Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Kissai_Josof_docfile.docx
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
488 Кб
Скачать
☆

Зөләйханың төш күреүе, Йософто эҙләп Мысырға китеүе

Ҡолаҡ тотоп, тыңлағыҙ ошо һүҙҙе:

Был — Зөләйха, мәликзада, Таймус ҡыҙы. Тулған айҙан балҡып тора уның йөҙө, Ожмахтағы хур ҡыҙына оҡшар имде.

Ул Таймус — оло мәлик, Мәғриб эйәһе, Йөҙ мең ирҙән артығыраҡ хеҙмәтсеһе. Күк хужаһы ҡушыуынса, байлыҡ эйәһе, Донъяла иң оло мәлик булыр имде.

Байлыҡтары менән донъя тулған имеш, Батша үҙе поттарға табына, имеш,

Ә Зөләйха — уның яратҡан ҡыҙы имеш — Был хәлдәрҙең асылын да аңла имде!

94

Зөләйха мәлик Таймустың ҡыҙы ине, Яҫтығы атаһының тубығы ине. Йософ һынын төшөндә бер күргән ине, Һүрәтте ысын икән тип белде имде.

Яҡуп Йософто нисек яратҡан булһа, Йософ Яҡуп алдынан төшмәгән булһа, Зөләйха ла атаһына ғәзиз инде,

Бәлки, күпкә артығыраҡ һөйөр имде.

Зөләйха бер көндө йоҡлап ята ине, Йософ һүрәте тағы төшөнә инде.

Күреү менән был юлы ғашиҡ булды, Зөләйха илап уянып китер имде.

Атаһы ҡыҙынан һорар: «Ни илайһың? Күңелеңдә ни кисерәң, ни теләйһең? Төшөңдә ниҙәр күреп борсолаһың?

Бөтәһен дә ҡалдырмай һөйләп бир имде».

Зөләйха әйтер: «Мин ятып торған инем, Төшөмдә бик гүзәл һүрәтте күрҙем,

Уянһам — һүрәт юғалды, мин бер үҙем, Шул сәбәптән илап ултырамын имде.

Ул һүрәт күҙем алдына асыҡ килде, Хәтерем шашты, вә фәһемемде алды.

95

Аҡылымды, сабырымды йыйып алды,— Күңелем, нәфсем тик шуны теләр имде».

Атаһы әйтер: «Мин үҙем күрһәм ине, Уның ҡайҙалығын да эҙләтеп тапһам ине, Малым вә мөлкәтем фиҙа ҡылыр инем, Уны-һине ҡауыштырыр өсөн имде».

Зөләйха йоҡонан тамам мәхрүм ҡалды,

Ай кеүек күркле йөҙҙәре ныҡ һурыҡты, Эсмәй, ашамай һис бер ниндәй ризыҡты, Көнө-төнө, Йософ, тиеп илар имде.

Ошо хәлдә тағы ла бер йыл уҙҙы,

Зөләйха теге һүрәтте йәнә күрҙе,

Был юлы һүрәт уға өгөт тә бирҙе:

«Өгөтөмә, Зөләйха, ышан, тыңла имде.

Шуны һин бел: мин — һинеке, һин—минеке. Була күрмә минән башҡа һис кемдеке. Иҫендә тот минең дә ғашиҡ икәнлекте, Минән башҡаға күҙ ҙә һалма имде!»

Зөләйха был өгөттәргә риза булды, Йоҡонан уянып тирә-йүнгә күҙ һалды, Тағы ла теге һүрәт күҙҙән юғалды,— Зөләйха ла һуштан яҙып ауыр имде.

96

Атаһы, был хәлде күргәс, хайран ҡалды, Ғашиҡлыҡ сәбәп икәнен асыҡ белде, Зөләйханы дауаларға сара ҡылды, Аҡылы килмәҫ, һис дауа килешмәҫ имде.

Аҡылы шашты, ятһа, һис йоҡо алмаҫ, Килтерһәләр, тәғәм ризыҡ ҡаба алмаҫ, Һис берәү менән бер-ике һүҙ һөйләшмәҫ, Бер ниндәй ҙә табиб сара тапмаҫ имде.

Өсөнсө йыл һүрәтте күрҙе йәнә,

Бик ҡаты ант биреп, инәлеп һораны:

Әйт миңә мөҡәмеңде, ҡайҙа ул?— тине, Мине бөтәһенән мәхрүм иттең имде».

