Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
раб.программа баш.яз..doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
188 Кб
Скачать
☆

8 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары һәм методик ҡулланмалар.

1. Абдуллина Ф.Ф. Псәнчин В.Ш. Әсә теле.- Өфө, Китап, 2008. –

2. Абдуллина Ф.Ф. Псәнчин В.Ш. “Әсә теле” дәреслегенә дидактик материал: 8-9 класс.- Өфө, Китап, 2005. – 220 б.

3. Толомбаев Х.А. Атнағолова С.В. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: 5-9 кластар. – 2-се баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

4. Ғималова М.Ғ. Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы: 5-9 кластар. - 3-сө баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

5. 8-9 кластар өсөн “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр: - Өфө, Китап, 2006. – 112 б.

6. Усманова М.Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа: - Өфө, Китап, 2007. – 111 б.

7. Шарапов И.А. Башҡорт теленән (5-9 кластар) һәм әҙәбиәтенән (5-9 кластар) тест һорауҙары: Өфө, Китап, 2001, 296 б.

7. Ғималова М. Хөсәйенов Ғ. Туған әҙәбиәт: Өфө, Китап, 2004.- 315 б.

8. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы: Өфө, Китап, 2007. – 492 б.

9. Ғафаров Б.Б.Башҡорт әҙәбиәтенән яҙма эштәр: Өфө, Китап, 1999. -206 б.

10. Хөсәйенов Ғ.Б. Сафина В.У. Кластан тыш уҡыу китабы: Өфө, Китап, 2009. -184 б.

11. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы: Өфө, Китап, 2010. – 384 б.

Һүҙлектәр.

  1. Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.

  2. Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.

  3. Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.

  4. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.

  5. Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.

  6. Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.

  7. Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.

9 Класс. Аңлатма һүҙ

Башҡорт теле буйынса эш программаһы “БР дәүләт телдәре тураһында Законға”,(21.01.99.) , “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), БР Мәғариф буйынса Законы (29.10.1992), “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.

Маҡсаттар:

  • башҡорт теле дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;

  • башҡорт теле тарихын, уның йәмғиәт тормошондағы ролен төшөндөрөү, телмәр үҫешен артабан үҫтереү, коммуникативлыҡ аша әҙәби тел нормаларын иркен файҙаланыу, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләү, телде аңлы ҡабул итеү, фекерләүҙе тәрәнәйтеү юлдарын үҫтереү;

  • башҡорт теле тураһында белем алыу, уның төҙөлөшө, функциональ йәшәйеше, аралашыуҙа килеп тыуған төрлө стиль мөмкинлектәрен, функциональ стиль төрҙәрен, әҙәби тел нормаларын өйрәнеү;

  • телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;

  • тел һүрәтләү сараларын иркен файҙаланырға өйрәтеү;

9 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.

- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте, башҡа донъя телдәре араһында тотҡан урыны, йәмғиәт үҫешендәре роле, ижтимағи әһәмиәтен аңлы ҡабул итеү;

- ябай, ҡушма һөйләм синтаксисын, стилистикаһын иркен файҙалана белеү;

- тыныш билдәләре, текст, һөйләм интонацияһы, телмәр тибын аңлы ҡабул итеү;

- һүҙбәйләнеш, ябай, ҡушма һөйләм, тура телмәр, диалог, айырымланыу күренештәре менән эш итә белеү;

- бөтә төр анализдар:фонетик, лексик, морфологик, һүҙьяһалыш, синтаксик, стилистик анализдарҙы үтәү;

- орфоэпия, графика, офография ҡағиҙәләре;

- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың стилдәре;

- телмәр төрҙәре (типтары) буйынса анализдар;

- һүрәтләү сараларын текстан таба белергә һәм ҡулланырға тейеш, башҡорт теленең һүҙлек байлығын белергә тейеш.

Алынған белем һөҙөмтәләре ниндәй булырға тейеш.

  • фонетика, өн-хәреф, һүҙьяһалыш, һүҙ төҙөлөшө, ябай, ҡушма һөйләм синтаксисы, стиль төрҙәре, лексика буйынса анализ яһай белеү;

  • һүҙбәйләнеш, ябай, ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе таный, анализлай, төҙөй белеү;

  • стилистик, синтаксик законлыҡтарҙы айыра белеп, телмәр ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белергә тейеш;

  • һөйләү һәм яҙыу телмәрендә лексик күренештәр менән эш итә белергә, төрлө стилдәге һүҙҙәр ҡуллана белергә тейеш;

  • бөтә төр анализдарҙы яһай белергә, морфологик, синтаксик

бәйләнештәрен схематик күрһәтә белергә тейеш;

- дөйөм тел байлығын үҫтереүҙә уҡыусының үҙ урынын билдәләй алыуы:

Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.

-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;

-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);

- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;

- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;

- тест;

- телдән яуаптар;

- күнекмәләр;

Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 68 сәғәт бирелә, аҙнаға – 2 сәғәт, шуларҙың 4 сәғәте – телмәр үҫтереү, 8 –һе контроль эштәр өсөн бүленә.

9 класс өсөн ҡулланыу әсбаптары, методик күрһәтмәләр.

1. . Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В Башҡорт теленән программалар. (5-11 кластар өсөн): Өфө, 2002.-130 б.

2. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле: Өфө, Китап, 2009.- 166 б.

3. . Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле. Дидактик материалдар. 8-9 кластар өсөн.- Өфө, Китап, 2009.-286 б.

4. 3. Толомбаев Х.А. Атнағолова С.В. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: 5-9 кластар. – 2-се баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

4. Ғималова М.Ғ. Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы: 5-9 кластар. - 3-сө баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

5. 8-9 кластар өсөн “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр: - Өфө, Китап, 2006. – 112 б.

6. Усманова М.Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа: - Өфө, Китап, 2007. – 111 б.

7. Шарапов И.А. Башҡорт теленән (5-9 кластар) һәм әҙәбиәтенән (5-9 кластар) тест һорауҙары: Өфө, Китап, 2001, 296 б. Һүҙлектәр.

  1. Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.

  2. Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.

  3. Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.

  4. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.

  5. Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.

  6. Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.

  7. Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.