- •Беренсе бүлек. Матбуғат баҫмаларында художество-публицистик жанрҙар
- •§1. Художество-публицистик формаларҙың журналистиканың жанрҙар системаһында урыны
- •§2. . Башҡортостан матбуғат баҫмаларында художество-публицистик жанрҙар
- •Икенсе бүлек. “Шоңҡар” журналында художество-публицистик жанрҙарҙың сағылышы
- •§1. Һүрәтләмә һәм портрет очерк жанрҙары
- •§2. Публицистик яҙмалар
- •§3. Рецензия, памфлет, юмореска жанрҙары
- •Библиография.
§3. Рецензия, памфлет, юмореска жанрҙары
Тәнҡитләү, сәнғәт, фән донъяһындағы күҙәтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған, шулай уҡ художество-публицистик үҙенсәлектәр йөрөтһә лә ҡайһы бер авторҙарҙа аналитик жанрҙар төркөмөнә ингән рецензия жанры «Шоңҡар» журналында даими ҡунаҡ. Был жанрҙы бөгөнгө көндә өс төркөмгә бүлеп йөрөтәләр: кино, театр рецензиялары, художестволы әҙәбиәт рецензиялары. Н.Г. Богданов, Б.А. Вяземский уны иһә ике төркөмгә бүлеп ҡарай: тәнҡит-биографик (художестволы әҙәби рецензия) һәм театраль спектакль, кинофильм, концерт йәки сәнғәттәге башҡа яңылыҡҡа баһа биреү, анализлау.1
«Рецензия жанры тәүге тапҡыр итальян һәм француз журналистикаларында үҙен белгертә»,2 - тип яҙа Б.И. Есин. Унда уҡ уның төп талаптарының береһе - ижтимағи мәғәнәгә эйә булыу күҙаллана ла инде. Сәнғәт донъяһындағы бар нәмәне тикшергәндә лә ошо талап мөһим рольуйнай рецензияла, икенсенән әҫәрҙеңме, концертмы йәки кинофильмы - эстетик зауыҡ яғынан тикшерелергә тейеш.
«Рецензия ике бурысты үтәй. Тәүгеһе әҫәрҙең көслө һәм йомшаҡ яғын күрһәтә, авторға үҙенең уңышһыҙлығының сәбәптәрен аса, йә дәртләндерә. Икенсе бурыс: башҡаларға автор ҡарашын көсләп таҡмай ғына, ябай халыҡҡа әҫәрҙе еткерергә булыша. Рецензия жанры аналитик төрөкөмгә инә. Яҡшы рецензияға һүрәтләй, төплө фекер йөрөтә белеү мотлаҡ»1.
Ҡағиҙә булараҡ, «Шоңҡар»ҙа донъя күргән байтаҡ рецензиялар театрға һәм әҙәбиәт донъяһына ҡағыла. Әммә, әйтәйек, «Башҡортостан» киностудияһында донъя күргән фильмдарға күҙәткән материалдар донъя күрмәй баҫмала. Бындай рецензиялар фильмдарҙың үҙҙәре кеүек үк бик һирәк күренеш. Уларҙың төп хеҙмәте лә информацион йүнәлештә ята кеүек.
Шулай ҙа, әйтергә кәрәк, «Шоңҡар» журналында рецензия байтаҡ осраҡтарҙа маҡсатлы ҡулланылалар.
Рецензия - тәнҡит жанры, әммә баҫмала хуплауға һәм маҡтауға ҡоролған материалдар күп. Шулай уҡ ул художество-публицистик жанрҙар төркөмөнә инһә лә унда йыш ҡына пропагандистик һәм информацион мотивтарҙы һиҙергә була.
2004 йылдың август һанында «Шоңҡар»ҙа донъя күргән бер рецензияны ошо һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе күҙәтеү өсөн тикшереп ҡарайыҡ. Ул «Йәйге гастрольдәр» рубрикаһы аҫтында баҫыла һәм «Хыялдарҙы ысын итәләр» тип атала.
