- •Төркисәнән Зәйтүнә шәрипова ҡайтармаһында Рәссам Иван файрушин биҙәне
- •Isbn 5-295-01075-9
- •Isbn 5-295-01075-9
- •Аҫылдарҙан аҫыл ҡомартҡы
- •Һәҙа китаб Йософ ғәлиәссәләм
- •Йософтоң төш күреүе, атаһының юрауы, ағаларының илауы
- •Ағаларының Йософто ҡойоға һалыуҙары, аталарын ҡайтып алдауҙары
- •Малик Дуғырҙың төш күреүе, Йософто ҡойонан сығарыуы, ағаларының һатып ебәреүе
- •Малик Дуғырҙың Йософто Мысырға алып китеүе, юлда төрлө мажараларға осрауы
- •Йософтоң Мысырға килеүе, бөтә шәһәр халҡының таң ҡалыуы
- •Зөләйханың төш күреүе, Йософто эҙләп Мысырға китеүе
- •Ҡәнзәфәрҙең Йософто һатып алыуы, Зөләйханыц ғишҡы яңырыуы
- •Зөләйханың дая кәңәшен тотоуы, һарай һалдырыуы, Йософ менән һөйләшеүе
- •Һарайҙа гәйбәт таралыуы, Зөләйханың ҡатындарҙы ҡунаҡҡа саҡырыуы
- •Йософтоң зинданда ятыуы
- •Ҡәнған ғәрәбенең Мысырға килеүе, Йософ менән һөйләшеүе, Яҡупҡа сәләм еткереүе
- •Мәлик Раяндыц төш күреүе, Йософтоң зиндандан сығыуы, Мысыр батшаһы булыуы
- •Ағаларының Мысырға килеүе, Йософтоң Шәмғунды алып ҡалыуы, Ибне Йәминде килтерергә шарт ҡуйыуы
- •Ағаларының йәнә килеүе, Ибне Йәмингә Йософ үҙен танытыуы, бур итеп алып ҡалыуы
- •Ағаларының Ҡанғанға ҡайтыуы, Яҡуптың Йософҡа хат ебәреүе, Йософтоң яуап яҙыуы
- •Йософто таныуы, Яҡупҡа сәләм алып ҡайтыуы
- •Аңлатмалар
Уғландары
Мысырға килеп тә етте,
Икешәр-икешәре ҡапҡанан үтте,
Ибне
Йәмингә инергә сират етте,
Бер
үҙе ни эшләргә лә белмәҫ имде.
Шам
ҡапҡаһынан бер үҙе килеп керҙе,
Олоһонан-кесеһенән юл һораны,
Һис
бер кем уның телен дә аңламаны,
Хайран булып, шунда илап торор
имде.
Шунда
килеп етте хаҡ илсеһе Ябраил, Килтерҙе
Йософҡа тагы хаҡ сәләмен.
Әйтте: «Килде бит ҡәрҙәшең Ибне
Йәмин, Ҡыуанысты белдерергә килдем
имде.
203Ағаларының йәнә килеүе, Ибне Йәмингә Йософ үҙен танытыуы, бур итеп алып ҡалыуы
Йә,
Йософ, тор имде, ҡаршыларға йыйын,
Иңдәреңә һал иң матур атлас кейем,
Һиҙҙермәйсә бер кемгә, дөйәгә мен,
Ҡәрҙәшеңде күрергә ҡабалан имде.
Ул
Шам ҡапҡаһы эргәһендә торалыр,
Кемде күрһә лә өндәшә, ялбаралыр,
Бер
кем белмәҫ ғәрәпсә, яуап бирәләр,
Бер
яңғыҙы аптырап, илар имде».
Йософ
нәби күрһәтелгән ергә китте,
Шамдан ингән ҡапҡа эргәһенә
етте.
Ибне
Йәмин белмәне ул икәнлекте,
Йософ, йөҙөн ҡаплап, һорау
бирер имде.
Йософ
әйтер: «Йә, ғәзизем, ни һорарһың, Ҡайһы
илдән килгәнһең, ҡайҙа бараһың?
Ниңә илап тораһың һуң, ни теләйһең?
Хәлдәренде миңә һөйләп ебәр имде».
