- •Төркисәнән Зәйтүнә шәрипова ҡайтармаһында Рәссам Иван файрушин биҙәне
- •Isbn 5-295-01075-9
- •Isbn 5-295-01075-9
- •Аҫылдарҙан аҫыл ҡомартҡы
- •Һәҙа китаб Йософ ғәлиәссәләм
- •Йософтоң төш күреүе, атаһының юрауы, ағаларының илауы
- •Ағаларының Йософто ҡойоға һалыуҙары, аталарын ҡайтып алдауҙары
- •Малик Дуғырҙың төш күреүе, Йософто ҡойонан сығарыуы, ағаларының һатып ебәреүе
- •Малик Дуғырҙың Йософто Мысырға алып китеүе, юлда төрлө мажараларға осрауы
- •Йософтоң Мысырға килеүе, бөтә шәһәр халҡының таң ҡалыуы
- •Зөләйханың төш күреүе, Йософто эҙләп Мысырға китеүе
- •Ҡәнзәфәрҙең Йософто һатып алыуы, Зөләйханыц ғишҡы яңырыуы
- •Зөләйханың дая кәңәшен тотоуы, һарай һалдырыуы, Йософ менән һөйләшеүе
- •Һарайҙа гәйбәт таралыуы, Зөләйханың ҡатындарҙы ҡунаҡҡа саҡырыуы
- •Йософтоң зинданда ятыуы
- •Ҡәнған ғәрәбенең Мысырға килеүе, Йософ менән һөйләшеүе, Яҡупҡа сәләм еткереүе
- •Мәлик Раяндыц төш күреүе, Йософтоң зиндандан сығыуы, Мысыр батшаһы булыуы
- •Ағаларының Мысырға килеүе, Йософтоң Шәмғунды алып ҡалыуы, Ибне Йәминде килтерергә шарт ҡуйыуы
- •Ағаларының йәнә килеүе, Ибне Йәмингә Йософ үҙен танытыуы, бур итеп алып ҡалыуы
- •Ағаларының Ҡанғанға ҡайтыуы, Яҡуптың Йософҡа хат ебәреүе, Йософтоң яуап яҙыуы
- •Йософто таныуы, Яҡупҡа сәләм алып ҡайтыуы
- •Аңлатмалар
Ул
ҡойо элек-электән ҡалған ине,
Уны
уҫал Ғад30 ҡафыр ҡаҙған ине,
Төбө
тәрән, һыуы үтә әсе ине,
Һыуын
уның һис берәү ҙә эсмәй имде.
Тора-бара
уның һыуы өҫкә ҡалҡҡан,
Йылан-саян — барыһы унда урын
тапҡан, Хәшәрәттәр уҡмашышып бергә
ятҡан,
Әллә
ҡайҙан йыйылғандар бында имде.
Ул
заманда бер заһид31 та булмыш ине,
Китап аша Йософ менән
таныш ине, Башҡаларға ла мәғлүмәт ҡылмыш
ине — Ишеткәндәр ғәжәйепкә ҡалмыш
имде.
37Ағаларының Йософто ҡойоға һалыуҙары, аталарын ҡайтып алдауҙары
Ул
заһид был хәлдәрҙе алдан уҡ белде,
Халиҡтан бик үтенде, доға ҡылды,
Йософто бер күреренә өмөтләнде,
Мәүләнән оҙон ғүмер
һорар имде.
Ул
заһидтың Йософто күргеһе килде, Ниһәйәт,
доғаһы уның ҡабул булды,
Халиҡ уға оҙон ғүмер насип ҡылды,
Йософто күреү көнө лә етер имде.
Халиҡ
заһидҡа: «Ваҡытың етте һинең,
Бар әйҙә, Ғад ҡойоһона кергел,
тине, Йософ ситдыҡ
матурлығын күргел, тине, Йософ унда
килгәнсе, көтөп тор имде».
Килде,
төштө ул заһид был ҡойоға,
Бер
өҙлөкһөҙ сәждә ҡылды ул мәүләгә. Араһында
доға ҡылды ул мәүләгә,
Йософто күреү теләге менән имде.