«Ниндәй каникул мөғжизәһеҙ булһын ти инде! Ысын мөғжизәне Сибай ҡалаһының «Сулпан» дәүләт балалар театры артистары кеүек ысын таланттар ғына тыуҙыра ала. Уҡыуҙар тамамланғас та спектакль менән гастрольдәргә сығып, май, июнь, июль айҙарында Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары балаларына икһеҙ-сикһеҙ ҡыуаныс килтерҙе…»1
Өҙөктә спектаклдәр буйынса мәғлүмәт бирелә. Әммә алдан уҡ ниндәйҙер, рецензияға бөтөнләй хас булмаған пафослы һоҡланыу үҙен һиҙҙерә кеүек. Артабан автор спектаклде тикшерергә тотона, тик, ҡыҙғаныс, һоҡланыу унда бер нисек тә тәнҡит менән алмашына алмай. Һөҙөмтәлә рецензия жанрының һүрәтләү объектын алған һәм баһа биреү, дәлилләү кеүек һыҙаттары нигеҙендә төҙөлгән материал шау маҡтауға әйләнеп ҡуя. Тәнҡит йомшаҡ булырға ла мөмкин, әммә бында ул бөтөнләй һиҙелмәй.
Рецензенттар йыш ҡына әҫәрҙең сюжетын тасуирлауға ҙур иғтибар бүләләр. Был үҙмаҡсат булырға тейеш түгел Тасуирлау анализ менән берләшеп килгәндә генә сюжетты һөйләү урынлы»1.
«Йәш тамашасылар концерт мәлендә шулай уҡ Динис Хәмитов, Салауат Вәлиев, Илдар Исламғолов, Динә Килмөхәмәтова, Айһылыу Минебаеваларҙың йыр-бейеүҙәрен, төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәрен яратып ҡараны. «Сулпан» артистары ауылдарҙа ғына түгел, «Орленок», «Ҡайынҡай» ял лагерҙарында ла булып, балалар алдында сығыш яһарға мөмкинселек тапты. Ҡыҫҡаһы, йәйге каникул мөғжизәле мәлдәргә тулы булды. Тәьҫораттар - ғүмергә етерлек».2
Автор бында пафостан ғына түгел, баштан уҡ ниңәлер төп итеп алынған информацион йүнәлештән арына алмай. Ниңәлер рецензияға хас уйланыу, деталдәргә мөрәжәғәт итеү, бай фекерҙең бында эҙе лә юҡ кеүек.
Һуңғы йылдарҙа, әйтергә кәрәк, «Шоңҡар»тә ошондай йомшаҡ рецензиялар күбәйеп ките. “Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында баҫылған материалдарҙы ғына алайыҡ, дөйөм алғанда улар рецензия формаһы нигеҙендә яҙылһалар ҙа, материалдарҙа художество-публицистик йүнәлешкә хас дөйөмләштереүҙәр, тәрән йөкмәтке, стиль үҙенсәлегенең әҫәре лә юҡ. Һуңғы йылдарҙа уҡыған рецензияларҙан иң күҙгә ташланғаны - бары Илдар Туймаҡаевтың “Тутыйғоштар фиғеле” тип аталған, театр сәнғәтенә ҡарата яҙылған материал ғына. Театр сәхнәләрендәге премьераларға бәйле тик шау пафосҡа ҡоролған һоҡланыуҙарҙы ғына күрергә мөмкин. Ләкин Илдар Туймаҡаевтың рецензияһы бөтөнләй икенсе характерҙа. Ул үҙенсәлекле фекерләүгә ҡоролған:
“Станиславскийзың иң яратмаған нәмәһе - тапалып бөткән клише-ҡалыптарзы урынлы-урынһыҙ ҡулланыу. Беҙҙең театрҙарыбыҙ иһә Мәскәү уҡыу йорттарынан биш былтыр алып ҡайтҡан ҡалыптарҙы бөгөн дә рәхәтләнеп ҡуллана. Ижадҡа ҡарата битарафлыхтан киләлер был. Уйлау, баш ватыу кәрәкмәй - әҙере бар, рәхәтләнеп ҡуллан ғына. Мөхәббәт утында янған йәш ҡыҙҙың ролен уйнаусы актрисаны күҙ алдына килтерегеҙ әле: ҡулдарын өҫкә күтәреп, ҡоштарға оҡшаш хәрәкәттәр менән сәхнә буйлап бейеп-йүгереп йөрөй, партнерҙарын ҡосаҡлап, йә шым ғына, йә ҡысҡырып йырлай, күҙенә эленгән тәүге кешене ҡосаҡлап үбә. Башҡортостандың бөтөн театрҙарында ла тиҫтәләрсә йылдар буйы шулай уйнайҙар. Етәксе, герой, хулиган, әбөй-менән бабай һәм башҡа персонаждарҙы нисек уйнауҙарын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Һиҙәһегеҙме, ҡалыптар күҙгә бәрә. Һағыныу, ҡурҡыу, нәфрәт кеүек хистәрҙе сағылдырыу ҙа күптән билдәле хәрәкәттәр, ым-ишаранан ары китә алмай. Ысын ижадты ҡалып еңгән. Спектакль башланыр алдынан билдәле бер артист сәхнәгә сығып, тегеләй-былай йөрөп алды ла, ҡарашын бер нөктәгә төбәп, ҡатып ҡалды. Бәй, был бит тамашасыны көсөргәнештә тоторға маташа.” 1
Рецензия жанрына “Шоңҡар” журналында тап ошондай тәнҡит рухы, нәфис тел күренеше һәм идея-проблематик рух етмәй. Рецензияла дөйөмләштереүҙәргә урын булырға тейеш, унда детальдәрҙе билдәләү, уларҙы мәҙәни күренештең йөҙө булараҡ асыҡлау мөһим.2
“Шоңҡар” журналының һуңғы йылдарҙағы үҫеше уҡыусының ҡыҙыҡһыныуына ҡарата баҫылған материалдарҙың күбәйеүе, ял сәғәттәрендә уҡый торған кәйеф-сафаны тәьмин итеүсе мәҡәләләләрҙең күбәйеүе менән характерлана. Ошо ҡарамаҡҡа художество-публицистик жанрҙарҙың мөһим бер өлөшөн тәшкил итеүсе сатирик формаларҙың да йылдан-йыл популярлашыуы үҙе үк бер күренешкә әйләнде.
Журналда сатирик жанрҙар араһынан 2007-2009 йылдар арауығында юмореска, фельетон кеүек формаларҙ аяҙылған материалдар өҫтөнлөк иттте. “Студент мәҙәктәре”, “Мөғжизәле донъя”, “Йәшәйеш” кеүек рубрикаларҙа йәштәр тормошон һүрәтләүсе байтаҡ юморескалар һәм фельетондар баҫылды.
