- •Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре (лингвистик, әҙәби, педагогик, психологик нигеҙҙәре, төп принциптары, уҡытыу методтары).
- •14Мәктәптә “Морфология” бүлеген өйрәнеүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, дәреслектә бирелеше. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре тураһында дөйөм төшөнсә.
- •15.Башҡорт теле дәрестәрендә “Исем” һүҙ төркөмөн өйрәнеү, рус теле менән сағыштырып уҡытыу алымдары.
- •22.Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүҙә изложениеларҙың роле, төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы, тикшереү, баһалау.
- •Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү методикаһы.
- •25.Стилистиканы һәм пунктуацияны өйрәтеү методикаһы.
- •34Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, принциптары.
- •34.Телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, күләме, принциптары, телмәр үҫтереүҙә һүҙлек эше.
- •37.Мәктәптә эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү үҙенсәлектәре.
- •39.Драма әҫәрҙәрен уҡытыу методикаһы.
- •41.Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү этаптары.
- •43. Әҙәби -теоретик төшөнсәләрҙе өйрәнеү
- •48.Мостай Кәрим ижадын өйрәнеү.
- •50.Мәктәптә ғ.Хөсәйенов ижадын өйрәнеүүҙенсәлектәре.
14Мәктәптә “Морфология” бүлеген өйрәнеүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, дәреслектә бирелеше. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре тураһында дөйөм төшөнсә.
Мәктәптә морфологияға ҡараған темалар синтаксик нигеҙҙә өйрәнелә. Һәр һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙең грамматик билдәләрен, мәғәнә биҙәктәрен, телмәр төҙөүҙәге ролен бары тик һүҙбәйләнештә, һөйләмдә, текста күҙәтеп була. Башта уҡ уҡыусыларға лексик берәмектәрҙең үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәргә бүленеү юлдарын аңлатыу мөһим. Һүҙҙәргә класс м-н бергә һорау биреп ҡарарға кәрәк. Һорауға яуап биргән һәм бирә алмаған һҙҙәр барлығын беләләр. Һорауға яуап була алғаны лексик мәғәнә белдерә, яуап булмағаны белдермәй. Артабан уларҙың һөйләм киҫәге була алыу-алмауын асыҡлау эштәре башҡарыла. Күнегеүҙәр: һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәгә эйә булыу-булмауын билдәләтеү. Классификациялау; текстағы һөйләмдәрҙең синтаксик ролен билдәләтеү аша һүҙҙәрҙең үҙ аллы, ярҙамсы һүҙбулыуын асыҡлау; һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәгә эйә булыу-булмауынан һәм синтаксик роленән сығып, уларҙы үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәргә төркөмләтеү һ.б. Һүҙ төркөмдәрен өйрәнә башлағанда уҡ һүҙҙәрҙең семантик һәм грамматик билдәләренән сығып, һүҙ төркөмдәренә бүленеү сәбәптәрен V класс уҡыусыларына төшөндөрөү кәрәк. Бер һүҙ икенсе һүҙ м-н сағыштырылып ҡаралырға тейеш.
15.Башҡорт теле дәрестәрендә “Исем” һүҙ төркөмөн өйрәнеү, рус теле менән сағыштырып уҡытыу алымдары.
«Исем» һүҙ төркөмөн уҡытыу методикаһы (күләме, уҡытыу алымдары, күргәҙмәлелек. Рус теле менән сағыштырыпөйрәнеүһ.б.).