Һөйләп
бирҙе: «Мин Ҡәнғандан килгән инем, Мысыр
шаһы хеҙмәтенә бара инем,
Шәһәргә ингәс, юлды белмәй тора
инем, Атам «Ибне Йәмин»
тип йөрөтөр имде.
Ун
ҡәрҙәш килеп еттек был ҡапҡаға,
Икешәр-икешәр инделәр һәр
ҡапҡаға,
204
Иш
етмәйенсә ҡалдым яңғыҙ ҡапҡала,
Ҡайғыларҙан шулай илап торам имде.
Тағы
ла минең ҡарындашым бар ине,
Бер
әсәнән тыуған инек уның менән,
Уны
уйлап та ағалыр йәш күҙемдән,
Ни
эшләргә белмәйенсә торам имде».
Әйтер:
«Кем һуң үҙең шундай мөрәүәтле,
Бөтөргәндәй булдың күңелдән хәсрәтте,
Ғәрәпсә60 хуш һүҙҙәр һөйләнең
татлы,
Был
телде нисек өйрәндең?» — тиер имде.
Йософ
әйтер: «Мин Ҡәнғанда торған инем,
Бер ваҡытта шул ерҙәрҙе күргән
инем, Бәләкәй саҡта
унда мин торған инем,
Ошо
телде шул ваҡытта өйрәндем имде».
Ибне
Йәмин: «Эй изгелекле йән,— тине, Хәсрәт
уттарына төштөм инде,— тине, Йөҙөңдө
күрергә теләгем бар,— тине,
Япмаң
асып, йөҙөңдө бер күрһәт имде».
Йософ
әйтте: «Был эште ҡыла алмайым, Йөҙөмдән
пәрҙәне ала алмайым,
Теләгеңде
һис кенә үтәй алмайым,
Сабыр
итеп торғол бер аҙ ваҡыт имде».
205
Унан
Йософ уға өгөт-кәңәш бирҙе,
Үҙе
ҡулы менән беләҙек тотторҙо,
Ул
беләҙек саф ҡыҙыл алтын ине,
Ҡырҡ
мең Мысыр аҡсаһына торор имде».
Быялалыр,
тип уйланы Ибне йәмин,
Ни
эшләтергә белмәйенсә беләҙеген,
Йософ
әйтте: «Кей беләгеңә бүләгем».
Үҙе
эстән генә көлөп торор имде.
Ибне
Йәмингә Йософ юл күрһәтте,
Икеһе
бергә шәһәр яғына китте,
Ибне
Йәмин ҡәрҙәштәрен ҡыуып етте, Күмәкләшеп
һарайға баралар имде.
Йософ
әйтте: «Инде миңә рөхсәт ҡылғыл,
Ҡәрҙәштәрең эргәһенә барып торғол,
Уларҙан айырылмайса һарайға
килгел, Ҡайғырма, күңелең хуш булыр
имде».
Ибне
Йәминдең айырылғыһы һис килмәҫ, Тегеләр
янына барырға теләмәҫ,
Әйтер
ки: «Айырылырға көсөм етмәҫ,
Һинең янда булыу миңә рәхәт
имде».
Ҡайғыһынан
күҙҙәренә йәштәр тулды,
Әйтер: «һүҙҙәрең күңелемә татлы
булды,
206
Бар
булмышым менән һиңә әсир булдым,
Һинән башҡа бер кем кәрәк түгел
имде.
Һинән
башҡа бер кемде лә күҙем күрмәҫ,
Һинән башҡа күңелем һис тә тынғы
белмәҫ, Бер һүҙем бар,
тик һорарға телем бармаҫ...
Төҫ-һының нәҡ Йософҡа оҡшар имде».
Йософ
әйтер: «Мин үҙем дә ҡолмон,— тиер, Мәүләм
бар, уның хөкөмөн тотам,— тиер, Аллам
әмерен һындырырға ҡурҡам,— тиер,
Бойорғанын үтәргә кәрәк имде.
Бар,
ҡәрҙәштәрең менән бергә-бергә бул,
Күңелеңде ас, хәсрәттәрҙән арынғыл,
Рәнйеү-ҡайғыларҙы ситкә ҡуй, шат
бул, Күңел йәрәхәте
дауаһы булам имде».
