Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
раб.программа баш.яз..doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
188 Кб
Скачать
☆

10 Класс. Аңлатма һүҙ

Башҡорт теле буйынса эш программаһы “БР дәүләт телдәре тураһында Законға”, ”(17.03.97.) , “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.09), Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.

Маҡсаттар:

  • башҡорт теле дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;

  • түбән кластарҙа алынған белемдәрҙе яңыртыу, нығытыу һәм тәрәнәйтеү;

  • телдең лексик байлығын барлау, лексик анлиз аша тел матурлығын күрһәтеү, фонетик законлыҡтарҙы ҡабатлау;

  • һүҙьяһалыш ысулдары, грамматик анализ һәм һүҙ төркөмдәре буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү, морфологик анализ яһау аша һүҙ төркөмдәрен системалаштырыу;

  • телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;

  • тел һүрәтләү сараларын иркен файҙаланырға өйрәтеү;

10 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.

- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең лексик байлығын таныу, ҡуллана белеү;

- бөтә төр анализдар:фонетик, лексик, морфологик, һүҙьяһалыш, синтаксик, стилистик анализдарҙы үтәү;

- орфоэпия, графика, офография ҡағиҙәләре;

- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың һүҙ төркөмдәре буйынса системалылығы;

- һүрәтләү сараларын текстан таба белергә һәм ҡулланырға тейеш, башҡорт теленең һүҙлек байлығын белергә тейеш.

Алынған белем һөҙөмтәләре ниндәй булырға тейеш.

  • фонетика, өн-хәреф, һүҙьяһалыш, һүҙ төҙөлөшө, ябай, ҡушма һөйләм синтаксисы, стиль төрҙәре, лексика буйынса анализ яһай белеү;

  • һүҙ төркөмдәрен таный һәм айыра белеү, уларға морфема

анализы яһау;

  • һөйләү һәм яҙыу телмәрендә лексик, фонетик, морфологик күренештәр менән эш итә белергә, төрлө стилдәге һүҙҙәр ҡуллана белергә тейеш;

  • бөтә төр анализдарҙы яһай белергә, морфологик, синтаксик

бәйләнештәрен схематик күрһәтә белергә тейеш;

- дөйөм тел байлығын үҫтереүҙә уҡыусының үҙ урынын билдәләй алыуы:

Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.

-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;

-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);

- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;

- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;

- тест;

- телдән яуаптар;

- күнекмәләр;

Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 33 сәғәт бирелә, аҙнаға – 2 сәғәт, шуларҙың 4 сәғәте – телмәр үҫтереү, 6–һы контроль эштәр өсөн бүленә.

10 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.

1. Псәнчин В.Ш. Псәнчин Ю.В. Әсә теле.- 2 баҫма, Өфө, Китап, 2010. – 394 б.

2. Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн дәреслек. Өфө, Китап, 1997. – 421 б.

3. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы.- Өфө, Китап, 1966.- 295 б.

4. Псәнчин В.Ш. “Әсә теле” дәреслеге өсөн күнегеүҙәр йыйынтығы.- Өфө, Китап, 2004.- 315 б.

5. Зәйнуллин М.В. Морфология. 2- се китап. Өфө, Китап, 2002.- 654 б.

Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы.- Өфө, Китап, 1994.

Һүҙлектәр.

1.Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.

  1. Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.

  2. Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.

  3. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө,Китап, 2006. -337 б.

  4. Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.

  5. Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.

  6. Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.