Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Шонкар журналында художество-публицистик жанрдар.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
319 Кб
Скачать
☆

§2. . Башҡортостан матбуғат баҫмаларында художество-публицистик жанрҙар

“Шоңҡар” журналының республика матбуғатында үҙенә генә хас урыны бар. Шул уҡ ваҡытта ул төбәктең киң мәғлүмәт саралары системаһынан айырылғыһыҙ. Б.А. Есин матбуғат тарихын яҡтыртҡанда, түбәндәгеләрҙе билдәләй: “бер территорияла урынлашҡан һәм бер урындағы аудиторияға төбәлгән баҫмалар бер-береһенә фөкмәтке яғынан оҡшаш була, уларҙың жанрҙар палитраһы ла уртаҡ”. 1

Башҡорт матбуғатында “Шоңҡар”ға журналдар араһында форма үҙенсәлектәре генә түгел, ә идея-проблематикаһы буйынса яҡын тороусы журналдарҙы табыуы ҡыйын. “Шоңҡар” башҡорт телендә донъя күргән берҙән-бер йәштәр журналы, “Аманат” һәм “Аҡбуҙат” балалар өсөн сыға. Татар телендәге журналдар араһында “Шоңҡар” менән бер рәттән “Тулпар” ҙа жанрҙар системаһында юмореска, һүрәтләмә, рецензия кеүек формаларҙы актив файҙалана, тик уны саф журналистик баҫма булыуҙан бигерәк, публицистик, әҙәби журнал тип атар инек.

“Шоңҡар”ҙың , публицистик яҙмалар, һүрәтләмә кеүек художество-публицистик жанрҙарҙығы традициялары ”Йәшлек” газетаһы нигеҙендә үҫеп сыҡҡан. Рәлис Ураҙғолов, Дамир Шәрәфетдинов, Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, Азамат Юлдашбаев (баҫманың мөхәррире) һымаҡ танылған авторҙарҙың ижад емештәре әле булһа ла журнал биттәрендә баҫылып тора. Публицистик пафос, шул уҡ масштаблылыҡ, үҙенсәлекле булыуға ынтылыш шул уҡ “Йәшлек”тән килә.

Тик бөгөнгө “Йәшлек” газетаһы менән сағыштырғанда, “Шоңҡар” художество-публицистик формаларҙа уның туҡһанынсы йылдарҙағы вариантына оҡшаш. “Йәшлек” газетаһының бөгөнгөһөн информацион йүнәлеш билдәләй, унда художество-публицистик жанрҙар палитраһы сағыштырмаса ярлы.

“Йәшлек”тең 1996 һанында донъя күргән “Юҡ ышанмайым. Тере ул минең ғәзизем” исемле публицистик яҙмалар шәлкеме һәр йәһәттән бөгөнгө “Шоңҡар”ҙа теге йәки был йәмғиәт трагедияһын яҡтыртҡанда актив ҡулланылыусы тормошсанлыҡ, публицистик алымдаға бай. Ул Чечня һуғышына арнала һәм авторҙарҙың үле һалдаттар тыуған яҡтарына оҙатылған Ростов моргында булыуҙарын һүрәтләй:

“Ҡараңғы, рефрежераторҙар ғына яҡтыртҡан Ростов моргы Ғазраил төйәген хәтерләтә. Бында һуғыш дауам итә һымаҡ, балаһыҙ ҡалған ата-әсәләр йәрәгендә бара ул. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың, үҙ балаларының кәүҙәһен эҙләп, ата-әсә айҙар буйына шөҡәтһеҙ морг юлын тапарға мәжбүр.

Беҙ Өфө егете Виталий Филатовтың мәйетен таба алманыҡ. Ростовта мәйеттәр һаны бихисап, зәңгәр экрандарҙа көн һайын бер-1-2 ҡорбан, улар үлектәрҙе бөтөнләй һанамайҙар, күрәһең”1

Мәҡәләләге публицислыҡ, әҙәби деталдәр “Шоңҡар” журналында файҙаланылған художество-публицистик алымдарға оҡшаш, улар бер үк традициялар нигеҙендә үҫеп сыҡан.

Автор материалда жанрҙың публицистик төрөнә хас үҙенсәлекте - образлы итеп төп фекерҙе күрһәтеүҙе оҫта файҙаланған. Вагнер музыкаһы менән сағыштырыу бәлки мәҙәни күҙлектән сығып ҡарағанда урынһыҙҙыр ҙа, әммә… Образ уҡыусы күңеленә ятышлы һәм тезисты киң планда, аудиторияға тәҫьир итерлек итеп еткереүҙә ҙур роль уйнай.

