- •Беренсе бүлек. Матбуғат баҫмаларында художество-публицистик жанрҙар
- •§1. Художество-публицистик формаларҙың журналистиканың жанрҙар системаһында урыны
- •§2. . Башҡортостан матбуғат баҫмаларында художество-публицистик жанрҙар
- •Икенсе бүлек. “Шоңҡар” журналында художество-публицистик жанрҙарҙың сағылышы
- •§1. Һүрәтләмә һәм портрет очерк жанрҙары
- •§2. Публицистик яҙмалар
- •§3. Рецензия, памфлет, юмореска жанрҙары
- •Библиография.
§2. Публицистик яҙмалар
“Шоңҡар” журналы - донъяға йәштәр ҡарашын белдереүсе, киләсәк быуындың, яңы ижтимағи көстәрҙең ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен белдереүсе баҫма ул. Шуға ла журналдың һәр һанында донъя күреүсе материалдар баҫмаға ғына хас рух, публицистик ялҡын менән һуғарылғандар. Уларҙың күбеһе матбуғатта популяр формаларҙың береһе – публицистик яҙмалар жанрында яҙылғандар.
Публицистик яҙмалар формалары үҙендә төрлө жанрҙар (мәҡәлә, репортаж) үҙенсәлектәрен туплай, әммә асылда бында автор ҡәләме, уның донъяға ҡарашы ҙур роль уйнай, шуға ла ул художество-публицистик төркөмгә индерелә. Публицисти яҙмалар журналистиканың иң үҫешкән формалары тип һанайҙар күп тикшеренеүселәр.1 Публицистик яҙмаларҙың нигеҙендәге мәҡәлә киң мәғлүмәт сараларының жанр палитраһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк тыуған. Ул - художестволы публицистиканың нигеҙҙәренең береһе.2
Публицистик яҙмалар художестволы публицистикала бөгөнгө көндә төрлө формаларҙа йәшәй. Уның төп типологик формалары “Шоңҡар” журналында актив ҡулланыла. Уларҙың һәр береһенең баҫмала файҙаланыу үҙенсәлектәрен конкрет миҫалдарҙа ҡарап китеү зарур.
Публицистик яҙмалар “Шоңҡар” журналының тәүге үҫеш этабында ул төп жанр ине. Публицистиканың был төрө йәштәр матбуғатында 80-се йылдар аҙағы, 90-сы йылдар башында популярлашҡайны. В. Олешко билдәләүенсә, “үҙгәртеп ҡороу дәүере һәм уның бер һөҙөмтәһе булараҡ һүҙ азатлығы йәштәр матбуғатында замананың глобаль мәсьәләләре, актуаль социаль проблемаларҙы яҡтыртыусы айырым бер журналистар быуыны тыуҙырҙы”.1
Публицистик яҙмалар “Шоңҡар” журналында манифестацион характерҙа, улар бер һандың темаһына әйләнергә мөмкин. Әйтәйек, Рәлис Ураҙғоловтың киң танылыу алған “Буйҙаҡлыҡ - милләт фажиғәһе” исемле мәҡәләһе тап шундайҙарҙан. Унда тотош башҡорт милләтенә генә түгел, ә ил, донъя күләмендә глобаль мәғәнә алған буйҙаҡлыҡ проблемаһы актуаль мәсьәлә булараҡ күтәрелә.
Материалда художество-публицистик йүнәлеште асыҡлау өсөн жанрының үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн унан бер өҙөк алыу кәрәк:
“80-се йылдарҙа Өфө кинотератрҙарында япондарҙың “Нараяма тураһында легенда” тигән фильмы ҙур уңыш менән барҙы, һәм беҙҙең илдә секс юҡ тип тәрбиәләнгән кешеләрҙең йоҡоһон ҡасырҙы. Тәүҙә билет табыуы мөмкин түгел ине уға, тик хеҙмәт коллективтарына бирелә ине лә “блат” буйынса ғына алып була торғайны. (...)