Һәр
кистә ризығы уның анар32 ине,
Уң
яғында нурҙан кәндил яныр ине,
Уның йәше мең ике йөҙ йыл ине,
Ахырҙа
ул Йософто күрер имде.
Йософтоң
биленә бер еп таҡтылар, Үҙҙәренең
йөрәгенә ут яҡтылар,
38
Ҡойо
эсенә һалырға уй тоттолар,
Ялбарыуын Йософтоң ишетмәҫтәр
имде.
Йософ
әйтер: «Һис бер яҙыҡ эш ҡылманым Һеҙ
ҡурҡҡан буталсыҡ төш тә күрмәнем
Бер ерҙә лә оятлы кеше булманым»,—
Ярлы Йософ меҫкенләнеп
ялыныр имде.
Улар
Йософ зарына ҡолаҡ һалманы, Хәсрәтләнеп
илауына аптыраманы, Йәһүҙәнең
кәңәшен дә тыңламаны — Барыһының да
асыуы ташыр имде.
Йософ
әйтер: «Яуызлыҡты уйламағыҙ, Шайтан
ҡотҡоһона төшөп ойомағыҙ,
Шәрә
итеп, тундарымды һалдырмағыҙ,
Ата хаҡын, туған хаҡын һаҡла
имде.
Бөгөн
үлһәм, аҙаҡ миңә кәфен кәрәк,
Әй
дәриға! Кәфен булһын ошо күлдәк».
Уларҙағы һыуыҡ бәғер, ҡаты йөрәк —
Күлдәген иңенән һуйып алырҙар имде.
Биленә
бер еп тағып килтерҙеләр,
Йософто
шул ҡойоға төшөрҙөләр, Шәфҡәтһеҙҙәр!
йөҙҙәрен сөйөрҙөләр,
Береһе килеп арҡанын киҫер имде.
39
Йософ
әйтер: «Эй илаһым, бөйөк Аллам, Бисаралар
өлөшө — рәхимле Аллам,
Һис
өмөтөм ҡалманы ағаларға,
Миңә
үҙең ярҙам күрһәт»,— тиер имде.
Уны
ишетеп, ҡәрҙәштәре шаштылар,
Барыһы ла хаҡҡа төбәп олоштолар,
Йыйылышып, бергәләп һөйләштеләр,
Илаһым, үҙең ярҙам бир, тиҙәр имде.
Бисаралар
таянысы — мәлик-рахман,
Ҡөҙрәте менән Ябраилға ҡылды фарман:
«Йә, Ябраил, Йософҡа
күрһәт һин ярҙам! — Рисаләт мишуратын
бирер имде.
Алланың
хәбәрсеһе — Ябраил хәҙрәт,
Хоҙай
уға биргән икән шундай ҡөҙрәт: Ҡауышты
Йософ менән шул уҡ сәғәт — Йософто
һыуға теймәҫтән үк тотор имде.
Ябраил
әйтер Йософҡа: «Әй һин, уғлан,
Мәүлә һиңә ебәрҙе изге сәләм,
Пәйғәмбәрлек бүләк итә, әйҙә,
ҡыуан, Рисаләтең мөбәрәк булһын имде!»
Йософ
янына Ябраил килеп еткәс,
Ябраилды Йософ үҙе лә танығас,
40
Хаҡтың
сәләмен-ҡотлауын ҡабул ҡылғас, Һүнгән
күңеле шатланып китер имде.
Ҡойоноң
иң төбөндә бер таш бар ине,
Ябраил ул ташты өҫкә сығарҙы,
Һыу өҫтөндә батмайынса
был таш торҙо, Йософ
килеп, таш өҫтөнә ултырыр имде.
Таш
өҫтө ебәктән дә йомшаҡ булды —
Йософ шулай халиҡтан шәфҡәт алды,
Йософтоң нуры менән ҡойо тулды,
Балҡып,
нуры хатта тышҡа сығыр имде.