Мәҫәлән, Мөҙәрис Багаевтың “Өйрәк мөххәбәте” тип аталған фельетонында ошо жанр үҙенсәлектәре (материал булған хәд эҙҙәренән яҙылған) һәм юморескаға хас сифаттар сағылыш тапҡан:
“Биш йыл буйы бер үк тормошта ҡайнашҡан, күптәре иң яҡын дуҫтарыңа әйләнгән курсташта-рың менән хушлашҡанда артабан да йыш-йыш ҡына осрашып, бер-береңдең донъя хәлдәрен белешеп торорбоҙ, тип уйлайһың да ул, ләкин тормош башҡасараҡ хәл итә икән. Тәү мәлдәрәк кемдең ни менән мәшғүллеге хаҡында хәбәрҙар булып торһаң да, һуңға табан элемтә өҙөлә, инде башҡалар менән аралашып йәшәү элекке дуҫ-тарың араһына кәртә ҡуйғандай була. Бер нисә йылдан инде курсташтарыңдың күбеһенең ҡайҙа көн күргәнен, хатта донъяла бармы-юҡмы икәнен дә ишетеп белмәйһең. Шулай ҙа иң яҡындары тип иҫәпләнгәндәре менән араны бик өҙөргә тырышмайһың, йыш ҡына күрешеп торорға ынты-лаһың. Сөнки улар студент йылдарының - ғүме-реңдең иң матур миҙгеленең тере шаһиты һәм ошо дуҫтарың менән осрашып һөйләшеү аҙға ғы-на булһа ла кире шул мәлдәргә - йәшлегеңә алып ҡайтып, шаулы, дәртле, хискә тулы тормошта йә-шәтеп алғандай тойола.”1
Фельетоның үҙенсәлеге шунда: автор геройы материалда ҙур роль уйнай. Ул фельетондың төп персонажы тип әйтһәк тә хаталанмаҫбыҙ. Материалдың хәтирәләр эҙенән яҙылғанлығын түбәндәге өҙөк тә иҫбатлай:
“Өс тиҫтә йылдан артыҡ күрешмәгән курсташ менән осрашыу шатлыҡлы ваҡиға булһа ла, Фә-рит әйткән "хикмәтле хәле" тынғылыҡ бирмәне миңә, уны тиҙерәк Ринаттың үҙ ауыҙынан ишет-кем килде. һүҙ артынан һүҙ китеп, тәки үҙе менэн булған ғәжәп хәлде һөйләттем бит әй.
... - Институтты тамамлағас, мине төпкөл генә районға эшкә ебәргәндәрен беләһегеҙ бит инде, -тип урата биреберәк башланы ул.” 2
Был фельетонда “Шоңҡар” журналында журналистиканың художество-публицистик формалар төркөмөнә ингән жанрҙарының мөһим бер үҙенсәлеге һүрәтләнә. Ҡағиҙә булараҡ, ошо йүнәлештәге һәр материалда автор геройының роле ҙур, әммә автор шәхесе художество-публицистик жанрҙарға хас булғанса әҫәрҙең стилистикаһында, структураһында күренмәй, ә йөкмәткеһендә өҫтөнлөк итә. Был үҙенсәлектең әҙәби характерҙағы баҫаларҙан традиция рәүешендә килеүен әйтеп үтергә кәрәк.
Юмореска жанры журналистика теорияһында ентекле өйрәнелмәгән жанрҙарҙың береһе, уның төп функцияһы айырым йәмғиәт вәкиленә йәки тҡркҡмгә хас етешһеҙлектәрҙән көлөүгә ҡайтып ҡала. Юморҙың сатиранан айырмаһы масштабҡа һәм тәнҡит утының характерына ҡайтып ҡалһа, юморесканың журналистикалағы төп хеҙмәтен күреүе ҡыйын түгел. Ул ижтимағи тормоштоң айырым өлкәләрендә һәм күренештәрендә сағылған етешһеҙлектәрҙән көлөүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм ниндәйҙер пропагандистик функцияларға эйә түгел.
Һуңғы осор “Шоңҡар” журналында юморескалар күп баҫыла, улар баҫманың популяр рубрикаһы – “Студент мәҙәктәре”ндә донъя күреүсе материалдарҙың төп жанры. Һәм был рубриканы хаҡлы рәүештә йәш журналистарҙың ҡәләм һынау урыны тип ҡарарға мөмкин. Баҫмалаға юморескаларҙың журналдың традицион стиленән айырылып тороуы ла шунан киләлер, моғайын.
