендәр...
Ваҡытында килһен миҙгелдәр...
Ата нигеҙе
Тыуған нигеҙ тупһаһында торам,
Уйым менән ҡосоп үткәнде.
Йылы елдәр сәстәремдән һыйпай -
Мин ҡайтҡанды һағынып көткәнме?
Атам йорто емерелгән инде,
Ҡайырылған инер ишектәр...
Алмағастың өнһөҙ шыбырынан
Миңә үпкә, бер зар ишетәм.
Һуңланың бит, туған, ти ул гүйә,
Ҡороттоң бит атаң нигеҙен,
Белмәнеңме, һиҙмәнеңме шулай
Үкенестең һуңлап килерен?
Атаң йорто ҡабат ҡалҡмаҫ инде,
Ҡабат янмаҫ әсәң усағы.
Бер мәл булған кеүек кеше ғүмере,
Һәр нәмәнең була үҙ сағы...
Әллә һағыш, әллә үкенестән
Тәгәрәне ҡайнар йәштәрем.
...Эх, яҙмышты кирегә борорға
Етмәй бары, етмәй көстәрем...
Үткәндәр сәләме
Тәүге ҡарҙар сәләм алып килде
Йәшлегемдә ҡалған көҙҙәрҙән.
Тоям кеүек һинең һулышыңды,
Күҙҙәр айырылмай күҙҙәрҙән...
Ике йәш йөрәктең серҙәренә
Шаһит ине зифа аҡ ҡайын.
Уйҙарымда ҡосам шул ҡайынды
Беҙҙе осраштырған көҙ һайын.
Татлы бер төш кенә инде улар,
Үткәндәргә юҡ шул, юҡ юлдар.
Мәңге осоп етмәҫ бер мәл булып
Йыраҡтарҙа ҡалды ул йылдар...
Мин -- мосафир
Был донъяла мин бит ҡунаҡ ҡына,
Ил гиҙергә сыҡҡан мосафир,
Тәсбих итеп һанап көндәремде,
Илем, халҡым өсөн түгәм тир.
Һәр бер көнөм үҙе бер мөғжиэә,
Үткәндәгә ҡалыр аманат.
Изгеләрҙән булһын ғәмәлем, тип,
Таңдар һайын ҡылам салауат.
Эй, Хоҙайым, айырма имандан -
Иманлылар була инсафлы.
Аңлы-аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡла,
Тормошобоҙ хәтәр шул саҡлы...
Аҡса, байлыҡ менән күҙ томалап,
Шашыналар бөгөн бәндәләр.
Ата улын, әсә ҡыҙын белмәй,
Әллә төштә, әллә өндәләр...
...Иман нуры бөркөп мәсет ҡалҡа,
Тик ишеген уның кем асыр?..
Сарсауҙарҙан һыуһын ҡандырырға
Индем әле… мин бит мосафир...
Мин фәрештә түгел...
Мин фәрештә түгел, белеп торам,
Барҙыр ялғыштарым, хаталарым.
Ҡыҙыҡмайым данға, маҡтауҙарға,
Һанамайым бер ҙә юғын, барын...
Тик...
Ҡай берәүҙәр башҡа күҙлек аша
Күрә мине, минең булмышымды,
Ялған баһа, мәкерле һүҙ менән
Юҡҡа һала барлыҡ уңышымды.
Имеш,
Мин тәккәббер, эшк(ә)ашмаған бәндә,
Үҙ-үҙемде ҡуям әллә кемгә...
Һеңгәҙәтә һуғып бер һүҙ менән,
Төшөрәләр ҡай саҡ меҫкен хәлгә...
Күрә алмай хатта үҙлегемде,
Ҡәһәрләп тә ҡуям яҙмышымды.
Нәфрәтемдән ялған хәбәрҙәргә
Орор инем ташҡа баш ҡынамды.
Туҡта! Ашыҡмайым, әйләнәмдә
Бар бит әле мине һөйөүселәр,
Хеҙмәтемә лайыҡ баһа биреп,
Ижадымды ла үҙ күреүселәр!
Мин йәшәргә тейеш һыр бирмәйсә,
Баш эймәйсә көнләшкәндәргә.
Хоҙам, зинһар, сабырлыҡ бир миңә,
Ҡол итмәсе түбән йәндәргә!
Тиңдәр араһында тиң йәшәйем,
Ғәзиз балаларым янымда.
Нахаҡ менән рәнйетеүсе бер көн
Яуап тотор Аллаһ алдында!
