- •Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре (лингвистик, әҙәби, педагогик, психологик нигеҙҙәре, төп принциптары, уҡытыу методтары).
- •14Мәктәптә “Морфология” бүлеген өйрәнеүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, дәреслектә бирелеше. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре тураһында дөйөм төшөнсә.
- •15.Башҡорт теле дәрестәрендә “Исем” һүҙ төркөмөн өйрәнеү, рус теле менән сағыштырып уҡытыу алымдары.
- •22.Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүҙә изложениеларҙың роле, төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы, тикшереү, баһалау.
- •Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү методикаһы.
- •25.Стилистиканы һәм пунктуацияны өйрәтеү методикаһы.
- •34Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, принциптары.
- •34.Телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, күләме, принциптары, телмәр үҫтереүҙә һүҙлек эше.
- •37.Мәктәптә эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү үҙенсәлектәре.
- •39.Драма әҫәрҙәрен уҡытыу методикаһы.
- •41.Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү этаптары.
- •43. Әҙәби -теоретик төшөнсәләрҙе өйрәнеү
- •48.Мостай Кәрим ижадын өйрәнеү.
- •50.Мәктәптә ғ.Хөсәйенов ижадын өйрәнеүүҙенсәлектәре.
34.Телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, күләме, принциптары, телмәр үҫтереүҙә һүҙлек эше.
“телмәр үҫтереү” тигән төшөнсәгә мәктәптә үткәрелә торған бөтә дәрестәрҙә уҡыусыларҙың аңын фәнни төнсәләр, белемдәр менән байытыу, тел сараларын грамматик һәм стилистик яҡтан дөрөҫ ҡулланып, үҙ фекереңде билдәле ситуацияла тәрән йөкмәткеле, йоғонтоло итеп һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыуға бағышланған бөтә эштәр системаһы инә. Был эштәр һөҙөмтәһендә уҡыусылар:а)әҙәби телдең нормаларын(орфоэп.к,орфограф.к, лексик, фразеол, грамм.к, стилистик нормаларҙы) үҙләштерәләр. б) тел сараларын аралашыу маҡсатына, телмәр йөкмәткеһенә, адресат характерына (белем,культура) ярашлы файҙаланыу күнекмәләрен ала. в)үҙ фекерҙәрен логик яҡтан эҙмә-эҙ, бәйләнешле граммтаик һәм стилистик яҡтан дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштыралар һәм үҫтерәләр. Йөкмәткеһе- 1.Телдең законлылыҡтары нигеҙендә дөрөҫ әйтеү күнекмәләре биреү; орфоэпик нормаларҙы өйрәтеү һәм тасуири уҡыу күнекмәләре биреү. 2. Лексика өҫтөндә эш. Ул үҙ эсенә һүҙҙәрҙең, фроз.мдарҙың мәғәнә үҙенсәлектәрен ныҡлы аңлау, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, лексик стилистиканы өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала.3.Һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр менән эш. Ул телдең грамматик төҙөлөшөн, һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөү, уларҙы бер-береһенә бәйләү законлылыҡтарын, синтаксик синонимиканы, ныҡлы үҙләштереүҙе алға ҡуя. 4.Бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү.
Мәктәптә эшләүсе һәр уҡытыусыға баларҙың телмәрен үҙ фәненә(физ.ка, тарих, биол,ит.д.) хас төшөнсәләр, терминдар менән байытып, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ һәм урынлы ҡулланырға өйрәтеү бурысы йөкмәтелгән. Был бурыстарҙы хәл итеү юлдарын уҡт.сы, үҙенең теоретик һәм методик әҙерлегенән,уҡыус.ң белем кимәленән сығып, үҙе һайлай.