Ибне
Йәмин ҡәрҙәштәре янына килде,
Килеү менән күрешергә ҡулын
бирҙе,
Ибне
Йәмин шат икәнен улар күрҙе,
«Ниңә
шатланаһың?— тип һорарҙар имде.—
Бер
ваҡытта һинең шат булғаның юҡ,
Йософто ҡорт ашағандан һуң, көлгәнең
юҡ, Тешеңде күрһәтеп, бер йылмайғаның
юҡ, Бөгөн шатланаһың»,— тип әйтерҙәр
имде.
207
Ибне
йәмин уларға тиҙ яуап бирҙе:
«Һеҙҙән мин бит айырылып
ҡалған инем, Шул
ваҡытта бер дөйәле кеше килде,
Минең менән ғәрәпсә һөйләште
имде.
Пәрҙә
менән ҡапланғайны уның йөҙө, Юлсыларға
дуҫ та икән, мөрәүәтле,
Теле
йомшаҡ, һүҙҙәре күңелгә ятышлы,
Уны
тыңлау — йән рәхәте,— тиер имде.—
Һеҙҙең
эргәгеҙгә тиклем ул килтерҙе,
Бер
беләҙек бүләк итеп миңә бирҙе,
Уны
күреп, күңелемә шатлыҡ тулды,
Ҡайғы-хәсрәттәрем
онотолдо имде».
Йәһүҙә
әйтер: «Ҡайҙа, беҙ ҙә күрәйек,
Беләҙеге
ниндәй икән, беҙ беләйек,
Ҡәҙерен
белеп, һинең өсөн һаҡлайыҡ»,— Беләҙекте
Йәһүҙәгә бирер имде.
Йәһүҙә
алды, ҡараны, быяла, тине,
Беләгенә
кейеп ҡараны, һыйманы,
Рауил
Йәһүҙәнән һорап алалманы,
Ибне
Йәмингә әйләнеп ҡайтыр имде.
Ибне
Йәмин беләҙекте кире һондо,
Рауил
ҡулына ҡат-ҡат кейеп ҡараны,
208
Бына
ғәжәп: уға ла яраманы,
Кире
Ибне Йәмин ҡулына кейелер имде.
Ҡәрҙәштәре
берәм-берәм алып тотто, Ҡайһылары кейеп
ҡарарға маташты, Һис береһенең ҡулына
ла һыйманы,
Ибне
Йәмингә генә ул таман имде.
*
* *
Йософ
бойорҙо: «Төҙөүселәр хәҙер килһен,
Бер ғәжәп күркәм бейек һарай
төҙөһөн, Һарайҙың
оҙонлоғо ҡырҡ аршын булһын, Бейеклеге
лә ҡырҡ аршын булһын имде.
Яҡуп
нәбиҙең һүрәтен төшөрһөндөр,
Эргәһенә улдарын эшләһендәр,
Йософҡа
ни ҡылғандарын күрһәтһендәр, Барыһын
да яҙып ҡуйһындар имде.
Алдатып
атаһынан айырыуҙарын,
Сисендереп ҡойоға һалдырыуҙарын,
Хәҡиҡәт, үлтерергә
йыйыныуҙарын — Береһен
ҡалдырмай төшөрһөндөр имде.
Ҡойонан
сығарғас тағы килеүҙәрен,
«Ҡолобоҙ ул»,—тип алдашып
әйтеүҙәрен,
209
Һатҡанда
ла аҙ баһаға биреүҙәрен...
«Өс
ғәйебе бар» тип тә яҙылһын имде».
Шунан
Йософ нәби бик ҙур мәжлес йыйҙы, Һарайына
төрлө ниғмәттәр алдырҙы, Ҡунаҡтарына
төрлө аш-һыу ҡуйҙырҙы, Ағаларын да
ҡунаҡҡа әйтер имде.
Ҡәрҙәштәре
һарайға килеп тә инде,
Иң
тәүҙә яҙыуҙарҙы Рауил күрҙе,
Шыпырт
ҡына бер-беренә мәғлүм ҡылды, «Беҙҙең
боҙоҡ эшебеҙ бит!—тиҙәр имде.—
Атабыҙҙан
Йософто алыуыбыҙ ҙа,
Атабыҙҙы
ҡайғыларға һалыуыбыҙ ҙа,
Күпме яфа Йософҡа ҡылыуыбыҙ ҙа
Батша һарайына
төшөрөлгән имде».