Йәлилдән
Ябраилға килде тағы фарман, Сәфәргә
сыҡты унан, ожмахҡа табан.
Ожмахтан алып килде кейем, тәғәм,
Өҫтөнә
кейеп, Йософ ашҡа тотонор имде.
Кейем
кейҙе, тәғәм ейҙе, шөкөр ҡылды,
Йөҙө төрлө-төрлө нурҙар менән
тулды, Ябраилдың нуры менән бергә
ҡушылды,— Ерҙән күккә нурҙан күпер
үтер имде.
Шунда
ғына заһид урынынан торҙо,
Йософтоң матурлығын күҙҙәре
күрҙе, Иреште ул
моратына күпме йылғы!
Күрешеп, ул хаҡҡа шөкөр әйтер имде.
41
Заһид
әйтер: «Эй Йософ, бер ҙә ҡайғырма,
Ҡәрҙәштәреңдән күңелеңде айырма,
Уларға
яуыз доғалар һис та ҡылма!
Йософ һорар: «Үҙ хәлеңде һөйлә
имде».
Заһид
әйтер: «Китап аша тәүләп күрҙем, Ҡарағас
та йөҙөңә ғашиҡ булды.
Мең
ике йөҙ йыл буйы доға ҡылдым,
Иншалла, моратыма еттем имде».
Йософҡа
заһид күп кенә өгөт бирҙе,
Йософ
иһә өгөттәрен бик хуп күрҙе,
Шул
саҡта ғына заһидҡа әжәл килде —
Йософ тағы ҡайғыға батыр имде.
Бойорҙо
Ябраилға мәүлә йәлил:
«Йософ
янына тиҙ барғыл, йә, Ябраил, Сәләмдәремде
һин еткер, өгөтләгел,
Хәтеренән ҡайғы-хәсрәтен юй имде.
Ҡойонан
сығарылғас, һатыласаҡ,
Һуңынан
төрлө ғәйбәткә юлығасаҡ.
Артабан
зинданға ла ябыласаҡ,—
Был
хәлдәргә минең әмер булыр имде.
Һуңынан
бәләләрҙән дә ҡотҡарам,
Атаһына,
ниһәйәт, юлыҡтырам.
42
Дәүләтен
дә, мөлкәтен дө мин арттырам —
Таж вә тәхет, мәмләкәт бирәм имде.
Көнләшкәндәр
хеҙмәтеңә киләсәктәр, Оятсылыҡ, хурлыҡ
кисерәсәктәр,
Үкенестә,
хәсрәттә йөрөйәсәктәр,—
Йософ
— бик шат, улар һыҡтап торор имде».
Шул
уҡ сәғәт Ябраил Йософҡа килде,
Сәләмде, әйткән һүҙҙәрен еткерҙе,
Йософ,
киләсәген аңлап, шөкөр ҡылды, Ҡазаларға
ризалығын бирер имде.
*
* *
Ҡәрҙәштәре
ҡайтырға ыңғайланы,
Береһе
кәзә бәрәсен боғаҙланы,
Ҡанын
йософ күлдәгенә буяғыланы, Башҡалары
илай илай ҡайтыр имде.
Юл
буйында яңғыҙ ағас үҫә ине,
Яҡуп
шуның төбөндә көтә ине,
Һауанан,
алыҫтан бер өн ишетелде,
Тыңлаһаң, «етмеш» тигән һымаҡ имде.
Яҡуп
әйтер: «Әллә етмеш көнгә микән,
Әллә тағы бары етмеш айға микән,
43
Әллә
инде хатта етмеш йылға микән Йософомдоң
кисегеүе?» — тиер имде.
Зарлы
Яҡуп илай-илай юлға сығыр,
Йософтан айырылыу уты бәғ(е)рен
яғыр. Яҡуп баҡты шул
тарафҡа — ауаз сығыр, Йософто күрһәм,
тип көтөп торор имде.