Принциптары-1.Фекерләү, тел һәм телмәр эшмәкәрлегенең берҙәмлеге. Бер-береһенә тығыҙ торһалар ҙа, тел м/н телмәр бер нимә түгел. Телмәр-яҡшы.насар була ала, ә тел – юҡ. 2.телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре араһындағы бәйләнеш. Тыңлау-һөйләү, уҡыу-яҙыу. 3.Телмәр күнекмәләрен эҙмә-эҙ формалаштырыу. а) тематик бәйләнеш(әйтәйек, көҙ тураһында хикәйә тыңлау, уҡыу, һөйләү һәм яҙыу) б)сығынаҡтар яғынан бәйләнеш(күҙәтеү, баштан кискргәндәр буйынса һөйләү, яҙыу). в)һөйләү һәм яҙыу күнекмәләренең үҙ-ара бәйләнеше. 4.Телмәр үҫтереүҙең лексик, орфографик, грамматик, пунктуацион эштәр менән бәйләнеше.5. Телмәр үҫтереүҙең стилистик йүнәлеше.Мәктәптә телде өйрәнеү һәм телмәр үҫтереү практик-стилистик йүнәлештә алып барыла. а) аралашыу сфераһы һәм телмәрҙең йөкмәткеһенән сығып телмәр төрлөсә төҙөлә.б)аралашыу маҡсаты(тьәҫир итеү, хәбәр итеү…)в)аралашыу шарттары(һөйләү йәки яҙыу, диал йәки монол)г)телмәрҙең тәғәйенләнеше(кемгә арнала, адресаттың белеме, культураһы ниндәй кимәлдә)
Телмәр үҫтереүҙә һүҙлек эше-5-6 кластарҙа һүҙлек өҫтөндә эш уҡыусыларҙы яңы һүҙҙәрҙең,өйрәнелгән һүҙ.ң яңы мәғәнәләре менән таныштырыуҙан, лексик- фразеологик материалды бәйләнешле телмәрҙә дөрөҫ һәм урынлы ҡулланаырға өйрәтеүҙән тора.Һүҙлек өҫтөңдә эшләү өсөн махсус дәрес бүленмәгән,шуның өсөн ул дәрес тең төрлө этаптарында ойошторола.Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыуға нигеҙләнгән күнегеүҙәр: дәрес барышында һүҙҙең лексик мәғәнәләре төрлө юл менән аңлатыла: 1.Һүҙҙең логик билдәләмәһен биреү.2.Һүҙҙең семантикаһын уларҙың синонимдарын килтереү менән дә аңлатырға мөмкин. 3.Мәғәнәләре аңлашылмаған һүҙҙәрҙе ҡайһы саҡта билдәле контекстҡа ҡуйыу ҙа етә. 4. Яңы һүҙҙең мәғәнәһен уларҙы уҡыусылар элек үҙләштергән һүҙҙәр менән сағыштырыу, морфемаларын анализлау алымы ла файҙаланыла. Һүҙҙәрҙе ҡулланырға өрәтеү күнегеүҙәре-1.Һүҙҙәрҙе айырым билдәләренә ҡарап төркөмләү күнегеүҙәре(яңғыҙлыҡ исемд.ҙе айырып яҙыу-грамматик йүнәлеш, кешенең ыңғай сиф.н айырып яҙыу-семантик принцип.)2. Күнегеү тексындағы йәки әҙәби әҫәрҙәге һүҙҙәрҙең ҡулланылышын күҙәтеү. 3.Һүҙҙәрҙе синонимдары менән алмаштырыу күнегеүҙәре. 4. Бирелгән һүҙҙәр ярҙамында һөйләмдәрҙе тарҡауландырыу йәки ябайлаштырыу, тейешле конструкциялар төҙөү күнегеүҙәре.