Ун
ҡәрҙәше лә ул яҙыуҙарҙы күрҙе,
Үҙҙәренең боҙоҡлоғона хайран
ҡалды, Гонаһ эштәренә
ысынлап үкенде,
Ашау-эсеүҙәр ҡайғыһы китер имде.
Алдарына
ҡуйылһа ла төрлө ниғмәт, Йөҙҙәрендә үк
сағылды ҡайғы-михнәт, Барыһын солғап
алды ҡаты хәсрәт, Ауыҙҙарына
ризыҡ та ҡапмаҫ имде.
210
Йософ
тәржемәсене алдыртты;
«Һорасы,
ниңә тәмләмәйҙәр ризыҡты,
Инеү менән илаштылар ни
сәбәптән?» Тәржемәсе уларҙан һорар
имде.
Улар
баҫып, тәржемәсегә яуап бирҙе:
«Беҙҙең бер ҡәрҙәшебеҙ булыр
ине,
Уның
йөҙө тап рәсемдәгесә ине,
Бүре
ашаны элек,— тиерҙәр имде.—
Уны
күргәс, хәсрәтебеҙ яңынан ҡуҙҙы,
Ашау-эсеү ҡайғыһы ла онотолдо».
Башҡа
һарай әҙерләргә бойоролдо, Ҡәрҙәштәрен
шунда күсергә өндәр имде.
Ун
бер ҡәрҙәш һарайына килеп керҙе,
Унда
ла һәр төрлө ниғмәт ҡуйҙырҙы,
Ун
ағаһы, ултырып, ашап-ейҙе,
Ибне
Йәмин генә илап торор имде.
Йософ
әйтер: «Ниңә һинең йәшле күҙең, Бәғерең
тулышҡан, ҡайғылыһың үҙең?
Ни
ҡайғың бар, яныңда бит ун ҡәрҙәшең,
Ниңә илайһың, хәсрәтең ни?» — тип
һорар
имде.
211
Йбне
Йәмин әйтер: «Кире барыр инем,
Рөхсәт
итһәң, һарайыңа инер инем,
Тағы
ла бер ҡат һүрәтте ҡарар инем,
Ул
рәсем Йософома оҡшар имде».
Йософ
Ибне Йәмингә рөхсәт бирҙе,
Ибне
Йәмин тәүге һарайға йәнә керҙе,
Ул
һүрәтте ҡараны, асығын белде,
Һаман
текләп, иларға тотонор имде.
Мөҫәлимгә
Йософ әйтер: «Йә, улым, бар, Ағайыңды
бер аҙ һарайҙа көтөп тор,
Һорау
бирһә, хәлдәреңде асыҡлап бир,
Ул
меҫкенгә үҙеңде таныт имде».
Мөҫәлим
һарайға кире әйләнеп ҡайтты,
Ҡул
ҡаушырып, ҡаршыһына барып баҫты,
Ибне
Йәмин шунда Мөҫәлимде осратты,
Илай-илай
әхүәлдәрен һорар имде.
«Күренһәң,
ҡайғыларҙы оноттораһың,
Матурлыҡ
менән беҙҙе йыуандыраһың,
Йософома
бигерәк тә оҡшап тораһың,
Кем
һин? Кемдең улы һин?»—тип һорар
имде.
212
Мөҫәлим
шунда әйтер: «Хәҙер әйтәм.
Эйе,
ағам, ишет инде минән дөреҫтө,
Минең атам — Мысыр шаһы Йософ
тоғро, Мысыр халҡы бөтәһе уға ҡол имде.
Атаһы
Яҡуп нәби — Изге Исраил.
Бер
ваҡыт уға килгән, имеш, Ябраил, Пәйғәмбәрлек
килтерҙе уға мәүләнән, Рисаләт, ҡирәмәт
бүләк итер имде».
Ибне
Йәмин быны ишетеп шаҡ ҡатты, Һушынан
яҙып, аҡылын юйып ятты,
Ибне Йәмин дә аптыраны, йыуатты,
«Нимә
булды һиңә?»—тип һорар имде.
Ибне
Йәмин Мөҫәлимгә яуап бирҙе:
«Минең дә бер ҡарындашым булыр
ине, Уның исеме лә оҡшаш — Йософ ине,
Шуны иҫләгәс тә һушым китте
имде».