Быларҙың ерҙәре бик аҙ. Йәшәү ғанундары - халыҡ һанын нисек тә арттырмаҫҡа. шуның өсөн ғаиләлә тыуған малайҙарҙың тик ҙурыһына ғына өйләнергә ярай, башҡаларына - юҡ. Ҡалған малайҙарҙы йә тыуғас та үлтерәләр, йә уларға никахҡа инергә бөтөнләй ярамай.Ҡалған малайҙарҙы йә үлтерәләр, йә уларға никахҡа инергә бөтөнләй ярамай. Тимәк, тәбиғәт биргән хәжәттәрен бөтөнләй ҡәнәғәтләндерә алмайҙар. Шуға ла улар, бер кәнтәй артынан йөрөгән эт өйөрө кеүек, ауыл буйлап тулып йөрөйҙәр.” 1
Р. Ураҙғоловтың публицистик һыҙаттар хас күп материалдары ошолай, образлы рәүештә башланып китә. Публицистик яҙмалар өсөн бындай алым үҙенсәлекле, ул уҡыусыға теге йәки был тезисты “һеңдереү”ҙә әһәмиәтле роль уйнай. Мәҡәлә “ҡоро факттар”ға ғына ҡоролмай, унда авторҙың фекерләү кимәлен яңы кимәлгә күтәргән ошондай сағыштырыу деталдәре йөкмәтке нигеҙендәге проблеманы асырға ярҙам итә.2
Автор уйҙары, художество-публицистик жанрҙарға хас булғанса, тормоштан алынған миҫалдар менән үрелеп килә, икенсенән, Р. Ураҙғоловтың материалдарына характерлы күренеш булараҡ, фекер бер генә нөктәгә йүнәлтелә, ул да булһа һәр кемде борсоған темаға:
“Мәҡәләнең тәүге өлөшөндә кендек әбейе, димсе-яусылар менән бергә ҡанбабаларҙың да беҙҙең тормоштан ҡыҫырыҡланып сығарылыуы тураһыңда яҙғайным. Ярай әле, кендек әбейенең бурысын медицина үҙ өҫтөнә алды. Ә ҡанбабалар институты тамам юҡ ителде.
Былар һәм телгә алынмаған башҡа бик күп сәбәптәр ирҙең ауырыуына килтерә. Әйткәнемсә, башҡорт "юҡ-бар"ға табипҡа күренеп, үҙен борсоған күңелдәрен өйкәгән хәүефтәре тураһында һөйләп бармай. Ә бит бик кәрәк. Сөнки хәҙер медицинала ирҙәргә ярҙам итмәгән өлкә юҡ тиерлек. Бәлки, ошо сәбәпле өйләнмәгәндәр киләсәктә үҙенең "яртыһы"н да табыр ине.
Белгестәр менән һөйләшкәндә, улар буйҙаҡлыҡты, хәҙерге ҡатын-ҡыҙ улдарын "үҙҙәренең генә малайы" итеп тәрбиәләүҙән дә килә, тиҙәр. Был дөрөҫтөр ҙә. Ҡайһы бер әсә улын, малай саҡтағыса, тик уныҡы ғына булырға тейеш тип уйлай. Йәнәһе, мин таптым, мин үҫтерҙем. Ләкин малайҙың, үҫкәс, башҡа ҡатын-ҡыҙ затына тартыла башлауын, үҙ "яртыһы"н эҙләргә ынтылыуын күрергә лә, белергә лә теләмәй. Хатта улы алдына "йә ул, йә мин" тигән дилемма ҡуйыусылар ҙа бар. Ни эшләһен, саҡ мөхәббәт хисе татыған үҫмер әсәһен тыңлай, уның ихтыярына буйһона. Өйләнгәс тә, улдарын өҙөлөп "яратҡан" әсәләр эгоизмға бирелә — нисек тә "бәпес"ен үҙенән ысҡындырмаҫҡа тырыша, йәш ир менән ҡатындың араһына тығыла башлай, улын килененән көнләшә.” 1
Публицистик пафос - жанрҙың мөһим йөкмәтке компоненттарының береһе ул. Публицистик яҙмалар тип аталырға хоҡуҡлы был материалда ул бүлектән бүлеккә, проблеманы төрлө яҡлап тикшереүгә ярашлы, көсәйә генә бара. Аҙаҡтан автор уны йәмғиәт кисекмәҫтән хәл итер мәсьәлә итеп күтәрә һәм уҡыусыға өндәмә сифатында, уны уйланырға саҡырып һорауҙар ҡуя:
“Кем ғәйепле һуң беҙҙең ошо көнгә төшөүебеҙгә? Үҙебеҙҙең етәкселәрме, әллә сәйәсәтме? Әллә үҙебеҙме? Миләтте тәрбиәләүсе интеллигенциямы? Буйҙаҡлыҡ, дөйөм деградация милләт фажиғәһенә әйләнеп бара түгелме?” 2
Рәлис Ураҙғолов үҙе яҙыуынса, “журналистың эске кисерештәре, хатта хис-тойғолары менән һуғарылған, публицистиканың кеше күңелен тетрәндерерлек, уны уйландырырлыҡ нескәлектәренә ҡоролған публицистик яҙмалар кәрәк тә инде.”1
Ғөмүмән, социаль темаларға арналған публицистик яҙмалар “Шоңҡар” журналында күпселекте тәшкил итә. Р. Ураҙғоловтың “Буйҙаҡлыҡ - милләт фажиғәһе” тип исемләнгән материалы прграммлы характерҙа, уның нигеҙендә артабанғы йылдарҙа буйҙаҡлыҡ темаһы буйынса ла (А. Шаһыбаловтың “Ҡатын-ҡыҙ “азатлығы” хаҡы”2, З. Ханнанованың “Ирҙәребеҙ ҡайҙа?”,3 ижтимағи тормоштоң бүтән мәсьәләләренә арналғандары ла (Аҫҡар Бөрйәндең “Фәҡирлек - ҡоллоҡтоң олатаһы”4 баҫылып тора. Нигеҙҙә уларҙа Р. Ураҙғолов публицистикаһына характерлы масштаблылыҡ, проблеманы йәшәйештең бар сфераларына ла бәйләп ҡарау, тәрәнлек һәм үҙенсәлекле стиль, фактологик йөкмәтке өҫтөнлөк итә.