Бар теләгем -- Кеше булып ҡалыу,
Дан-маҡтауға түгелмен мохтаж...
Рәнйетеүсем әле байрам ҡорһон,
Бер көн мин булырмын хөкөмдар...
Һаҡла, Хоҙай!
Эскелектең бәхете бер көнлөк,
Бер мәл генә донъя түңәрәк.
Алда шешә һәм ҡабымлыҡ барҙа
Уға башҡа тағы ни кәрәк?!
Эсеп алғас, бер ни ҙә кәрәкмәй --
Бала ни ҙә уға, ҡатын ни...
Спирт менән аңы томаланғас,
Аҡылһыҙлыҡ менән аҡыл тиң...
Күпме кеше эсеп гүргә инә,
Юҡҡа сыға күпме таланттар.
Иҫеректәр өсөн кәртәләр юҡ,
Ҡыйыулыҡтарына донъя тар!
Эй, Хоҙайым, һаҡла шул хәрәмдән,
Әшәкелектәрҙән ҡыл ары,
Һанамаҡҡа бирелгән ғүмерем
Әрәмгә үтмәһен ни бары!
Йәнтөйәгем -- Башҡортостаным
Йыр
Ағиҙелен көмөш билбау итеп,
Урал менән ни һан ерҙе ҡосҡан.
Көн битенән генә көнгә бағып,
Балҡып ята, көлөп Башҡортостан.
Ҡушымта:
Күңелебеҙ йомарт, үҙебеҙ алсаҡ,
Һәр кемгә лә асыҡ ҡосаҡтар.
Йөрәктәрҙә дәрт һәм илһам барҙа
Дөрләп яныр беҙҙең усаҡтар!
Һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙарыбыҙ,
Егәрлеләр башҡорт улдары.
Байрам-табындарҙың йәм-биҙәге
Бай тарихлы халҡым моңдары.
Ҡушымта.
Хеҙмәт яланында сыныҡҡандар,
Ыҫпай беҙҙә, тыйнаҡ ололар,
Йәштәр өсөн терәк һәм таяныс,
Аҡыллылар, ултраҡ уйлылар.
Ҡушымта.
Ауыл һайын шаулап уйын ҡора
Шат тауышлы шаян балалар,
Башҡортостаныбыҙ киләсәге,
Халҡыбыҙҙың ҡото бит улар!
Ҡушымта.
Йөҙәр-меңдәр өсөн йәнтөйәк ул,
Башҡортостан – ғәзиз ил генәм!
Күпме милләт һиндә татыу йәшәй,
Сағыу төҫлө аҫыл гөлләмәм!
Ҡушымта.
Туғандарым
Туғандарым, әл дә һеҙ барһығыҙ,
Һеҙҙең менән көнөм бәхетле.
Һеҙ барында миңә кәрәк түгел
Хатта батшаларҙың тәхете.
Ҡушымта:
Туғандарым - бауыр ярам,
Һеҙгә һәр саҡ тоғро ҡалам,
Дөрләтергә усағымды
Тере ҡуҙҙы һеҙҙән алам!
Ете яттар ситкә боролғанда
Үҙ туғаның ташлап китмәй ул.
Дуҫ-иштәрең кем генә булмаһын,
Туғаныңа бер кем етмәй ул!
Ҡушымта.
Олоғайғас түгел, йәшлектә лә
Туғандарҙың ҡәҙерен беләйек,
Шатлыҡ менән ҡайғы-һағышты ла
Уртаҡ бүлеп, бергә еңәйек.
Ҡушымта.
Туғандарым, әл дә һеҙ барһығыҙ,
Һеҙҙең менән күңелдәрем туҡ.
Дуҫ-иштәрем алтын булғанда ла
Һеҙҙән яҡыныраҡ кешем юҡ.
Ҡушымта.
Ауылым
Йыр
Шәжәрәмде юллап, туғандарҙы барлап,
Ҡайттым әле һиңә, ауылым.
Базыҡайым һыуын, Ҡараһаҙым буйын
Һағынып та көйрәп яныуым.
Муйылдар аҡ гөлгә күмелгән бер мәлдә
Ҡаршытауҙан һиңә бағайым.
Киске тын һиллектә, күҙ һалып йәшлеккә,
Тау башында усаҡ яғайым!
Ҡайындарым шауын, үҫмер ҡыҙҙар моңон
Йылдар аша өҙөлөп һағынам.
Йөрөһәм дә ҡайҙа, ҡалаһың гел уйҙа
Һиңә генә, ауылым, табынам.