Йософ әйтер: «Йә, Зөләйха, бел һин шуны: Мин — Мысырҙың батшаһымын, мине таны. Мысырға кил, күрергә теләһәң мине, Мысыр эсендә булырмын мин имде.

Сабырлыҡ менән эшлә һин был эште, Сабырлыҡтан башлана һәр эштең башы, Моратына тиҙ етер сабырлы кеше — Ниәттәргә күркле сабырлыҡ кәрәк имде».

Зөләйха, быны ишетеп үрә торҙо, Һүҙен аңлап аҡылын, фәһемен йыйҙы,

97

Атаһына үҙенең хәлен һөйләп бирҙе, «Теләгәнем — Мысыр батшаһылыр»,—тиер

имде.

Бау-бығауҙарын систерҙе, иҫе ҡайтты, Бынан ары һөйләгәне булды татлы, Йөҙөндә нур балҡыны, теле асылды,

Әммә үҙе гел Йософто уйлар имде.

Зөләйханың тыуған иле — Мәғриб иле, Йыраҡ ҡына Мысырҙан уның юлы,

Әгәр ҙә атлы булһа, көнө-төнө Алты айҙа Мәғрибкә етерҙәр имде.

Егерме бәктән килде оло яусылар,

Һөр береһенең башында алтын таждар, Килтергәндәр алтын тәре менән малдар,— Барыһы ла Зөләйханы теләй имде.

Һәр бер мәликтән айырым яусы килде, Зөләйханы кейәүгә димләйҙәр имде,

Ә Зөләйха атаһына әйтер инде:

«Мысыр батшаһына мине биргел имде».

Атаһы был хәбәрҙе асыҡ белде,

Яҙыу яҙып, Мысырга кеше ебәрҙе,

98

Яҙыуында ҡыҙы теләген белдерҙе:

«Ҡыҙым бар, шул һине генә теләр имде».

Таймус Талус улымын — белең уны,

Бер ҡыҙым бар — Зөләйха, һиңә лайыҡ, Шундай тәҡдир ҡушҡан уға тәңре халиҡ, Теләһәң; яусыңды ебәр,— тиер имде.—

Күп солтандар һораны, ул ризалашмай, Күңеле ятмай, береһен дә оҡшатмай, Хәтеренән һис кенә һине сығармай, Көнө-төнө һине генә көтөр имде.

Мин ҡыҙымды, ысынлап та, һиңә бирәм, Мең дөйәгә йыһаздарҙан йөк тейәтәм, Тағы ла мең ҡасырға47 мал йөкмәтәм,

Мең дөйәлә затлы ебәк булыр имде.

Тағы ла мең ҡарауаш эйәреп барыр,

Улар һинең һарайыңда хеҙмәт ҡылыр, Һәр әйткәнегеҙгә буйһонорға әҙер,—

Кеме ҡытай, кеме руми48 булыр имде».

Ул саҡ Мысыр мәлиге Ҡәнзәфәр ине, Илселәр яҙыу тотоп уға килде,

Уҡып, риза булды, үҙенсә хуп күрҙе, Яуапнамәлә сәләмдәр яҙыр имде:

99

«Кем теләһә мине, мин дә бик теләрмен, Йөҙ мең тапкыр һағынып ҡаршылармын, Яҡшы теләк-хисемде фиҙа ҡылырмын, Тәҡдимегеҙ ҡабул ҡылам»,—тиер имде.

Ҡәнзәфәрҙән илселәр килеп еткәс тә, Таймус уның яуабын ҡулына алғас та,

Ул хаттың ыңғай икәнлеген белгәс тә, Зөләйханы Мысырға әҙерләр имде.

Мең дөйә һәм ҡасырға йөк йөкмәттерҙе. Тағы ла мең ҡол — ҡарауаш атландырҙы,— Зөләйха Мысырға шулай килеп керҙе, Һарайҙа үҙ тәхетен ҡуйҙырыр имде.

Ебәк кейҙе, төҙәтенде, тажын һалды, Күңеле асылып, хәтере шатлыҡҡа сумды, Гүйә, айҙың ун дүртенсе көнө тыуҙы — Йөҙө ҡояш кеүек балҡып торор имде.