Мәҫәлән, конкурс уңайынан яҙылған “Половой тормош” юморескаһы студент тормошонда булған мәҙәк хәлдәрҙе һүрәтләй:
“Баш ҡалабыҙға алыҫ райондарҙан килеп уҡыған студенттарға түҙемлек бирһен Хоҙай. Тыуған яҡка ҡайтыу һи-рәк тейә торған бәхет. (Шулай булмай ни -юл хаҡы ике айлыҡ стипендия!) Шуларҙың береһе булараҡ, мин дә, туғандарым төҫкә- башҡа онота башлағас ҡына, йылына бер-ике тапҡыр ҡайтып күренәм. Эх, белһәгеҙ ине нисегерәк талпынып ҡайтыуҙарымды! Ә был юлы бигерәк ҡанатланып йыйындым - һөйөнөстәрем йыйылып киткәйне шул! Ә ия глөһиме - мин эшкә урынлаштым бит әй! Эйе .беренсе эш хаҡын алып, маймылдан да былайыраҡ ырғаңдап йөрөгән баш. Иш янына ҡуш булыр, өләсәйем әйтмешләй...”1
Юморесканың теле художество-публицистик жанрҙарға хас индивидуаллек менән һуғарылған, унда автор ҡулланған алымдар өҫтөнлөк итә, “Шоңҡар”ҙың традицион стиле менән сағыштырғанда уның үҙенсәлеклеге күҙгә ташлана. Авртабан юморесканың эмоционаллеге һәм художество көсө тағы ла арта төшә:
“ Әсәй! Атай! һөйөнсө! Мин половой тормош башланым! Төнгөлөккә эшкә төштөм!- тинем.
. Н-ни-нисек, по-половой тормош башланың?- Әсәйемдең йөҙө (гусеницалы трактор үтеп киткән-дәй) сирылды, төҫө ағарып китте. Атайымды ла был "һөйөнөс" шаңҡытты шикелле, маңлайына тир бәреп сыҡты.
- Әсәй! Ниңә шул тиклем ҡайғыраһығыҙ? Ғүмер буйына һеҙҙең елкәлә йәшәй алмайым да һуң...
- Эйе, эйе, ҡыҙым... Тик... ниңә...- атайым иҫен йыйырға тырышты.
- Аптырағанһығыҙ бушҡа, минең бөтә әхирәттәрем дә карьераны тап ошонан башлаған, белгегеҙ килһә...- мин уларҙы тиҙерәк тынысландырырға тырыштым.
- Уф, йөрәгем!..- әсәйем гөрҫ итеп диванға ауҙы. Тамам аптыраған килеш мин әсәйемде һушына кил-тереп маташҡан атайыма ярҙамға ашыҡтым.”
Әйтергә кәрәк, юморескала көлкөлө тонды көсәйтер өсөн ябай халыҡ теленә хас фразалар йыш файҙаланыла. Был материалдың ябайлығын ғына сбулдырмай ә уны мөмкин тиклем реаль тормошҡа яҡынайта.
Юморесканың финалы ла үҙенсәлекле:
Ниһайәт, әсәйем хәсрәт тулы күҙҙәрен асҡас:
- һуң... юҡка ҡайғыраһығыҙ һеҙ! Уның бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Кеше күп булғанда эше лә күп, әлбиттә. Әммә зарланырлыҡ түгел! Уҡыуҙан һуң барам... уҡыуыма ҡамасауламай. (...)
- Йә, Раббым! Ҡарале, атаһы, нимә ти бит, ә? Дәртләнеп ҡайтам, имеш! Бисура! Э-э-э!- тағы йөрә-ген тотто.
- Бисәкәй, үлмә инде, бисәкәй! - Атайымдың да күңеле нескәрҙе, ҡулындағы нашатыр спирты иҙән-гә тәгәрәне.
- Ә ғәрлеге? Ояты ни тора? У-у-у!- Әсәйем тыңларға ла теләмәй.