Көҙҙәрем
Көҙҙәрем сорнай һағышҡа,
Нишләйем, түҙәм инде.
Уйҙарымды, сәйлән итеп,
Теҙәм дә теҙәм инде.
Ғүмер көҙөм дә яҡынлай,
Әле – йәйем аҙағы.
Тик күңелдә яҙҙарымдың
Матур, йәм-йәшел сағы!
Уйландырып, моңландырып
Килә лә китә көҙҙәр...
Ғүмер көҙө, үкендереп,
Кинәт кенә өҙөлә...
Ах, быға нисек күнергә?
Уға нисек түҙергә?
Хуш, йәмле йәй
Иламһырап йыл оҙата йәйен,
Ямғыр булып яуа күҙ йәше.
Һарыларға ҡалған аҡ ҡайындар,
Ут-ҡыҙылдан уҫаҡ-миләше.
Осар ҡоштар менән һаубуллаша,
Ауыр һулап, барса тирә-яҡ.
Сыңрау торналарҙың иңрәүҙәре
Күңелдәрҙе тормайҙар аяп.
Шау-сәскәле болон-туғайҙарға
Хужа хәҙер уйсан кәбәндәр.
Кисә генә тулҡынған баҫыуҙы
Ҡай арала кемдәр һөргәндәр?!
Уҫал ҡыштың ялағай ҡуштаны -
Көҙ миҙгеле килә еремә.
Хуш, йәмле йәй, ғүмеремдең йәнә
Бер остоғон алам иңемә...
Йондоҙҡашҡа
Һәлмәк юртып килә Йондоҙҡашҡа
Бүтәгәле урман юлынан.
Арбаһында атай йоҡомһорай,
Дилбегәһен тотоп ҡулына...
Нисә йылдар ошо һил күренеш
Күҙ алдымдан китмәй һис кенә.
Ололоҡмо баҫа иңдәремде,
Тигән уйҙан күңелем һиҫкәнә.
Йондоҙҡашҡа тартҡан арбаларҙа
Күпме юлдар икән ураныҡ?!
Ирәүәнләп юртҡан атыбыҙға
Көс-ҡеүәттәр генә юраныҡ.
Егеүле лә аттар өсөн түгел,
Үҙгәрә шул заман, үҙгәрә.
Тик тормошта иң-иң ауыр йөктө
Ир менән ат һаман күтәрә!
Ат ҡәҙере бөтһә, ирҙәр бөтөр,
Тиер ине оло инәйҙәр...
Ҡорос аттар сапҡан таш юлдарҙа
Шуны иҫләп күңел иңрәйҙер...
...........................
Абайһыҙҙан әйткән нахаҡ һүҙҙән
Күңел хистәреңде сайпылтма.
Мөхәббәтем керһеҙ, уйҙарым саф,
Һөйөүемде ситкә тайпылтма!
Тәмләп кенә ташланған алмалай
Ҡалдырма һин мине яттарға.
Аңла, беҙгә киләсәк юлынан,
Етәкләшеп, бергә атларға.
Тәҡдир беҙҙе айырғанға ҡәҙәр
Уртаҡ булып ҡалһын яҙмыштар.
Һөйә белеү - утҡа-һыуға кереү,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар!
Ҡарағайҙар
Бала сағым иҫтәлеге -
Беҙ ултыртҡан ҡарағайҙар.
Хәҙер инде ҙур үҫкәндәр -
Йомшаҡ елдә сәс тарайҙар.
Һанаманым, нисә төптөр,
Ҡаплағандар тау битләүен.
Беләм, улар үҫкән һайын
Ғүмеркәйемдең үтеүен.
Ҡарағайҙар, ҡарағайҙар...
Мәңге йәшел, һаман да йәш.
Ҡараһам ҡарағайҙарға,
Күңелем гел иләҫ-миләҫ...
* * *
Ялағайҙар баҫып алды
Бар донъяны.
Уларһыҙ бит ерҙә йәшәү
Һис булманы.
Ҡойроҡ болғап, түрәләргә
Баш эйәләр.
Өҙгөләргә ғәйепһеҙҙе әҙер улар,
Һөс, тиһәләр.
Барҙы-юҡты ошаҡларға
Шәптәр инде.
Кәрәк булһа, һатыр улар
Әсәһен дә.
Эй, Хоҙайым, ҡалдырмасы
Шундай көнгә.
Табан ялап көн итеүҙәр
Килешмәй бит миндәйҙәргә!
Намыҫым бар, бар выжданым -
Иң ҙур байлыҡ!
