Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ине ткн кндр. лиева.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
44 Кб
Скачать
☆

25 Июнь 2009 йыл

Бында бөтөн нимә икенсе. Ғәҙәти лагерҙағы һымаҡ түгел. Төркөмдәр түгел, ырыуҙар. Девиз урынына һәр ырыу ағасын, ҡошон, тамғаһын, оранын ҡысҡыра. Ә, ысын, лагерь түгел, ә йәйләү. Көн дә иртән күмәкләп йыйылып йырлай торған йыр бар. “Йәйләү йыры” тип атала ул. Үҙебеҙҙең гармун ҡосаҡлап йөрөгән ҡара мыйыҡлы ағай яҙған тинеләр уны. Исемен белмәйем тик... Ярар, мөһим түгел, белермен әле. Көн һайын иртәнсәк зарядка, аҙаҡ линейкаға теҙелеп, яңылыҡтар, буласаҡ саралар еткерәләсәк. Беҙҙең ырыуҙа Йәмилә апай һәм Камил исемле бер ағай әйҙәүсе булып тора. Камил ағай үҙе лә бала-саға ғына кеүек. Бөгөн “Таланттар” конкурсы. Йәмилә апай янға килде лә: -Йә, илаҡ, нимә эшләй беләһең? – тине. -Илай беләм,- тинем мин етди йөҙ менән. -Уныһын беләбеҙ, илауҙа һиңә етеүсе юҡ. Ә тағын? -Нимә әйтһәгеҙ, барыһын да эшләйем, - тинем. Әйҙәүсебеҙҙең күҙҙәре янып китте: -Әҙер сығыштарың бармы? -Бар. - Иии, маладис, илаҡ. Әҙерлән улайһа! – тине лә, башҡа балаларҙы аптыратырға китте.

Уның нимәһенә әҙерләнәһе? Шулай тип уйланым да, бүлмәләге ҡыҙ Лилиә менән бадминтон уйнарға сығып киттек.

Бүлмәлә ҡыҙыҡ беҙҙең: ике Лилиә, ике Әлфиә, Ләйсән, Ләйлә һәм Азалия менән мин-Сабира. Лилиәләр хислеләр, килгәс үк бер егеткә күҙҙәре төшөп, йонсоп йөрөйҙәр, Ләйсән яндырай, килеү менән футбол тибергә йүгерҙе, ләйлә сәскә йыйып тик йөрөй, ә Әлфиәләр үтә тыныстар. Азалия бөтөнләй бәләкәс.

Ошоларҙы уйлай-уйлай уйнап йөрөгәндә, беҙҙең янға әйҙәүсебеҙ Камил ағай килеп торҙо. Бер быуа беҙҙең уйнағанды ҡарап торҙо ла: -Ҡыҙҙар, Камил ағайығыҙ ҡайҙа икән? – тине. Мин әйләнеп уға ҡарап торҙом да: -Бик ҡыҙыҡ,- тинем. Кире әйләнеп уйынға керешергә иткәйнем- ҡаршыма тағын бер Камил ағай килә ине. Минең ҡапҡанға эләккән сысҡан балаһы кеүек аптыранғанды күргәс, икеһе лә көлөп ебәрҙе. Камил ағай миңә ҡараны лы: -Сабира , был минең ағайым Илнур. Ул беренсе ырыу әйҙәүсеһе. Мин һаман йә Камил ағайға, йә Илнур ағайға алмаш-тилмәш ҡарауымды дауам иттем. Тәү ҡарашҡа оҡшаш кеүек булһалар ҙа, иғтибарлап ҡараһаң бөтөнләй төрлө кеүектәр. Камил ағайҙың сәстәре шыртыраҡ, йөҙө һипкеллерәк, ирендәре йоҡараҡ ине. Ә Илнур ағай түңәрәк йөҙлө, йомшаҡ һоро сәсле, ҡуйы оҙон керпекле ине. Камил ағайҙан саҡ ҡына кәүҙәлерәк тә икән. Йылмайған саҡында күҙҙәре ҡыҫылыбыраҡ китеп, Камил ағай менән бигерәк ныҡ оҡшап китәләр. Мин ҡарап торҙом да, ҡапыл әйләнеп, корпусҡа инеп киттем. Бүлмәгә инеп еткәнсе был ағайҙарҙың көлгәне ҡолаҡҡа сағылып барҙы.