Мөҫәлим
әйтер: «Йә, ағам, инде тыңла,
Серемде асамын — үҙең бел дә
һаҡла, Йософтоң улы
мин, инде шуны аңла,
Һин
әйткән ҡәрендәшеңдең улымын мин.
Дөйә
менеп, ул һинең яныңа килгән,
Шам
ҡапҡаһы төбөндә һине күргән,
213
Ағаларыңа
алып барып ҡауыштырған,
Ҡыҙыл алтын беләҙек тә биргән имде».
Ибне
Йәмин шунда бөтәһен аңлаған,
Аҡылы шашып, иҫһеҙ булып ергә
ауған. Аңға килгәс,
шатлығының сиге булманы, «Хәсрәтемә
ҡауыштым»,— тиер имде.
Мөҫәлим
икенсе һарайға килде,
Ни
булғанын атаһына һөйләп бирҙе,
Йософ уның һүҙҙәрен урынлы
күрҙе, «Мин дә
хәсрәтемә ҡауыштым бит имде».
Йософ
та аулаҡ һарайға кире барҙы,
Яҡты йөҙөнән пәрҙәһен тартып
алды, Шул ваҡытта
Ибне Йәмин уны күрҙе,
Оҙаҡ ҡына иҫтән яҙып ауыр имде.
Ибне
Йәмин, ниһәйәт, иҫенә килде, Икәүләшеп
бер-беренә ҡулын бирҙе,
Шулай улар табышты-ҡауышты имде,
Фәрештәләр түгелеп илайҙар имде.
Унан
һуң ултырҙылар улар аулаҡлап, Хоҙайына
уҡынылар шөкөр-рәхмәт, Һөйләштеләр,
түктеләр ҡайғы-хәсрәт,
Илай-илай Йософ һорау бирер имде.
214
Атаһының
башта һорашты хәл-әхүәлен, Ибне Йәмин
дә көттөрмәне яуабын, «Һуҡырайҙы илап
— беләһең сәбәбен, Хәсрәт йортонан бер
генә сыҡмаҫ имде.
«Йософ»
тиһәң, күҙҙәренән ҡандар тама, Айырылыу
ғазабынан бәғере яна,
Күрешеүгә өмөт тотоп хыяллана,
Ҡауышыуға һис өмөтөн өҙмәҫ имде.
Иҫендәлер,
бар ине ҡәрендәшең Динә,
Һис
яңы кейем кейгәне юҡ иңенә,
Һине
һорар юлдан ҡайтҡан бер кешенән,
Һин юғалғандан һуң көлгәне
юҡ имде».
Йософ
әйтер: «Хәҙер бар инде һарайға,
Бергә йөрө, барып ҡушыл
ағаларға, Эштәрендә
ярҙам итерһең уларға»,
Ибне
Йәмин ҡурҡыр, кире бармаҫ имде.
Әйтер:
«Һине аңғармаҫтан мин юғалттым,
Етмеш йыл ғазабымдан хәсрәт
сиктем, Һинән башҡа
күпме ғүмер, ваҡыт үтте,— Айырылыу
утынан бәғерем көйөр имде».
Унан
инде Йософ һорар: «Өйләндеңме,
Йә
ҡәрҙәшем, уғыл-ҡыҙың үҫәләрме?
215
Уландарыңа
исемдәр бирҙеңме,
Ниндәйерәк исем ҡуштың, әйт һин
имде
Ибне
Йәмин яуапты ҡайтарҙы былай:
«Ун
ике уғыл бирҙе миңә хоҙай,
Һәр беренә һәр төрлө исем
шундай: Барыһы һинең
ҡайғыға ишара имде.
Тәүге
улымдың исемен Диңгеҙ ҡуйҙым, Икенсеһенө
Бүре исеме бирҙем,
Өсөнсөһөнөң исемен Ҡайғы тинем,
Дүртенсеһенө Ҡан тинем имде.
Диңгеҙҙәр
ярында күп йәштәр түктем,
Тауҙа бүре аулап, анттар биреп
бөттөм, Ҡанлы күлдәктәрең
тотоп хәсрәт йоттом, Ҡайғы эстәрендә
йөҙҙөм имде.