Ялған менән алған шөһрәт
Тик бер айлыҡ...
Кәрәк икән, ялған менән
Йәшәһендәр ялағайҙар.
Тик иң элек минең ише
Йәшәп кенә ҡараһындар!!!
Вәт.
Исемһеҙ шишмә
Исемһеҙ бер шишмә һарҡый
Нарыштау итәгенән.
Ҡайын һуты шәрбәттәрен
Тоям уның тәменән.
Күпме юлсылар, туҡталып,
Ҡандыра унда һыуһын.
Мин дә иренем сылатып,
Тәмләнем шишмә һыуын.
Хәтеремдә уйылып ҡалды
Нарыштау имәндәре...
Тел осомда ғына тора
Шишмә һыуы тәмдәре...
Тағы бер тәмләһәм ине
Исемһеҙ шишмә һыуын.
Көтәм Нарыштау яғына
Төшөүен барыр юлым...
Районкама
Үҙ сабыйымдай күрәмен
Районыбыҙ гәзитен.
Һәр һанын уҡып сығам мин,
Ҡалдырмайса бер битен.
Унда - райондың һулышы,
Яҡташтарым тормошо,
Ауылдарҙың йәшәйеше,
Арҙаҡлылар яҙмышы.
Ҡәләм оҫталары, ана,
“Шишмәләр”гә йыйылған.
Әҙме кеше “Шишмәләр”ҙә
Шиғриәткә ҡойонған.
Әҙәп-иманға саҡыра
Диндарҙар бите “Дәғүәт”.
Әйҙә, дуҫҡай, ситтә ҡалма,
Һин дә үҙеңде күрһәт.
Ижад диңгеҙенә әйҙәй
Балаларҙы “Аҡ елкән”.
Унда ҡәләмен һынарға
Теләмәүсе бар микән?
Кемдер ат, һыйыр ҡоҙалай,
Берәү машина һата,
Ишек-тәҙрәләр ҡуялар,
Кемдер мендәр таҙарта...
Тыуған көндәрен билдәләй
Әллә күпме таныштар...
Абау, берәү вафат булған...
Был ҡустының улы бар!
...Күпме хәбәр, яңылыҡ бар
Ошо кескәй гәзиттә.
“Ауыл уттары”на яҙыл,
Ҡалма, туғаным, ситтә!
Һөйөүҙәрең шулмы?
Йәшлегем таңында
Уйҙар ҡамауында
Ҡалдым япа-яңғыҙ.
Йүгерә минуттар,
Һүнә төнгө уттар,
Ә өмөт... ҡанатһыҙ...
Янғанда йөрәгем,
Бер генә теләгем -
Ҡал, бәғрем, янымда.
Үпкәләр юғалһын,
Өмөттәр юл алһын,
Булам ҡол алдыңда!
Һөйөүҙәрең шулмы?
Бик ҡыҫҡа булдымы?
Алданың, алданың...
Мөхәббәтһеҙ йөрәк
Була алмаҫ терәк,
Аңланым, аңланым...
Улыма
Улым йоҡонан торған,
Тиҙ-тиҙ урынын йыйған,
Битен, ҡулдарын йыуған
Һәм ашарға ултырған.
Кейеп мәктәп формаһын,
Иңгә аҫып сумкаһын
Йүгерә ул мәктәпкә
Һуңламаҫҡа дәрескә.
Көндәлегендә - биштәр,
(Һирәкләп була дүрттәр).
Ҡыуана китап-дәфтәр:
“Вәт, беҙҙең эштәр шәптәр!”
Мәктәбенән ҡайта ла,
Йәһәт ашап ала ла,
Китә ул түңәрәккә,
Һүрәттәр төшөрмәккә.
Дүшәмбе һәм кесаҙна
Бейеүҙә аҙаплана.
Шишәмбе һәм шаршамбы
Көтә уны карабы...
Шундай улым булғанға,
Эш, тип янып торғанға,
Ҡыуанам мин гел генә,
Теймәһен, тим, күҙ генә!
Эшсән булып үҫ, улым,
Һин бит минең уң ҡулым!
Талмаһын аяҡ-ҡулың,
Уң булһын барыр юлың!!!
* * *
Ҡыш башында ҡарлы ямғыр яуа,
Аҙашҡанмы әллә миҙгелдәр?
Аҡ бурандар көҫәп, асыуланып,
Ярһып-ярһып ажғыра елдәр...
Көҙбикәнең, гүйә, Ҡыш бабайға
Бер ҙә килмәй башын эйәһе.