26 Июнь 2009 йыл

Ҡағиҙә булараҡ, йәйләүҙә беренсе ырыу иң шәптәре, талантлылары, тырыштары булырға тейеш. Тик беренсе ярыш көнөндә беҙ, өсөнсө ырыу- Үҫәргәндәр, емертеп еңеүгә сыҡтыҡ. Еңеү хисе беҙҙе тупланы шикелле, бөгөнгө ярышҡа ла дәррәү әҙерләнә башланыҡ. Ниндәй генә эш булһа ла: -Мин эшләйем!- тип сығынсыҡлаған миңә түҙмәнеләрме, Йәмилә апай уфтанып: -Ҡотороҡ, бар корпустан алмаларҙы алып кил,- тине. Мин саптым корпусҡа ҡарай! Алмаларҙы алдым да, кире йүгерҙем. Ниңәлер ныҡ ашыға инем, шул күрәһенә булғандыр инде, эләгеп тәгәрәп киттем! Бик ҡыҙыҡ күренеш булғандыр ул: мин ятам ерҙә һуҙылып, алмалар кемуҙарҙан төрлө яҡҡа тәгәрәй... Күпме ятҡанмындыр, ләкин: -Итәгең күтәрелгән, төшөр, - тигән тауышҡа һикереп торҙом. Ысын мәғәнәһендә. Янымда Илнур ағай тора ине. Ер тишегенә инеп китер инем шунда, биллаһи! Ҡалай оят! Әйҙәүсе ағай минең итәгем күтәрелгәнен күрҙе! Хыт хәҙер үк әйберҙәреңде төйнә лә, ҡайтып кит! Ҡабаланып итәгемде ҡаҡтым да, алмаларҙы йыя башланым. Илнур ағай ипләп кенә ярҙам итте. Мин аҙаҡҡы алманы итәгемә ырғыттым да, артабан саптым. Әлдә бер нимә тип тә өндәшмәне, көлмәне! Минең ауыр тын алыуыма, сәсем туҙғанына иғтибар итеүен иттеләр, тик бер нимә тип тә һораманылар. Артабан әҙерлек дауамында мин өнһөҙ ҡалдым. Баҫ тиһәләр баҫтым, ултыр тиһәләр- ултырҙым. Уңайы сыҡҡас уҡ бүлмәгә ҡайттым да, бөгөнгә бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа ҡарар иттем. Көндөҙгө йоҡо мәлендә ҡыҙҙарға булған хәлде һөйләнем- улар тәгәрәп ятып минән көлдөләр. Мин улырҙың бөтәһенә лә үсегеп, артым менән әйләнеп яттым. Ашханаға ла бармай, хәл юҡлыҡҡа һылтаулап, карауатта ҡала килдем. Көн кискә ауышҡас, минең эргәләге карауатта йоҡлаған Лилиә бышлығып килеп инде: -Илнур ағай бында килә ята. Яңы Камил ағайҙан һине һораны. Мин яңылыш ҡына ишеттем ,- тине лә, нисек тиҙ килеп ингән, шулай уҡ тиҙ сығып та китте. Мин нимә эшләргә белмәй аптыранғансы, коридорҙа аяҡ тауыштары ишетелде. Бер ҡайҙа ла ҡасырға, йәшенергә ваҡыт юҡ икәнен аңлап, мин бер нисә секундҡа аптыранып ҡалдым. Башҡа ысул юҡ икәне көн кеүек асыҡ ине: одеялды баш аша яптым да, тын ҡалдым. Оҙаҡ көттөрмәй, ишек янында аяҡ тауыштары ишетелде. -Мөмкинме?- Илнур ағайҙың һорауы яуапһыҙ ҡалды. -Сабира, шәп йәшенгәнһең. Ғүмерҙә тапмаҫмын буғай,- тип шыбырлауы ҡолаҡ төбөндә генә яңғыраны. Мин бар көсөмдән ҡыбырламаҫҡа тырыштым. Бер талай Илнур ағай өнһөҙ ултырҙы ла: -Һин бөгөнгө хәл арҡаһында бер ҡайҙа ла сыҡмай ятаһың икән, һин- алйот. Ашарға ла йөрөмәйһең- улай ярамай ҙа инде,- тип һөйләй башланы. Мин уның бөгөн минең юҡлығымды күреп, ҡарап йөрөгәнен белеп, ниңәлер йылмайып ҡуйҙым. Үҙ- үҙемде шунда уҡ әрләнем дә, одеял аҫтында һауаның ныҡ әҙ ҡалғанына ҡайғыра башланым. Нисек тә Илнур ағай сығып киткәнсе еткерергә кәрәк. Шыбыр тиргә баттым. Әллә эҫенән, әллә йән көйөүҙән. Уйымды уҡыған шикелле: -Тының бөткәнсе ултырам яныңда, йонсома. Сыҡ одеял аҫтынан,- тине. Йә, Хозай! Кисә үлһәм, бөгөн ундай ҡыйын хәлгә ҡалмаҫ инем. Тын ысынлап та, бөттө.Яҙмыштың ҡаты шаяртыуына буйһоноп, одеял аҫтынан сығырға ҡарар иттем. Сәсем туҙып, биттәрем ҡыҙарып килеп сыҡҡан мине күргәс, Илнур ағай: -Ҡыҙҙар бәрей затынан була тигәндәре дөрөҫтөр,- тип, көлә башланы. Янда ятҡан көҙгөнө алып , үҙ ҡиәфәтемде күргәс, мин дә көлмәй булдыра алманым. Илнур ағай менән дуҫлыҡ күпере шулай һалынды.