Бишенсеһе
исемен Гүр тип атаным, Алтынсыһыныҡын
Дәрт тип әйттем, Етенсеһенә Гәр тиеп
ҡуштым, һигеҙенсеһе — Арыҫлан тип
аталыр имде
Гүрстандар
араһында күп иланым, Дәртлеләрҙән
дәртлеләргә күп йөрөнөм, Мәгәрә-таш
араһында ла ҡараным, Арыҫландарҙы
туҡтатып һораным имде.
216
Туғыҙынсыһының
атын Фәрит61 тинем, Унынсыһыныҡын
иһә Ғәриб тинем,
Ун
беренсеһенең аты — Хәсрәт тинем,
Ун
икенсеһен Ҡол тип атаным имде.
Ҡолдар
күрһәм, күңелдәрен асыр инем,
Ғәриб күрһәм, ҡушылып илар
инем, Ҡайғылыларҙы күреп, йәлләп һыҡтар
инем, Ҡолдарға миһырбанлыҡ күрһәттем
имде».
Йософ
әйтте: «Шундай исем ниңә ҡуштың,
Ниңә уларҙы ҡушырға тырыштың?»
Ибне
Йәмин: «Барыһы ла һинең өсөн,
Бөтәһен дә һинең ише күрҙем
имде».
Йософ
әйтер: «Инде хәҙер ҡайғырмағыл,
Ҡәрҙәштәрең янына бар — айырылмағыл,
Минең янда ҡалаһың —
асыҡ белгел,
Уның
өсөн бер сара табам имде.
Һинең
йөгөңә бер һауыт йәшерермен,
Шуны табып, һин уғры, тиеп
әйтермен, Ошолайтып, мин һине алып
китермен, Минең
менән булырһың»,— тиер имде.
Ибне
Йәмин ағаларына кире килде,
Бит-йөҙҙәре шатлыҡ-нурҙарға
күмелде,
217
Улар
һорар: «Кем шулайтып ҡыуандырҙы, Йөҙҙәрең
тулған айҙай балҡый имде?»
Әйтер:
«Йөрәгемә шатлыҡ ҡошо ҡунды, Халиҡтан
рәхимлек ишараһы булды,
Ниһәйәт, мин моратыма бөгөн килдем,
Бына бөгөн шул билдәле
булды имде».
Унан
Йософ йөҙөнә пәрҙәһен япты, Ҡәрҙәштәрен
ҡәҙерләп ҡунаҡ та итте,
Үҙ
ҡулы менән алдарына тәғәм илтте,
«Икешәрләп ултырығыҙ»,— тиер имде.
Ҡәрҙәштәре
ашамлыҡҡа ҡулын һондо,
Тәмле тәғәм еймәк булып ниәтләнде,
Ибне
Йәмин ҡәрҙәшһеҙ мәхрүм ҡалды, Ашамаҫ-эсмәҫ,
хәсрәтләнеп илар имде.
Йософ
әйтте: «Иламағыл, ашағыҙ аш,
Туҡта инде, ағыҙма күҙендән
һис йәш,
Кил
инде, үҙем булам һиңә ҡәрҙәш,
Әйҙә,
тәғәм ейгел бергә»,— тиер имде.
Ибне
Йәмин шатланып бик риза булды,
Үҙ
янынан Йософ уға урын бирҙе,
Иҡрам
ҡылып, килгәнлеген бик хуп күрҙе,
Тәхетендә икәүләшеп ашар имде.
218
Ашап-эскәс,
алтын һауытын килтертте, Барыһының
дөйәһенә йөк йөкләтте,
Ибне
Йәмин йөгөнә һауыт йәшертте. Икәүһенән
башҡаһы һис белмәҫ имде.
Ул
һауыт ҡыҙыл алтындан эшләнгән,
Гәүһәр-яҡут менән матурлап
биҙәлгән, Дүрт йөҙ
мең алтын хаҡҡа баһаланған,
Шул ҡәҙәр ҡиммәтле бер хазина
имде.
Хушлашып,
доға ҡылып ҡуҙғалдылар,
Бер аҙ барғас, бер урында
туҡтанылар, Урын
һайлап ял итергә уҡталдылар — Арттарынан
Йософ етеп тотор имде.
