- •1.Аңлатмалы яҙыу.
- •2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика.
- •3. Предметтың уҡыу планындағы урынын билдәләү.
- •4. Уҡыу предметының киммәттәрен сағылдырыу.
- •5. Уҡыу предметын үҙләштергәндә предмет-ара, метапредмет, шәхси һөҙөмтәләр.
- •6. Уҡыу предметының йөкмәткеһе.
- •8 Март - Халыҡ- ара Ҡатын - ҡыҙҙар көнө(5 сәғәт)
- •7. Уҡыу предметы буйынса календарь-тематик пландың йөкмәткеһе.
- •5 Кластарҙа Башҡортостан мәҙәниәте модуль булараҡ өйрәнелә.
- •8. Уҡыу предметын матди-техник яҡтан тәмьин итеү.
4. Уҡыу предметының киммәттәрен сағылдырыу.
Тормош киммәте - уҡыусының тормошҡа ҡарата ҡарашы, киммэте, башҡа кешеләргә, уратып алған тирә-йүнгә мөнәсәббәтен тәрбиәләй, яҡшы уй-ниәттәр булдыра, маҡсаттар тыуҙыра.
Изгелек киммәте - уҡыусыла кешеләргә ҡарата яҡшы хис, изгелек тойғоһо булдырыу һәм үҫтереү маҡсатын үҙ эсенә ала.
Ғаилә киммәте - йәмәғәттең төп үҙәге булып ғаилә тороуын, уның социаль күләмен, иң беренсе һәм иң киммәтле булыуын аңлатыу, белдереү, күрһәтеү маҡсатын ҡуя. Ғаилә ағзаларына ҡарата ихтиралыҡ һәм һөйөү тойғоһон тәрбиәләү.
Гражданлыҡ киммәте - йәмәғәттең, үҙ илеңдең, халҡыңдың, дәүләттең бер бөтөнө итеп ҡабул итеү. Үҙ илеңә, телеңә, халҡыңа, мәҙәниәтеңә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
5. Уҡыу предметын үҙләштергәндә предмет-ара, метапредмет, шәхси һөҙөмтәләр.
Шәхси һөҙөмтәләр:
-башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү; -башҡорт телендә алған белемде мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу; -аралашыуҙа рус телендә алған белемде башҡорт теленә тәржемә итеп ҡуллана белеү;
-башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡҡулланыуҙы аңлау;
Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү, һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанланған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙенде һәмтормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә тарихи-мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле: Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уғыуға, белем алырға өйрәтеү.
Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:
-әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау ( тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
- тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү; -йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;
-аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;
- төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлауһәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу әлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
6. Уҡыу предметының йөкмәткеһе.
һаумы, мәктәп (9сәғәт)
Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу.Уҡыусыларҙың йәйгеи каникулды һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.
Үҙем тураһында (7сәғәт)
Үҙе тураһында һөйләүсенең ғаиләһе,һәнәре,уй-хыялдары менән бәйле.Шуға күрә ошотеманы асырлыҡ диалог темалары,уға бәйләнешле лексика бирелә.
Йыл миҙгелдәре (7сэғәт)
Йыл миҙгелдәренә дөйөм мәғлүмәт биреү.Иыл миҙгелдәрен,ай,көн исемдәрен башҡортса дөрөҫ әйтергә,дөрөҫ яҙыуға иғтибар итеү.Был теманы үтеү көҙ айына тура килә.Шуға күрә диалог темалары,лексика көҙ айҙарына ҡағылышлы бирелә.
Башкортостанды беләһеңме? (7 сәғәт )
Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау, һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.
Йыл миҙгелдәре ( 8 сәғәт )
Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән»осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һәнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү, һәнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һәнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм, һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.
Тән ағзалары. Шәхси гигиена ( 5 сәғәт ) Кешенең тән өлөштәре,эске органдарҙың исемдәрен өйрәнеү менән бергә,уларҙың ниндәй функция үтәүҙәрен әйткәндә,шулай уҡ был функцияларҙың һәйбәт хәлен нисек итеп оҙаҡ һаҡлау ҡағиҙәләренә лә мөмкин тиклем туҡланғанда тема өйрәнеү күпкә отошлораҡ булыр, һынамыштар, юрамыштар.
Яңы йыл менән! ( 7 сәғәт )
Ҡыш - йыл миҙгеле.Яңы йыл менән ата-әсәне,класташтарҙы,туғандарҙы ҡотларға өйрәнеү.Әйтә белеү,һөйләм төҙөү,открыткалар яҙыу.
Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.
Магазин.Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым (8сәғәт)
Магазин,аҙыҡ-түлек,кейем-һалым темаларына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.Магазинда үҙеңде дөрөҫ тота белеү.Синонимдарҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.Мәғәнәле һөйләмдәр төҙөй белеү.