Әммә бер нәмәгә иғтибар итергә кәрәк: «Журналист образдар төҙөгәндә ике ҡаршылыҡҡа осрарға мөмкин: беренсенән, тормош факттарын дөрөҫ сағылдырыу, икенсенән, ошо факттар нигеҙендә ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырыу»2. Әлбиттә, публицистик яҙмаларҙың художество жанрҙар йүнәлешенә образлылыҡ хас, әммә күренеүенсә, журналист аналитикаға ла мөрәдәғәт иткән.

Ижтимағи тормошто анализлағанда, шәхес, ғаилә мәнәсәбәттәренә баһа очерк, һүүрәтләмә жанрҙарында “Шоңҡар” урыҫ баҫмаларынан “Республика Башкортостан” газетаһына яҡын тора.

Миҫалға В. Сәхәүетдиновтың газета биттәрендә март һандарының береһендә баҫылған мәҡәләһен алайыҡ:

“Минимум половина всех тостов сопровождается благим, но дежурным пожеланием «за здоровье!». Почему же слова расходятся с делом? Как мы, россияне, дошли до края катастрофической ситуации — на сто рождений 170 смертей? Через два десятилетия нас будет на 21 миллион меньше. Что же страну ожидает в дальнейшем?

Рады этому все — население, профсоюзы, депутаты и, конечно, медицинские работники. Но… чем дальше в лес, тем больше дров. Уже сейчас появились конкретные вопросы: на какие цели будут потрачены эти огромные суммы, скоро ли реализуется социально значимый проект и, главное, кто на деле будет осуществлять все затеянные реформы? Лозунг «Кадры решают все» напоминает о себе в полную силу, причем голова начинает болеть не только о количестве специалистов, но и о качестве медицины.” 1

А.А. Грабельников үҙ хеҙмәтендә әйтеп үткәненсә, “социаль проблемаларҙы күтәреп сығыу - публицистиканың мөһим бурысы ул. Унан башҡа бер генә матбуғат баҫмаһын да күҙ алдына килтереп булмай.” 1

“Шоңҡар” журналының публицистикалағы эшмәкәрлеге һәр йәһәттән “Ватандаш”тың ошо йүнәлештәге тәжрибәһенә оҡшаш. “Ватандаш” - энциклопедик баҫма, уның биттәрендә ил, республика тормошона, донъя хәлдәренә глобаль анализ яһаған мәҡәләләрҙе йыш осратырға мөмкин. Улар күберәк художество-публицистик йүнәлешкә ҡарайҙар һәм фәнни характерҙа.

Шулай уҡ глобаль проблемаларға, мәҫәлән, һаулыҡ, демография, экологияға “Шоңҡар” публицистикаһындағы кеүек үк иғтибар көслө.

Публицистик яҙмалар жанрында яҙылған материалдан өҙөк килтерәйек:

«Бе6 шуны шикл2нм2й 2йт2 алабы6: ядро 7оралын 3ынау6ар, 6ур масштаблы 3у4ыштар алып барыу, террор6ар, ер тетр2162ре тыу6ыр4ан с2б2пт2р булып тора. ;алим 32м с2й2см2нд2рг2, был реаль донъяла й2 и32 ысынбарлы7та с2б2пт2р6е8 32м 3060мт2л2р6е8 16-ара б2йл2нешт2 булыуы элек уйла4андан к1пк2 к0сл0р2к ик2нен а8лар4а ва7ыт етте тип уйлайбы6. №2р 4алим, 32р с2й2см2н, Ер й060нд2ге 32р кеше ошо ябай 4ына х27и72тте а8лама3а, ер тетр2162р6е8, планетала4ы 32л2к2тт2р6е8 к2ме1ен к0т2 алмаяса7. В2хшилек, нинд2й ген2 масштабта булма3ын, бер нисек т2 а7лау 32м я7лау табыр4а тейеш т1гел».1

Йомғаҡлап әйткәндә, “Шоңҡар” журналы художество-публицистик формалар палитраһы, башҡорт матбуғатының традицион форма үҙенсәлектәренән айырылғыһыҙ булһа ла, төрлөләнә, үҫешә бара. Баҫманың жанр эволюцияһы ла журналистикала барған үҙгәрештәрҙән айырылғыһыҙ, “Республика Башкортостан” йә иһә “Ватандаш” кеүек традицияларға ғына ҡайтып ҡалмай. Жанрҙарҙың форма һыҙаттары туҡтауһыҙ алмашынып тора. Һуңғы йылдарҙа журналда юмореска, фельетон кеүек жанрҙарҙың яңынан популярлаша башлауы шул турала һөйләй. Йәштәр баҫмаһы шулай булырға тейештер ҙә, ул замана авангарды. Бындай үҙгәрештәр, әгәр улар киң мәғлүмәт саралары тарафынан ҡабул ителә ҡалһа, “Ватандаш”, “”Республика Башҡортостан” баҫмаларында, хатта “Ағиҙел” журналында, ваҡыт менән, сағылыш тапмаҫ тимә.