Шулай ҙа “Шоңҡар” журналында әҙәбиәт мөһим роль уйнаған кеүек, уның стилендә, художество-публицистик характерҙағы мәҡәләләрҙең йөкмәткеһендә әҙәбиәткә хас образлылыҡ, эмоционаллек, проблемалы мәҡәлә жанрында артыҡ сағылмаған автор шәхесенең рухиәте күренеп ҡала. Был мәҡәлә авторҙарының күбеһенең әҙәбиәт вәкилдәре булыуынан ғына түгел, ә “Шоңҡар”ҙың әҙәбиәт, журналистика, публицистика сиктәрендә ятҡан, типологик яҡтан үҙенсәлекле журнал булыуынан килә.
Миҫалға “Ундайға кейәүгә бармайҙар” исемле мәҡәләне алып ҡарайыҡ:
“...Яңғыҙым ике ҡыҙ бала үҫтерәм. Иремдең эсеүе арҡаһында былтыр айырылыштыҡ. Фатирыбыҙ ике бүлмәле. Ике ҡыҙым менән элегә залда йәшәйбеҙ, ә балаларҙың атаһы икенсе бүлмәлә — яңғыҙы. Ике урынлы койкала өсәү йоҡлайбыҙ, бер өҫтәлдә өсәүләшеп өйгә эш эшләйбеҙ (мин уҡытыусы). Ишегебеҙгә ике йоҙаҡ ҡуйып алдыҡ, сөнки балалар, үҙем дә атай булған кешенән ҡурҡабыҙ. Өйҙә бәтөнләй тыныслыҡ юҡ. Минең эш хаҡым фатир өсөн түләүҙән һәм ашауҙан артмай. Балаларымдың хроник сирҙәре бар. Кейемгә аҡса юҡ. Элекке иремдең эскелеге менән ун бер йыл көрәштем, барыбер эсеүенн биҙҙерә алманым. Бер ерҙә лә йүнләп эшләй алманы. Эшкә лә алмаҫ булдылар. Ә һуңғы ике-өс йылда бөтөнләй эшләмәй. Юҡҡа сығып, өйҙәге барлы-юҡлы әйберҙәрҙе һатып эсеүгә күсте. Холҡо тамам боҙолоп, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде.” 1
Әгәр материалды аналитик жанр йүнәлеше тип ҡараһаҡ, уның өсөн монолог бөтөнләй ят нәмә. Әммә ул бында бар, уҡыусының хаты формаһында ла килтерелмәй, ул материалдың үҙәген тәшкил итә.
“Шоңҡар” журналында публицистик яҙмаларҙа теоретик мәҡәлә жанрына хас үҙенсәлектәрҙе табырға мөмкин, уның фәнни варианттары ла сағылыш таба. Т. Бураҡаеваның билдәләнгән мәҡәләһендә ғилми анализ өҫтөнлөк итә.
Шул уҡ ваҡытта художество-публицистик характерҙағы яҙмалар араһында ла йыш ҡына сәйәси-теоретик нигеҙҙә яҙылғандары күренгеләй. Ғ. Рәхимовытың “Ниңә көнбайыш бай йәшәй йәки социаль йәмғиәткә алыҫмы әле?” 1 исемле мәҡәләһе Рәсәйҙә донъя цивилизациялары үткән ижтимағи формацияларҙың сағылышына анализ яһай. Унда сәйәси мотивтар, үҙәкте тәнҡитләү ҙә көслө.
Публицистик яҙмалар жанры, шулай итеп, журналда тышҡы стиль, форма үҙенсәлеге буйынса художество-публицистик төркөмгә ҡарай. Әммә йөкмәткеһе буйынса баҫманың йәмғиәт процестарын анализлағанда тәрәнлеккә ынтылышын, үҙенсәлеген сағылдыра һәм асылда аналитик жанрҙар хеҙмәтен үтәй. Публицистик яҙмалар жанрында тағы ла сағыуыраҡ материалдар “Шоңҡар”ҙа киләсәктә тыуыр тип ышанғы килә.