«Ниһәйәт, моратыма ирештем, тиер,

Ғәзиз Мысыр батшаһын күрәм, тиер,

Бөтә малым дәрүиштәргә бирәм, тиер, Шөкөр, бына моратыма ирештем имде».

Шул ваҡытта бәктәр менән батша килде, Бәктәр китте, мәлик яңғыҙ тороп ҡалды,

100

Ә Зөләйха, уны күреп, асыуланды:

«Был ниндәй ир, ниңә ҡалды? » — тиер имде.

Ҡарауаштар Зөләйхаға яуап бирҙе:

«Мысыр ғәзизе4» — солтаныбыҙ инде үҙе, Хәҡиҡәт, һин теләгән Ҡәнзәфәр — үҙе, Әҙәпһеҙлек күрһәтмә»,— тиерҙәр имде.

Был һүҙҙән Зөләйханың аҡылы шашты, Һушы китеп, тәхетенән ауып төштө, Ҡарауаштар барыһы ла ҡайғырышты, Быны күргәс тө Ҡәнзәфәр сығыр имде.

Ниһәйәт, Зөләйха меҫкен аңға килде, Ниндәй хәлдә ҡалганлығын асыҡ белде, Ҡайғы-хәсрәттән уның йөҙө һулыны,— Ҡарауаштар барыһы ла күрер имде.

Улар һорай: «Әйтсе, ни булды, Зөләйха? Һинһеҙ беҙгә кәрәк түгел ошо йыһан,

Уны күреп, ауып төштөң. Ни һуң булған? Беҙгә шуны асыҡлап һөйләһәң имде».

Зөләйха әйтер. «Йыраҡ ҡалды минең илем, Ах, шундай хатанан ауыр минең хәлем,

Аһ, дәриға! Рәнйеүем ҙур, оҙаҡ юлым, Алты айлыҡ михнәтем буш булды имде.

101

Мин төшөмдә күргәнем был ир түгел,

Тағы әйтәм: был ир миңә лайыҡ түгел, Һис тә төштә күргәнемә оҡшаш түгел, Аҡылы, күрке уның бындай түгел имде.

Тулған айға оҡшай ине уның йөҙө, Бал-шәкәрҙән татлыраҡтыр әйткән һүҙе, Хәсрәтлегә рәхәт бирә ике күҙе,—

Унһыҙ миңә был йыһан хуш түгел имде.

Төшөмдә ул миңә вәғәҙәләр бирҙе,

Ни сәбәптән вәғәҙәһен үҙе боҙҙо?

Алты айлыҡ михнәттәрем юҡҡа булды, Минең шәһәр бынан йыраҡ ҡалды имде».

Ҡарауаштар Зөләйханы йәлләнеләр,

Йылы һүҙ менән уны өгөтләнеләр, Зөләйханы сабырлыҡҡа өндәнеләр, «Сабырлыҡ моратыңа еткерер имде».

«Ҡайҙан беләһең, халиҡ сәбәп иткәндер, Ул төшөң, бәлки, ысынға тура килер, Ысынлап та, бәлки, моратың ҡабул булыр, Теләгеңде үтәү уға еңел имде».

Зөләйха өгөтләүгә шунда бирелде,

Мысырҙа торорға ахырҙа риза булды,

102

Берәү ошо серҙе белмәй ҡалды,

Хатта Ҡәнзәфәр үҙе лә белмәҫ имде.

Унан һуң байтаҡ ваҡыт үтеп китте, Мәликтән үҙен Зөләйха һаҡлап йөрөттө, Йөҙө һулыһа ла өҙмәне өмөтөн,

Бер туҡтауһыҙ Йософто уйлар имде.

Халиҡ һаҡланы Ҡәнзәфәрҙән Зөләйханы, Йософ өсөн һаҡлай ине — белгел уны, Ҡәнзәфәр иһә бер ни ҙә белмәй ине,

Хәжәт төшкәндә, ен ҡыҙы килер имде.

Зөләйха Ҡәнзәфәргә буйһонмаҫ, баш бирмәҫ, Үҙен һаҡлар, уға бер ҙә яҡын килмәҫ, Ҡәнзәфәр һаман был хәлдең асылын белмәҫ, Ен ҡыҙын Зөләйха тип һөйөр имде.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]