- Әсәй, әсәкәйем! Үҙең миңә бала саҡтан уҡ эштең бер ниндәй ҙә ояты юҡ тип өйрәттең дә баһа! Мин ул аҡсаны урлап алманым, эшләп алдым, хәләл көсөм менән, иҙән йыуып...- хәҙер инде түҙмә-йенсә мин быуылдым.
- Ә??? - икеһе лә йылп итеп килеп торҙо.
- Нимә тинең, ҡыҙым?- беренсе булып атайым үҙен ҡулға алды.
- Кисен, уҡыуҙан һуң, проспекттағы 69-сы һанлы мәктәптә иҙән йыуам бит һуң! Полы мою, полы! Вот вся моя половая жизнь!..”
Дөйөмләштереп әйткәндә, сатирик жанр формалары “Шоңҡар” журналының жанр йүнәлешендәге эволюцияһында ҙур ғына үҙгәрештәр кисереүен билдәләргә кәрәк. Уның йөкмәткеһе йәштәр тормошон мөмкин тиклем ябайыраҡ һәм ысынбарлыҡҡа яҡынайтып һүрәтләүгә ҡоролһа, икенсенән, форма яғынан жанр структураһының стилистикаһы ябай халыҡ һөйләшен файҙаланыу, әҙәби алымдарҙың үҙенсәлекле булыуына килтерҙе.
Бөгөнгө матбуғат баҫмаларында сатирик ижадтың әкренләп артҡы планға күсә барыуы күҙгә ташлана. Гәзит-журнал редакцияларын аңларға ла мөмкин, сатираны хәҙерге көндә уҡымлы ижад тип атап булмай, ул тора-бара тамам әҙәби ижадҡа тартым була башланы. Документалистиканың да көслөлөгө материалдарҙы ғилми һыҙаттар менән байтыуға килтерҙе, бер яҡтан, улар публицистикны яңы алымдар менән тулыландырһа, икенсе яҡтан, киң ҡатлам уҡыусыларын юғалтыуға килтерҙе.
Шулай ҙа киләсәктә “Шоңҡар” журналында художество-публицистик жанрҙарҙың сатирик төркөмө тәңгәлендә йәштәр тормошоноң бөтә ижтимағи тормошҡа ҡағылышлы етешһеҙлектәре хаҡында ентеклерәк яҡтыртылыуын теләргә ҡала. Сатирик жанрҙарҙың төп хеҙмәте тап йәмғиәт аырыуҙарынан көлөүҙә тороуын оноторға ярамай.
Йомғаҡлау
Диплом эшендә художество-публицистик жанрҙарға яһалған күҙәтеү тикшерелгән баҫманың һуңғы осорҙағы жанр-стиль йүнәлештәрендәге үҫешен генә күрһәтмәй, ә бәлки, «Шоңҡар» тыуғандан алып уға хас форма үҙенсәлектәрен сағылдыра. Тап ошондай фекерҙәргә беҙ хеҙмәтебеҙҙә ынтылдыҡ та инде. Улар ғына ваҡытҡа ҡаршы торорлоҡ сағыу эш тыуҙырырға һәләтле.
Әлбиттә, «Шоңҡар», йөкмәткеһе буйынса масштаблы һәм үҙенсәлекле журнал булараҡ, художество-публицистик жанрҙарҙы киң файҙаланырға бурыслы.
“Матбуғат баҫмаларында художество-публицистик жанрҙар” тип исемләнгән беренсе бүлектә беҙ жанрҙарҙың теория мәсьәләләрен, уларҙың ҡанунлашҡан традицияларын, Башҡортостан матбуғат баҫмаларында, “Шоңҡар” журналына ҡағылышлы, художество-публицистик жанрҙарҙың сағылышын өйрәндек.