Күңеле
зарлы, илай-илай өйгә керҙе, Улдарының
һөйләгәнен шикле күрҙе,
Йософто юҡ иткәндәрен һиҙҙе,
Намаҙ
ҡылыр, үҙе илай-һыҡтай имде.
Уғландары
үҙ араһы антлаштылар,
Өйгә
етә үкерешеп илаштылар,
«Аһ
дәриға! Йософ!— тип иңрәштеләр,
Йософобоҙҙо юғалттыҡ».— тиҙәр имде.
Яҡуп
өйҙә намаҙын уҡыр ине,
Уландарының иңрәүе ишетелде,
Ҡолағына
илау тауышы ярып керҙе,
Тороп, шундуҡ ҡаршыларына сығыр
имде.
Уны
күреп, үҙҙәре лә үкенделәр,
Тундар
йыртып, сәстәр йолҡоп, бөтөндөләр,
Йософ! тип барыһы ла һыҡтанылар,
Йософобоҙҙо алдырҙыҡ, тиҙәр имде.
44
Уны
ишетеп, Яҡуптың аҡылы шашты, Ҡысҡырҙы,
һуштан яҙып, ергә төштө.
Уны күреп, уландары ҡайғырышты,
Аһ
дәриға! Хата ҡылдыҡ!— тиерҙәр имде
Ул
төн үтте, тағы ла иртә булды,
Шунда
ғына меҫкен Яҡуп аңға килде, Уландарын
саҡыртып, һорау бирҙе:
«Ҡайҙа
минең Йософом?» — тиер имде.
Уғландары
илай-илай яуап тотто:
«Барыбыҙ күмәкләшеп берәр уҡ аттыҡ,
Уҡтарыбыҙҙы алырға тип киткән саҡта,
Йософ әйбер һаҡларға ҡалыр имде.
Кире
килгәнсе әйләнеп, ҡаза килгән,
Шул
ерҙә бер яуыз бүре йөрөгән,
Хәҡиҡәт,
шул бүре Йософто ейгән,
Ләғнәт
төшһөн уға!» — тиерҙәр
имде.
Яҡуп
әйтте: «Әгәр шулай булған икән,33
Бүре уны ашап һәләк иткән
икән, Ағзаларынан берәй
нәмә ҡалған икән, Табып
алып, килтерегеҙ шуны имде!
Кәфенләп,
мин уны гүргә һалыр инем,
Өҫтөнә матур ҡоролма ҡуйыр инек,
45
Үҙем
Йософом эргәһендә ҡалыр инем, Ғүмеремде
шунда үткәрермен имде».
Улар
әйтте: «Эй атабыҙ, күп ҡараныҡ, Унаулашып
ҡайҙарга эҙләргә барманыҡ, Унда-бында
һис нәмә таба алманыҡ, Һәммәһен дә бүре
ашап бөткән имде».
Берәүһе
ҡуйындан ҡанлы күлдәк алды, Яҡуптың
алдына шуны йәйеп һалды.
Төртөп күрһәткәс тә күлдәктәге
ҡанды, Яҡуп
тағы һуштан яҙып ҡолар имде.
Иҫенә
килгәс, күлдәкте тотоп ҡараны,
Үбә-ҡоса, илай-илай тотҡоланы,
Бер
ерендә лә йыртығын табалманы,
«Ниндәй шәфҡәтле бүре һуң?— тиер
имде.
Ҡанын
эсеп, итен бөткәнсе ашағас, Йософомдан
мине шулай мәхрүм ҡылғас, Өҫтәүенә,
күлдәге лә йыртылмағас,
Берәй
хикмәт барҙыр бында,— тиер имде.
Бәс,
шулай булған бит һеҙҙең теләгегеҙ,
Йософто ебәрергә үтенеүегеҙ,
Алып
китеп, шунда һәләк иткәнһегеҙ!
Былай илап тороуығыҙ ялған имде.