V класта исемдәрҙең билдәләмәһен үткәндә, тәүләп уларҙың белдергән лексик мәғәнәләре аңлатыла. Исемдәрҙең төрлө төшөнсә атамаһы булып килеүенә уҡыусыларҙы төшөндөрөү өсөн, контекст эсендә һәм контекстан тыш исемдәр биреп, нимә атамаһы булыуын билдәләтеү күнегеүҙәре эшләтергә кәрәк. Исемдәрҙең грамматик билдәләрен аңлатҡанда, текст эсендәге исемдәр м-н эш итеү кәрәк. Тексты уҡытып, күҙ алдына килгән картинаны һөйләтеү, һуңынан исемдәрҙе таптырып, лексик мәғәнәләрен, синтаксик үҙгәрешен, һөйләмдәге ролен билдәләтеү эштәре ойошторола. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Башланғыс кластарҙа яңғыҙлыҡ исемдәр тур-да белем алалар, тик ни өсөн яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр булыуы үтелмәй. Уҡыусылар үҙҙәре яйырмаһын аңларлыҡ булған күнегеүҙәр эшләтергә. Һан һәм килеш м-н үҙгәрешеVI класта яңы материал итеп аңлатыла. Күнегеүҙәр: 1)Текстан исемдәрҙе табып, берлек һәм күплек исемдәргә төркөмләтеү.2)Исемдәрҙең берлектә, күплектә булыуын нисек беләбеҙ? Һорауына дәлилле яуап әйттереү. 3)Баш-т телендә исемдәргә ҡушыла торған күплек ялғауҙарын һанатып әйттереү һәм яҙҙырыу. 1)Исемдәрҙең килештәрен билдәләү,2)Килеш ялғауһыҙ тексты уҡытып ҡарау, ниндәй ялғау бирелмәгәнлеген билдәләү,3)Берәй исем м-н һөйләм төҙөү һ.б. Килештәрҙе контекст эсендә ҡарарға кәрәк. Хәбәрлек заты м-н үҙгәреше. Зат категорияһының грамматик мәғәнәләре махсус аффикстар м-н дә, уларһыҙ ҙа белдерелә. Ул аралашыу процесында, телмәрҙә, һөйләмдә тик хәбәрҙе белдереүсе һүҙҙәргә генә хас. Күнегеүҙәр: 1)Текстан исемдәрҙең үҙгәрештәрен, дөрөҫ әйтелештәрен, яҙылыштарын билдәләтеү,2)Зат ялғауы м-н килгән һәм зат ялғауы бирелмәгән исемдәрҙе сағыштырыу, был эш буйынса һөҙөмтә яһатыу,3)Исемдәрҙе зат ялғауҙары м-н һәм зат ялғауһыҙ ҡулланып, хикәйә төҙөтөү, изложение яҙҙырыу һ.б. Эйәлек заты м-н үҙгәреше башланғыс мәктәптә үтелә, юғарыраҡ класта үҙ аллы текстағы исемдәрҙе, уларҙың эйәлек заты м-н үҙгәреүен, ялғауҙарын билдәләтергә була. VI класта эйәлек заты һәм эйәлек килеш ялғаулы исемдәрҙе айырырға өйрәтергә кәрәк.Тамыр һәм яһалма исемV класта үтелә. Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы м-н яһала торған ҡушма исемдәрV класта өйрәнелә. Ҡушма һүҙҙәҙең морфологик составын, яһалышын, дөрөҫ яҙылышын аңлатыу өсөн бәйләнешле текст ҡулланырға кәрәк. Ябай яһалма исемдәргә морфологик анализ яһала. Ҡушма һүҙҙәрҙең морфологик составын билдәләү. Парлау юлы м-н яһала торған ҡушма исемдәр. Бер лексик группа эсендәге исемдәр генә парлана. Парлы һүҙҙәрҙе табып, уларҙың парлау юлын асыҡларға. Бәйләү юлы м-н яһала торған ҡушма исемдәр. Бер һүҙ 2сеһенә эйәреп бәйләнеп килә. Йәнәшәлек йәки һөйкәлеү бәйләнеше була. Ҡыҫҡартылған ҡушма исемдәрҙең яһалышы. Уларҙы дөрөҫ әйтергә, уҡырға өйрәтеү өсөн, ҡыҫҡартылған ҡушма исемдәрҙең яһалышын фәнни-лингвистик йүнәлештә аңлатыу талап ителә.