35.Ҡылымдың йүнәлеш, күләм категорияларын өйрәтеү методикаһы. Йүнәлеш-6 класта ҡылым йүнәлештәре, күләмдәре, рәүешлеге өйрәнелә. Төрлө йүнәлеш ҡылымдарындағыйүнәлеш грамматик мәғәнәһен уҡыусыларҙан аналитик тикшереү юлы м/н билдәләткәндән һуң, ҡылым белдергән эш йәки хәлде башҡарғанда, эште башҡарыусы(суб) м/н хәрәкәт төшөүсе предмет(об.т) араһындағы мөнәсәбәттең төрлөсә булыуы, ул төрлө мөнәсәбәттәрҙең махсус ялғауҙар м/н бирелеүе тур.да уҡ.р һөҙөмтәгә килтерелә. Һуңынан субъект м/н объекттың мөнәсәбәте 5 типта булыуын, шуның өсөн 5 йүнәлеш. Грамматик формаларын күрһәтәбеҙ. ҡылымдың бөтә йүнәлештәрҙе лә ҡабул итә алмауын күнегеүҙәр эшләү ваҡытында аңлата барыу йәтешлерәк. Күләм категорияһы-эш -хәр.ң күбәйеүен, әҙәйеүен, көсәйеүен, дауам итеүен, әҙ ваҡыт эсендә башҡарылыуын белдерә.(һөйләй тор, һөйләп сыҡ, һөйләй бир; беҙгә килә, беҙгә килгеләй, беҙгә килеп төштө, беҙгә килеп тора). Уларҙың бөтә төрҙәре үтелгәс, башҡар.н эштең башҡарылыу күл.н төрлөсә аңлатып булыуын, ҡыл.ға хас грамматик категорияның ҡылым күләме икәне уҡыусыларҙан һөҙөмтә яһатыла. Күләм ялғаулы ҡылымдар зат һәм һан м/н үҙгәрәме? Тиг ? уҡыусыларҙан яуап эҙләтеү. Һэр төркөм күләм яһаусы саралар бөтә ҡыл.ға ла ҡушыла аламы?(алмай)был асыҡлана эш барышында. Күләм ялғ.лы һәм ялғауһыҙ тектарҙы сағыштырып эшләтеү кәрәк.
36.Пунктуацияны өйрәтеүҙең әһәмиәте, бурыстары, принциптары. Пунктуацияға өйрәтеү этаптары, ҡағиҙәләрҙе аңлатыу методикаһы.Пунктуация яҙма телмәрҙәге тыныш билдәләре системаһын өйрәнә.П яҙыуҙа телмәрҙәге мәғәнәне, йөкмәткене, фекерҙе, төрлө мәғәнәүи биҙәктәрҙе айырырға, һөйләм менән һөйләм араһындағы сикте билдәләргә ярҙам итә. Принциптары-грамматик принцип пунктуацияны һөйләм төҙөлөшөндә грамматик принцип итеп ҡарай. Мәғәнәүи принцип пунк.ң билдәле бер мәғәнәүи йөкмәткегә эйэ булыуын иҫбатлай. Интонационпринцип пунк.ң интонацияны биреүҙә ҙур роль уйнауын билдәләй. А.В.Текучев Мәғәнәүи- грамматик принципты ғына айыра.(Аҙнағолов)Пунк.ға өйрәтеүҙә берҙәмлеккә иғтибар итергә кәрәк. Пунктуацияға өйрәтеү этаптары- 1 этап-башл.с класт.ҙа өйрәнелә-һөйләм аҙ.да . , ? !ҡуйыла, һәм теркәүесе м/н килгән тиң киҫ.ҙә өтөр ҡуйылмай, ә, ләкин терк.ре алдынан өтөр ҡуйыла,тура телмәрҙәге тын. билдәләре өйрәнелә. 2 этап-4-се класта пунктуация м/н танышыу тиң киҫ.р темаһы, өндәш һүҙ, ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. 3 этап- морфологияны өйрәнгәндә уҡыусы шул белемен һәр дәрес һайын камиллаштыра, нығыта. 4-се этап- 6-8 кластарҙа уҡыусы махсус синтаксис бүлеген уҡый.пунктуацияның ҡалған бөтә өлөштәрен өйрәнә. Ҡағиҙәләрҙе аңлатыу методикаһы-яңы теманы аңлатҡанда, таблицалар, карточкалар, картиналар һәм башҡа күргәҙмәлелек ҡулланырға була. Унан тыш уҡыусыларға телдән һәм туған әҙәбиәттән элекке белеменә таянырға, үҙҙәренән һығымта сығырырға, һөйләмдәр уйлатырға, маҡсатҡа ярашлы кескәй хикәйәләр уйлатырға, тикшерергә мөмкин. Ләкин нидалым ҡулланғанда ла дәреслек менән эш, дәреслектәге күнегеүҙәрҙе мөмкин тиклем тулыраҡ эшләтергә кәрәк. Дәрес аҙағында уҡыусы ҡағиҙәне аңлы үҙләштерә алырлыҡ булһын.