Йософ
сәүче юлсыларҙы ҡыуып етте,
Яҡуп ялдарының барыһын да
тотто,
«Һауыт
урлағанһығыҙ»,— тип хәбәр-итте,
«Бурҙар
икәнһегеҙ!»—тиеп әйтер имде.
Улар
әйтер: «Валлаһилыр, беҙ алманыҡ,
Алла шаһит: уғрылыҡ һис ҡылманыҡ,
Электән дә ундай яман
эш булманы»,— Әммә
Йософ уларҙы кире борор имде.
Барыһын
да Мысырға ҡайтарттылар, Дәүләттәрен,
йөктәрен аҡтарттылар,
219
Бөтәһенең
дә йөктәрен бушаттылар,
Һауыт
Ибне Йәмин йөгөнән сыҡты имде.
Йософ
әйтер: «Тоҙ-икмәк һанламанығыҙ.
Ни сәбәптән миңә хөрмәт ҡылманығыҙ?
Дүрт йөҙ алтынлыҡ
һауытты урланығыҙ» Бошоноп, үпкә һүҙҙәр
әйтер имде.
Быны
ишетеп, улар бик оялдылар,
Йософтоң ғәйрәтенән аҙанылар,
Һәммәһе
бер-беренә ҡаранылар,
Береһе
лә ни тиергә белмәй имде.
Унан
улар Йософҡа яуап бирҙе,
«Был
уғландың береһе лә яуыз ине,
Ул
ҡәрендәше лә уның уғры ине,
Икеһенең
әсәһе Рәхилә имде.
Йософҡа
шундай ғәҙәт бәләкәйҙән килгән Бала
саҡта һөт анаһы тәрбиәләгән,
Ул
Йософто бигерәк тә ныҡ һөйгән,
Дүрт
йәшкә тиклем янында тотор имде.
Атабыҙ
Яҡуп Йософто кире һорар,
Дая
ебәрмәҫкә үҙенсә хәйлә ҡорор,
Биленә
ҡыҙыл алтын осҡорон аҫыр —
Һәм Яҡупҡа Йософто бирер имде.
220
Бер-ике
көн үткәс, дая йәнө килде:
«Ҡыҙыл алтын асҡысым минең
юғалды, Әллә ул осҡорҙо
Йософмо алды —
Атам
Исхаҡтан ҡалған бүләк имде».
Яҡуп
сәүче быны тикшерергә булды, Йософтоң
билендә икән, шуны белде, Уны ҡайтарырға
ҡарар ҡылды,
Тағы
ике йылға хәтле торһон»,— тине.
Бер
ниса риүәйәттәрҙә ул былай:
Ашағанда,
имеш, Йософ нан йәшергән, Йәшереп
юҡһылдарға уны биргән,
«Йософ
— уғры»
тейеүҙәре шунан имде.
Унан
Йософ уларға яуап бирҙе:
«Иң
тәүҙә яуыз эштәр үҙегеҙҙән,— тине,
Яҡуп сәүче һуң ни эшләп хәсрәт
күрҙе, Ҡулығыҙҙан тик яуызлыҡ килә
имде.
Һеҙ
түгелме атағыҙҙы илатмаған,
Алдыҡ
менән һөйгән улдан яҙҙыртмаған,
Азат кешене ҡол итеп һатмаған?
—
Харам
ашап йәшәүсе һеҙҙер имде».
Шул
сәғәттә Йософ тоғро бирҙе әмер: «Һауытты
урлаусыны тотоғоҙ хәҙер,
221
Шәриғәт
ҡушҡанса уға хөкөм әҙер,
Ун
ике йыллап зинданда торор имде».
Улар
йософҡа ялбарып үтенде:
«
Атабыҙ был улын бик һөйөр ине,
Шуға ла аманат итеп кенә
бирҙе,
Уны
ебәр, башҡабыҙҙы яптыр имде».
Йософ
әйтте: «Был эште ҡалдырып булмай,
Ғәҙеллектән сығып, золомлоҡ ҡылып
булмай,
Ғәйеп
өсөн ғәйепһеҙгә яза булмай,
Хата
эйәһен алып китегеҙ имде».