16. Ҡылым һөйкәлештәрен һәм төшөнсәләрен өйрәнеү методикаһы.Ҡылым һөйкәлештәрен өйрәнеү (дәреслектә бирелеше, уҡытыу алымдары, рус теле менән сағыштырып өйрәтеү, күргәҙмәлелек һ.б.).Ҡылымдарҙың һөйкәлеш һәм төркөмсәләргә бүленеүенең лингвистик нигеҙе булып, уларҙың зат категорияһына мөнәсәбәте һанала: зат м-н үҙгәреүсе ҡылымдар һөйкәлеш, зат м-н үҙгәрмәүсе ҡылымдар төркөмсә ҡылымдарына ҡарай. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарын өйрәтеүҙе башланғыс мәктәптә алған белемдәрен күнегеүҙәр эшләү аша ҡабатлау юлы м-н башларға кәрәк. Тәүҙә текстан бойороҡ һөйк таптырыу, ни өсөн был һөйкәлеш ҡылымдары булыуын иҫбатлатыу, белдергән мәғәнәләрен, грамматик үҙенсәлектәрен билдәләтеү. Бойороҡ һөйк ҡылымдарының бөтә үҙенсәлектәре өйрәтелә, уларҙы телдән һәм яҙып анализларға, дөрөҫ баҫым м-н әйтергә өйрәтеү, үтелгән күләмдә уларға характеристика бирҙереү кеүек күнегеүҙәр эшләтергә кәрәк. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары эш йәки хәлдең хәҙер, үткәндә йә киләсәктә үтәлеүе. Үтәлмәүе тур-да хәбәр итә. Уларҙың башҡа һөйкәлеш ҡылымдарынан айырмаһын уларҙы сағыштырыу юлы м-н аңлатыу эффектлыраҡ. Хәбәр һөйк ҡылымдары 3 заманда ҡулланыла, нигеҙ ҡылымға заман мәғәнәһен белдереүсе заман ялғауҙары ярҙамында яһала, зат, һан м-н үҙгәрә. Күнегеүҙәр:1)Текстарҙа шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарының коммуникатив функцияһын, мәғәнәүи үҙенсәлектәрен асыҡлатыу, һөйләтеү. 2)Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үтк зам ҡылымдарын ҡулланып, күргәндәре тур-да текстар төҙөтөү.3)Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үтк зам ҡылымдар хәбәр булып килгән һөйләмдәр һәм текстарҙы сағыштырыу һ.б. Киләсәк заман хәбәр һөйк ҡылымдарының яһалышын, үҙгәрешен таблицалар, формулалар ҡулланып аңлатырға мөмкин. Шарт һәм теләк һөйк ҡылымдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының ябай (синтетик), ҡушма (аналитик) формалары барлығын иҫкә алып, уларҙың белдергән мәғәнәһен һәм яһалышын бер, ә зат, һан, барл/юҡлыҡ м-н үҙгәрешен 2се дәрестә аңлатырға кәрәк. Был һөйк ҡылымдарының синонимик формаларын, уларҙың яһалыу үҙенсәлектәрен күрһәтер өсөн таблицалар ҡулланыу, ә был төшөнсәләрҙе үҙләштереү, үҙ аллы яҙма формала аңлатырға уҡыусыларҙы өйрәтеү өсөн формулалар, схема төҙөтөү эффектлы. Теләк һөйк-нә инә торған ҡылымдарҙың ҡайһы берҙәре бөтә зат ялғаауҙарын ҡабул итмәй, ҡайһылары барлыҡта ғына ҡулланыла, юҡлыҡта ҡулланылмай. Барғы килә формаһын һөйләмдә ҡулланыу йәтешерәк, бараһы килә формаһы синонимбулыуын әйтергә кәрәк. Ҡылым төркөмсәләрен өйрәнеү методикаһы.VI класта үтелә. Был материалды өйрәтә башлағанға тиклем, уҡыусыларҙың ҡылым бүлеге буйынса V класта алған белемдәрен ҡабатлау, системалаштырыу күнегеүҙәрен эшләтелергә тейеш. Исем ҡылымды үткәндә, тәүҙә үкуларҙа исем һәм ҡылым билдәләре булыуын, шуға ярашлы уларҙың коммуникатив функцияларын аңлатырға, был үҙенсәлектәрен телмәрҙә күрһәтергә. Исем ҡылымдарҙың һөйләмдәрҙә, текста алынғанисем ҡылымдарҙың лексик һәм грамматик билдәләрен күҙәтеү, ул билдәләрҙе исем һәм ҡылым билдәләре м-н сағыштырыу файҙалы. Баш-т телендәге исем ҡылымдарҙың