Беҙҙеңсә “Шоңҡар”ҙың бөгөнгө көндә художество-публицистик һәм аналитик характерҙағы баҫманан информацион яҡҡа үҙгәреүенең, “развлекательный” тибындағы киң мәғлүмәт сараһына әйләнеүенең бер нисә сәбәбе бар. «Шоңҡар»ҙың журналистик сәйәсәте 2000-2003 йылдар арауығында икенсе тарафҡа боролдо, 90-сы йылдар менән сағыштырһаҡ, уны журналистикалағы замана шауҡымы йоғонтоһо тип кенә ҡарап булыр ине. 90-сы йылдар «Шоңҡар»ы менән сағыштырғанда, уны башҡорт матбуғатының сағыу баҫмаларының береһенә әйләндергән көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылыуы публицистикаға тартым мәҡәләләрҙең һирәгәйеүе төп роль уйнайҙыр журналдың хәҙерге форма йөкмәткеһендә.
Редакция сәйәсәте шунан ғибәрәт: яҡын арала материалдарҙың художество-публицистик йөкмәткеһен тулыландырыу һәм оперативлыҡты көсәйтеү нигеҙендә былай ҙа туҡтауһыҙ мәғлүмәт «йотоуҙан» туйған уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы журнал тыуҙырыу. Төп жанрҙар тип ҡыҫҡа художество һәм сатирик формалар - һүрәтләмә һәм юморесканың роле “Шоңҡар”ҙың һуңғы йылғы һандарында көсәйә бара.
Һөҙөмтәлә, нимә килеп сыҡты һуң? Беренсенән, иң иғтибарға лайыҡ нәмә - ул алты йыл эсендә «Шоңҡар» тиражының динамикаһы, башҡорт матбуғатында арта барыуы, уның “массовый” тибындағы журналға әйләнә барыуы. Һигеҙ йыл эсендә «Шоңҡар»ҙың тиражы бер-нисә мәртәбә артты.
Күпмелер кимәлдә, «Шоңҡар»ҙың ҡыҙыҡлы информацион материалдарға өҫтөнлөк биреүе һәм художество-публицистик рухтағы мәҡәләләрҙе баҫтырмауы (улар менән редакция портфеле тулы) журналдың зыялы ҡатламдар һәм абруйлы баҫмалар араһында әһәмиәтенең төшөүенә килтерә. Әкренләп кенә баҫма “һороланыу”ға табан бара. Улай ғына түгел, беҙҙеңсә, жанр, йөкмәткене билдәләүсе факторҙар нигеҙ булараҡ бында - төп сәбәп. Сөнки бөгөн, мәғлүмәт ағымында йөкмәтке буйынса ниндәйҙер яңылыҡ әйтеү үтә лә ҡыйын, «Шоңҡар», ниндәй генә универсаль баҫма булмаһын.
Икенсенән, «Шоңҡар»ҙың оперативлығы, художество-публицистик жанрҙарҙың икенсе планға күсеүе менән бергә, киреһенсә, кәмене. Улар урынына бөгөн оператив журнал йөкмәткеһенә бөтөнләй характерлы булмауы ҡатнаш жанрҙар системаһы килде. Был редакцияның журналдың йөҙөнә ижади ҡараштың кәмеүе тураһында һөйләй. Бөгөнгө “Шоңҡар” Америкала үткән быуаттың урталарында сыҡҡан, башҡа журналдарҙан иң яҡшы материалдар менән тулған “Ридерз Дайджест” журналына оҡшап тора.
Сәнғәт тематикаһы көсәйеү менән бергә («Шоңҡар» биттәрендә сәхнә йондоҙҙары менән әңгәмәләр, театр тормошонан мәғлүмәттәр, әҙәбиәт донъяһын сағылдырыусы материалдар күбәйҙе) аналитик үҙенсәлектәре һиҙелгән рецензияның, әйтеп үткәнебеҙсә, һүрәтләмәнең һәм, әлбиттә, интерактив роль уйнаған хаттың роле артты. Шул уҡ ваҡытта актуаль йәмғиәт мәсьәләләрен күтәргән публицистик яҙмалар күпләп баҫыла, ләкин Рәлис Ураҙғоловтың «Усаҡҡа утын өҫтәге килә» кимәлендәге, жанр-композиция яғынан оригиналь әҫәрҙәр һирәк осрай.