Көндө төнгә ялғап алышалар,
Һәр беренең килә еңәһе...
Тәбиғәттә шундай көрәш бара -
Көҙ менән ҡыш ингән бәхәскә.
Аҡ ҡайындар һағына мамыҡ шәлен,
Ҡарағайҙар мохтаж кәпәскә...
Беләм, бер көн ҡыш үҙлеген итер,
Хужа булыр ғәййәр һалҡындар.
Ниндәйе лә үтер миҙгелдәрҙең,
Имен генә торһон, тим, йылдар...
Ҡәләмдәштәремә
Ап-аҡ ҡарлы Яңы йыл таңдары
Алһыу нурға ғына мансылһын!
Йәшәү йәмен тойоп, күңелегеҙҙә
Ижадҡа дәрт, илһам асылһын!
Һөйөнәйек, донъя шундай матур
Ҡәҙерҙәрен белгән йәндәргә.
Таҙа намыҫ, керһеҙ выждан менән
Барһаҡ ине килер көндәргә!
Күңел баҡсабыҙҙа илһам ҡошо
Иртә-кисен тынмай һайраһын.
Дуҫтарыбыҙ һәр саҡ янда булһын,
Дошмандарҙан Аллаһ һаҡлаһын!!!
Әсәйем һағышы
Йылдар үтә, ғүмер дауам итә,
Арта бара, атай, ҡәҙерең.
Йәп-йәш һының күҙ алдында һаман,
Тик билдәһеҙ һинең ҡәберең.
Яу юлына һине оҙатҡанда
Сабый ғына инек беҙ, атай.
Әле килеп, һин йөрөгән ерҙән
Шул сабыйҙар – ҡарсыҡтар атлай.
Мөхәббәткә тоғролоғон һаҡлап,
Гүр эйәһе булды әсәбеҙ.
Беҙҙең ғүмер – һеҙҙең дауам, тиеп,
Иҫтәлектәр менән йәшәйбеҙ.
Нисәнсе йыл оло байрам итеп,
Билдәләйбеҙ көнөн Еңеүҙең.
Һинең рухың менән яңыртабыҙ
Тыуған илгә булған һөйөүҙе.
х х х
Матур, тиһең, күтерле һаҙ
Нимәһе менән матур?
Әҙәм түгел, унда хатта
Барса тереклек батыр…
…Эйе, матур, күрә белһәң,
Һаҙҙың да бар үҙ йәме.
…Юҡтан барҙы күрә белеү
Бар булмышымдың ғәме,
Йәшәйешемдең тәме!
Еҙ ҡыңғырау сыңы…
Еҙ ҡыңғырау сыңы уйға һалды,
Һағындырып мәктәп йылдарын.
Бәхет икән, хәтһеҙ йылдар аша
Күрешкәндә йәшлек дуҫтарың!
Һаумы, ҡорҙаш! – Берәү ҡулын һона,
Үҙгәрмәгән дуҫым, шул көйө.
Олпатланған бары, элеккесә
Аҙымдары етеҙ – шәп йөрөй…
Таныйһыңмы мине? Күрмәгәнгә
Сирек быуат ваҡыт үткән бит…
Аптыратма, ҡыҙый, шаяртма ла,
Осрашыуҙы күптән көтәм бит!
…Күрешәләр, серләшәләр дуҫтар,
Хәтирәләр – үҙе бер даръя!
Йылдар туҙанына күмелмәгән,
Синыфташлыҡ һаҡланған даһа!
Уҡытыусым ниңә уйға ҡалған,
Һағынамы йәшлек йылдарын?
Күҙаллаймы уҡыусыларының
Моңһоҙ малай менән ҡыҙ сағын?
Юҡ, борсолма, апай, һинең өсөн
Беҙ һаман да сабый ғынабыҙ.
Бары йылдар үҙ мөһөрөн һалған,
Шуға ахры олпатланғанбыҙ…
Иҫеңдәме, нәҡ утыҙ йыл элек
Киләсәккә беҙҙе оҙаттың.
Кәрәк булһам, өндәшегеҙ миңә,
Янығыҙҙамын гел, тип йыуаттың…
Ташламаны изге теләктәрең,
Юлдаш булды әйткән һүҙҙәрең.
Ҡараңғыла яҡты маяҡ булды
Һинең мәрхәмәтле күҙҙәрең!
Һуңғы ҡыңғырау… тағы егет-ҡыҙҙар
Осор өсөн ҡанат ҡағына…
Ә осҡандар инде йылдар аша
Ошо мәлен өҙөлөп һағына…