бер ни тиклеме исем һүҙ төркөмөнә күскән: кисеү, көтөү. Уртаҡ ҡылым-ң белдергән мәғәнәһен, грамматик билдәләрен (синтаксик ролен) һөйләмдә йәки текстпа алынған миҫалдарҙы уҡыусыларҙың аналитик күҙәтеүе аша аңлатҡас, яһалыштарын формула, таблица төҙөтөү алымдары м-н уңышлы. Уртаҡ ҡылымдың һәр яһалышына миҫал килтереп, шунда уҡ уртаҡ ҡылым яһаусы ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышына уҡыусыларҙаң аңлатма бирҙерә барырға кәрәк. Бында уларҙың о-ө хәрефтәренең, ҡалын һәм нәҙек ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы тураһындағы орфографик ҡағиҙәләргә таянып эш итеүҙәрен ойоштороу талап ителә. Артабан уларҙың тик барл-юҡлыҡта ғына ҡулланылып, заман, зат, һан м-н үҙгәрмәүе иҫбатлана. Сифат ҡылымдың сифатҡа һәм ҡылымға оҡшаған яҡтарын асыу, ошо ике һүҙ төркөмөнә хас билдәләрен күрә белергә өйрәтеү мөһим. Сифат м-н сифат ҡылымдарҙы сағыштырыу кәрәк. Телмәрҙә өс төрлө заман формаһы м-н ҡулланылыуы аңлатыла. Шуның м-н бәйле ҡылымға оҡшаш яҡтарын билдәләтергә була. Киләсәк, үткән заман ҡылымдар араһында сифатҡа, хәҙерге заман сифат ҡылымдарҙың исемгә күсеү күренештәрен күрһәтеү урынлы. Сифат ҡылымдарға һәм башҡа төркөмсә, һөйкәлеш ҡылымдарына морфологик анализ үткәргәндә, уларҙың ҡушма формалары бер морфологик берәмек итеп ҡаралырға тейеш. Хәл ҡылымдар икенсе (төп) ҡылым белдергән эш йәки хәрәкәттең башҡарылыу-башҡарылмау рәүешен, ваҡытын, сәбәбен аңлатыусы эш йәки хәрәкәтте белдерә. Хәл ҡылымдың да ҡылымдарға һәм рәүештәргә хас билдәләрен күрһәтергә кәрәк. Ҡылым VI класта тамамлана.
19Диалект шарттарында «Лексика» бүлеген уҡытыу үҙенсәлектәре.Мәктәптә баланың һәр һүҙҙе, һәр төшөнсәне, һәр лексик күренеште хәтерендә ҡалдырыу, зирәклеген үҫтереү алғы планға сыға. Әҙәби телдәге лексик берәмектәрҙе һөйләшсәгә тәржемә итеү балаларҙа һүҙҙе һиҙемләү тойғоһон, уның мәғәнәһенә иғтибарын үҫтерә. Мәҫ, көнбайыш диалект һөйләштәрендәиаралашыусы уҡыусыларға әҙәби телдәге һүҙҙәр таныш түгел: ҡолон, бәпкә, бауырһаҡ, өләсәй һ.б. Улар урынына һөйләштәрҙә түбәндәге лексик берәмектәр ҡулланыла: көлөкәй, бипей, майаш, йыраҡай. Иң беренсе һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөргә кәрәк. Һүлек эштәре ваҡытында, программа талаптарына ярашлы рәүештә, уҡыусы билдәле күләмдә яңы лексик берәмектәрҙе үҙләштерергә лә тейеш була. Һүҙҙең мәғәнәһен асыуҙа уларҙың синонимдарын таптырыу алымы ла киң ҡулланылырға тейеш. Теге йәки был һүҙҙең синонимы тип уҡыусылар бөтөнләй икенсе мәғәнәле һүҙҙе аңлайҙар. Мәҫ., сәсәләр, ҡаҙайҙар – синоним була алаларм – көнсығыш диалектта була алалр, әммә әҙәби телдә юҡ. Шуға был ике һүҙҙең мәғәнәһен аңлатырға, аҙаҡ сағыштырып ҡарарға кәрәк. Һуңынан улар ниндәй һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә алыуҙарын һүҙбәйләнеш, һөйләм эсендә асыҡлау һәм ул һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр уйлатырға кәрәк. Диалект хаталарҙы бөтөрөү, улар урынына әҙәби тел өлгөләрен уҡыусыларҙың телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу маҡсатында стилистик диктанттар үткәрергә кәрәк.Ундай диктанттарҙың текстағы ҡайһы бер һүҙҙәр дәрестең темаһынан сығып үҙгәртелергә мөмкин.