Икенсенән, ғөмүмән, «Шоңҡар» журналына бөтөнләй хас түгел жанрҙарҙа бер төрлөлөк күҙәтелә бөгөн. Памфлет, эссе кеүек художество-публицистик жанр миҫалдарын эҙләүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Был уның йәштәр журналы булыуында, тәжрибәне үҙ итеүе йөҙөндә.
Шулай ҙа, ниндәй генә етешһеҙлектәр булмаһын, «Шоңҡар» журналының художество-публицистик жанрҙар системаһы барыбер үҙенсәлекле ҡала килә. «Шоңҡар»ға ғына хас публицистик рухтағы стиль һаҡлана, материалдарҙың бай фактик йөкмәткеһе һәм йәмғиәттең иң «ҡыҙыу» хәлдәрен һүрәтләүгә ынтылыш һаҡлана. Был традициялар, бәлки, «Шоңҡар»ҙың тамырҙарынан киләлер. Бөгөн «Шоңҡар»ҙа, беҙҙеңсә, иң уңышлы ҡулланылған форма - ул һүрәтләмә һәм публицистик яҙмалар. Һуңғы йылда был жанр формаһында яҙылған материалдарға айырым рубрикалар барлыҡҡа килде
Шулай ҙа уҡыусы иғтибарын ҡабаттан яулар өсөн «Шоңҡар»ға, моғайын да жанр-стиль өлкәһендә тәжрибәләр һәм журналистиканың яңы күренештәрен үҙ итеү кәрәктер моғайын. Йөкмәтке буйынса бөгөн яңылыҡҡа урын да юҡ һымаҡ, шулай ҙа мәҡәлә нигеҙендәге факттың форма үҙенсәлектәрен билдәләүен дә онотмайыҡ. «Шоңҡар» журналистикала яңыраҡ барлыҡҡа килгән жанрҙарға боролошто күрһәткән мини-юмореска, фельетон жанрҙарын киң файҙаланырға тейеш. Һәм бөгөнгө “һороланыу” процестарынан баш тартырға бурыслы, милләт яҙмышын хәстәрләргә тейеш. Замана талаптары художество-публицистик формаларҙы үҙ итеп бармауы бөгөн, ни генә тиһәң дә, ысынбарлыҡ. «Шоңҡар» өсөн мәғлүмәт быуатында төп перспектива - үҙ аудиторияһы мәнфәғәттәрен һаҡлауҙыр, бәлки, жанр яғынан икенсе йүнәлештәр ҙә уйланылыр. Һәр хәлдә үҙгәрештәр мәле етте, «Шоңҡар»тең артабанғы киләсәге тик ижади ҡараш нигеҙендә генә ҡаралырға тейеш.
Шулай итеп, беҙ «Шоңҡар» журналының жанрҙар системаһының 2000-2009 йылдарҙағы үҫешен анализланыҡ. Әлбиттә, беҙҙең фекеребеҙсә, уны үҫеш тип атау үҙе үк шартлы, сөнки, ҡайһылыр яҡтан алға китеш бар, ә ҡайһыһында, киреһенсә, бер урында тапаныу һиҙелә. Әммә ошо эш менән беҙ, моғайын да, «Шоңҡар» журналының кисәгеһен, бөгөнгөһөн күҙәтеп, уның киләсәген дә бер ни тиклем фаразланыҡ буғай. Һәр хәлдә беҙ алда баҫманы көткән ҡыйынлыҡтар һәм хәүефтәр хаҡында иҫкәрттек, ул, дөйөм әйткәндә, йәштәр баҫмаһына ғына түгел, ә бөтә башҡорт матбуғатына ла ҡағыла.