46
Һүҙҙәремә
бөтәгеҙ ҙә буйһоноғоҙ,
Тотоп
ҡортты, бында алып килтерегеҙ, Ҡушҡанымды
үтәгеҙ һис бер һүҙһеҙ,
Был
хәлдең хәҡиҡәтен беләйем имде.
Юғиһә,
мин сәждә итеп, доға ҡылам:
Һеҙгә ҡаты яза бирер олуғ хоҙам;
Ул
һәр ваҡыт ҡабул итә минең доғам,
Мин
мәзлүм доғаһынан ҡурҡығыҙ имде».
Быны
ишетеп, улар йәнә ҡуҙғалдылар.
Тауҙа бер гонаһһыҙ бүре ауланылар,
Яҡуп
эргәһенә тотоп килтерҙеләр;
«Йософто
ашаған бүре!» — тиҙәр имде.
Меҫкен
Яҡуп ул бүрене шунда күрҙе,
Илай-илай хәсрәт менән ҡаршы
барҙы.
Йософом
ҡайҙа?— тип, әсенеп һораны,—
Ниңә ейҙең Йософомдо, әйтсе имде.
Эй
бүре! Ниңә ашаның, әйт, йәшермә:
Нисек бөтөн ҡалды күлдәк — аңлат
миңә? Халиҡтан ҡурҡмайынса, мин нәбигә
Хәсрәт һалып, улын
һәләк иттек имде?»
Халиҡтан
бүрегә шунда әмер килде,
«Исраилға һөйләп бир һин,— тине,—
хәлде».
47
Телгә
килеп, бүре ни булғанын әйтте,
Әҙәп
һаҡлап, йомшаҡ һүҙен һөйләр имде.
Бүре
әйтте: «Валлаһи, Йософто күрмәнем, Уның
ҡайҙа икәнен дә белмәнем.
Алла
шаһит, ул тирәлә йөрөмәнем,
Мин
гонаһһыҙ, ышанығыҙ миңә имде.
Һин
бит үҙең алланың бер рәсүлеһең,
Хаҡ
ебәргән илселәрҙең береһеһең,
Тәңре
аша һин бит үҙең дә белерһең: Пәйғәмбәрҙәр
ите беҙгә харам имде.
Теләһәң,
бойороҡ бир, мин барайым;
Ошо
тирә бүреләрен мин йыйнайым,
Барыһын да ҡаршыңа хәҙер туплайым,—
Дөрөҫлөктө әйҙә раҫлаһындар имде.
Улар
ҙа Иософто бер күрмәгәндәр,
Валлаһи,
уға хаслыҡ ҡылмағандар,
Тәңрегә
һис гонаһлы булмағандар, Пәйғәмбәрҙәр
ите беҙгә харам, тиҙәр имде.
Мин
үҙем Мысырҙан яңы килдем,
Бер
ҡәрҙәшем бар ине, шунда үлде.
Ризыҡ ҡапмағаныма ун ете көн
тулды, Хәсрәтемдән ауыҙым аҙыҡланмаҫ
имде.
48
Хайран
булдым: бер ерҙә мине тоттолар, Золомлоҡ
менән эргәңә һөйрәттеләр,
Ауыҙыма
ҡайһылары ҡан һөрттөләр,— Гонаһһыҙмын,
асылын бел һин имде».
Яҡуп
ҡорт һүҙенең раҫ икәнен белде,
Уҙ
ҡулы менән бүрегә аш ейҙерҙе.
Әйтер:
«Был ҡазаны бирҙе тәңре»,—
Дога
ҡылып, ҡортҡа рөхсәт бирер имде:
«Был
ҡазаны бирҙе миңә хоҙай-мәүлә,
Сабырһыҙлыҡтан бөйөктәр төштө түбән.
Шуға булырмын мин
сабыр-күркәм, Сабырлыҡтан морат хасил
булыр имде».
Йәһүҙә
ул урынға көн дә сығыр,
Ҡойо
эргәһенә барып, көн дә бағыр,
Йософ
менән хәбәрләшеп, күңел баҫыр,
Үҙ
хәлдәрен дә һөйләп ҡайтыр имде.