Был
һүҙҙәргә улар аптырашып ҡалды,
Уныһы ла бер тирәгәрәк йыйылды,
(Ысынлап та, уларҙың
хәле ҡыйындыр)
«Килегеҙ,
нимәләр эшләйек?» — тиҙәр имде.
Йәһүҙә
әйтер: »Мин бер уйҙы уйлайым: Яҡыныраҡ
барып, бик ҡаты ҡысҡырайым,
Ибне Йәминде унан сығарайым,
Һеҙ барығыҙ ҡылыс
тотоп тороғоҙ имде.
Тауышымды
ишетеү менән шундуҡ килең, Шәһәрҙәге
халыҡтың барсаһын да ҡырың,
222
Йәһүҙәнең
ғәйрәтен бөтәгеҙ белең,
Ул
ҡысҡырһа, һәммәләре үлер имде».
Йософ
уларҙың кәңәшен алдан белде,
Кесе
улы Мәмиләгә әмер бирҙе,
Йәһүҙәгә
күрһәтеп, бар ана, тине,
Арҡаһын
һыйпағыл уның, тине имде.
Мәмилә
Йәһүҙәнең янына барҙы,
Һиҙҙермәй(ен)сә эргәһендә баҫып
торҙо, Ниһәйәт, арҡаһынан
ул һыпырҙы,
Йәһүҙә
һис кенә быны тоймаҫ имде.
Йәһүҙәнең
асыуланған сағы булһа,
Йәне
көйөп, ҡысҡырырға ниәт ҡылһа,
Мәмилә уның арҡаһынан һыйпап
ҡуйһа, Үпкәһенән һауа ғына сығыр имде.
Ҡәрҙәштәре
уның өнөн ишетмәне,
Ҡаты
ҡысҡырырға көсө һис етмәне,
Үҙе
менән нимә булған — ул белмәне, Ҡәрҙәштәре
аптырап, һорарҙар имде.
Улар
әйтер: «Ни сәбәптән ҡысҡырманың,
Ғәйрәтләнеп, шәһәр халҡын һин ҡырманың?
Һүҙебеҙҙе һин еренә еткермәнең,
Шул
арала нимә булды»? — тиер имде.
223
Йәһүҙә
әйтер: «Ошондай бер хәл булды,
Минең эргәмә генә бер уғлан килде,
Вайымһыҙ ғына яурынымдан
һыйпап алды, Тап шул
саҡ минең һушым китер имде».
Ҡәрҙәштәре
был хәл ишетеп, ғәжәп ҡылды: «Бындай
хәл-әхүәлдәр нисек, ниҙән булды,
Әллә юҡһа Исраил нәҫеле бармы?»
— Барыһы ла таңға
ҡалып торор имде.
Уларға
Йософтоң ныҡ асыуы килде,
«Хыянатсы икәнһеғеҙ — шуны белдем,
Йәшергән серегеҙҙе лә белдем имде,
Ҡурҡытырға теләйһегеҙ икән имде.
Йыйынғанһығыҙ
шәһәргә кермәгә,
Уйлайһығыҙ — көтмәгәндә ҡысҡырырға,
Шулай итеп, бөтә халыҡты ҡырырға
— Яуызлыҡ ниәтләйһегеҙ икән имде.
Ике
тапҡыр илемә килдегеҙ һеҙ,
Беҙҙән
күпме ҡәҙер-хөрмәт күрҙегеҙ һеҙ,
Һәм тоҙ-икмәк килгән һайын
ейҙегеҙ һеҙ, Яҡуп
сәүченең улдары беҙ, тинегеҙ».
Асыуланып,
Йософ төштө тәхетенән,
Һарайын иғтибарлап үткәрҙе күҙенән,
224
Һарай
эсе тетрәнде ғәйрәтенән,
Мәрмәр
терәктәре ауып төшөр имде.
Йософ
әйтер: «Хөрмәт итәм атағыҙҙы,
Юғиһә, һис тә ҡалдырмаҫ инем
һеҙҙе, Төрлөсә
үлтертер инем барығыҙҙы»,— Ғәйрәтенән
тегеләре ҡурҡыр имде.
Аҙаҡ
Йософҡа улар ныҡ ялбарҙылар, Ниһәйәт,
китергә рөхсәт тә алдылар, Йәһүҙәнән
айырылып юлландылар.
Ибне Йәмин менән ул ҡалыр имде.
