Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ПРОГРАММА Производство неметаллич. (2).docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
86 Кб
Скачать
☆

3.Уҡыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар

3.1 Матди-техник тәьминәткә талаптар.

«Башҡорт теле»нән программаны тормошҡа ашырыу «Башҡорт теле» уҡыу кабинеты, информатика лабораторияһы һәм информацион – аралашыу технологиялар булыуҙы талап итә.

Уҡыу кабинеты йыһаздары:

- уҡыу – уҡытыу дисциплинаһына уҡыу – методик документтар йыйылмаһы;

- кластан тыш саралар буйынса методик тәьминәт;

- бөтә төр дәрестәрүткәреү өсөн студенттарға уҡыу өҫтәле.

Информатика һәм информацион – аралашыу технологиялары лабораторияһын йыһазландырыу:

  • интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булған компьютер, принтер, сканер, уҡыу – уҡытыу буйынса электрон документтар йыйылмаһы.

Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар:

видеофильмдар, видеомагнитофон, мультимедиапроектор, магнитофон яҙмалары.

3.2 Уҡытыуҙың информацион тәьминәте:

Тәҡдим ителгән мотлаҡ әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары:

  1. Юлмөхәмәтов М.Б., Раҡаева Ә.С., Шарапов И.Ә. Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте: Башҡорт теле туған тел итеп уҡытылған башланғыс һәм урта проффессиональ белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. - Өфө: «Китап», 2008.

  2. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Педагогия колледждары өсөн дәреслек.- Өфө «Китап», 2010.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

  1. Исҡужина Ф.С., Әбүбәкерова З.Ф. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: Мәҡтәптең юғары кластары, педагогия колледждары һәм юғары уҡыу йорттары өсөн. - Өфө: Матбуғат донъяһы, 2010.

Интернет сығанаҡтарына инеү юлы:

Башҡорт теленән электрон дәреслек. [Электрон адрес] Башҡорт теле.ru/Ф.Хисаметдинова, М.Усманова

Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү сайты. [Электрон адрес] http://www.tel.bashqort.com

Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр. [Электрон адрес]

http://tugantel.ru/ www.bash-portal.ru/forum/.

Башҡорт әҙәбиәтенән электрон методик ҡулланма. [Электрон адрес]

www.husainov.kom

Башҡорт әҙәбиәтенән электрон методик ҡулланма. [Электрон адрес]

www.akmulla.ru

Башҡорт әҙәбиәтенән электрон методик ҡулланма. [Электрон адрес]

www.bashskazki.ru

Тарихи сайттар башҡорт теле тарихынан мәғлүмәттәр. [Электрон адрес]

azamat.uәm.ru

ufaүжөө.com

shejere.narod.ru

suraman.narod.ru

Башҡортостан тураһында ҡыҫҡаса энциклопедия [Электрон адрес]

http://www.bashedu.ru/ www.mfrt.bashkortostan.

4. Программа буйынса алынған белемдәрҙе тикшереү һәм баһа биреү

Уҡытыуҙың һөҙөмтәләре

(үҙләштерелгән белем һәм күнекмәләр)

Алынған белемдәрҙе тикшереү һәм баһа

биреүҙең формалары һәм методтары

Фәнде үҙләштергәндән һуң студент:

- үҙ телмәрен телдең коммуникатив, этик нормаларына нигеҙләп мәҙәни телдә аралашыу;

- сығыштар, презентация, докладтар, ижади

проекттар төҙөү, уларҙы яҡлау һәм баһалау;

- уй-фекерен яҙма рәүештә лә, телдән дә асыҡ, грамоталы, йәнле һәм матур яңғырашлы итеп асып биреү;

- һайлаған һөнәре буйынса туған телдә иркен, мәҙәниәтле һөйләшеү, профессиональ терминдарҙы башҡорт телендә дөрөҫ ҡулланыу һәм грамоталы яҙыу;

- төрлө сығанаҡтарҙы файҙаланып материал туплай, уларҙы стилистик, орфографик, пуктуацион яҡтан тикшерә белеү;

- уҡылған һәм тыңланған текстың йөкмәткеһен план – тезис, конспект, аннотация, доклад рәүешендә биреү;

- цитаталарҙы урынлы ҡуллана, тексты редакторлай һәм анализлай алыу күнекмәләренә эйә булырға тейеш.

- туған телдең профессиональ белем алыуҙағы урынын, билингвизм шарттарында туған телдең ролен;

- туған телдәге һүҙлектәрҙе;

- әҙәби телдәге орфоэпик, һүҙьяһалыш,

грамматик, лексик, орфографик, пунктуацион нормаларын;

- туған телдәге ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен, уларҙың һөйләмдәге ролен;

- һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен;

- ябай һөйләмдең төрҙәрен;

- һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен;

- бер составлы һөйләмдәрҙе;

- һөйләмдең тиң киҫәктәрен;

- һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәрҙе;

- һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәрен;

- теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе;

- ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙе;

- тура һәм ситләтелгән телмәрҙе;

- текст синтаксисын;

-текст редакторлау алымдарын белә.

- бөтә темалар буйынса, Т-1 ҡулланып, күнегеүҙәр башҡарыу ҡаралған;

- 1.4 темаһы буйынса 52-се һәм 53-сө таблицаларҙы конспектлау;

- 2.1 темаһы буйынса Т-1, Т-2, Т-3 өҫтөндә эш;

- 2.2 темаһы буйынса Т-5, Т-7 өҫтөндә эш;

- 2.3 темаһы буйынса Т-7 һәм 8-се таблица өҫтөндә эш;

- 2.9 темаһы буйынса Т-10 өҫтөндә эш;

- 2.10 темаһы буйынса Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романынан, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе табып, төрөн билдәләү;

- шарт эйәрсән һөйләмдәрҙе ҡулланып, һынамыштар яҙып алып килеү;

- 2.12 темаһы буйынса ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙең схемаларын төҙөү;

- ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙә ябай һөйләмдәр менән алмаштырып тексты редакторлау;

- 2.13 темаһы буйынса халыҡ ижадынан теҙемдәрҙе табыу һәм схемаларын төҙөү;

- һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау һәм схемаларын төҙөү;

- 2.14 темаһы буйынса таблица өҫтөндә эш (Т- 1, 239-244-се биттәр);

- тикшереү эше: изложение;

- тикшереү эше: контроль эш;

- тикшереү эше: диктант;

- тикшереү эше: инша;

- тикшереү эше: бөтә үтелгәндәр буйынса дифференциаль зачет.